«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Ғайсар МИҢЛЕҒОЛОВ, эстрада йырсыһы Байрамды айыҡ табында ҡаршылай



27.12.2014 Ғайсар МИҢЛЕҒОЛОВ, эстрада йырсыһы Байрамды айыҡ табында ҡаршылай

Ғайсар МИҢЛЕҒОЛОВ,  эстрада йырсыһы Байрамды айыҡ табында ҡаршылайЫрымдарға әллә ни ышанып етмәһә лә, матур байрамды күңелле һәм иң мөһиме – айыҡ (табын­ға хатта шампан шарабын да ҡуймайҙар) ҡаршы алырға ярата. Башҡортостандың матур урындарында иң яҡын дуҫтары менән Яңы йылды ҡаршылау матур йолаға әйләнгән. Йылҡы йылын Нуриман районында ҡаршы алһалар, уны Бөрйән тауҙарында оҙатырға йыйыналар. Тормоштоң төрлө һынауҙарына бирешмәҫкә тырышып йәшәгән йәш йырсы иҡтисади көрсөккә әллә ни иғтибар итмәҫкә, кәйефен төшөрмәҫкә тырыша. Һаулыҡтың, тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәргә кәрәк, ти ул.
2014 йыл Ғайсар өсөн бик уңышлы булған. Уҡыуын тамамлап, юғары белемле белгес булараҡ диплом алған, Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәзим Ильясов менән бергәләп республика буйлап концерттар биргән. “Халыҡтың яратҡан йырсыһынан, үҙемдең ихтирам иткән шәхесемдән фатиха алып, ҙур киләсәккә өмөт менән ижад юлымды тағы ла емешлерәк итеп дауамлармын, тип өмөтләнәм. Уҡыуҙы тамамлағас, яңы йырҙарға, тамашаларға ваҡыт күберәк ҡаласаҡ. Ә йәшлек дәрте ташып торған “Йәшлек” гәзитен уҡыусыларға, минең ижадымды үҙ итеүселәргә Яңы йылда бәхеттәр генә теләйем. Яһалмалыҡтарҙан арынып, һәр кем үҙе булып ҡалһын. Яҙмышығыҙҙың һәр боролошо тик яҡшылыҡҡа илтһен”, – тип изге теләктәрен юлланы күптәрҙең яратҡан йырсыһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға