«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Осар тейенде күргәнегеҙ бармы?



06.03.2015 Осар тейенде күргәнегеҙ бармы?

Ошо көндәрҙә интернет киңлеген иңләүселәрҙең иғтибарын Башҡортостан тәбиғәтенә бәйле ваҡиға йәлеп итте. “Тере журнал”да тәбиғәт тураһында бик ҡыҙыҡлы блог алып барған Силәбе фотографы Евгений Попов Ирәмәл тауында осар тейенде фотоға төшөргән.
Йәнлек Башҡортостандың “Ҡыҙыл китабы”на индерелгән һәм бик һирәк осрай. Осар тейендең (русса – “белка-летяга”) тәпәйҙәре араһында айырым тире ярыһы бар. Был уға 50 метрға тиклем араға планер һымаҡ осорға мөмкинлек бирә.
Ағастан-ағасҡа осҡан тейенде Евгений Попов урман буйында ял иткәнендә күреп ҡалған. Ғәҙәттә, йәнлек көндөҙ ағас өңдәрендә йәшенеп ултыра, төндә һунар­ға сыға. Экологтар фекеренсә, йәшәгән урыны – таралыу ареалы тап шул Ирәмәл буйынан үтә. Әйткәндәй, һуңғы мәртәбә осар тейенде былтыр йәйгеһен Архангел районындағы Атыш шарлауығы янында күргәндәр.
Силәбе фотографына бәхет йылмайған, тип әйтергә мөмкин. Ә һеҙ, гәзит уҡыусылар, һирәк осраған хайуандарға йәки ҡоштарға юлыҡҡанығыҙ бар?

Айгөл ХӘМИТОВА, Сибай ҡалаһы:
– 2012 йылдың август айында саҡырылмаған төнгө ҡунаҡ – ярғанат тәҙрәнән килеп инде. Компьютер артында ултыра инем. Бер мәл тәҙрә пәрҙәһенең ҡыштырлауы иғтибар­ҙы йәлеп итте. Шунан һуң иҙәнгә, фырылдап, әсе итеп һыҙғырып, имәнес йөҙлө хайуан килеп төштө һәм бүлмәлә оса башланы. Мин ҡысҡырып, үҙем дә һиҙмәҫтән, аш-һыу бүлмәһенә инеп бикләндем. Ҡустым өйҙән ҡасып сығып китте. Бер мәл ишек һәм иҙән араһына ярғанат ҡанатын тыға башланы. Шундағы ҡотом осоуы... Аҙаҡ уны, өҫтөнә сепрәк ҡаплап, көскә урамға сығарып ташланыҡ. Барыбер йоҡо йоҡо булманы, ҡустым урамда машинаһына бикләнеп төн уҙғарҙы.

Альбина ИЛЬЯСОВА, Көнбайыш Австралияның Перт ҡалаһы:
– Тәүҙә бында мин ҡара аҡҡош күрҙем. Аҡ төҫтәгегә өйрәнгәнгә күрә нисектер сәйер булды. Тора-бара өйрәндем.
Көнгөрәләр менән дә шундай хәл булды. Улар һыйыр һымаҡ – үлән ашай, кәүҙәләренең ҙурлығы ла шул сама, супермаркеттарҙа итен дә һаталар. Хайуандар ҡала урамдарында йөрөмәй, күбеһенсә ситтә күренә. Кавершам милли паркындағы көнгөрәләрҙе туристар өҙлөкһөҙ ашатып ҡотортҡан, улар кеше янына үҙҙәре килеп һорана.
Вомбат, валлаби кеүек йәнлектәр ҙә осрай. Улар Рәсәй халҡына экзотик булһа ла, бындағылар өсөн ғәҙәти күренеш.
Аделаида ҡалаһында бик ҡыҙыҡ күренешкә юлыҡтым. Урам буйлап барһам, мәктәп кеүек бина янында аҡ ҡайын үҫеп ултыра! Тирә-яғы кәртәләнгән, етмәһә, ағаста турғай һикерә. Бына миңә шул иң ҡыҙыҡлыһы булды.

Фаягөл ЮНЫСОВА, Мәскәү ҡалаһынан:
– Бала саҡта беҙгә – Хәйбулла районының Әбеш ауылына цирк килде. Миңә дүрт йәш самаһы булғандыр. Артистар үҙҙәре менән ҡулға өйрәтелгән маймыл һәм йылан алып килгәйне. Шул йылан ныҡ хәтерҙә ҡалды. Үҙе йыуан, үҙе һимеҙ – ҡот осҡос инде! Туҙбаш йыланды ғына күреп өйрәнгән ауыл балалары бигерәк ҡурҡты.
Фотоға ла төшөрҙөләр уның менән, мин яҡын да барманым. Ауыҙын ҙур асып, йотор һымаҡ тойолдо. Өҫтәүенә, саталы теле өҙлөкһөҙ сыға-кире инә. Шул саҡтан был йән эйәләрен яратмайым, ҡурҡыу тороп ҡалған.

Э. БУЛАТОВ яҙып алды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға