06.03.2015 Әсәйем…
Әсәй… Ниндәй яғымлы, матур һүҙ ул. Бөтә кешегә әсәй – бик ҡәҙерле, яҡын кеше.
Әсәйем… Һин донъяла берәү генәһең, күҙ нурым минең. Һин бөтә ауырлыҡтарҙы еңәһең. Йомшаҡ, нәфис ҡулдарың биткә ҡағылып үтһә, ниндәй рәхәт! Ә мин яратам шулай иркәләгәнеңде…
Әсәкәйем… Ҡулдарың алтын һинең, бар эшкә лә өлгөрәһең. Бешергән аштарың шундай тәмле, телеңде йоторлоҡ. Татлы ризыҡтарыңды ауыҙ итһәң, арыуыңды онотҡандай булаһың. Әллә һин тылсымсыһың?
Хистәремә сәсәй-сәсәй, яндарыңа ашығам. Эй, һағындым үҙеңде. Беләһеңме, һин бит минең өсөн донъялағы иң ҡәҙерле кеше. Һин булмаһаң, күктән көлөп баҡҡан ҡояш йылылыҡ бирмәҫ, һыу һыуһынды ҡандырмаҫ, саф һауа ла йәнгә рәхәтлек бирмәҫ ине. Сөнки һин генә минең өсөн йәшәү мәғәнәһе.
Ҡайһы саҡ тирә-яғымды дөм-ҡараңғылыҡ биләгәндәй булып китә, күңелемде һағыш баҫа. Шул саҡта яныңа ҡайтып иркәләнгем, ҡапма-ҡаршы ултырып һөйләшкем килә. Әммә хәҙер үҙем әсәймен, үҙ тормошомдо ҡороп, ике малай тәрбиәләйем. Иң ҙур бурысым – улдарымды һау-сәләмәт, илгә кәрәкле кешеләр итеп үҫтереү. Әсәй… Һиңә ғүмер буйы рәхмәтлемен. Һиңә арнап ниндәй һүҙҙәр әйтһәм дә, аҙ булыр төҫлө. Мин һине мәңге һүнмәҫ ҡояшым тип атар инем.
Ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле әсәйем, мин һине бар булмышым менән, ысын йөрәктән яратам! Сәләмәтлек, сабырлыҡ, оҙон ғүмер, сылтырап аҡҡан саф шишмәләй бәхет теләйем.
Әсәй… һәм донъялағы барлыҡ әсәйҙәр! Һеҙгә өндәшәм: сабыр булығыҙ, һәр бала үҙ бәхете менән тыуа, балаларығыҙҙы ташламағыҙ, үҙегеҙҙең йөрәк йылыһын биреп, ел-ямғырҙан ҡурсалап, иркәләп үҫтерегеҙ! Балалар нисә йәштә булһа ла, үҙҙәре атай-әсәй булһа ла, әсәй өсөн улар һәр саҡ бала булып ҡала.
Ә балалар әсәйҙәргә ҡайғы күрһәтмәһен.
«Әсәй» тип яратып, ҡәҙерләһендәр. Сөнки донъяла уларҙан да изгерәк, тоғрораҡ зат юҡ икәнен аңлаһындар.