21.11.2014 Ә беҙҙең ауылда...
Был аҙнала Баймаҡ, Шишмә, Миәкә райондарында йәшәүсе уҡыусыларыбыҙ үҙ хәбәрҙәрен еткерҙе. Ә һеҙҙең ауылда ниндәй яңылыҡтар бар? Шылтыратығыҙ!
«Йәшлек»тең дежур телефоны –
8-965-923-20-00.
Фәриҙә ҺАҒЫНБАЕВА, Баймаҡ районының Буранбай ауылы, ағинәйҙәр клубы етәксеһе:
– Ауылыбыҙҙа ғорурланып һөйләрлек яҡташыбыҙ, шағир һәм шәхес Рәйес Түләккә арналған хәтер кисәһе уҙҙы. Уны уҙғарыу эшенә китапхана мөдире Зәкиә Ғәйетбаева күп көс һалды. Байтаҡ ҡына ҡунаҡ та килгәйне. Шағирҙың ҡатыны Флүрә Түләкова, билдәле шағирҙар Әхмәр Үтәбай, Салауат Әбүзәр, Дамир Шәрәфетдинов булыуы ла сараға мәртәбә өҫтәне. Әлбиттә, бер аҙ моңһоу ине, сөнки Рәйес Түләк арабыҙҙа юҡ, шулай ҙа кисә бик матур, йөкмәткеле үтте. Мәктәп уҡыусылары ла ихлас сығыш яһаны, “Гәүһәркәй” фольклор ансамбле ҡатнашыуы ла бер биҙәк булып торҙо. Беҙ, ағинәйҙәр, шағирға бағышлап мөнәжәт әйттек. Халыҡҡа бик оҡшаны.
Беҙҙең ауылда бик әүҙем кешеләр йәшәй, шуға ла һәр сара, йыйын, байрам сағыу уҙа. Рәхмәт барыһына ла!
Рәғинә НИЗАМОВА, Шишмә районының Шишмә ҡасабаһы:
– Беҙҙең ауылда бик күркәм иман йорто асылды. Ҡыуанысыбыҙ сикһеҙ. Уның гелән халыҡ менән тулы булыуын, үҙенә саҡырып, күңелдәребеҙҙе сафландырып тороуын теләйбеҙ. Мәсеткә тарихи шәхестең исеме бирелде – Хөсәйенбәк. Хажи Хөсәйенбәк хәҙрәт үҙ заманында төбәгебеҙҙең беренсе имамы, бик ҙур ғалим булған. Уның кәшәнәһе лә боронғоноң бер ҡомартҡыһы итеп һаҡлана.
Мәсет асылыу тантанаһына баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин да килде, халыҡ күп булды. Ике ҡатлы, ике манаралы бинала ғибәҙәт ҡылыу урыны ғына түгел, уҡыу бүлмәләре лә, китапхана ла буласаҡ.
Нәзифә ЗӘЙНУЛЛИНА, Миәкә районының Әнәс ауылы:
– Ауылдарҙа йәйен ныҡ ҡыҙыу эш мәле тиҙәр. Мин, һәр ваҡыт ҡыҙыу осор, тиер инем. Һуғым һуйыр мәл етте. Ауыл кешеһе өсөн ул да бик яуаплы бурыс. Йәй буйы аҫраған малын, ҡош-ҡортон һуйып, инде хәҙер рәхәтләнеп ҡышын ашар өсөн һыуытҡыстарға, туңдырғыстарға урынлаштырырға кәрәк. Үҙебеҙҙән артып ҡалһа, һатыуға ла сығарабыҙ. Уныһы мәшәҡәтерәк инде. Ҡыҫҡаһы, ауыл гөрләп тора. Бына ошо көндәрҙә уландарҙы әрмегә лә оҙатырға әҙерләнәләр, мәҙәниәт йортонда ла тантаналы кисә буласаҡ. Ҡышты иҫәнлектә-һаулыҡта сығырға яҙһын. Амин, шулай була күрһен. Башҡортостаныбыҙ халҡына именлек теләйбеҙ.