«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » «Йәшлек»кә тоғролоҡ йәки Игенсе бешергән икмәк тәме



07.11.2014 «Йәшлек»кә тоғролоҡ йәки Игенсе бешергән икмәк тәме

«Йәшлек»кә тоғролоҡ   йәки Игенсе бешергән икмәк тәмеУчалы районының Илсеғол ауылында йәшәүсе Сания Шәми­ғо­лова быйыл бик тә үҙенсәлекле юбилей билдәләй. Ғаиләһе өсөн үҙенә күрә ҙур бер ваҡиға булған етмеш биш йәшен билдәләүен әйтмәйем. Үҙенсәлекле юбилей беҙҙең баҫма менән бәйле – Сания Ғиләж ҡыҙының «Йәшлек»те алдырыуына быйыл теп-теүәл алтмыш йыл! Алтмыш йыл «Йәшлек» менән дуҫлыҡ, алтмыш йыл «Йәшлек»кә тоғролоҡ – иҫ китерлек дата бит! Ошо осор эсендә генә донъяла күпме үҙгәреш булды, етәкселәр килде-китте, гәзитебеҙҙең исеме үҙгәрҙе, ә Сания апай 1954 йылдан бирле бер тапҡыр ҙа яратҡан баҫмаһына хыянат итмәй, уға гел дә иң тәүгеләрҙән яҙыла. Ҡайһы саҡ аяҡ аҫтында ни тиклем ышаныслы күренгән ер ҙә тетрәп, кешенең ҡотон алып, һелкенеп ҡуя, ә Сания апайҙың тоғролоғо саҡматаштай. Был күркәм сифатты бер туҡтауһыҙ үҙгәреп торған заман елдәре лә, артҡандан-артҡан хаҡтар ҙа һынай, әммә ҡаҡшата алмай. «Йәшлек»те алдырҙым, алдырам һәм киләсәктә лә, һау булһам, яҙыласаҡмын!» – тип шылтыратҡан тоғро гәзит уҡыу­сыбыҙ менән танышыу маҡсатында Илсеғолға елдереп барылды. Ошоғаса тик телефон аша ғына таныш апайҙы бик тә күрге килә ине. Етмәһә, уның тормош иптәше лә кем бит әле ул – Учалы районының почетлы гражданы, данлы комбайнсыбыҙ Рәис Сәлмән улы! Донъялағы һәр ваҡиғаға ҡарата үҙ фекере булған ярһыу йөрәкле ағай ҙа «Йәшлек»те яратып, энәһенән ебенәсә уҡый, бер нәмәгә лә битараф ҡалмай.
Иҫкәрмәҫтән тиерлек килеп төшһәк тә, Шәмиғоловтар беҙҙе ҡолас йәйеп ҡаршы алды. Нишләптер, уларҙың икеһе лә буйға тәпәш, йыуантыҡ, ергә табан эйелгән кешеләрҙер, тип күҙаллағайныҡ, ни тиһәң дә, һигеҙенсе тиҫтәне ҡыуалар бит. Тик, баҡтиһәң, улар икеһе лә төҙ, һомғол, буйсан икән (минән бер башҡа аша ҡарап торалар!). Ә алсаҡлығы, ҡунаҡсыллығы, йомартлығы менән бөтөнләй һушты алды был гүзәл пар. Тәү күреүҙән үк күңелгә ятҡан мөләйем йөҙлө Сания апай менән Рәис ағайға бер аҙҙан башкөлләй ғашиҡ булынды. Үҙҙәрен яратмаҫлыҡ та түгел шул, инде лә ихластар, көләкәстәр, аралашыуҙа ябайҙар. Улар менән һөйләшеп ултырыу – үҙе бер ғүмер. Килгән һәр кемгә хужаларҙың ишеге һәр саҡ шулай асыҡ, йөҙҙәре яҡты, һыйҙары – табында. Һуң, йылыға йылан да эйәләгәс, йорттарынан кеше аяғы өҙөлмәүе аңлашылып тора инде. Был күркәм, нурлы, яҡты йорттоң хужаларын бик күптәр рәхмәт тойғоһо менән иҫкә ала.
– Контораға йомош-фәлән менән таныштар килһә (ә яҡын-тирәләге ауылдарҙа һәр кем тиерлек таныш), уларҙы тотам да сәйгә саҡырам, шунан был хаҡта кәләште иҫкәртәм, һәм төшкө ашҡа ҡайтыуыбыҙға өҫтәл әҙер, – тип совет осорон иҫләп йылмайҙы Рәис ағай. – Кеше таң менән юлға сығыр алдынан әллә тамаҡ ялғаған, әллә юҡ, тип уйлайым, асыҡҡандыр, сарсағандыр, ә ауылда ашхана юҡ. Шунан нисек саҡырмайһың инде?!
– Хужабикәнән аҙаҡ эләгә торғайнымы үҙегеҙгә «аврал» өсөн? Ни тиһәң дә, саҡырылмаған ҡунаҡ бик сетерекле мәсьәлә… Ҡунаҡты алдан хәстәрләүең хәйерле.
– Ҡыҙым, ул йәһәттән кәләштән һис бер ҡасан бер ауыр һүҙ ишетмәнем. Күңелең киң булһа, барыһына ла урын табыла.
Шәмиғоловтарҙың төп сифаттары ла шул, буғай – киң күңеллелек. Киң күңелгә, яуызлыҡтан, көнсөллөктән, ике йөҙлөлөктән башҡа, бар донъя һыйған. Сания апай менән Рәис ағай­ҙың икеһенең дә бала сағы ауырлыҡта үткән, нужа күреп, ыҙа сигеп үҫкәндәр, шуғалыр ҙа кеше хәленә инә беләләр.
Сания Туңғатар ауылында йәшәүсе Рабиға менән Ғиләж Мөхәмәт­шиндарҙың ишле ғаиләһендә дүртенсе бала булып донъяға килә. Шул осор крәҫтиән балаларының барыһының да иңенә төшкән аслыҡ-яланғаслыҡ Мөхәмәтшиндарҙы ла урап үтмәгән. Уҡырға ынтылышы ҙур булһа ла, ҡыҙға ете синыф менән хушһынырға һәм колхоз эшенә сығырға тура килә.
Рәис иһә Ялсығол ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуып үҫә. Зирәк бала алты йәшенән ат менән ер һөргән, ете йәшенән алып ун һигеҙе тулғансы ферма көтөүен көткән. Бәлиғ булғас, һин үҫкәнһең, башлы-күҙле булырға ваҡыт, тип Рәискә эшкә шәп, телгә үткер, сибәр Санияны димләй­ҙәр. Яҙмыштарын өлкәндәр хәл итә һәм йәштәр сәстәрен сәскә бәйләй. Икеһенең дә әсәләре балаларын өйләндереүҙе юҡҡа ашыҡтырмаған кеүек килеп сыға: тәүҙә Рәистең әсәһе вафат була, аҙаҡ Санияның әсәһе гүргә инә. Ярҙамсыға, кәңәшсегә иң мохтаж саҡта уларҙың китеп барыуы йәштәрҙең бәкәленә һуға. Ғәзиз кешеләрен юғалтыу бер-береһен нығыраҡ ҡәҙерләргә өйрәтә, һәм бер-береһенә нығыраҡ ылыҡҡан Сания менән Рәис, Комсомольск ҡасабаһында төҙөлөш башланғанын ишетеп, шунда йүнәлә. Рәискә – төҙөлөштә, Санияға тауыҡ фермаһында эш табыла. Ятаҡта бүлмә алып, киләсәккә матур хыялдар ҡороп, бик матур, татыу йәшәп китә улар. Икеһенә лә йүнләп уҡыу теймәгәс, һөнәрҙәре лә булмай, шуға ла белем алыуҙы төп маҡсат итеп алалар үҙҙәренә. Ҡыҙҙары Римма тыуа, ике йылдан Урал улдары ғаиләне ишәйтә. Йәш әсә төҙөлөшкә эшкә күсә. Ирле-ҡатынлы Шәмиғоловтар көндөҙ эшләй, кисен мәктәптә уҡый. Саҡ ҡына буш ваҡыт килеп сығыу менән Сания бәпестәре янына йүгерә, көнө буйы үҙҙәре генә ултырған ҡыҙы менән улын ашатып-эсереп, ыштан-йүргәктәрен йыуырға ашыға. Ир менән ҡатындың икеһенә лә еңел булмай: бар көстө һалып эшләп өйрәнгәнгә, эштән арман­һыҙ булып ҡайталар, уҡырға ла ихласлыҡтарын йәлләмәйҙәр. Ба­лалар ауырып, төндәрен йоҡо эләкмәгән мәлдәр ҙә була. Ләкин алдарына алғанды ҡуймаған ныҡышмал Шәми­ғоловтар хыялдарына хыянат итмәй, урта мәктәпте тамамлай. Сания, артабан уҡыуын дауам итеп, комбайнсылар курсын бөтә, шунан тракторсылар курсында уҡый, һатыусы һөнәрен дә үҙләштерә.
– Рәис ағайың да уҡырға һәләк шәп, отҡор ине, шуға гел дә, уҡы, тип торҙом, ниәттәренә ҡаршы сыҡманым, – ти Сания апай. – Ул Вознесенкала механизаторҙар курсында белем алғас, Сибай техникумының аграр факультетында уҡыны, Бәләбәй ауыл хужалығы техникумына барам, тигәс, донъя бер үҙемә ҡала, ауыр, тип торманым, фатиха бирҙем.
Һатыусыға уҡыған, техниканы яҡшы белгән Сания апайҙың үҙен 28 ауылды берләштергән ҡеүәтле «Поляковка» совхозының машина-трактор паркына келәт мөдире итеп эшкә алалар. Мөдирҙең эше еңел, бар бурысы билгә асҡыстар тағып алып, тәғәйен сәғәттә келәттәрҙе асып-ябыу ғына, тип уйлағандар ныҡ хаталана. Сәсеү, урып-йыйыу ваҡытында төндәрен дә эшкә саҡыртып алалар. Сөнки ул замандарҙа баҫыуҙарҙа эш тәүлек әйләнәһенә тиерлек бара һәм техника емерелеп, келәт мөдиренән запас частар таптыралар. Ғүмер буйына тик ир-егеттәр менән эшләргә тура килә Сания апайға. Әммә улар тарафынан ауыр һүҙ әйтеү, ҡырын ҡараш ташлау, аҫтыртынлыҡ булмай. Изге күңелле, ярҙамсыл, асыҡ йөҙлө ҡатынды барыһы ла ихтирам итә, уның фекере менән иҫәпләшә. Сания Ғиләж ҡыҙының фиҙакәр хеҙмәте әллә күпме Маҡтау ҡағыҙы, рәхмәт хаты менән билдәләнгән.
Тәбиғәт биргән отҡорлоғон, тырышлығын белем менән нығытҡан Рәис ағай ҙа механизатор эшендә юғары уңыштарға өлгәшә. Ун дүрт йыл буйына Учалы районында уны ураҡ һуғыуҙа бер кем дә ҡыуып етә алмай, еңеүсе исеме Рәис Сәлмән улында ҡала бирә. Ул 1981 йылда икенсе дәрәжә республика кубогын яулай (беренсе дәрәжә кубок Баймаҡ егете Риза Яхинға эләгә). Алдынғы механизатор ҡырҡлап грамота, «Фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы, Почет Билдәһе ордены менән дә бүләкләнә. Рәис ағайҙың иң дәртле, шәп саҡтарын иҫләп, комод төптәренән грамоталарын, таҫмаларын сығарттыҡ. «Иң яҡшы механизатор», «Иң яҡшы комбайнсы», «Ураҡ батыры» тигән яҙмалы ал таҫмаларҙы түшәп һалғас, диван тулды! Кейеп ҡарарға йөрьәт итмәһәк тә, ҡара тир аша яу­лан­ған таҫмаларҙы әйләндереп-тул­ғандырып ҡарап, бәлки, ҡото йоғор, тип, һыйпап-һыйпап, ураҡ батырына һоҡландыҡ.
– Булды бит заманалар… – тип көрһөндө Рәис ағай. – Ул осорҙа хеҙмәт шарттары бик ауыр ине. Ҡарлы ямғыр аҫтында ла йыш иген һуҡтыҡ, ә кабиналар асыҡ, һалҡын електәргә үтә. Етмәһә, ҡырҙа ятып эшләйбеҙ, ҡыуыштарҙа кейем киптерергә урын юҡ, егеттәр һыуыҡ алдыра ла, ауырыған килеш эшләргә мәжбүр. Звеньевой инем, был хәлгә башҡаса түҙә алмай, үҙебеҙгә вагондар һорап, етәкселәргә барҙым, хәлде аңлатып бирҙем. Береһе: «Имеш, Шәмиғолов тигән кеше ҡырҙа ятып иген һуға икән», – тип ауыҙ йырмаһынмы?! Һи­кереп тороп өҫтәлгә һуҡтым да, икмәк ашайһыңмы, тим, эйе, ти, ағарынып, ана шул икмәкте беҙ һиңә ҡара тир түгеп үҫтереп бирәбеҙ, тип көйҙөм. Ике аҙнанан вагон була, тип вәғәҙә биреп тороп ҡалдылар. Ысынлап, һүҙҙәрен тоттолар. Бына шулай ҙа булды… Район буйлап йөрөп иген һуҡтыҡ, башҡа райондарға ла, Силәбе өлкәһенә лә беҙҙе ебәрҙеләр, айҙар буйы ҡайтмай йөрөлдө.
– Ул саҡта Римма ҡыҙыбыҙ атаһының «Башаҡ» исемле звеноһында ашнаҡсы булып эшләне, – тип һүҙгә Сания апай ҡушыла. – Тәмлерәк бешерәйем, тип, күңелен һалып тырышты балаҡайыбыҙ. Өйҙән бар нәмәне ташыны: йә һуған алып китә, йә йоморт­ҡа, йә кишер… Аҙаҡ ул Пятигорск ҡалаһындағы фармацевтика институтына уҡырға киткәс, урынына өс кеше алдылар, сөнки етешә алманылар. Үҫмер генә балабыҙ нисек бер үҙе өлгөрҙө икән, тип әлегәсә аптырайбыҙ.
Алма ағасынан алыҫ төшмәй инде ул. Шәмиғоловтарҙың Римма ҡыҙҙары институтты ҡыҙыл дипломға тамамлап, оҙаҡ йылдар ҡалабыҙҙа дарыухана мөдире булып эшләне. Әлеге ваҡытта Өфөлә йәшәй, провизор булып эшләй. Уның ҡыҙҙары Айгөл менән Наилә лә юғары уҡыу йорттарында тик ыңғай билдәләргә өлгәшә.
Урал улдары – ике йыл Афғанстанда интернациональ бурысын үтәгән яугир. Үҙенә ҡарата талапсан, егәрле, ярҙамсыл Учалы егетен – БТР экипажы командирын – иптәштәре лә, коман­дир­ҙары ла ихтирам итә. Бер ваҡыт юлда уның машинаһы шартлай. Кон­тузия алған Уралды иптәштәре алып сығып өлгөрә... Өйгә хат яҙғанда Аф­ғанстанда һуғыш барыуы, контузия алы­уы тураһында ләм-мим өндәшмәй. Өсөнсөгә ауырлы йөрөгән әсәһе радионан, Афғанстанда һуғыш бара, тигәнде ишетә лә, магазинға барғас, ҡатындарҙан, унда ысынлап һуғышмы икән әллә, тип һорай. Бер ҡатын, бәй, шуны ла белмәйһеңме, унда ни күптән һуғыш бара, ти. Быны ишеткәс, Сания апайҙың күҙ алдары ҡараңғыланып китә, нисек ҡайтып еткәнен дә иҫләмәй… Ошо көндән алып уның бар уй-теләге Уралға барып тоташа: «Иҫән-һау ғына ҡайт инде, балам!» Бер көндө радионан Афғанстанда тап улы хеҙмәт иткән ерҙә ҡаты бәрелеш булыуы, күп кенә һалдаттың һәләк булыуы хаҡында әйтәләр. Тағы аяҡ аҫтында ер уйылып киткәндәй тойола, Сания апай аҡылдан яҙыр сиккә етә. Балаһы өсөн өҙгөләнгән әсәнең шул мәлдә сикә сәстәре ағарып сыға. Уралдан хат алғас ҡына бер аҙ тыныслана... Әлдә тормоштарына ҡыуаныс, нур өҫтәп Светлана ҡыҙҙары тыуа. Уралдың Афғанстан­дағы ҡыйыулығы «Батырлыҡ өсөн», «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн», «Афған һуғышында ҡатнашыусыға» һәм башҡа миҙалдар, Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары менән билдәләнгән. Армия­нан ҡайтҡас, ете йәшенән атаһының ярҙамсыһы булып эшләгән егет комбайнға ултыра. Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтының механизация факультетын уңышлы тамамлағас, «Илсеғол» совхозында өлкән инженер булып эшләй. Юридик белем дә алған Урал һуңынан тормошон эске эштәр бүлеге менән бәйләй, шул юҫыҡта күп юғарылыҡҡа өлгәшә. 2009 йылда отставкалағы полковник дәрәжәһендә хаҡлы ялға сыға. Сабыр, аҡыллы ҡатыны Вилә менән улар шәп ике ул үҫтергән. Оло улдары Вадим армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, ике юғары белем алып, уңышлы эшләп йөрөй. Аграр университетты тамамлаған Радим әлеге ваҡытта – армияла (егеттәр мотлаҡ армияла хеҙмәт итергә тейеш, тип иҫәпләгән Урал ағайҙың улдары ла шул уҡ фекерҙә, ахыры).
Шәмиғоловтарҙың кинйәкәйҙәре Светлана ла ата-әсә өсөн тик шатлыҡ сығанағы. Мәктәптә уҡығандан алып район гәзитенә матур мәҡәләләр яҙған Светлана Сибай институтының юридик факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлап, байтаҡ ваҡыт «Сәләм» тапшырыуын алып барҙы. Аҙаҡ үҙ һөнәре буйынса «Башкирэнерго» йәмғиәтенә эшкә урынлашып, кейәүгә сығып, әлеге мәлдә бәпәй баға.
Дүртенсе балалары ла бар Шәмиғоловтарҙың – Сания апайҙың һеңлеһенең ҡыҙы Әлфирәне тәрбиәләп үҫтерә улар. Әлфирә лә матур ғаилә ҡороп, Ағиҙел ҡалаһында йәшәй.
Сания апай менән Рәис ағай – бик бәхетле кешеләр. Сөнки балалары, ейән-ейәнсәрҙәре улар өсөн өҙөлөп тора. Беҙ булған арала ғына ла шылтыратып, хәл белешеп өлгөрҙөләр. Ата-әсә өсөн шунан оло ҡыуаныс бармы ни?!
– Балаларға, кәләшемә рәхмәттән башҡа һүҙем юҡ. Тулайым алғанда, тормошом менән риза булһам да, түрәләргә ярай белмәгәнмен, тип үҙемде үҙем шелтәләп тә ҡуям ҡайһы саҡ, – тип һағышлы көлдө Рәис ағай. – Йәш саҡта иғтибар ителмәһә лә, һәр бер ваҡиға, һәр һүҙ йөрәккә яҙыла барған икән. Кем рәнйеткән, кем ауыр һүҙ әйткән – шулар иҫкә төшә лә, йөрәкте яндыра ғына...
– Ҡуй, уйлама ул турала, – тип иренең иңбашына ҡағылды Сания апай. – Барыһы ла һәйбәт бит, барына шөкөр.
– Кәләш мине гел шулай тынысландыра, – Рәис ағай уға йылы ҡараш ташланы. – Ысынлап, Аллаға шөкөр, балалар, ейәндәр, килен-кейәүҙәр шәп, кәләштән уңдым. Шуға инде лә ҡыуанам. Башлағас, тағы бер фекеремде әйтәйем әле. Һәр кемгә этәреүсе кеше кәрәк икән, олоғайғас ҡына шуны аңланым. Әсе тир менән һуға­рыл­ған хеҙмәтең менән генә булдырып булмай. Эшеңде күргән, һине күтәргән кешеләр ҙә талап ителә. Һәр намыҫлы тырышҡа, эшһөйәргә изге йөрәкле кешеләр осрап торһон, үргә үрләгән тәгәрмәскә таяҡ тығыусылар булмаһын, тип теләйем шуға. Ғөмүмән, бер-береңдең ҡәҙерен белеп, ауыр һүҙ менән кеше йөрәген яраламай, башҡаларҙы рәнйетмәй йәшәргә кәрәк. Ниндәй хәлдә лә Кеше булып ҡалыуың мөһим!
Сания апай ҙа, ирен ҡеүәтләп, намыҫлы ғүмер итер кәрәк, тип өҫтәй:
– Балаларҙы махсус рәүештә нотоҡ уҡып ҡына тәрбиәләп булмай. Гел эш менән булып, уларға артыҡ ваҡыт та бүлә алманыҡ. Шулай ҙа улар беҙҙән күреп, үҙ аллы, ныҡышмал, тырыш, аҡыллы, әҙәпле, кешелекле булып үҫте.
Изгелекте, намыҫты гел беренсе урынға ҡуйған Сания апай менән Рәис ағай хаҡлы ялға сыҡҡас та ҡул ҡаушырып ултырмаған, йәмәғәт эшенә ҡатышып киткән – үҙешмәкәр коллектив­тар­ҙың йөҙөк ҡашы булған. Хужабикә әле һаман ҡул эштәрен күргәҙмәгә ҡуйып, гөл-сәскәләр үҫтереп, конкурс­тарҙа беренсе урын ала, ә Рәис ағай йәшелсә-емеш үҫтерергә ярата, икмәк бешерә. Эйе, эйе, яңылыш уҡыманығыҙ, Рәис ағай бешергән икмәк ашап туйғыһыҙ тәмле! Бына шулай, талантлы кеше һәр нәмәлә талантлы – быны Сания менән Рәис Шәмиғо­ловтар тағы бер ҡат раҫлай. Башҡорт телендә сыҡҡан әҙәби әҫәрҙәрҙе, баҫмаларҙы алдырып уҡыған, башҡаларға һәр йәһәттән өлгө булған алдынғы ҡарашлы яҡташтарыбыҙ менән нисек ғорурланмайһың инде?!
«Йәшлек»кә яҙылдыңмы? Нишләп һаман яҙылмағанһың, тираж кәмей бит, яҙыл!» – тип балаларын, туғандарын, күршеләрен өгөтләп, беҙҙең гәзитте таратырға ярҙам иткән Сания апайҙы тыуған көнө һәм «Йәшлек»ле алтмыш йыллығы менән ҡотлап, уға тик изге теләктәр теләп хушлаштыҡ. Рәис ағайға иһә ул бешергән икмәкте яңынан ауыҙ итергә килергә вәғәҙә бирҙек. Иген үҫтергән кеше бешергән икмәк бигерәк тәмле була икән ул. Әллә изге күңелле булғанға шулай аш-һыуҙары айырыуса тәмлеме икән Шәмиғоловтарҙың?

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға