«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » “Еңеүгә өмөт уянды”



27.03.2015 “Еңеүгә өмөт уянды”

“Еңеүгә  өмөт уянды”Ишембай ҡыҙы Наилә Өмөтбаева Беренсе канал ойошторған “Голос. Дети” проектында билдәлелек яуланы.

Ҡатнашырға теләк белдергән алты меңдән ашыу баланың “иң-иң”дәре генә киләһе этапҡа һайлап алынды. Улар араһында Наилә лә бар. Йәш ҡыҙ билдәле йырсы Пелагея командаһында сығыш яһаясаҡ.
– Проектта ҡатнашырға әсәйем тәҡдим итте. Беренсе каналдың сайтына инеп, анкета тултырҙым, сығыштарымдың видео һәм аудиояҙмаларын ебәр­ҙем. Сығыш яһарға саҡырылған 150 кеше араһында үҙемдең фамилиямды күргәс, еңеүгә өмөт уянды. Тапшырыуҙарҙа төшөр өсөн бер нисә тапҡыр Мәскәүгә барырға тура килде. Сығыш яһау өсөн ойоштороусылар үҙҙәре 70 йырҙан торған теҙмә тәҡдим итте һәм мин улар араһынан Эдит Пиаф репертуарынан йырҙы һайланым.
Экрандан студия иркен күренһә лә, ул – бер нисә метрҙан торған бәләкәй генә бүлмә. Тапшырыуҙы төшөргән ваҡытта төрлө хәлдәр булды. Минең сығышым алдынан ғына Андрей исемле малай һуштан яҙып ҡоланы. Шуға күрә сығыш яһағанда тулҡынландым, хатта ҡурҡтым.
Наилә Ишембай ҡалаһының 12-се лицейында белем ала. Балалар сәнғәт мәктәбендә алты йәшенән вокал менән шөғөлләнә. Уҡытыусылары Земфира Шәмсетдинова менән Елена Близнецова уға ҙур өмөт бағлай. Халыҡ йырҙарын да, ретро һәм эстрада йырҙарын да берҙәй яратып башҡара. Ә нәҫелдәрендә йырсылар һәм музыканттар быға тиклем булмаған. Ҡыҙ буш ваҡытында нәфис әҙәбиәт уҡый, төрлө фильмдар ҡарай. Мода һәм визаж серҙәрен өйрәнә. Киләсәктә ниндәй юлдан китере хаҡында әлегә уйламаған, әммә йырҙан айырылырға теләмәй.
Наиләнең артабанғы яҙмышын белергә теләһәгеҙ, “Голос. Дети” тапшырыуын артабан да күҙәтеп барығыҙ. Бөгөн кискә тап уның сығышы көтөлә. Ә беҙ йәш йырсыға ижади уңыштар теләйбеҙ.
Әйткәндәй
Тапшырыуҙа ҡатнашыу өсөн аҡса түләргә кәрәкмәй. Ҡатна­шыусыларға бары тик юл һәм йәшәү сығымдарын ҡапларға кәрәк.
Мәләүез ҡыҙы Мария Мирова ла тапшырыуҙа ҡатнашты. Тик ул, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, киләһе этапҡа үтә алманы.

Гөлнур ҠЫУАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға