22.01.2015 Йәшәргә
…Һеңлем, һул ҡабырғам ауырта, тип зарланғас, икәүләп поликлиникаға киттек. Ашҡаҙан аҫты биҙе шешкән, ахыры, тип, табип төрлө дарыуҙар яҙып ҡайтарҙы. Бер аҙналай ваҡыт үткәс, йома көнө һеңлем телефондан шылтыратты: «Мине дауаханаға алып бара алмаҫһыңмы? Һыҙланам, түҙер әмәл юҡ…» Уның илап ебәргәнен ишетеп, аяҡ аҫтынан ер уйылып киткәндәй тойолдо. Һеңлемдең бәләкәйҙән һыҙланыу-ауыртыуҙарҙы батырҙарса күтәреүен, һис бер ҡасан иламағанын белгәнгә күрә ныҡ ҡыйын булды… Баҡтиһәң, ул кеше күтәргеһеҙ ауыртыуҙарға айҙан ашыу түҙеп йөрөгән… Дежур терапевт, ҡырҡҡа бөгөлгән һеңлемдең хәлен бер ҡараштан аңлап, шунда уҡ уколдар яһаттырҙы, ауыртыуҙы баҫа торған дарыуға рецепт яҙҙы. Тик уны дарыухананан алыр өсөн поликлиниканың мисәттәре кәрәк ине, ә сәғәт киске ете, эш көнө бөткән… Күршем Әнүзә ҡотҡарҙы – мәрхүм ағаһынан тороп ҡалған дарыуҙарҙы бирҙе. Уларҙы алғас, ауылға ҡайттыҡ. Һеңлемә дарыуҙар ярҙам итмәне, уларҙың тәьҫире бер сәғәткә лә етмәне. Төнө буйы сүкәйеп ыңғырашып ултырған туғаным таңға ҡарай йоҡлап китте, ә мин эшем буйынса йүгерҙем. Эштә саҡта ул шылтыратты. Мин трубканы алманым – эш мәлендә ҡаңғыртҡандарын яратмайым. Бер аҙҙан икенсе һеңлемдән смс-хәбәр килде: «Ә.-нең хәле ауырлашты, ҡайт». Йәнем көйөп яуапланым: «Мин табипмы һеҙгә, ни эшләй алам һуң?! «Тиҙ ярҙам» саҡыртығыҙ» (шул һүҙҙәрем өсөн аҙаҡ нисек үкенеремде белһәм…). Шулай ҙа ҡайтып килергә булдым. Аҡ ҡағыҙҙан да ағыраҡ бите буйлап күҙ йәштәре аҡҡан Ә.-не күреп, баяғы һүҙҙәрем өсөн үҙемде эстән ҡырҡҡа телдем… Уколдарҙы ҡаҙағас, уны машинаға ултыртып, «Тиҙ ярҙам»ға ҡаршы елдерҙем. Фельдшерҙарҙы ярты юлда осраттыҡ. Хәлде аңлатып биргәс, йәшерәге укол ҡаҙарға һеңлемде машина эсенә саҡырҙы, ә олораҡ ҡатын, уны дауаханаға алып барыуҙан фәтүә юҡ, барыбер кире ҡайтарасаҡтар, тине: «Минең баштан үтте инде бындай хәл, әсәйем рактан үлде…» Таныш табипҡа шылтыратып, уның аша һеңлемде дауаханаға һалдырырға һөйләшкәс, «Тиҙ ярҙам» яй барыр тип, Белоретҡа үҙем алып киттем – осоп тигәндәй барҙыҡ, тәгәрмәстәр ергә лә теймәне. Ә.-не дауаханаға һалғас, табиптар хәлен мотлаҡ еңеләйтер, тигән уйҙа кире ҡайттым. Аҙаҡ уға шылтыратҡас, трубканы алманы. Смс-хәбәрҙәргә генә, ҡайғырма, барыһы ла яҡшы, тигән яуап килде. Дүшәмбе көндө дауаханаға барһам, һеңлем менән бер палатала ятҡан ҡатындар, һеңлең килгәндән бирле йоҡлай ҙа, ашай ҙа, ята ла, ултыра ла алмай, көнө, төнө буйы һыҙлана, табиптар берәй нәмә эшләһен, тип ҡаршыланы. Ә.-нең әйтеүенсә, препараттар ауыртыуҙы бер-ике генә сәғәткә баҫа икән. Йышыраҡ эшләүҙәрен һорарға уңайһыҙланған (һеңлемдең шул тыйнаҡлығы…). Һыҙланыуҙан күҙҙәре төпкә батҡан, ябыҡҡан һеңлем, нишләп химия терапияһы эшләмәй, һуҙалар икән, исмаһам, үпкәмдәге һыуҙы алһындар ине, ятып ял итер инем, тигәс, табипҡа барҙым. Беҙ бер нисек тә ярҙам итә алмайбыҙ, хәлдән килгәнде эшләйбеҙ, ләкин һуң килтергәнһегеҙ, тип ҡулдарын йәйҙе онколог: «Бик-бик һуң…» Ул уратып-суратып торманы, хәл нисек бар, шулай тасуирланы. Аяуһыҙ һүҙҙәрҙе ишеткәс, күҙ йәшенә батып, кабинеттан иҫерек һымаҡ айҡала-сайҡала килеп сыҡтым, коридорҙың арғы осона йүнәлдем: «Юҡ-юҡ, был алдаҡ… Ышанмайым…» Көскә үҙемде ҡулға алып, һеңлем ятҡан палатаға индем. Ул мөлдөрәп миңә ҡараны. «Һин бит ашамайһың, шуға анализдарың насар. Анализдарың алама булғас, «химия» эшләй алмайҙар. Ашай башлаһаң, эшләйәсәкбеҙ, тинеләр», – күҙ ҙә йоммай ышаныслы рәүештә алданым. Һеңлем, һыу эсһәм дә яман ныҡ ҡоҫтора ла ул, шулай булһа ла, ашарға тырышырмын, тип өмөтләнеп ҡалды. Иремдең кәңәше буйынса, Ә.-не хосписҡа алып барырға ниәтләнек. Табиптың шаңҡытҡыс һүҙҙәре ҡолаҡта яңғырап тик торҙо, шуға ла нисек ҡалабыҙға ҡайтып еткәнемде, нисек поликлиниканан хосписҡа йүнәлтмә алғанымды хәтерләмәйем. Йүнәлтмәне апайыма тапшырғас, иҙән уртаһында бөгәрләнеп бер тәүлек тиерлек иҫһеҙ яттым... Юҡ, беҙ бирешмәйбеҙ, беҙ һине тартып сығарабыҙ, тип килеп торҙом: «Беҙ бит күмәк, табиптар, көслө дарыуҙар ҙа беҙҙең яҡта, ә сир бер үҙе генә. Беҙ еңәбеҙ!».
Һеңлем шул көндө телефондан: «Хәлем шулай уҡ мөшкөлмө ни? – тип хәлһеҙ генә һораны. – Хосписҡа йүнәлмәй торған ауырыуҙарҙы алып баралар бит». «Юҡсы, унда төрлө сирлеләр ҙә ята. Һинең ауыртыуыңды дауаханала баҫа алманылар, ә хосписта мотлаҡ ярҙам итәсәктәр», – тинем. Үҙем дә шул һүҙҙәргә ышандым.
Асҡар үҙәк район дауаханаһының паллиатив ярҙам бүлеге мөдире Хәлиҙә Ғәйфуллина апайымдарға, һуң килтергәнһегеҙ, шулай ҙа ярҙам итеп ҡарайыҡ, тигән. Бер-ике көндән һеңлем янына ятырға барҙым. Һеңлем: «Бөтә табиптар ҙа Хәлиҙә Хәлфәт ҡыҙы һымаҡ булһа, ауырыуҙар күпкә кәм булыр ине, – тине. – Мине беренсе тапҡыр шулай баштан-аяҡ ентекләп тикшергән кеше ул булды. Башҡа табиптар күпселектә ҡағыҙ тултырыуҙан бушамай, хәлде генә һорайҙар ҙа, шуның менән вәссәләм…» Хоспистың йәш һәм талантлы, кеше йәнле мөдиренә, бар персоналына рәхмәттән башҡа һүҙебеҙ юҡ. Шул тиклем иғтибарлы, һөйкөмлө булғандары, дарыу менән генә түгел, йылы һүҙ, яҡты йөҙ менән дә һеңлемә аяҡҡа баҫырға ярҙам иткәндәре өсөн мең-мең рәхмәт! Был учреждениела иң ауыр хәлдәге пациенттарҙың һыҙланыуҙарын баҫалар. Теш һыҙлауынан йөҙ-мең тапҡыр көслөрәк ауыртыуҙар кисергән кешеләр ошонда өсәр-дүртәр аҙна ятҡандан һуң, һыҙланыуҙан ҡотола, күҙҙәре асылып ҡала. һеңлем дә, арҡамда ята алам, йоҡом туйып ҡалды, рәхәтләнеп йоҡлайым, тип мине ҡыуанып ҡаршыланы. Бер аҙнанан ул тороп йөрөй, ашай башланы, китаптар алып уҡыны. Дүрт аҙна ятҡас, табип-хеҙмәт эксперт комиссияһына (ВТЭК) барырға ваҡыт еткән, инвалидлыҡ юлларға кәрәк, тип һеңлем ҡайтырға йыйынды. Тағы ла аҙна-ун көн ятһаң, яҡшыраҡ булыр ине, тип оҙатты хоспис мөдире...
Хоспистан ҡайтҡас, мең бәлә менән комиссияға ҡағыҙҙар йүнәттек. Һау кешегә улар артынан йөрөүе ауыр, ә сирле кешегә нисек? Уның араһында дарыуҙар яҙҙырып алдыҡ. Поликлиникала беҙгә бер шәфҡәт туташы дарыуҙар ҡабул итеү схемаһын тотторҙо. Шуға таянып, һеңлемә икешәр-өсәр сәғәт һайын уколдар яһаным. Һыҙланыуға бөтөнләй түҙмәй башлаһа, уның ҡаршы булыуына ҡарамай (төн уртаһында кешеләрҙе бимазаламайыҡ, ти ҙә тора), «Тиҙ ярҙам»ды саҡырҙым (Учалы һәм Миндәк «Тиҙ ярҙам» хеҙмәттәренә ҙур рәхмәт!) Зөфәр исемле фельдшер, һеңлемә укол ҡаҙағас: «Һин бирешмә, йәме! Һауығырһың, бына күр ҙә тор!» – тип әллә күпме дәртләндергес һүҙ әйтеп ҡайтты. Беҙгә күп кәрәкме инде, һүҙҙәренә ихлас ҡыуандыҡ!
Һуңынан интернет аша төнәтмәләр, үлән ҡатнашмалары яҙҙырып алып, һеңлем шуларҙы берәр тамсылап эсә башланы. Махсус диета, медитация, көн режимы – бар нәмә лә мөһим ине. Саҡ ҡына хәл йыйғас, ул Өфөгә йүнәлде. Аллаға мең шөкөр, уны онкодиспансерға һалдылар. Шешкә ҡаршы дарыу терапияһы бүлеге мөдире, юғары категориялы табип-онколог Сулпан Вәлиәхмәтоваға, дауалаусы табип Гүзәл Зиннәтуллинаға, шәфҡәт туташтарына ятҡан-торған һайын рәхмәт уҡыйбыҙ – һеңлебеҙ компетентлы, изге күңелле кешеләр ҡулына эләкте. Уны тәүге эш көнөнән алып үҙ иткән, ҡурсалаған, яҡлаған коллективы – Учалы ҡалаһының 13-сө балалар баҡсаһына ла (мөдире Луиза Йәғәфәрова), төркөмдөң ата-әсәләренә лә рәхмәтлебеҙ. Улар иң ауыр саҡта ташламаны, бар яҡлап ярҙам итергә тырышты. «Бәйләнештә» сайты аша хәлебеҙҙе белеп, аҡсалата ярҙам күрһәткән, кәңәштәре менән ярҙамлашырға ашыҡҡан һәр кемгә лә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Гүзәл Аҙанғолова, Илфат Ишмөхәмәтов, Әхәт Мөхәммәтов, Көнһылыу Ҡотлобаева, Мәрйәм Бураҡаева, Рәүиә Ғәлекәева, Нәзирә Төлкөбаева, Зөлфиә Камалетдинова, Баныу Кәримова, Әлфиә Хәмитова, Айнур Танатов, Айтуған Хәйруллин, Ишбулды Әбйәлилов, Айгөл Кирамова, Айгөл Юлай ҡыҙы, Фәнизә Фәрит ҡыҙы, Артур Урал улы, Эльза Рәмил ҡыҙы, Раушания Арыҫлан ҡыҙы, Ильяс Ғәйфулла улы һәм башҡаларға исемләп рәхмәт әйтеп, изге теләктәр теләйбеҙ. Иң беренсе булып ярҙам ҡулы һуҙған ир-егеттәрҙең исем-шәрифен яҙып алырға аҡыл етмәгән, шулар алдында бурыслы булып ҡалдыҡ… Шулай ҙа изге теләктәребеҙ тәғәйен кешеләргә мотлаҡ барып етер һәм рәхмәтебеҙ уларҙы мең бәләнән ҡотҡарыр, тигән уйҙабыҙ (бер нәмә лә эҙһеҙ юғалмай бит ул). Ғөмүмән, күңелебеҙҙәге рәхмәт тойғоһон белдереп бөтөрлөк түгел: кемдер шылтыратҡан һайын да, кемдәндер аҡса килгән һайын да күҙгә йәштәр тулды – изге кешеләрҙең күплеген күреп шатландыҡ, өмөтөбөҙ нығынды. Хәҙер, иң ауыр мәлдәр артта ҡалды, һеңлебеҙ һауығыу юлына баҫты, тип ышанабыҙ. Уның ихтыяр көсөнә, йәшәүгә ынтылышына һоҡланып, сабырлыҡ түгел, ә һаулыҡ-сәләмәтлек, оҙон ғүмер теләйбеҙ үҙенә. Ул беҙгә ныҡ кәрәк.
Баныу ҠАҺАРМАНОВА.
P.S. Һеңлем менән бер палатала ятҡан Зилә, Рәмилә, Йәмилә, Нәзиә апайҙарға ла ҙур рәхмәт – төшөнкөлөккә бирелмәй, бер-береһенең күңелен күргән, кәйефен күтәргән ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәренең рух көсө менән күптәргә үрнәк итеп ҡуйырлыҡ.