«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Һалдаттарҙың үлеме һағайта



13.02.2015 Һалдаттарҙың үлеме һағайта

Һалдаттарҙың  үлеме һағайта Ошо көндәрҙә Балтик флотында хеҙмәт иткән Ейәнсура районының Үтәғол ауылы егете Айҙар Дәү­ләтбәковты ерләнеләр. Матрос ике ай ғына хеҙмәт итеп өлгөрә. Үлер алдынан дүрт сәғәт элек бер туған апаһына шылтырата, посылка һалыу­ҙарын үтенә. Шул уҡ көндө частан егеттең үҙ-үҙенә ҡул һалыуы хаҡында хәбәр итәләр.
«Хеҙмәт итә башлағас, атай менән әсәйгә, «дедовщина» бар бында, тип зарланғайны. Һуңынан, барыһы ла һәйбәт, өйрәндем, тигәс, беҙ ҙә тынысландыҡ. Барғас та гайморит менән сирләгән. Ике аҙна температура менән ятҡас ҡына госпиталгә һалғандар. Табип­тарға, өс көн генә температурам бул­ды, тип әйтергә ҡушҡандар. Посылка ме­нән танауына һалырға дарыуҙар, эске кейем, ҡырыныу әйберҙәре һораны. Ашау яғы наҡыҫ булыуына зарланды. Хатта иҫке кейемдәрҙә йөрөгән. Ҡустыбыҙ Ишембайҙа нефть колледжында уҡыған еренән ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсеп, тиңдәштәремдән ҡалмайым, эшкә урынлашҡанда һәр ваҡыт хәрби билет кәрәк, тип хәрби хеҙмәткә китте», – тип һөйләй егеттең бер туған апаһы Элиза Дәүләтбәкова.
– Беҙ ғаиләлә дүрт малай, бер ҡыҙ үҫ­тек. Ҡустыбыҙ эш һөйөүсән, кешеләр менән еңел аралашҡан, тыныс холоҡло егет ине. Армияға тиклем Се­берҙә, Мәскәүҙә насар шарттар булған эштәр­ҙә лә эшләп ҡайтты. Ауырлыҡтар уны ҡурҡытманы. Үҙ-үҙенә ҡул һалыуына ышанмайбыҙ, – ти ул.
Айҙарҙы оҙатып килеүсе хәрбиҙәр, Дәүләтбәковтарҙың ғаиләһенән ғәфү ҙә үтенмәй, табутты ҡалдыра ла ҡайтып китә. Часть командирҙарынан да бер ниндәй ҙә ҡайғы уртаҡлашыу булмай. Матрос Айҙар Дәүләтбәковтың үлеме буйынса әле енәйәт эше ҡуҙғатылған.
«Дедовщина»ны беҙ ҙә күрҙек, әммә сыҙаныҡ», – тип, әрме һурпаһын таты­ғандар был хәлде егеттәрҙең йомшаҡ холҡона япһарһа ла, әгәр ҙә часта командирҙар тарафынан тәртип булһа, һалдаттарҙың үлем осраҡтарына юл ҡуйылмаҫ та ине. Һәр хәлдә, хәрбиҙәр­ҙең үҙенә ҡул һалыуы Ҡораллы Көс­тәрҙең абруйын биҙәмәй.
Хәрби хеҙмәтенән һуң Алтай крайының Алейск ҡалаһында контракт буйынса хеҙмәт итергә ҡалған Салауат райо­нының Мөрсәлим ауылынан Илья Кудрявцевтың серле үлеме лә аптырата. Ғинуар аҙағында егеттең ата-әсәһенә уның аҫылынып үлеүе тураһында хәбәр итәләр. Һалдат бер ҡасан да хәрби хеҙмәтенә зарланмай. Әсәһенең әйтеүенсә, уны ныҡ ҡына туҡмағандар. Ильяның тәнендә күгәргән урындар күп, бер ҡулы, танауы һынған. Инде бер йыл хеҙмәт итеп тәжрибә туплаған егеттең кемдәр менән конфликтҡа инеүе мөмкин һуң?
Башҡортостан хәрби комиссариаты мәғлүмәттәре буйынса, хәрби бурысын үтәгәндә былтыр беҙҙең республиканан әрмелә биш кеше һәләк булған. 2013 йылда ете егеттең ғүмере өҙөлһә, 2012 йылда өс кеше үҙ-үҙенә ҡул һалған.
Ата-әсәләр, улдарығыҙҙы әрмегә ебәрер алдынан, часта мәсхәрәләүҙәр­ҙән түҙерлек булмаһа, хәрби прокуратураға мөрәжәт итеп булғанлығын аңлатығыҙ.

З. ХӘСӘНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға