«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » ЭЙ, ҠЫҘ БАЛА, ҠЫҘ БАЛА



09.01.2015 ЭЙ, ҠЫҘ БАЛА, ҠЫҘ БАЛА

11 йәш ярымдан эш башлаған Зәкирә Байназарова-Бикҡолованы тормош ҡаҡҡылаһа ла, ҡартлығы бәхетле.
Атаһы ҡурай тартҡан һайын бәләкәй Зәкирә әсәһе мәрхүмәнән ҡалған шау көмөш тәңкәле, аҡыҡ-мәрйенле селтәрҙе, ҡашмауҙы кейеп, күбәләктәй елпенеп, өйрөлөп-өйрөлөп бейей. Шул рәүешле Бикмө­хәмәт ун йәшендә генә әсәйһеҙ ҡалған берҙән-бер ҡыҙының күңелен күрергә тырыша. Уға ел-дауыл тейҙермәй, иркәләп кенә үҫтерергә уйлай ҙа ул... Тик оҙаҡламай үҙе лә ныҡ ауырый башлай. Шуға ла иҫән саҡта, кеше көнлө булмаһын, үҙ йүнен үҙе күрһен тигән маҡсат менән, ҡыҙын эшкә урынлаштырырға ҡарар итә. Ошо мәлдән Зәкирәнең бала сағына нөктә ҡуйыла...

ЭЙ, ҠЫҘ БАЛА, ҠЫҘ БАЛААтаһы Зәкирәне Түбә ауылына алып барған йылда ҡыҙға 11 йәш ярым була. Хайранов фамилиялы мастерға инер алдынан Бикмө­хәмәт ҡыҙына аяҡ ослап баҫырға ҡуша. Бер аҙ булһа ла ҙурыраҡ, бейегерәк күренһен тигәндер инде. Нисек кенә тырышмаһын, мастер: «Был бала ни эш ҡыйратһын, икмәк серетергә генә эшкинмәһә», – ти. Әммә Зәкирәнең атаһы ныҡыш булып сыға. Етмәһә, ҡыҙҙың ошонда эшләп йөрөгән ике туған апаһы: «Эшләп ҡараһын инде, бик булма­һа, үҙем ярҙам итермен», – тип ялына. Шулай итеп, үҫмер Зәкирә эшле була. Уны Ҡаҡтуғай ауылы (хәҙерге Һаҡмар) эргәһендәге Көрән айғыр тигән ергә торф сығарыу эшенә ебәрәләр. Таҡтанан эшләнгән, үтә ел өрөп торған оҙон баракка урынлаштыралар. Эсенә бесән-һалам тығып алырға ҡушып, матрас тышы тотторалар. Йәшәү шарттары яҡшынан булмаған кеүек, эш тә еңелдән булмай. Торфлы ерҙе асыу өсөн урман ҡырҡалар. Ағастарҙы машиналар, дөйәләр менән һөйрәтеп ташыйҙар.
– Минең менән йәш кенә ҡыҙҙар һәм һуғыштан берәр аяҡтарын юғалтып ҡайтҡан ике ағай эшләне. Бик ныҡ арый инем. Әммә белдермәнем. Бер ваҡыт бөтә тәнем сабыртып сыҡты, температурам күтәрелде. Өндәшмәй генә йө­рөүем­де дауам иттем. Сабыртма битемә сыҡҡас, апайҙар сисендереп, тәнемде ҡараны. Бик ныҡ аптыранылар. Шунан Түбә дауаханаһына алып киттеләр. Агишева фамилиялы табип мине шунда уҡ дауаханаға һалырға ҡарар итте. Кирзауайымды (кирза итек) сискәйнем, өйкәлеп, иҙелеп бөткән аяғымды күреп, табип: «Эй-й, балаҡай, нисек түҙеп йөрөнөң?» – тип өҙгөләнде. Итегем өйкәй ине шул. Уның эсенә бесән-үлән һалабыҙ бит. Аяҡ бесәнгә төртөлә, сәнселә инде... Шул тиклем йонсоған булғанмындыр, башым да бетләгәйне. Дауаханала бер аҙна яттым. Көндәремдең күп мәлен йоҡлап үткәрҙем. Шулай итеп, хәл йыйып, тағы эшкә сыҡтым. Эштән сығарып ҡуймаһындар тип тырышып эшләнем, – тип хәтер йомғағын һүтә Зәкирә апай.
Зәкирә апай торф сығарыуҙа эшләгән мәлдә атаһы бер татар ҡатынын кәләш итеп ала. Уларҙың улдары тыуа. Бер мәл атаһының түшәккә ятыуын ишеткәс, Зәкирә уның хәлен белергә ҡайта. Атаһы, ысынлап та, бик ауыр хәлдә була.
– Эй, ҡыҙым, балағынам, һине бәләкәй генә көйө эшкә ҡуштым. Ошо сирҙе еңеп, аяҡҡа баҫһам, Аҡманан (Күсей ауылындағы йылға – авт.) ары сығармаҫмын, – тип Бикмөхәмәт ҡыҙының сәсенән һыйпай. Бер яғына ҡыҙын, бер яғына улын һалып ҡосаҡлап, йоҡоға тала. Иртән тороуға ул үлгән була. Ошо хәлдән һуң үҫмер Зәкирә эшенә бармай. Уны Менәүәрә тигән инәй үҙенә алып ҡайта. Ә атаһының кәләше ауылда аҙып-туҙып йөрөй ҙә, өй ишегенә йоҙаҡ элеп, тәҙрә ҡапҡас­тарын ябып, юҡҡа сыға. Был өй янынан үтеүселәр гел генә: «Унан ниндәйҙер тауыш килә. Бала илаған кеүек тә, бесәй мыяулаған һымаҡ та. Күрәһең, ен эйәләгәндер», – тип һөйләр була. Ысынлап та, оҙаҡ ҡына ауыл халҡы был өйгә инергә ҡыймай. Бер мәл йөрьәт итәләр. Ни күҙҙәре менән күрһендәр: өйҙә бала мәйете ята. Усаҡтың көлө тырналып бөткән. Ҡомаҡтар баланың бер имен ағзаһын ҡалдырмаған...
– Шул бала тере ҡалһа ла, нәҫел ебебеҙ өҙөлмәҫ ине, – тип әсенә Зәкирә апай (үкенескә күрә, бала сағында башҡарған ауыр эштәр үҙ эҙемтәләрен күрһәтмәй ҡалмаған, ҡаҡшаған сәләмәтлеге уны әсә булыу бәхетенән мәхрүм иткән).
Үкһеҙ етем ҡалған Зәкирәгә бер мәл Атанғол ауылынан Fәйниямал исемле ҡатын килә. Ул әсәһе яғынан туған булып сыға. 12 йәшлек Зәкирәгә ҡыҙыл туљыма остоѓо күрһәтеп, шундай төҫтәге таѕмалы күлдәк тегеп бирергә вәғәҙә биреп, әүрәтеп, ҡыҙҙы Атанғолға алып ҡайта. Был хәл ҡыш көнө була. Әлеге лә баяғы бесән һалынған кирза итектәрен кейеп, мең бәлә менән ауылға килеп етәләр. Бында Зәкирәне ҡыуаныс-шатлыҡтар көтөп тормаған икән... Ҡатын уны бары тик эшсе көс итеп ҡулланыр өсөн алып ҡайтҡан. Нимә эшләһә лә: «Етемде етеп һуҡ, етә алмаһаң, ташлап һуҡ», «Етем быҙау аҫраһаң, ауыҙ-мороноң май булыр, етем бала аҫраһаң, ауыҙ-мороноң ҡан булыр», – тигән һүҙҙәрҙе ҡушып ҡар­­ғар була. Бындай мөнәсәбәтте күреп, шундай ҡарғауҙарҙы ишетеп, ҡыҙ: «Ниңә мине, яратмағас, үҙенә алды икән? Ниңә генә бала саҡта ҡара йылан саҡҡан мәлдә үлмәнем икән», – тип һыҡтап та ала. Ә инде йөн иләргә өйрәнгән мәлен һис тә онотмай. Шул мәлдә тәгәрәп киткән йомғағын эҙләп сығып киткән әкиәт геройы – етем ҡыҙҙы иҫенә төшөрөп: «Эх, минең йом­ғағым тәгәрәп китһә, артынан китер инем дә ҡайтмаҫ инем», – тип үҙ алдына ғына илай ул.
– Fәйниямал апай йөн иләргә өйрәткән мәлдә минең буйым ҡолғаға саҡ етә ине. Орсоғом төшә лә китә, төшә лә китә. Апай шул тиклем уҫал, ҡаты. Орсоҡ менән ҡулыма шаҡылдатып һуға. Бармаҡтарым күгәреп, шешеп китә ине. Шулай төндәр буйы йөн иләтте. Йоҡо туймай. Ауыл ҡыҙҙары башайға йөрөй, ә мине апай йөрөтмәй, өйөндәге эштән бушатмай. Бер көн ике ҡыҙ килеп, Fәйниямал апайҙы өгөтләп, күндереп, мине башайға алып сыҡты. Үҙебеҙ менән ашарға алған булдыҡ. Ныҡ йонсоған булғанмындыр инде, ултырған ерҙә йоҡлай ҙа китәм. Шул саҡ ҡыҙҙарҙың береһе: «Зәкирәнең сыҡмаған йәне генә бар. Хәҙер бармаҡ менән төрт – ятып үлә. Был Fәйниямал күп ҡыҙ­ҙың башына етте инде. Әйҙә, Зә­кирәне ҡотҡарайыҡ. Мин план ҡор­ҙом...» – тине. Шулай, ул көндө беҙ ҡайтманыҡ, эҫкертте өңөп индек тә уның эсендә йоҡланыҡ, – тип үткәндәрен иҫкә алды Зәкирә апай.
Иртәгәһенә ҡыҙҙар Fәйниямалға килеп: «Түбиндең пригородныйында өшөгән картуф, арпа күп, тиҙәр. Кешеләр шунан тоҡлап алып ҡайталар. Беҙ иртәгә шунда барабыҙ. Һин дә Зәкирәгә тоҡтар әҙерләп ҡуй, беҙҙең менән барһын», – ти. Тәүҙә риза булмаһа ла, аҙаҡ ризалашып, Fәйниямал Зәкирәне ҡыҙҙар менән ебәрә. Улар иртәгәһенә таң менән юлға сыға. Зәкирәнең атларға ла хәле булмай, ултыра ла ҡуя. Шулай, көс-хәл менән Ирәндек аша төшөп, Түбәгә барып етәләр. Шунан теге ҡыҙҙар: «Зәкирә, инде үлемдән ҡотолдоң. Әйҙә, апайыңа (әсә – бер, ата башҡа булған апаһы йәшәгән була) бараһыңмы, башҡаһынамы – үҙең хәл ит. Беҙҙе онотма», – ти ҙә, хушлашып, Атанғолға кире ҡайтып китәләр.
– Мине ҡотҡарған был ҡыҙҙарға гел рәхмәт уҡып, изге теләктәр теләп йөрөнөм. Әгәр шул саҡта улар шундай аҙымға бармаһа, күптән үлгән булыр инем. Һау саҡта бер күрергә насип булманы. Бик ҡыйыу ҡыҙҙар ине. Теге саҡта улар ҡайтҡас, Fәйниямал апай нимә тине икән – билдәһеҙ. Ул ҡыҙҙарҙың бала-сағалары булып, улар әсәләре һөйләгәндән минең тормош тарихымды белһә, әле һөйләгәндәремдән иҫтәренә төшөрөп, бәйләнешкә сыҡһа, ҡалай ҙа шәп булыр ине. Бәлки, кем белә, ул ҡыҙҙар әле үҙҙәре лә иҫәндер. Ѓүмерем буйы шул ике ҡыҙға рәхмәт әйтеп йәшәйем, – ти 85-се йәшен ҡыуалаусы Зәкирә апай.
Эйе, ул мәлдә Зәкирә апаһы ме­нән еҙнәһе йәшәгән йортҡа юллана. Улар бергилке ҡыҙҙы танымай тора. Әммә апаһының ҡәйнәһе Зәкирәне үҙҙәренә индереүҙән баш тарта. Апаһы уны туған тейеш икенсе кешеләргә алып бара. «Ҡапыл күп ашатмағыҙ, үлеп ҡу­йыр», – тип, Зәкирәне ҡалдырып сы­ғып китә. Бында ҡыҙҙың башын тәүҙә беттән таҙалайҙар. Бет ашауҙан башы ҡутырлап, сәсе ойошоп, уҡмашып, баш түбәһе түбәтәй һымаҡ ҡумтайып торған була. Көс-хәл менән кейеҙләнеп ҡатҡан сәсен ҡырып алып утҡа яғалар. Баш түбәһе эскә уйылып тороп ҡала. Әҙ-әҙләп ашатып, саҡ кеше хәленә индереп алалар.
Һуғыш осоронда Иҫән ауылында балалар йорто була. Зәкирәне шунда алып барып урынлаштыралар. Күп михнәт күргән ҡыҙға был йорт ожмах кеүек күренә. Һуғыш бөткәс, балалар йорто директоры Иван Ульянович Литар дүрт ҡыҙҙы, шул иҫәптән Зәкирәне эшкә алып ҡала. Ул ашханала, пекарняла, һуңынан шахтала эшләй. Бер мәл Күсей ауыл советынан хат килеп төшә: «3 – 4 айлыҡ пенсияң ята, ки­леп ал». Зәкирәне был хәбәр аптырата. Ул ниндәй пенсия икән? Ныҡ ғәжәпләнгән ҡыҙ Күсейгә бара. Алыҫ туғаны: «Беҙ һинең өйөңдә йәшәп торабыҙ. Кейәүгә сыҡҡас, алырһың. Бына һиңә өй хаҡы итеп бер быҙау бирәбеҙ, алып көт», – тип, уға быҙау етәкләтеп ебәрә. Ҡыуанысҡа күрә, быҙау күндәм була. Ҡаршылашмай, тартышмай ғына Түбәгә тиклем эйәреп килә. Тик уны ҡайҙа итергә? Ҡурҡа-ҡурҡа ғына апайҙарына алып бара. Еҙнәһе: «Бесән яуы итеп ниңә алып килдең?» – тип, быҙауҙы баҙарға алып сығып һатып та ебәрә.
Зәкирә апайға Түбә руднигы начальнигы үҙенең эш бүлмәһен фатир итеп бирә. Тырыш, уңған ҡыҙ уны үҙенсә матурлап, рәтләп ала. Һөйгәне әрменән ҡайтҡас, уның менән татыу ғаилә ҡороу хаҡында ла хыяллана. Тик уйлағаны бойомға ашмай. Бер көндө Сыңғыҙ ауылынан ул ғүмерҙә күрмәгән-белмәгән фронтовик ир Түбәләге дуҫтары менән бергә Зәкирәнең апаларына килеп инә. Күстәнәскә бер тоҡ ит тә алған. Шулай итеп, ҡыҙ эштән ҡайтыуға уның яҙмышы хәл ителгән була. Зәкирәнең илап-һыҡтауы файҙа килтермәй. Апаһы: «Хәҙер бөтөн Түбин халҡы белә. Исем һатып йөрөмәҫһең инде. Ҡарт ҡуйынында ҡалас бар. Бер ҡарт имәнгә йәш ҡайын ышыҡланып, 40 йыл йәшәгән, тиҙәр. Һин дә йәшәрһең. Фронтовик кешене буш ҡайтарып ебәрмәҫбеҙ инде», – тип әрләп тә ала. Иртәгәһенә фронтовик Фазулла Зәкирәне арбаға ултыртып алып ҡайтып та китә. Балалыҡтан да сығып етмәгән ҡыҙҙы күреп, Сыңғыҙ кешеләре аптырауға ҡала: «Ни эшләп килдең? Уның бисәһе, ике балаһы бар»,– тиҙәр. Ни эшләһен инде, кире ҡайтып китеп булмай. Баш баҫып, яҙмышым шулдыр, тип күнә. Ире өс ауылға бригадир булып эшләй, колхоз эшенән бушамай. Өй һалырға тип бүрәнә алып килеп ауҙара. Әммә ҡулы теймәй. Быны күреп йөрөгән Зәкирәнең эсе боша. Тота ла үҙе бура эшенә тотона. Был эште уға балалар йорто директоры Иван Литар өйрәткән була.
– Минең бура бурағанымды бер бабай ҡарап торҙо ла, өрлөгөн һа­лышып, тәҙрәләрен уйып бирҙе, – тип хәтерләй Зәкирә апай Байназа­рова-Бикҡолова.
Тиҙҙән уның балта оҫтаһы тигән даны Түбә, Күсей тарафына ла барып етә. Йәш килен шәл бәйләүгә лә маһир була, ҡош-ҡорт, мал аҫрау йәһәтенән дә йылдам булып сыға. Уның кеүектәрҙе: «Утҡа ла, һыуға ла инер», – тиҙәр. Ысынлап та, яҙлы-көҙлө һыуҙы күп кисә. Бер әбей: «Һаҡланмайһың, бер килеп аяҡһыҙ ҡалырһың инде», – ти. Әйткәне раҫ килгән. Әле Зәкирә апай аяғынан сыҙай алмай.
– Әллә боҙло һыуҙы күп кистем? Бәлки, бала саҡта кирзауай кейеп йөрөүемдән, әллә ҡара йылан сағыуҙан ошо хәлгә төштөм. Бала саҡта ҡыҙҙар менән Ирәндеккә ҡарағас һағыҙына барғайныҡ. Ҡыҙҙарҙан арттараҡ ҡалдым. Ул саҡта ни ялан аяҡ йөрөй торғайныҡ бит. Бер ҡарағасҡа үрелеп торһам, ҡапыл аяғымды бысаҡ менән телделәрме ни?! Ултыра төштөм. Шул саҡ ҡара йыланды күреп ҡалдым. Аңым томаланды. Саҡ-саҡ Күсей тарафына атланым. Аяғым күҙгә күренеп ше­шә башланы. Хәлем бөтөп, юл ситендәге аҡ ташҡа ултырҙым. Шун­да иҫтән яҙғанмын. Миндек, үлән йыйып ҡайтып барыусы ике инәй мине алып ҡайтҡан. Ауылда табип-фәлән булмағас, атайым мине Мөхәммәт муллаға алып ба­рып өшкөрткән. Аҙаҡ ул өйгә үҙе килеп өшкөрҙө һәм: «Алла ғүмер бирһә, йәшәрһең. Ә арбау килешһә, йылан эсе ярылып үлер», – тигәйне. Яйлап аяҡҡа баҫтым-баҫыуын. Тик бына әле һаман да ошо аяҡтан яфаланам, – ти II төркөм инвалиды булған мәҡәләм геройы.
Тормош Зәкирә апайҙы аяуһыҙ ҡаҡҡыслай-һуҡҡыслай. Әммә уның күңеле ҡатмаған. Ихлас, ярҙамсыл, һис кенә лә кенә тотмай. Ире менән 56 йыл ғүмер кисерә. Көндәше менән дә ҡатышып йәшәне, әле уның балалары менән бәйләнешен өҙмәй. Дүрт йыл элек Зәкирә апайға, фронтовик ҡатыны булараҡ, Баймаҡ ҡалаһынан фатир бирҙеләр. Әле ул, етәкселеккә рәхмәт әйтеп, шунда йәшәй. Сыңғыҙ халҡы уны онотмай. Баймаҡҡа йомошо төшкән береһе уға инеп, хәлен белеп, ауыл күстәнәстәре менән һыйлап, кәрәк булһа, эшен эшләшеп сыға. Күптән түгел эҙләп тапҡан өс туған һеңлеләре лә уны ярҙамынан ташламай.
Етемлекте еңгән, һуғыш йылындағы ауырлыҡтарға һынмаған, йылан ағыуына ла бирешмәгән Зәкирә апай бөгөн донъянан артта ҡалмай, «зәңгәр экран»дан яңылыҡтарҙы күҙәтеп, шөкөр ҡылып йәшәй. Шундай күп михнәттәр күргән апайҙы бөгөнгө йәштәргә үрнәк итеп ҡуйыр инем мин. Тормоштоң бәләкәй генә һынауҙарына зарланып, уфтанып йәшәмәйек. Уның матур яҡтарын күрәйек, бер-беребеҙгә ихтирамлы, иғтибарлы булайыҡ. Fүмер бер генә, уны лайыҡлы үтеү кәрәк. Ә инде Зәкирә апайға күңел тыныслығы, сәләмәтлек теләйем!

Сәғиҙә Байназарова.
Сибай ҡалаһы.








Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға