«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Хажыла дәртле йәше, ҡарты ла



16.01.2015 Хажыла дәртле йәше, ҡарты ла

Хажыла дәртле йәше, ҡарты лаХажыла дәртле йәше, ҡарты лаБик оҙаҡ көтөп алған, тылсым-мөғжизәләр өмөт иткән Яңы йыл байрамы үтеп тә китте. Һәр кем был байрамды иҫтә ҡалырлыҡ күңелле итеп үткәрергә тырыша. Юҡҡа ғына, Яңы йылды нисек ҡаршылаһаң, йылың да шулай үтәсәк, тимәйҙәр бит.
Ауылыбыҙ Хажы (Ишембай райо­ны) бик бәләкәй булһа ла, унда берҙәм, татыу халыҡ йәшәй. Һәр йыл һайын ауыл уртаһына шыршы ултыртып, уны биҙәп, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы, Яңы йылды биҙәлгән аттарҙа ҡаршы алып, балаларға бүләктәр биреп, лотерея билеттары уйнатып, байрам ойошторалар.
31 декабрҙә лә халыҡ шундай байрамға йыйылды. Яңы өй һалып, ауылға йәшәргә күсеп ҡайтҡан ауылдашыбыҙ Йәһүҙә ағай Салауатов балаларға шыуырға тау эшләп шатландырҙы. Шыршыны ла шул тау эргәһенә ултыртырға ҡарар ителде. Ул матур итеп биҙәлде. Байрамға ауылдың олоһо ла, кесеһе лә йыйылды, хатта күрше Аҙнай ауылынан да килгәйнеләр. Ауыл старостаһы Фәрит Дауытов халыҡты байрам менән ҡотланы. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙың ҡулынан бүләк алғанда, һәр бала үҙенең һөнәрен күрһәтте. Һайран ауыл советы хакимиәте башлығы Әминә Мәһәҙиеваның килеүе байрамға мәртәбә өҫтәне. Ул хажылар­ҙы байрам менән тәбрикләне, үткән йылдағы ҡаҙаныштар тураһында ла һөйләп үтте. Һуңынан лотерея уйнатылып, төрлө бүләктәргә һөйөнөп, ойоштороусыларға рәхмәт әйтеп, халыҡ таралышты. Байрамды ойош­тороуға күп көс һалған ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаларына ҙур рәхмәт.
Күңелде ҡырған күренеш хаҡында ла яҙмай булмай. Ни өсөн ауыл халҡы байрамды өшөй-туңа асыҡ һауала үткәрергә мәжбүр? Сөнки ауылда клуб юҡ. Үтеп киткән Мәҙәниәт йылы Хажы ауылы халҡын клублы итер, тип өмөтләнгәйнек, өмөтөбөҙ аҡланманы. Ә шулай ҙа, өмөтһөҙ – шайтан, тиҙәр...

Айһылыу ДАУЫТОВА,
Зәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатының 10 Г класы уҡыусыһы.
Гөлназ ХАЛИҠОВА фотолары.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға