«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Урман, һыу һәм ер – төп байлыҡтар



07.11.2014 Урман, һыу һәм ер – төп байлыҡтар

Урман, һыу һәм ер – төп байлыҡтарУларҙан ябай халыҡ та, дәүләт тә файҙа күрһен ине
Һуңғы 15 – 20 йылда урмандар­ҙың ҡырылыуы, таланыуы хәсрәткә һала. Матбуғат сараларында урындағы халыҡты “ҡара урман ҡырҡыусылар” (черные лесорубы) тип яманлауҙы ҡабул итә алмайым. Был күп осраҡта, бүтәндәрҙән кәм булмайым тип, әҙәмсә йәшәргә ынтылыу ғына бит.

Ни эшләһәң дә, ағас кәрәк

Иң элек эш хаҡын түләмәүҙәр башланды, шунан һуң ауыл хужалығында ла, урман хужалығында ла – эштән ҡыҫҡартыуҙар. Тора-бара производстволар тулыһынса емерелеп, ябылып бөттө, һөҙөмтәлә бик күп техника, шул иҫәптән урман ҡырҡыу, сығарыу эшендәге махсус техника шәхси ҡулдарға күсте. Өҫтәүенә, заманса техника төрҙәре – мотобысҡылар, тейәгес манипуляторҙар, таҫма бысҡылы пилорамалар һатыла башланы. Театрҙа тәүге актта стенала элеүле торған мылтыҡ мотлаҡ атырға тейеш булһа, был техника ла эшләп үҙенең хаҡын ҡайтарырға, хужаһына өҫтәмә табыш килтерергә тейеш. Урманды һаҡлау системаһы юҡ ителде. Лесник бит үҙенең биләмәһендәге һәр төп ҡырҡылған ағас өсөн тулы яуаплылыҡты ала. Мобиль төркөмдәге һаҡсылар бер ат йөгө ҡоро утын тейәп ҡайтып килгән ҡартты тотһа, ҙур эш эшләгән кеүек. Ә башлыса төндәрен һап-һары ҡарағай тейәгән машиналар үтә тора, уларҙы күҙәтеү юҡ. Шул уҡ ваҡытта диләнкә алыу ябай кеше өсөн үтә ҡатмарлы, көс еткеһеҙ эш кеүек. Төҙөлөшкә яраҡлы 5 – 10 м3 япраҡлы ағас һораһаң, һиңә кәм тигәндә ярты гектар майҙан тәҡдим итәләр. Бүтәнсә мөмкин түгел. Ә тәрбиә диләнкәләрен (рубки ухода) эшҡыуарҙар алып бөтә. Ҡайҙа биш, ҡайҙа 10, ҡайҙа 20 гектары менән. Урмансыларға ла диләнкәне бер генә кеше яуаплылығына тапшырыу йәтеш.
Ҡоро утын алам тиһәң, ауыл ха­ки­миәтенән справка, урман хужалығы директорының ҡарары талап ителә, унан һуң лесничий менән осрашып, һөйләшеп килешәһең дә уның ярҙамсыһы йәки мастер-обходчик артынан йөрөй башлай­һың. Бер бараһың, ике, өс, дүрт, биш мәртәбә… Мастерҙы барып алаһың, кире илтеп ҡуяһың, үҙ иҫәбеңә, әлбиттә. Ә һәр төп ҡороған ағастың төбөнә, өҫтөнә билдә һуғьу мотлаҡ. 25 кубометрға етерлек ҡороған ағасҡа билдә һалыу өсөн урман буйлап 10 саҡрым ер үтергә кәрәк. Бер мастер көнөнә ике кешелек утын сүкей ала.
Халыҡ урманһыҙ тора алмай, ағас­тан ҡорған донъя бит, төҙөп бөтмәйһең, йүнәтә башларға кәрәк. Ә бына тәртә, дуға, сана эшләү, һәнәк, көрәк һаптары, һепертке әҙерләү өсөн диләнкә алып еткереп булмай, яраҡлы материалды төрлө урындан һайлап йыйырға кәрәк.
Баҙар заманы тип байраҡ күтәргәс, логика буйынса беренсе булып урмансылар үҙҙәре тауарҙарын тәҡдим итергә тейеш. Минең тәҡдимдәрем: урмандарҙың бер өлөшөн, ауылдарға яҡын ятҡандарын булһа ла, урындағы хакимиәт ҡарамағына күсереүгә өлгәшергә ине. Батша заманында ла, ҡаҙна урмандары менән бер рәттән, мирауай урмандар булған бит. Хакимиәт бюджетының табыш өлөшөн башлыса ер һалымы тәшкил итә, ә урманлы яҡтарҙа иһә ер аҙ, табыш та юҡ. Ә урмандан алынған табыштан булған түләүҙәрҙең билдәле бер өлөшө хакимиәт ҡарамағына инеп торһа, урындағы бюджет та нығыныр, урманды файҙаланыуға, һаҡлауға, яңыртып тороуға ҡараш та үҙгәрер ине.
Бионефть

Урмандар ҡартайып, ныҡ иҫкер­ҙе. Төп сәбәп – уларҙы ҡырҡыу. Шул арҡала уларҙа эшкәртеүгә яраҡһыҙ ағастар ғына ҡала бара. Урманды һаҡлауҙың, яңыртыуҙың иң төп ысулы – уны ваҡытында тулыһынса таҙартып ҡырҡыу (сплошная рубка). Бындай урында ул өр-яңынан яңырып үҫеп китә. Ҡуйы, йәш үҫенте араһында күпме ҡош-ҡорт, хайуан, йәнлек ризыҡ, ышыҡ табып үрсер ине. Хатта айырым төр ағастарҙың орлоҡ ҡойоу ваҡытына ҡарап, был участкала ниндәй төр ағас үҫеп китерен дә күҙалларға була. Ә диләнкә алыусы өсөн төп критерий – ундағы яраҡлы ағас сығышының миҡдары. Иң яҡшы участкаларҙа ла эшкә яраҡһыҙ ағас материалдың миҡдары – 30, хатта 50 процентҡа етә. Утын сеймалына ихтыяж аҙ. Ахырҙа, күпме ағас урманда ятып ҡалып, ауырыу, ҡоротҡостар тарата, иң яҡшы осраҡта яндырылып, атмос­фераны йылыта.
Бына ошо урында минең хыялды эшкә егәйек: әйтәйек, урындағы ауыл хужалығы предприятиеһы ҙур ғына диләнкә ала, әҙерләнгән ағас­тың төҙөлөшкә яраҡлы өлөшөн маҡсатҡа ярашлы ҡуллана, ә ҡалғанын (ваҡ ботаҡтарына тиклем) алып ҡайтып, махсус ҡорамал аша үткәреп, бионефть ала. Бындай материалға шулай уҡ һалам, кипкән мал тиҙәге, полиэтилен, пластмасса, картон һ.б. бара. Әҙер бионефтте “Салауатнефтеоргсинтез” предприятиеһына алып барып, сағыштырмаса әҙ генә хаҡ түләп, бензин, солярка, майлау материалдары алып ҡайтырға мөмкин. Арзан хаҡҡа үҙеңдең яғыулыҡ-майлау материалдарың буласаҡ.
Әлбиттә, был проектҡа ышанмаусылар, һанға һуҡмаусылар, унан да бигерәк, теше-тырнағы менән ҡаршы тороусылар күп буласаҡ. Әлегә власть монополистар ҡулында. Ә бит был проект эре ағас эшкәртеүселәргә лә, нефть магнаттарына ла ысын дәғүәсе була алырлыҡ. Нефтте ҡыуғас, көл ҡала икән, химия производствоһы сеймал итеп ҡабул итмәгән хәлдә, ашлама итеп файҙаланырға мөмкин. Артыҡ йылылыҡ бүленеп сыға икән, электр энергияһы етештер йәки теплица тот һ.б.

Социаль эштәр

Күптән түгел Рузвельттың биографияһын уҡығайным. Унда, был шәхес бөйөк депрессияны социаль эштәр менән еңгән, тип яҙылған.
Беҙҙә лә 2008 йылдағы иҡтисади көрсөк үҙ “эштәрен” башҡарҙы: эш урындары ҡыҫҡартылды, производстволар ябылды. Ә кешеләр икенсе эш эҙләргә мәжбүр булды. Бәғзе­ләре тапты, әммә элеккеһенән күпкә арзаныраҡ баһаланғанын. Эшһеҙҙәргә “социаль эш” биреү тураһында һүҙ йөрөттөләр. Уныһы беҙҙә “ҡара эш” булып сыҡты.
Ә Рузвельт әфәнде күҙ уңында тотҡан социаль эштәр тигәнең дәүләттең көнитмешен күтәреү өсөн иң кәрәкле саралар – йәғни тимер, автомобиль юлдары, күперҙәр, уҡыу йорттары, мәктәптәр, дауаханалар, балалар баҡсалары һ.б. төҙөү – хәҙергесә әйтһәк, инфраструктура барлыҡҡа килтереү икән. Ошоға ярашлы, үҙебеҙҙең ерлектән миҫал эҙләп ҡарайыҡ. Ололарҙың һөйләүе буйынса, боронғо бер заманда башҡорт илендә аслыҡ булған. Батша ғали йәнәптәре был турала белеп, ярҙам йөҙөнән ҡаҙнанан аҡса бүлдергән. Батшаның күрһәтмәһе булғанмы, урындағы етәкселәрҙең башы еткәнме, шул аҡсаны бер ҙә генә таратып бирмәгәндәр, бушлай аҙыҡ та өләшмәгәндәр. Ә эшкә яраҡлы кешеләрҙе яллап, иң элек ауыл зыяраттарын тәрән соҡорҙар менән уратып ҡаҙҙырғандар, юлдарҙы йүнәттергәндәр.
Ә инде совет власы йылдарынан өлгө алырлыҡ миҫалдар һанап бөткөһөҙ. Бик күп проект иң элек төптән уйланылып, шул уҡ ваҡытта “кампанейщина” ярҙамында тор­мош­ҡа ашырыла. Етемлекте, берәҙәклекте бөтөрөү, колхозлашыу, индустриалләштереү, авиация, армияны үҫтереү, флотҡа йәлеп итеү, наҙанлыҡты бөтөрөү, халыҡтар дуҫлығы, туғанлығы – барыһы ла беҙҙең Бөйөк Еңеүебеҙ өсөн тәүсығанаҡтар булған бит. Беҙ белгән дәүерҙә генә лә – атомды, космосты яулау, сиҙәм күтәреү, бөйөк комсомол төҙөлөштәре, Ташкентта, Спитакта ер тетрәү ҡазаларын бөтөрөү, Чернобыль фажиғәһе эҙемтәләренә ҡаршы көрәш – барыһы ла матбуғат сараларында киң яҡтыртылып, йәмғиәтебеҙҙең өлгөргән, аңлы, алдынғы өлөшө ошо һ.б. сараларҙы тормошҡа ашырыуҙа ихлас ҡатнашты.

Баҫҡыслы
һыу һаҡлағыстар

Башҡортостан бейек түгел, әммә таулы республика. Йылғалар күп, ә улар араһында – һыу айырған һырттар. Шул һырттарҙан уяҙҙар башланып китә, ә һәр уяҙ һайын тиерлек, бигерәк тә беҙҙә, урманлы яҡтарҙа, шишмә сығанағы булып, түбәнгә ағып төшөп китә. Бына шунда ла инде эштең “әтнәкәһе”. Шул шишмәнән башлап түбәнгә табан күпме энергия, күпме дым төшөп юғала. Бигерәк тә яҙғы ҡар һыуҙары менән тупраҡтың уңдырышлы өлөшө лә йыуыла. Ауыл хужалығы эшмәкәрлеген уңышлы алып барыу өсөн беҙҙә дымға дефицит бик юғары. Ауыл хужалығы ныҡ алға киткән илдәр менән сағыштырһаҡ, беҙҙәге яуым-төшөм күләме өс-биш тап­ҡыр­ға әҙерәк. Уның да яртыһы яҙғы ташҡын менән бушҡа китеп юғала. Шул ук ваҡытта уларҙа һуғарыу хужалығы иҫ киткес алға киткән. Беҙҙәге кеүек ялан өҫтөндә йәйғор сығарып һиптереп һуғарыу түгел, ә ер аҫтынан, туранан-тура үҫемлек тамырына дым биреү (капельное орошение). Бына шул баяғы уяҙ­ҙар­ға каскадлап һыу һаҡлағыс быуалар төҙөп, иң элек быуанан түбәнгә төшкән һыуҙың энергияһын алып, электр энергияһына әйләндереп, быуала балыҡ үрсетеп, һыуҙы һуғарыуҙа ҡуллан­һаҡ, нисек шәп буласаҡ.
Ҡана йылғаһы Кананиколь­ский­ҙан үрҙәрәк башланып, Әтек эргәһендә Ағиҙелгә ҡоя. Уның һәм ҡушылдыҡтарының һыу бағанаһының бейеклеге 300 метрға яҡын. Боронораҡ уның буйында малына етерлек әҙме-күпме бесән әҙерләп, урман менән кәсеп итеп, һал ағыҙып кешеләр ҙә йәшәгәндер. Совет власы йылдарында туғайҙар­ҙа йәй көндәре ялан яҡ райондарының башмаҡтары көтөлә торғайны. Хәҙерге осорҙа ул йылға буйҙары үҙҙәренең хужалыҡ әһәмиәтен бөтөнләй юғалта бара. Сабын­лыҡтар ташландыҡҡа әйләнә. Йылға буйҙарын ҡондоҙ быуып, һаҙлыҡҡа әйләндерә. Ошо йылға буйынан-буйына каскадлап бы­уалар төҙөлһә, унан алынған электр энергияһы ғына ла яҡындағы Кананикольский, Шанский, Ҡыҙ­ҙарбиргән, Әтек ауылдарын арзан энергия менән тәьмин итһә, ул ауылдарға газ торбалары һуҙыу ҙа кәрәкмәҫ ине – арзан булһа, электр менән дә йылытып була. Ә быуалар аҫтында, матур аҡланлы тигеҙ урындарҙы һайлап ҡалдырып, әүҙем ауыл хужалығы эшмәкәрлеген йәйелдерергә була. Бер быуа аҫтында махсус кәртәлә – электр ҡоймаһы (электроизгородь) эсендә йылҡы, һыйыр, башмаҡтар күсә-күсә иркенләп туҡланып һимереп йөрөй. Улар сығып китеп юғалмай ҙа, айыу-бүре лә килеп инә алмай. Икенсе быуа аҫтында һуғарыу системаһы ярҙамында үҫемлекселек продукцияһы етештерелә. Бында инде бөтә эш автоматлаштырылып, ерҙе эшкәртеү, сәсеү, тәрбиәләү, уңыш йыйып алыу эштәрен электр тракторҙары, роботтар башҡарасаҡ. Минең хыял хатта шуға ла барып етә: ер аҫтына һалынған тамсылап һуғарыу (капельное орошение) торбалар системаһы аша эҫе һыу ебәреп тупраҡты аҫтан йылытып, орлоҡтоң тиҙ шытып сығыуына, иртә өлгөрөп, йылына 2 – 3 тапҡыр уңыш алырға өлгәшергә мөмкин. Экотуризм, агротуризм тураһында әйтеп торорға ла түгел. Был быуалар, аҡландар тәбиғәт мөғжизәләре кеүек буласаҡ.
Минең уйымса, бында аныҡ орлоҡ бар. Иң элек күтәрелеп сығып, ҙур кампания башлап ебәреүгә өлгәшеү зарур.
Әгәр ҙә ошондай тәбиғәт ҡоса­ғындағы фазендала һиңә лә урын булып, шуны тормошҡа ашырыу өсөн аҡсаңды, көсөңдө, аҡылыңды, белемеңде сарыф итә алһаң, үҙең өсөн ғорурлыҡ, ил алдында батырлыҡ, киләсәк быуындар өсөн фиҙакәрлек өлгөһө булыр ине.

Фәрит ТИМЕРБАЕВ.

Күгәрсен районы,
Бикбулат ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға