«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Гөлүзә АРЫҪЛАНОВА, икмәкте үҙе бешергәс, көрсөктән ҡурҡмай



27.12.2014 Гөлүзә АРЫҪЛАНОВА, икмәкте үҙе бешергәс, көрсөктән ҡурҡмай

– Яңы йылды, балалар, ҡоҙағыйыбыҙ, быйыл өләсәй булғас, ейәнебеҙ менән бергә ҡаршыларға булдыҡ. Элек, йәш саҡта, мин – Ҡарһылыу, иптәшем Ҡыш бабай булып кейенеп, аттар егеп, туған-тыумасаға, дуҫ-ишкә бүләк таратып, өйҙән-өйгә йөрөй тор­ғайныҡ. Хәҙер инде, йәш барған һайын, үҙебеҙ ҙә һәлмәкләнә төштөк шикелле. Беҙҙең мосолман халҡы ырымдарға ышанырға тейеш түгел бит, шуға күрә уларға әллә ни иғтибар итмәҫкә тырышам, – тип серҙәре менән бүлеште Гөлүзә ханым.
Быйыл ижадында ла, шәхси тормошонда ла шатлыҡлы ваҡиғалар булған. Тәүге тап­ҡыр өләсәй булыу шатлығын кисереп бер ҡыуанһа, Ҡазан ҡалаһында үткән һәүәҫкәр композиторҙар­ҙың Бөтә Рәсәй кон­курсында 2-се дәрәжә лауреат исеме алып, тағы ла бәхет хистәрен кисерҙе. Уңған Арыҫ­лановтар ғаиләһе – Дәүләкән районының аҫыл биҙәге. Иптәше – ауыл хужалығы белгесе, милли көрәш буйынса тренер. Мал тоталар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, баҡса үҫтерәләр.
– Яңы йыл алдынан халыҡтың, көрсөк тип, үҙҙәренә үҙҙәре хилафлыҡ эшләүен аңлап та етмәйем. Башҡортостанда бит шәхси хужалыҡ менән йәшәүселәр күп. Ит, йәшелсә булһа, табын тулы. Мәҫәлән, икмәкте үҙем бешерәм. Он һатып алыу күпкә арзаныраҡ. Шуға күрә киләһе йылға бөтә халыҡҡа тырышлыҡ, мул уңыш, малдарының көр булыуын теләйем.
Хоҙай бирһен һәммәбеҙгә
Тыныс, матур тормоштар!
Беҙгә әле йәшәр өсөн
Ваҡыт та бар, көс тә бар! – тине ижадсы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға