«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Яңы йыл рекордтары



26.12.2014 Яңы йыл рекордтары

Яңы йыл ҡаршылауҙың ер йөҙөндә иң тарал­ған байрам булыуына бер ниндәй ҙә шик юҡ. Тап ошо көнгә бәйле үҙенсәлекле саралар, эштәр, бүләктәр бихисап. Уларҙың күбеһе Гиннесс рекордтар китабына индерелгән.
1997 йылды ҡаршылаған ваҡытта Сингапурҙағы сауҙа үҙәгендә донъяла иң ҙур Санта “бабай” ҡуйыл­ған. Уның буйы 15,6 метрға еткән, ә арҡырыға 11 метрлыҡ булып йәйелгән икән. Сан­таны эш­ләүгә пенопласт менән металл тотонол­ған, дөйөм ауырлығы 2,5 тонна булған. Ә Япо­нияның “Пиаже” ювелир компанияһы 2002 йылда шыршыларын 16 миллион долларға торошло итеп биҙәгән. “Тәтәй” урынына аҫылташтар эленгән, әл­биттә.
Тағы ла бер рекорд – Лон­дон­дан Пол Пар­кер атлы әҙәмдең яһалма шыршыһы. Уны олатаһының ата­һы 1886 йыл­да ал­ған да, хәҙер быуын­дан-быуынға тапшырылып килә. Бына ҡайҙа ул ғаилә ҡомарт­ҡыһы!
Американан Эрин Лавуа тигән ҡатын ике минут эсендә 27 шыршыны бысып йыға ала. Ханым 2008 йылда ошо һөнәрен күрһәтеп, донъяла абсолют рекордсы булған, имеш. Аллам һаҡлаһын, беҙҙең яҡтарҙа бындай кеше булмаһын инде ул!
Канаданан берәү Яңы йыл символикаһы йыйыу­ҙа иң алдынғы. 1988 йылда йыя башлаған да, 2010 йыл­да коллекцияһында 25104 әйбер булыуын һанап сығарғандар.

Айсын АҠБУЛАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға