«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Тимур РАМАҘАНОВ - Яңы йылды йырлап ҡаршылай



26.12.2014 Тимур РАМАҘАНОВ - Яңы йылды йырлап ҡаршылай

– Быйыл тәү­ҙә Яңы йылды туғандарым ме­нән ҡаршы алырға тип ниәт­ләп йөрөгәйнем, ресторанда йырларға тәҡдим иттеләр. Ырымдар буйынса, йыл нисек ки­лә, шулай да­уам итә, тигәнгә ышанам. Шуға күрә тәҡдимгә шатланып риза булдым. Киске сәғәт 9-ҙан төнгө 4-кә тиклем эшләргә тура киләсәк. Йыл башын йырлап, эшләп ҡаршы алһам, тимәк, йыл буйына шулай буласаҡ. Ә эшең булһа, ашың да була. Хәйер, байрамдарҙа эшләүгә беҙ күптән күнеккән инде. Студент йылдарында Яңы йыл аҡса эшләүҙең иң ҡыҙыу осоро була торғайны. Шәхси иғландар биреп, балалар баҡсаһында, мәктәптәрҙә, хатта шәхси йорттарға Ҡыш бабай, ҡыҙҙар Ҡарһылыу булып кейенеп, балаларҙы ҡотларға йөрөнөк. Тәүге кеҫә телефоны, ноутбук һәм Яңы йыл табынына тәм-том шул аҡсаға алынды, – ти







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға