14.11.2014 Һәр кем сәфәрҙән имен ҡайтһын
Сәфәргә йыш йөрөгәс, ниндәй генә ваҡиғаларға осрамайһың: йә иҫкәрмәҫтән уҙышҡа сығып, юлыңды ҡыялар, йә уң боролош фараһын яндырып, һиңә бәрелә яҙып, кинәт һулға боролалар, йә уҙыу тыйылған ерҙә тыныс ҡына китеп барғаныңда боролоштан, йә үрҙән ҡаршыңа, һинең һыҙатыңа килеп сығалар… Шундай бәлә-водителдәр арҡаһында аварияны булдырмаҫ өсөн хатта бер нисә тапҡыр юлдан да осоп сығылды. Шөкөр, һәр ваҡыт имен ҡотолдоҡ. Ләкин барыһына ла шулай яҙмыш йылмайып-көлөп тормай, үкенескә күрә...
Минең үҙемдең туған тейешле ике ҡустым бер-бер артлы машинала аварияға осрап, һәләк булды. Матур, ҡарағайҙай буйсан, эшкә шәп, кешеләргә ярҙамсыл инеләр. Береһенең улы, ҡыҙы етем ҡалды. Икенсеһе өйләнеп тә өлгөрмәгәйне. Ул күрше ҡалала уҡыны. Имтихан алдынан ғына дуҫы, һөйгәнемде өйөнә алып ҡайтайыҡ, тип өгөтләгән. Ҡустымдың барғыһы килмәһә лә, аҙаҡ күнгән. Кискә ҡарай сығып киткәндәр. Тәғәйен ергә килеп еткәс, көслө ямғыр башланған. Ҡыҙҙы өйө янында төшөрөп ҡалдырғас, ҡустым кире ҡайтырға ашыҡҡан. Һәм бер боролошта машинаһы тайып китеп, әйләнеп, бағанаға барып бәрелгәндәр. Дуҫы иҫән ҡалды, ә ҡустым шунда, ватылған машинаһы эсендә, йән бирҙе (бөтә эске ағзалары өҙөлгәйне, тинеләр аҙаҡ мәйетханала). Күҙҙәрен мәңгегә йомор алдынан, ҡотҡарығыҙ мине, тип шыбырлап өлгөргән...
Быйыл синыфташым һөйөклө кескәй ҡыҙы менән хушлашты: эскән водитель машинаһы менән идара итә алмай, уны түңкәрә, һәм ауыр йәрәхәттәрҙән ҡанға батҡан бала «Тиҙ ярҙам» машинаһында йән бирә. «Әсәй, илама, минең бер ерем дә ауыртмай», – тип үлер алдынан ғәзиз кешеһен йыуатып ятҡан шул сабый…
Әсәләрҙең күҙ йәше менән йыуынғанын күрмәгән водителдәр гел ҡыуа, иҫерек килеш тә руль артына ултырырға ҡурҡмай, башҡаларҙың да ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуям, тип уйлап та ҡарамай. Шул сәбәпле йыл да республикабыҙҙа ғына юл-транспорт ваҡиғаларында 500-ҙән ашыу кешенең ғүмере өҙөлөп тора, ә етешәр меңләп кеше ғәрип ҡала. Һандар бер ни тураһында ла әйтмәйме? Был, бер йыл эсендә тотош кескәй ауыл, йәки биш ҡатлы, биш подъезлы ике йорт ер йөҙөнән юҡҡа сыға, тигән һүҙ. Хәҙер икенсе һанды ла күҙ алдына килтерегеҙ: ҙур бер ауыл тулайым ғына ғәриптәрҙән тора – берәүҙәрҙең арҡа һөйәге һынып, кеше көнлө булып ята, икенселәрҙең һынған аяҡ-ҡулдарынан спицалар һерәйешеп тора (Илизаров аппараты), өсөнсөләренең эсенә тоҡсайҙар бәйләп аҫып ҡуйылған, сөнки авария мәлендә иҙелгән эске ағзалар үҙ функцияһын үтәмәй… Быны күҙ алдына ла килтереүе ҡурҡыныс, әммә ысынбарлыҡ шулай аяуһыҙ – юлда, әйтерһең дә, иғлан ителмәгән һуғыш бара. Ә һуғышты юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәмәгән, үҙ-үҙҙәренә, башҡаларға ҡарата яуапһыҙ водителдәр асҡан. Статистика күрһәтеүенсә, аварияларҙың 87 проценттан ашыуы тап юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған водителдәр өлөшөнә тура килә. Бөтә донъяла аварияларҙың төп сәбәптәре лә бер үк: тиҙлекте самаһыҙ арттырыу, алкоголь ҡулланыу, транспорттың төҙөк булмауы.
Яңылыҡтарға бер күҙ һалыу ҙа етә – юл-транспорт ваҡиғалары көн дә булып тора. Ҡайһы берәүҙәре машиналарҙың зыян күреүе менән генә тамамланһа, икенселәрендә кешеләр ҡорбан була. Йыш булғанға күрә уларға, аварияларға, өйрәнеп тә бөткәнбеҙ кеүек, көндәлек күренеш һымаҡ ҡабул итәбеҙ. Кемдеңдер йортона ҡайғы туҡылдатҡаны, бәлә ябырылыуы хаҡында һирәктәребеҙ уйлана. Ә бит юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеп, уларҙы булдырмаҫҡа ла мөмкин. Бының өсөн бер-береңә иғтибарлы булыу, ябай юл ҡағиҙәләрен үтәү ҙә етә. Ҡағиҙәләрҙе юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторҙарынан, штрафтарҙан ҡурҡҡан өсөн түгел, ә һаулығыңды ҡәҙерләгән өсөн үтәү мөһим. Әйтәйек, машинала хәүефһеҙлек ҡайышын эләктереү, мотоцикл (скутер, мопед) менән идара иткәндә шлем кейеү бер ҙә ҡыйын түгел. Ә инде бәләкәй балаларҙы креслоһыҙ йөрөтөү, миңә ҡалһа, уларҙың ғүмерен, һаулығын күрәләтә хәүеф аҫтына ҡуйыуға тиң. Йәйәүлеләргә лә ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк: юлды тик «зебра» аша үтергә, светофорҙа йәшел ут янғанын көтөргә, транспорт алдына йүгереп сыҡмаҫҡа һ.б. Балаларҙы ла юл ҡағиҙәләренә бәләкәйҙән өйрәтегеҙ, өлкәндәр. Сөнки юл ашығыуҙы, мин-минлекте генә түгел, белдекһеҙлекте, аңһыҙлыҡты ла ғәфү итмәй.
Һандар һәм факттар
– донъяла көн дә юл-транспорт ваҡиғаларында тиҫтәләрсә мең кеше ғүмерлеккә инвалидҡа әйләнә, 3400-ҙән ашыу кешенең ғүмере өҙөлә (йылына 1,2 миллиондан ашыу!)
– Юл-транспорт ваҡиғаларында һәләк булыусылар иҫәбенән сығып ҡарағанда, Швейцария, Голландия, Мальта кеүек илдәрҙә был күрһәткес иң түбәне (100 мең кешегә 3,2 – 4,8 кеше тура килә).
– Британия ла был йәһәттән маҡтана ала – 100 мең кешегә 5,4 һәләк булыусы. Руль артында ултырғанда кеҫә телефонынан һөйләшеү, тамаҡ ялғау, тәмәке тартыуҙы тыйыу авариялар һанын күпкә кәметкән.
(Башҡа илдәрҙә юл-транспорт ваҡиғаларын нисек иҫкәртәләр – был хаҡта киләһе һандарҙың береһендә уҡырһығыҙ).
Баныу ҠАҺАРМАНОВА.