«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Айгөл ӘСӘҘУЛЛИНА Яңы йылда оҡшатып йөрөгән егеткә хистәрен белдереп хат яҙған



27.12.2014 Айгөл ӘСӘҘУЛЛИНА Яңы йылда оҡшатып йөрөгән егеткә хистәрен белдереп хат яҙған

Айгөл ӘСӘҘУЛЛИНА, йырсы Яңы йылда оҡшатып йөрөгән егеткә хистәрен белдереп хат яҙған

Айгөлдө студент йылдарында, Ҡарһылыу булыуын теләп, ауылдаштары түҙем­һеҙлек менән көтөп алыр булған. Сөнки ул моңло йырҙары менән шыршы байрамын биҙәгән. Ә бергә уҡыған иптәш ҡыҙҙары ла килһә, байрам ҙур концертҡа әйләнә торғайны, ти. Ауылының бер егетенә оҙаҡ ҡына ғашиҡ булып йөрөгән Айгөлдө әхирәттәре хистәрен белдереп хат яҙырға өгөтләй. Оялсан егеттән тәүге аҙымды көтөп көтөк булған ҡыҙ, бар ҡыйыулығын йыйып, һөйөү хаты яҙа. Мәскәй әбей булып кейенгән әхирәте бал-маскарад ваҡытында хатты теге егеткә тапшыра.
– Шул ваҡыттағы ҡаушауым, оялыуым иҫемә төшһә, хәҙер ҙә ҡыйын булып китә. Ҡайҙа инде ул егет менән осрашып тороу, байрам бөтөү менән өйгә ҡарай йүгерҙем. Байрам үтеп, уҡырға киткәнсе клубҡа сыҡманым, – тип хәтерләй Айгөл.
Быйыл ул байрамды ғаиләһе менән ҡаршы алырға ниәтләй. Ә 1 ғинуарҙа Әбйәлил, Сибай яҡтарына юлланасаҡтар. Ике яҡтан да туғандар менән күрешеп, бүләктәр бирешеп, хәл белешеп, йәйге ялдарға тиклем етерлек көс-ҡеүәт, күңел күтәренкелеге алып ҡайтмаҡсылар. Киләсәктә Айгөл тамашасыларын яңы йырҙар, клиптар менән ҡыуандырмаҡсы.
– Яңғыҙҙарҙың үҙ парын табыуын, ә парлыларҙың матур тормош көтөүен теләйем. Һәр сабый тулы ғаиләлә бәхетле булып, ата-әсә йылыһын тойоп үҫһен. Һәр бер кешегә һаулыҡ, именлек, бәрәкәт теләйем. Мөғжизәгә, тылсым­ға ышанайыҡ, матур тормошҡа ынтылайыҡ. Һәр кемгә аңлашып, аралашып йәшәргә яҙһын, – ти Айгөл.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға