«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Әсәй менән донъя – түңәрәк



06.03.2015 Әсәй менән донъя – түңәрәк

Мәктәп йылдарында ошо темаға инша яҙғанығыҙҙы хәтерләйһегеҙҙер. “Биш­ле” алыр өсөн тырышып-тырмашып әсәйебеҙ хаҡында яҙабыҙ.
“Минең әсәйем балалар баҡсаһында эшләй. Тәмле итеп ҡоймаҡ ҡоя, гөлдәр үҫтерә…” Нисән­се класта икәнен иҫләмәйем, әммә, әсәйем тураһында нимәләр яҙайым икән, тип аптыранғаным хәтеремдә. Сөнки әсәйемдең көндәлек эше, уның бөтә нәмәгә, бар ергә өлгөрөүен әллә ниндәй ҡаҙаныш түгел, ә ябай, ғәҙәти күренеш, тейеш итеп ҡабул итә инек. Хәҙер килеп шуға төшөндөм: әсәйҙәрҙең әсәй булыуы, уларҙың һәр көнө оло ҡаһарманлыҡҡа тиң икәнлеген үҙең әсәй булғас ҡына аңлайһың.
Әсәйем – ялан ҡыҙы. Дала яҡтарынан алып ҡайтҡан уны атайыбыҙ. Йәшләй генә кейәүгә сығып, егерме алты йәшендә өс балаһы булған әсәйем башҡаларҙан бер яғы менән дә айырылмай: тәмле итеп бәлеш бешерә, күпереп торған икмәк һала, йылы бейәләйҙәр, ойоҡбаштар бәйләй, гөлөн дә үҫтерә, оҫта итеп ҡорама юрғандар һырый, бәләкәс кенә диван яҫтыҡтары эшләй, ваҡытында халыҡ театрында спектаклдәрҙә уйнаны, концерттарҙа ҡатнашты, матур йырлай… Ошо әле һанап кителгән эштәр ауыл ҡатынының тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эше – һыйыр һауыу, уның ағын эшкәртеү, ҡош-ҡортто тәрбиәләү, баҡса ҡарау, шул уҡ ваҡытта һәр беребеҙгә иғтибар, наҙ, һөйөү, кәңәштәр биреү, кәрәк икән, әрләп алыу, уҡыуыбыҙ менән ҡыҙыҡһыныу, белмәгәнебеҙҙе өйрәтеү һәм башҡа, һәм башҡа бөтмәҫ-төкәнмәҫ эштәр араһында эшләнә.
Әсәйҙәрҙең бөтә нәмәгә нисек өлгөрөүен белгегеҙ килһә, бала сағығыҙҙың бер иртәһенә әйләнеп ҡайтыуығыҙ ҙа етә.
Иртән ҡояш менән бергә тороп, әсәй һыйыр һауа, атай малды – көтөүгә, ҡош-ҡорт­ҡа емен биреп, йылға буйына ҡыуа, әсәй сәйгә яңы һыу алып ҡайтып, сәйнүген йә самауырын ҡайнатырға ҡуя, быуланып торған һөттө һөҙөп, ҡаймаҡ айырта, унан ҡалған һөткә ойотҡо һалып, ҡатыҡ ойоторға ултырта. Кистән ҡорот эшләргә эркет ҡайнатҡайны, шуны һарҡытырға элә, һауыт-һаба йыуырға йылына торһон тип, ишек алдындағы ҡаҙанға һыу ҡойоп, ут яғып ебәрә. Аяҡ аҫтында уралған бесәйҙе лә онотмай – биҙрә төбөндә ҡалған һөттө ҡойоп бирә. Шул арала сәй ҡайнап сыға. Иртәнге һалҡын һыу менән йыуынып ингән атайыбыҙ һыуыҡ ҡулдары менән беҙҙе өшөтөп уята. Сыр-сыу килеп кире юрған аҫтына йәшеренәбеҙ, төрөнөңкөрәп ятабыҙ. Өҫтәлгә сәй ултыртылғас, беҙ, балалар, яңы ҡаймаҡ менән сәй эсергә йүгерешеп килеп торабыҙ. Бит-ҡулды йыуып, өҫтәл артында үҙ урыныбыҙҙы алабыҙ. Өҫтәлдә әллә ни ҙур һый ҙа юҡ. Ап-аҡ булып күпереп бешкән икмәк, ҡаймаҡ, май, шәкәр, ҡайнатма. Мулыраҡ саҡта кәнфит-маҙары ла була. Һөйләшә-һөйләшә боҫрап торған сәй эсәбеҙ. Атай көтөүҙә ишеткән яңылыҡтарын һөйләй, беҙ ҙә үҙ-ара әллә нимәләр хаҡында гәпләшкән булабыҙ. Атай-әсәй янда. Донъя түңәрәк. Рәхәт!.. Ғәмһеҙ бала саҡ…
Әсәй өйҙә булмаһа инде, өй ҙә ҡотһоҙ, аш та тәмһеҙ, ҡайнар сәй ҙә һалҡын бөркөп торғандай, нур уйнап торған йорт нисектер шыҡһыҙ, ҡотһоҙ, һалҡын һымаҡ тойола. Бешереп киткән аштары ла, үҙе өйҙә булмағас, тамаҡҡа бармай. Ул ҡайтып инеү менән өй ҙә йәмләнә, йәнләнә. Әсәй – өй йылыһын, уның ҡотон һаҡлаусы изге йән.
Минең әсәйем… Бөгөн ошо темаға инша яҙырға ҡушһалар, мин нимәләр яҙыр инем икән?

А. АЙЫТҠОЛОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға