13.02.2015 Мөхәббәт һәм ғашиҡлыҡ
Ғашиҡтар көнө менән, дуҫтар! Ғашиҡлыҡ менән мөхәббәт араһында ер менән күк айырмаһы булһа ла, барыбер ул тойғо беҙҙең һәр беребеҙ өсөн кәрәкле, мөһим кеүек. Сөнки ғашиҡлыҡтан баш әйләнә, йәшәүе рәхәт булып китә, үҙеңде ниндәйҙер гүзәл бер донъяға барып сыҡҡандай хис итәһең. Ҡыҫҡаса әйткәндә, тойғолар яңырыуы кисерәһең. Ә мөхәббәт ул – башланғыстарҙың башланғысы, бар нәмәнең нигеҙе, унһыҙ донъя һанһыҙ. Бер ҙә тик ятмаған статистар ҙа иң яҡты, көслө ошо ике хис-тойғоно ситләтеп үтә алмай, уларҙы математика теленә күсереп, бына ни килтереп сығарған: баҡтиһәң, 1600 ғашиҡлыҡҡа ни бары бер генә мөхәббәт тура килә икән! Һәм һәр беребеҙ үҙ ғүмерендә уртаса алғанда ете тапҡыр ғашиҡ була. Ҡайһы берәүҙәр йыл һайын «ғүмерлеккә», «беренсе һәм һуңғы тапҡыр» ғашиҡ булһа, әйтәйек, тау-урман араһында йәшеренгән өс өйлөк ауылда йәшәүсенең бер тапҡыр ҙа был тойғоно кисермәүе бар. Ә кемгә ғашиҡ булһын – урмандағы айыуғамы? Шул уҡ ваҡытта уның йөрәгендә оло мөхәббәт йәшәүе ихтимал. Мәҫәлән, тыуған ергә. Эйе, эйе, ғашиҡлыҡ тик ике кеше араһында була, ә мөхәббәтте бер ҡалыпҡа һалырлыҡ түгел, ул төрлө-төрлө: тыуған илгә, ата-әсәгә, балаларға, сәнғәткә… Мине ғашиҡлыҡ ҡына кинәндермәй, мөхәббәт миңә «дауай», тиһәгеҙ, ғишыҡ уттарында янып, иҫерек йөрөгән саҡтан уҡ мөхәббәткә табан аҙым яһарға, йөрәктә тыуған тойғоно, көйәҙ гөлдө тәрбиәләгәндәй, бәпләп, иркәләп, һөйөп үҫтерергә кәрәк (ҡыҙыҡ килеп сыға – һөйөүҙе һөйөп кенә!). Башҡа юлы юҡ. Хәйер, ғашиҡлыҡ һирәк мөхәббәткә илтә, күбеһенсә илертә-илертә лә һүнә лә ҡуя. Ә мөхәббәт – рациональ, өлгөргән, тыныс тойғо – йөрәктә бер тыуһа, уны бер нисек тә ҡаҡшатып булмай. Ул бар һәм вәссәләм. Йөрәк туҡтаһа ла, ул тойғо юғалмай, йыһанға осалыр әле. Шуға ла йәрегеҙ, һөйәм, ғүмер буйы тик һине генә һөйәсәкмен, тип вәғәҙә биреп тә, ике-өс йылдан башҡаларға боролоп ҡарай икән, тимәк, уның йөрәгендә мөхәббәт булмаған. Уны ғәйепләргә ашыҡмағыҙ: мөхәббәт менән ғашиҡлыҡты йыш бутайҙар (беҙ барыбыҙ ҙа ябай бәндәләр бит). Тыумыштан ике тойғоно айыра торған детекторҙарыбыҙ булһа, айырылышыуҙар һаны ла күпкә кәм йәки бөтөнләй булмаҫ ине.
Мөхәббәт – ул тик ыңғай хистәр тыуҙырған көслө тойғо, ә ғашиҡлыҡта хис-тойғолар океандағы шторм һымаҡ ҡайнай, бахыр мәжнүнде бер сиктән икенсеһенә бәргесләй. Мөхәббәт һәр саҡ ике яҡлы, яуаплы тойғо, ә ғашиҡлыҡ мәлендә «Ромео» йә «Таһир» («Джульетта» йә «Зөһрә») яуапһыҙ ҙа ғишыҡ ялҡынында өтөлөп-ҡырыла. Тәү ҡараштан һеҙҙе кемдер яуһыҙ яуланы, теҙләндерҙе икән, тимәк, һеҙ ғашиҡлыҡ ауына барып ҡапҡанһығыҙ. Мөхәббәт улай тиҙ алданмай, уның күҙе тышҡы матурлыҡҡа алармай, ул яйлап үҫә, тәрәнәйә, көсәйә. Ул тәү сиратта аҡылға буйһона тиһәм, барыһы ла мине стенаға терәп атырмы икән? Хәйер, быны психологтар ҙа раҫлай. Уларҙың фекеренсә, мөхәббәттә аҡыллылыҡ бик мөһим урын биләй. Нисек кенә әйләндереп-тулғандырма, башһыҙлыҡ, бар йүгәндәрҙән ысҡыныу – ғашиҡлыҡ билдәһе, дуҫтар.
Мөхәббәт менән ғашиҡлыҡ араһында бына шундай айырмалар бар. Хәйер, был темаға яҙа башлаһаң, туҡтамайынса тотош трактат та ижад итергә мөмкин. Ләкин юлдар һаны иҫәпле генә бирелгән, шуға ла берәйһе, сафсата һата, тип тыймаҫ борон, фәлсәфәмде тамамлайым. Хәйер, көтөп тороғоҙ! Алтын туйҙарын билдәләгән парҙарҙы тәбрикләгәндә, бер юбилярҙан мөхәббәт тураһында фекерен һорағайным һәм бөгөн уның һөйләгәндәрен һеҙгә лә еткергем килә.
– Әллә инде, нимә икән ул мөхәббәт?.. Бабайым миңә яратмайынса өйләнде, туғандар димләп ҡуштылар ҙа ҡуйҙылар, – тигәйне, яулыҡ осо менән ауыҙын ҡаплап көлөп, оло йәштәге әбей. – Ул саҡта бабай түгел, инде лә һөйкөмлө йәш егет ине. Мин дә ятып ҡалғандарҙан түгел, ауылдың иң уңған ҡыҙҙарының береһе. Йәш кейәүем тәүге көндө үк, мин һине эшкә шәп булғаның өсөн алдым, ҡара уны, һынатма, тип бармаҡ менән янап ҡуйҙы. Һыната торғаным бармы, донъя көтөргә ике ҡуллап йәбештем! Беҙгә, йәш ғаиләгә, ҡәйнәм кескәй аласыҡ бирҙе. Йәнәһе лә, йәштәрҙең эше башҡа, айырым тороғоҙ (өй тулы ваҡ бала-саға булғанға шулайтҡандыр). Шул аласыҡты тышынан тал менән үреп, ҡат-ҡат тиҙәк менән һылап, ипкә индерҙек тә, йәшәп тә киттек. Бер-бер артлы тупылдатып балалар таптым. Ул саҡта бала алдырыу тураһында уйға ла инмәне, ингән хәлдә лә, бармаҫ инем – эсеңдә яралған йәнде нисек йәлләмәй тураҡлатаһың?! Бабайым – һәйбәт холоҡло, тырыш кеше, колхозда гел алдынғылар сафында булды. Бер заман уны үрләттеләр, ә түрә эшендә табындар күбәйҙе, эске, кәйеф-сафа ҡороу башланды. Ҡайҙа эскелек, шунда аҙғынлыҡ та. Минең бабайҙың да сыуалыуы тураһындағы хәбәрҙе түкмәй-сәсмәй, бәлки, киреһенсә, арттырып, ҡолағыма еткерҙеләр. Бер ни белмәмешкә һалыштым. Туламаным. Кем хаталанмай, тип хәлде үҙ яйына ҡуйҙым. Тик бер ныҡ һуңлап ҡайтҡанында, яңылыштан ситтә бала яһап ҡуйһаң, китерһең, фатихамды бирәм, тинем. Асҡан ауыҙын яба алмай шаҡ ҡатты. Шунан, һин мине тамсы ла яратмайһыңмы әллә, тип һораны. Тауышы ҡалтырап китте үҙенең. Яратам, яратҡанға ебәрәм, тотмайым, тинем. Быны әйтеүе еңел түгел ине, әммә үҙемдә көс таптым. Бер һүҙ ҙә өндәшмәне, өтөп кенә ҡараны ла, сығып китте. Әллә һөйәркәһенә киттеме икән, тип, иламаҫ өсөн тешемде ҡыҫып, йоҡларға яттым. Тәмәке көйрәтергә сыҡҡан икән. Байтаҡ тышта ултырып, яныма инеп ятты. Ғәйебен дә танманы, кисереү ҙә һораманы. Ныҡ итеп ҡосаҡлап үҙенә ҡыҫты, сәсемдән яндырып үпте – шул ғына. Ләкин ошонан һуң араларыбыҙ нисектер айырата эҫенгәндәй тойолдо. Артабан гөрләтеп йәшәп киттек. Башҡаса сыуалып, исемен һатып йөрөмәне. Һауыт-һаба шалтырамай тормай, уныһы ла булды, әммә эште олоға ебәрмәй, икебеҙ ҙә мәлендә туҡтай белдек. Ул һаманғаса мине бар ауырлыҡтарҙан ҡурсаларға тырыша, ә мин уға өйҙә рәхәт булһын өсөн ынтылам. Балаларыбыҙға, ейәндәребеҙгә ҡыуанып йәшәп ятабыҙ. Бар ғүмеребеҙ шул инде. Арабыҙҙа мөхәббәт бармы-юҡмы икән, үҙең ҡара…
Уға һоҡланып ҡарап, ышаныслы рәүештә, әлбиттә, мөхәббәт бар, тигәйнем, әбей күҙҙәренән нурҙар сәсеп көлөп ебәргән булды: «Мин дә үҙемсә, барҙыр, тип уйлайым ул».
Осрашыуыбыҙҙан һуң ике-өс йыл да үтмәне, көләкәс әбей кинәт кенә вафат булды. Хатта ла ныҡ баҫып йөрөгән бабайы ул киткәс аҙна ла йәшәмәне – әбейе артынан мәңгелеккә юлланды. Яңылыш яҙҙым, әбейе артынан түгел, һөйгәне артынан китте.
…Мин уларға бөтөнләй ят кеше. Әммә мөхәббәттәре минең дә күңелемде яҡтыртҡайны.