«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Илмир МОТАЛОВ Ауыл йәштәренә концерт-дискотека бүләк итә



27.12.2014 Илмир МОТАЛОВ Ауыл йәштәренә концерт-дискотека бүләк итә

Илмир МОТАЛОВ Ауыл йәштәренә концерт-дискотека бүләк итә– Яңы йылды, тыуған яғыма – Хәйбулла районының Йәнтеш ауылына ҡайтып, дуҫтарым, туғандарым менән ҡаршы алырға йыйынам. Әсәйемдең тәмле аштарын, ауыл мунсаһын һағындым. Мин был байрамды һәр йыл һайын ауылда үткәрергә тырышам. Шул арҡала бер мәл Яңы йылды йоҡлап та ҡаршы алыр­ға тура килде. 31 декабр­ҙә Өфөнән ҡайтып еттем дә, оҙон юл арыттыр­ған, бер аҙ йоҡлап алырға булдым. Уянып китһәм, таң атҡан, 1 ғинуар. Туғандарым тәмле йоҡомдан уятырға йәлләгән. Шул саҡта күңелемә бер аҙ болоҡһоу булғайны. Сөнки Яңы йыл төнөнөң тылсымлы, мөғжизәле икәненә һаман да ышанам. Нәҡ шул ваҡытта теләгән теләктәр мотлаҡ ҡабул була. Ә быйыл ауылымдың йәштәренә, ҡунаҡтарына ҙур бүләгем дә бар: Яңы йыл төнөндә мәҙәниәт йортонда дискотека-концерт үткәрәм. Шуға бөтә ауыл йәштәрен һәм уларҙың дуҫтарын, үҙемдең таныштарҙы Йәнтешкә саҡырам. Күңелле ял, йыр-моң күп буласаҡ, – тип ҙур ниәттәре менән бүлеште Илмир.
Быйыл ул Башҡорт дәүләт университетында аспирантура тамамлаған. Ҡыуаныстар менән бергә әҙ генә күңелде төшөрөрлөк ваҡиғалар ҙа булды, ти. Машина алырға тип йыйынып йөрөгәндә, хаҡтар ҡапыл күтәрелеп, Илмир әлегә “тимер ат”һыҙ тороп ҡалған.
– Бер аҙ күңел ҡырылһа ла, әллә ни бошонманым. Сөнки ошондай ауырлыҡтар булған саҡта тормош­ҡа икенсе төрлөрәк ҡарай башлайһың, рухи ҡиммәттәргә иғтибар итәһең. Бөтә Башҡортостан халҡына шатлыҡлы, мөхәббәтле, һөйөнөслө йыл теләйем, – тип изге те­ләктәрен еткерҙе егет.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға