«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Уңыш нигеҙе – ғаилә татыулығында



16.01.2015 Уңыш нигеҙе – ғаилә татыулығында

Cалауат районы Яхъя ауылының тырыш эшҡыуары Тимур Ғирфанов күберәк яҡындарына таяна

Уңыш нигеҙе –  ғаилә татыулығындаЯхъя – төпкөл ауылдарҙың береһе. Хозур, бай тәбиғәтле, таулы-ташлы урында урынлашҡан ауыл эргәһенән тимер юлы үтә. Унда үҙенсәлекле, тырыш халыҡ йәшәй. Берәүҙәр – Ҡатау-Тамаҡ ҡалаһында, икенселәр – тимер юлында, ә өсөнсөләр Себергә китеп эшләй. Дүртенселәр иһә, йүнселдәр, үҙ эшен аса.
Шундай йүнсел, тырыш ғаиләләр­ҙең береһе – Рәмзилә һәм Тимур Ғирфановтар. Эшҡыуарҙар йәшәгән йорт әллә ҡайҙан балҡып, күренеп тора. Ихата тулы бесән, йорт алдында “Беларусь”, йөк машинаһы, сапҡыс, тағы әллә күпме техника теҙелгән. Май сүлмәге тышынан билдәле, тиҙәр. Бында ла күркәм ҡапҡа-ҡоймалар менән уратып алынған ҙур йорт булдыҡлы ғаилә йәшәүе тураһында һөйләй. Өйгә ингәс, быға тағы ла бер инандыҡ. Заманса итеп йыһазландырылған, тарттырылған түбә ҡуйылған, һанап бөткөһөҙ бүлмәле, ялт итеп торғай өй.
– Эшҡыуарлыҡ мөхитенә килеп эләгеүебеҙ ҡапыл ғына булды, – тип һүҙен башланы ғаилә башлығы Тимур Мансур улы. 2000 йылдарҙа күптәр эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башланы. Беҙгә лә ошо өлкәлә ниңә эшләп ҡарамаҫҡа, тип уйлаштыҡ та 2011 йылда үҙ эшебеҙҙе астыҡ.
– Үҙ эшебеҙҙе тигәс, шуны өҫтәп әйтергә кәрәк, – тип һүҙгә ҡушылды Рәмзилә Марат ҡыҙы. – Шәхси хужалыҡ ҡыҙыбыҙ Әлиә исемендә. Йәш­тәргә хәҙер дәүләт күп мөмкинлек бирә, ярҙам итә тип, хужалыҡты уның исеменә яҙҙырҙыҡ.
Бизнесҡа аяҡ баҫҡас, ғаилә ағзалары теге яҡтан да, был тарафтан да дилбегәне тартып ҡарай. Ауылда кирбестән ҙур итеп магазин һалалар, халыҡты кәрәк-яраҡ, аҙыҡ-түлек ме­нән тәьмин итәләр. 15 баштан ашыу һыйыр малы, бихисап һарыҡ, ҡош-ҡорт үрсетәләр. Һыйырҙарҙы үҙҙәре һауып, һөтөн, ҡаймағын магазинға ҡуялар йәки баҙарға сығарып һаталар. Миңдеш, Ишембай, Яхъя мәктәптәре, балалар баҡсалары менән килешеү төҙөп, итте шунда тапшыралар. Тырыш, эшһөйәр Тимур Мансур улы урмансылыҡ эше менән дә шөғөлләнә. Ул яҡын ауылдар халҡын утын менән тәьмин итә. Киләсәктә уңған хужалар, халыҡҡа туй, төрлө ғаилә байрамдарын үткәрергә урын булһын тип, кафе һалырға уйлай. Бөтә ҡағыҙ эшен Рәмзилә Марат ҡыҙы алып бара. Уңған хужабикә, оҙаҡ йылдар колхозда бухгалтер, аҙаҡтан райпола һатыусы булып эшләгәнгә, иҫәп-хисап эшен дә яҡшы белә.
Ғаилә башлығы Тимур Мансур улы, бынан тыш, Ҡатау-Тамаҡ карьерында тейәгес машинисы ла булып эшләй.
– Эшләгәнгә эш ҡарышмай, тиҙәр. Бөгөн ауылда ла гөрләтеп йәшәргә бөтә мөмкинлектәр бар. Ауылдаш­тарымдың уңыштарына ихлас шатланам. Бигерәк тә йәштәрҙең ауылда төпләнеп, тырышып донъя көтөүе кинәндерә, – ти эшҡыуар.
Береһенән-береһе һылыу, аҡыллы, тырыш ҡыҙҙары – ата-әсәләренең төп ярҙамсылары. Өлкәне Әлиә – БДУ-ның география факультетының 5-се курс студенты, Элиза 8-се класта уҡыһа, кескәйҙәре Айгүзәл 3-сө клас­та белем ала.
– Ҡыҙҙарыбыҙҙан уңдыҡ, төҫкә бер-береһенә оҡшаһалар ҙа, холоҡтары төрлө. Әлиәбеҙ аш-һыуға әүәҫ, беҙгә телеңде йоторлоҡ тәмлекәстәр бешерә. Шулай уҡ ҡул эштәренә лә оҫта. Элизабыҙ – ҡыйыу, ҡурҡыу белмәҫ ҡыҙ. Һыйыр ҙа һауа, магазинда ла һатыу итә. Ғөмүмән, бар эшкә лә өлгөрә. Айгүзәлебеҙ ҙә шуҡ ҡына, апаларынан өлгө алып үҫә, – ти Рәмзилә Марат ҡыҙы.
– Уңыш нигеҙе – ғаилә татыулығында. Бер-береңде аңлап, тыңлап, хөрмәт итһәң, бәхет йылмайырға тора. Ҡатыным, балаларым ярҙам итеп, дәртләндереп тормаһа, бер нәмә лә килеп сыҡмаҫ ине. Шатлыҡта ла, ауыр ваҡыттарҙа ла һәр саҡ уларға таянам, – ти эшҡыуар Тимур Ғирфанов.

Лиана ВӘЛИУЛЛИНА.
Салауат районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға