«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » ОҘАҠЛАМАЙ ҠАЙТАМ, КӨТӨГӨҘ!



13.02.2015 ОҘАҠЛАМАЙ ҠАЙТАМ, КӨТӨГӨҘ!

Афған һуғышында ҡорбан булып, тыуған йортона цинк табутта ҡайтҡан Рауил Мөҙәрисовты ерләгәс, иҫән сағында туғандарына яҙған һуңғы хаты килеп етә.


Әлшәй районының Себенле ауылындағы әллә ни ҙур булмаған ағас йорт. Ә унда өҫтәл артына бар ғаилә – атай, әсәй, өләсәй һәм алты бала йыйылған. Тәмле итеп киске аш ашайҙар. Йәйге оҙон көн буйына эш менән мәшғүл булғанлыҡтан, ныҡ арыһалар ҙа, күңелдәре күтәренке улар­ҙың. Рауил да ошо ғаиләлә тыуған бәхетле балаларҙың береһе. Ата-әсәһе Фәнүзә һәм Исмәғил Мөҙәри­совтарға оҡшап, бәлә­кәй­ҙән тырыш, ныҡышмал, ке­шелекле, ярҙамсыл булып үҫеп килә ул. Ә бына намыҫлы, тәүфиҡлы, изгелекле булыуы өләсәһе тәрбиәһенән киләлер. Үҙ­ҙәре ме­нән бергә йәшәгән Хә­ҙисә инәй Рауилды ғына түгел, Рауза, Гөлнур, Люциә, Лилиә, Ра­ма­ҙанды ла тик яҡшылыҡҡа ғына өйрәтә.
Бына шундай ғаиләлә тыуып үҫкән ябай ғына егет ул Рауил. Әммә яҙмышы һис кенә лә ябай түгел... Илебеҙ тарихында ҡанлы эҙ ҡалдырған афған һуғышы ҡорбаны ул.


ОҘАҠЛАМАЙ ҠАЙТАМ, КӨТӨГӨҘ!ОҘАҠЛАМАЙ ҠАЙТАМ, КӨТӨГӨҘ!1961 йылдың 1 июнендә, Мөҙә­ри­сов­тарҙың дүртенсе балаһы булып, донъяға килә малай. Ата-әсә сабыйының беренсе йылмайыуын, тәүге тапҡыр тәпәй баҫып атлап китеүен, теле асылыуын шатланып көтөп ала. Уның бары тик бәхетле булыуын ғына теләйҙәр. Яҡындарының яҡшы тәрбиәһен алған Рауил аҡыллы, итәғәтле, уңған булып үҫеп етә. Мәктәптә лә һәйбәт уҡый. Математика, тарих дәрестәре менән ҡыҙыҡһына. Бә­ләкәйҙән хеҙмәт һөйөп, эшкә өйрәнеп үҫә, ҡул араһына ла иртә инә. Атаһы көн буйына колхоз эшенән бушай алмағас, йорт-ҡура эштәре, мал ҡарау һәр саҡ уның өҫтөндә була тиерлек. Рауил бигерәк тә ат ярата ине, тип хәтерләй уны туғандары. Бәлки, шуғалыр ҙа мәктәпте тамамлағас, тура Аксен ауыл хужалығы техникумына юллана, зоотехник һөнәрен үҙләштерә. Бәләкәйҙән үҙаллылыҡҡа өйрәнгән егет техникумда уҡыған йылдарында үҙ йүнен үҙе күрергә тырыша. Ата-әсәһенә ауырлыҡ тыуҙырмай, буш ваҡытында эшләп, аҡса таба.

Рауил 1980 йылда, дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып, ҡулына диплом ала. Әммә һайлаған һөнәре буйынса эшләп өлгөрмәй, әрме хеҙмәтенә алалар. Яҡын кешеңде ҡайҙалыр оҙатыу, айырылыу минуттары һәр беребеҙ өсөн бик ауыр. Мөҙәрисовтарға ла ғәзиздәрен оҙатыу еңелдән булмай, бигерәк тә Фәнүзә апай хафалана. Әсә йөрәге, бәлки, алдан барыһын да һиҙгәндер ҙә. Әммә егет кеше ил алдындағы бурысын үтәргә тейеш. Уларға Хоҙайҙан бары Рауилдың иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуын теләргә генә ҡала.

Башҡортостандың төрлө төбәктәренән йыйылған йөҙ егетте поезд алыҫ Ашхабад яҡтарына алып китә. Рауил ярты йыл бында «учебка»ла була. Алыҫ араны яҡынайтып, хаттар йөрөй. Егет туғандарына, яҡындарына йылы йөкмәткеле хаттар яҙа, уның өсөн ҡайғырмауҙарын һорай. Техникумда хәрби әҙерлек курсын үткәнлектән, һалдат тормошона өйрәнеп китеүе әллә ни ауырлыҡ тыуҙырмай. БМП машинаһының төҙөлөшөн, эшләү ысулдарын ентекле өй­рәтәләр. Һәр эш­тә ҙур яуаплылыҡ тойоп, ентекләп башҡарырға ярат­ҡан намыҫлы егет биш айҙан кесе сержант булып ки­тә, үҙен БМП ко­ман­диры итеп тәғәйенләйҙәр. Тиҙҙән һалдаттар Афғанстандағы Ҡондоҙ ҡалаһына күсерелә. Был хаҡта хатында яҙа ул: «Һау­мыһығыҙ, инәй, атай, нәнәй, апайҙарым һәм туғандарым!
Был хатты юлдан яҙам. Әле беҙ Чарджоу станцияһындабыҙ. Кисә Ашха­бадтан поезға тейәп алып килделәр. Беҙҙе Афғанстандың Ҡондоҙ ҡалаһына күсерәләр. Хәлем һәйбәт, сирләмәйем. Барып урынлашҡас та яҙырға тырышырмын. Унан хаттар оҙаҡ йөрөй, тиҙәр. Шуға ла хатым юҡ тип ҡай­ғырмағыҙ. Бө­тә­һенә лә минән күп сә­ләм! Сәләм менән Рауил. 19.11.80».


Ата-әсә улдарының тыныс булмаған илдә хеҙмәт итеүенә ныҡ борсола. Хо­ҙайҙан һәр саҡ уның имен йөрөүен ялбаралар. Рауилдан килгән һәр хат улар өсөн йәшәү мәғәнәһенә әйләнә.

ОҘАҠЛАМАЙ ҠАЙТАМ, КӨТӨГӨҘ!Бер-бер артлы көндәр, айҙар үтә. Бы­уындары нығынып та өлгөрмәгән йәш егеттәр һаман да ут эсендә. Күпме ғүмере өҙөлә, яҙмыштар емерелә, әммә мәғәнәһеҙ ҡан ҡойоштоң осо-ҡырыйы күренмәй. Һәр эште етди уйлап башҡарған Рауил Мө­ҙәрисов бик күп ҡатмарлы операцияларҙа ҡатнаша. Контузия алып, госпиталдә лә ятып сыға. Әммә һалдат бурысын намыҫлы үтәй.

1981 йылдың ноябре аҙағында сержантты взвод командиры үҙенә саҡырта. Рауил блиндажға ингәс, ҡулына ҡағыҙ бите тотоп ултыр­ған командирының ҡарашынан уҡ мө­һим хәл булғанын аңлай. Йөрәге лә, нимәлер һиҙенгәндәй, семетеп ала. Командир ҡәҙерле кешеһенең – әсәһенең үлем хәбәрен еткерә уға. Был ҡайғылы хәбәргә егет ышаныр­ға теләмәй. Яңылыш булыуы мөмкин дә инде, тип үҙен тынысландырырға тырыша. Әсәһен ҡабат күрә алмаясағын күҙ алдына ла килтермәй. Уға ваҡытһыҙ вафат булған әсәһен һуңғы юлға оҙатырға ла насип булмай. Алыҫ Афғанстандан ҡайтып етеүе, ай-һай, еңелдән түгел шул. Рауил декабрь аҙағында ғына тыуған яҡтарына ҡыҫҡа ваҡытлы ялға юллана. Юл ғазабы – гүр ғазабы, тигәндәй, күп ҡаршылыҡ аша үтеп ҡайтып етергә тура килә. Әммә ауырлыҡтарға тешен ҡыҫып түҙергә өйрәнгән сержант тыуған йортона ҡайтып еткәс тә был хаҡта аҙ ғына ла һүҙ ҡуҙғатмай. Рауил үҙенең имен йөрөп ҡайтыуын теләп оҙатып ҡалған әсәһенең хәҙер инде яҡты донъяла булмауын, улын ҡар­шы алмауын, башҡаса аҡыллы кә­ңәштәрен бирә алмауын уйлап, ныҡ ҡайғыра, туғандарының да нисектер етемһерәп ҡалғанын тоя. Атаһы менән өләсәһенең янында булыуы ғына артабан йәшәргә көс биргәндәй була. Әсәһенең ҡәберенә ба­рып, зыярат ҡылғас, күңеле бер аҙ тынысланһа ла, тормоштоң шул тиклем рәхимһеҙ булыуына йөрәге әрней егеттең. Яңы йылды туғандары, дуҫтары менән бергә ҡаршылай. Ҡайғы яңғыҙ йөрөмәй, тигәндәре дөрөҫтөр инде. Яңы ғына оло юғалтыу кисергән Мөҙәрисовтарға яҙ­мыш тағы ла ҡатыраҡ һынау әҙерләй. Ҡатыны үлгәндән һуң бик бөтөрөнгән Исмәғил ағай ҙа ҡапыл ғына яҡты донъя менән хушлаша. Афғанстандан әсәһенең ҡәберен булһа ла күрергә тип ҡайтып еткән Рауилға атаһын да ер ҡуйынына һалып китергә тура килә. Мөҙәрисовтар ҡәҙерле кешеләренең бер-бер артлы мәрхүм булыуын бик ауыр кисерә.

– Бер ҡайғынан арынып та өлгөрмәгәйнек, икенсеһе ишек ҡаҡты. Әле уйлайым да, ул ваҡытта йөрәктәребеҙ нисек кенә түҙгәндер, тим. Күҙ йәшебеҙ аҙ түгелмәне. Яҡын кешеләреңде юғалтыу ныҡ ауыр бит ул. Исмаһам, Рауилдың хеҙмәт бурысын лайыҡлы тултырып ҡайтыуын да күрергә насип булманы бит үҙҙәренә. Ярай, беҙ, ҡыҙҙар, үҫеп буй еткергәнбеҙ тигәндәй, иң төпсөк ҡустыбыҙ Рамаҙан ни бары ун өс кенә йәшлек ине бит. Әлдә генә шул саҡта яныбыҙҙа өләсәйебеҙ булды, уға рәхмәтлебеҙ, – тип ул йылдарҙы хәтерләй Рауилдың бер туған апаһы Люциә Исмәғил ҡыҙы.

70 йәшлек өләсәй һәм бәләкәй Рамаҙан менән генә йорттары етем­һерәп ҡала... Рауил мал-тыуарға бе­сән-һалам йүнәтеп, ҡәҙерле кешеләрен йыуатып, зыяратҡа барып, һуңғы тапҡыр ата-әсәһе менән хушлашҡандан һуң кире Афғанстанға юл тота.

Ә бит уға бөтөнләйгә ҡалырға була ине. «Унда мине дуҫтарым көтә», – тип йөрәге, намыҫы ҡушыуы буйынса хеҙмәт итеп бө­төрөргә ҡарар итә. Сөнки ҡайтырға ла күп ҡалмаған бит. Ротала сержанттың ҙур ҡайғыһы тураһында беләләр, һәр ҡайһыһы үҙенсә ҡайғы ур­таҡла­шыр­­ға, яр­ҙам итер­гә ты­рыша. Нисек ке­нә ҡыйын булһа ла, көслө ихтыярлы, түҙемле башҡорт егете бирешмәй, үҙен ысын баһадир­ҙарса тота. Ва­танды һаҡлаусылар көнөндә үҙенә өлкән сержант дәрәжәһен дә бирәләр.

1982 йылдың 15 марты. Тағы ла хәрби задание, хәрби йөктө ҡаршыларға кәрәк. Рауилды был юлы азат итеүҙәренә ҡарамаҫтан: «Һуңғы тапҡыр үҙемә рөхсәт итегеҙ!» – тип, уны ал­маштырған командирҙы этеп, БМП-ға үҙе һикереп менә. 071-се номерлы хәрби машина Ҡондоҙҙан Файзабадҡа колоннаны оҙатып бара. Юлдарға миналар ҡуйылған, засадалар урынлаштырылған. Шул саҡ колонна туҡтап ҡала, трассала ниҙер булған... Күп уйлап торорға ваҡыт юҡ, алға үтергә, колоннаны ут менән ҡаплар­ға, йәки юлды азат итергә кәрәк. БМП урап үтер өсөн уңға борола бирә һәм шул саҡ ҡолаҡ тондорғос шартлау... Һуңғы хәрби задание бына шулай бик аяныслы тамамлана. Тыуған яҡтарына ҡайтырға һанаулы ғына көндәр ҡалғас, сит-ят ерҙә, һуғыш яланында уйламағанда ҡорбан була Рауил Исмәғил улы. Уның менән бергә Ҡырмыҫҡалы егете Мәсхүт Әбсәләмовтың да ғүмере өҙөлә.

Күптән түгел генә ата-әсәһен юғалтҡан Мөҙәрисов­тар­ға Рауилдың да үлем хәбәрен ишетеү аяҙ көндө йәшен атҡандай тәьҫир итә. Нисек инде улай? Хеҙмәтен тултырып ҡайтырға ни бары ай ярым ғына ваҡыт ҡалғайны бит! Туғандар был ҡайғылы хәбәргә ышанырға ла теләмәй. Әммә ун биш көндән Рауилдың үле кәүҙәһе һалынған цинк табут тыуған йортҡа ҡайтарып еткерелә.

– Рауилдың үлеме беҙҙең өсөн генә түгел, бөтә ауылға оло ҡайғы булды. Беҙ уны хеҙмәт итеп ҡайтһын тип оҙатҡайныҡ бит. Хоҙай ниңә ғүмер бирмәне икән? Ни бары 20 генә йәш ине бит үҙенә. Тормошҡа ашмаған күпме хыялы ҡалды, типһә – тимер өҙөрлөк сағында ҡара гүргә инеп ят инде. Ҡыҫҡа ғына ғүмерендә күпме ҡайғы күрергә өлгөрҙө. Әммә бирешмәне, ныҡ булды. Үҙ йәшенән алда өлкәнәйҙе ул. Күрәһең, ҡайғы кешене шулай итәлер. «Ҡыҙыу нөктә»лә хеҙмәт итеүе лә бөтөнләй үҙгәртте. Һәр һынауҙы еңеп сыға белә ине, яуаплылығын, намыҫлы булыуын әйтеп тораһы ла түгел. Ошо һыҙаттары ғына харап итте инде ҡустымды тип уйлайым хәҙер. Отпускыға ҡайт­ҡан мәлендә лә тороп ҡалырға мөмкинлек бар ине бит. Күпме генә өгөтләһәк тә, ризалашманы. Дуҫтарым менән бергә хеҙмәтемде тултырып ҡайтам, тип ныҡышып, яңынан китте. Хәрби заданиеға барғанда ла үҙе һорап киткән. Үлемде үҙе һорап алған кеүек... Һуңғы тапҡыр рөхсәт итегеҙ, тип әйткән сағында бөтөнләйгә һуңғыһы булырын белгән булһа икән ул. Яҙмыш үҙенсә хәл итә шул, – тип күҙ йәштәрен һөрттө, оҙаҡ йылдар почта мөдире булып эшләп, әле хаҡлы ялдағы бер туған апаһы Рауза Муллағәлиева. Һүҙгә Люциә апаһы ла ҡушылды: «Шуныһы тетрәндергес: Рауилды ҡара ер ҡуйынына һалыуыбыҙға бер нисә көн үткәс, иҫән сағында яҙған һуңғы хаты килеп етте. Асыҡ яраға тоҙ һиптеләрме ни?! Шул мәлдә ниҙәр кисереүебеҙҙе һүҙ менән генә аңлатып биреү мөмкин дә түгел. Ҡустымдың һуңғы хатын һаман да ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ. Һеҙгә лә күрһәтәйем әле.

«Талукандан күп сәләм!
Һаумыһығыҙ, Рамаҙан, Гөлнур туғандарым. Нәнәйемә, Рауза апайыма, уның ғаиләһенә күп сәләм!
Бөгөн 10 март, һеҙгә хат яҙырға булдым. Әле Талукандабыҙ. Бер-ике көндән беҙҙе Ҡондоҙға күсерәләр, әҙерлек эштәре бөттө.
Көндәр йылы тора, үлән күренә башланы. Оҙаҡламай ағастар ҙа япраҡ ярыр инде.
16 көндән приказ сыға, Алла бирһә, ҡайтып етермен. Үҙегеҙ нисек йәшәйһегеҙ? Нәнәйем сирләмәйме? Малдарға бесән етәме? Көндәр, исмаһам, йылытамы? Атайымдың ҡырҡ көнөн үткәрҙегеҙме? Мин ҡайтҡансы түҙергә тырышығыҙ инде. Оҙаҡламай ҡайтып етермен. Һау булығыҙ! Сәләм менән Рауил ағайығыҙ. 10 март, 1982 йыл».


«Оҙаҡламай ҡайтып етермен...». Был һүҙҙәр яҡындарының йөрәгенә утлы бысаҡ ҡаҙағандай тәьҫир итә. Эйе, ҡайта ул. Ләкин цинк табутта ҡайтырға насип була уға... Ата-әсәһе менән дә тик зыяратта осраша.

Совет ғәскәрҙәрен Афғанстан еренән сығарыуға быйыл 26 йыл. Рауил Мөҙәрисовтың да ер ҡуйынына инеп ятыуына 33 йыл тула. Ваҡыт – дауа, тиҙәр. Туғандарының йөрәк яралары баҫылһа ла, күңелдәре һаман да ғәзиз ҡустыларын көткәндәй.

– Ҡустымды юҡһыныу тойғоһо йөрәктән мәңге китмәй, бына-бына ҡайтып инер төҫлө. Иҫән булһа, 53 йәштә булыр ине. Әммә минең өсөн ул мәңгелеккә 20 йәшлек егет булып ҡалды. Ауыр тупрағы еңел булып, тыныс йоҡлаһын инде ҡәҙерлебеҙ, – ти апаһы Люциә Миңлебаева.

Үлгәндән һуң Ҡыҙыл йондоҙ ордены һәм «Мәрхәмәтле афған халҡынан» миҙалы менән бүләкләнгән яугир-интернационалистың яҡты иҫтәлеген ауылдаштары онотмай, уның исеме йөрәктәрҙә мәңге йәшәй. Туған мәктәбенә уның хөрмәтенә таҡтаташ ҡуйылған. Белем усағындағы музейҙа уға арналған мөйөш бар. Хатта Рауил Мөҙәрисов исемен йөрөткән пионер отряды эшләй. Батыр ауылдашының ҡәберен тәрбиәләү ҙә уларҙың иңендә. Мәктәптә лә әленән-әле һалдат иҫтәлегенә арналған саралар, хәтер кисәләре ойошторолоп тора. Тыуған йорто урынлашҡан урамға уның исеме бирелгән. Ҡасандыр белем алған Аксен ауыл хужалығы техникумында ла Рауил Мөҙәрисовтың исемен мәңгеләштереү маҡсатында музей асҡандар. Шуныһын да әйтеп үтергә кәрәк: музей Рауил йәшәгән ятаҡ бүлмәһендә урынлашҡан. Үҙе афған һуғышында ҡатнашҡан Р. Мир­хәйҙәров, күргәндәренә таянып, яугирҙың хаттарын, документтарын ҡулланып, Рауил Мөҙә­ри­совтың тормош юлы хаҡында «Идущие полем» исемле китап баҫтырып сығарған. Быларҙың барыһы ла батыр рухының мәңге тере булыуын тағы ла бер тапҡыр иҫбатлай.

Ҡәһәрле афған һуғышында ҡорбан булған яҡташтарыбыҙҙы онотор­ға хаҡыбыҙ юҡ. Әлшәй районының Себенле ауылы егете Рауил Исмәғил улы Мөҙәрисовтың да исеме яҡташтарының йөрәгендә мәңге һаҡланыр.

Юлиә ӘХМӘТЙӘНОВА.
Өфө ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға