07.11.2014 Ике яңғыҙлыҡ осрашҡанда
– Һине тыңлаған мин иҫәр, ыңғайыңа тороп, ҡысынып сығып китмәһәм, йылы фатирымда рәхәтләнеп карауатта йоҡлап ятҡан булыр инем, – әхирәтем, мине ихласлап әрләп, тулғана торғас, ниһайәт, йоҡлап китте. Үҙемде артыҡ ғәйепле тоймаһам да, һыуыҡ үткәреп, ауырып китмәһә ярар ине, тип теләй-теләй, уның өҫтөнә шәлемде яптым. Бер уйлаһаң, ысынлап та, ямғырлы һалҡын көндө Ирәмәлгә бармаһаҡ та, һис бер еребеҙ кәмемәҫ ине. Әммә, икенсе яҡтан ҡарағанда, нисәнсе йыл рәттән йәйҙәр йә һыуыҡ, йә ямғырлы килә, көн торошона ҡараһаң, өйҙән сыҡмай тик ултырырға кәрәк. Был юлы иптәштәр ҙә, күмәкләп барһаҡ, күңелле буласаҡ, тип, шул тиклем ихласлап ныҡ саҡырҙы, баш тартыу уңайһыҙ кеүек тойолдо. Хәҙер бына ят инде ямғырҙан һуң күшегеп, һалҡын палаткала йылына алмай, тип үҙемде үҙем игәргә тотондом: «Нишләп, башҡаларға күңелле булһын тип, һикереп төштөм әле ул?! Кеше күңелен уйлаһаң, үҙеңдең хәтерең ҡалыр… Етмәһә, плита менән һыуытҡыстан ары йөрөргә яратмаған әхирәтемде тауға күтәрелергә өгөтләп күндергән булдым. Йәнәһе лә, йәй үтеп бара, ә тәбиғәт ҡосағында ял да иткәнебеҙ юҡ. Ял итмәһәк тә, бер еребеҙ ҙә кәмемәҫ ине әле».
– Янығыҙға мөмкинме? – палатка тышында ҡатын-ҡыҙ тауышын ишетеп, ҡолаҡты ҡарпайттым.
– Әлбиттә, ултырығыҙ, – тип яуапланы ир тауышы. – Инде барыһы ла йоҡлап бөткәндер тип уйлаһам…
– Нишләптер йоҡо алмай, өшөтәме шул, – ҡатын, өшөп, иңбаштарын йыйырған һымаҡ тойолдо, көлгәндәй итте, – ә һеҙ бөгөн усаҡ һаҡсыһы булып ялландығыҙмы әллә? Нишләп йоҡламайһығыҙ?
– Эйе, ялландым, – ир ҙә йылмайҙы, буғай, – оҡшай миңә усаҡ янында ултырыу. Ирәмәлдә саҡта ниндәй йоҡо булһын ти ул?! Йылына бер генә киленә бында, ә йоҡоно өйҙә лә һимертәм мин. Ә һеҙ, бәлки, артыҡ арығанға йоҡлай алмайһығыҙҙыр?
– Шулай, ахыры. Йыл буйына креслонан тормай ултырырға тура килә.
– Бухгалтермы әллә һеҙ?
– Эйе, – ҡатын шым ғына көлдө. – Маңлайыма яҙылғанмы һөнәрем?
– Үпкәләмәҫһегеҙме?
– Юҡсы, нишләп ыртаға үпкәләй ти…
– Маңлайығыҙ түгел, фигурағыҙ «һатты» һеҙҙе.
Ҡатын кинәт ҡысҡырып көлөп ебәрҙе, шунан тиҙ генә ауыҙын яба һалды:
– Уй, Аллам, әйтмәксе лә, арт яҡ ауырайҙы шул. Дүшәмбенән зарядка эшләй башлайым, диетаға ултырам, тип нисә йыл үҙемә үҙем һүҙ бирәм, тотоп булмай. Эштә гел иҫәп-хисап менән ултырабыҙ. Етмәһә, бер туҡтауһыҙ тәм-том менән сәй эсәбеҙ. Үҙебеҙ ҙә шул йыуасаларға оҡшап бүлтәйҙек. Ә һеҙ хәрби кешеме? Һынығыҙ ҡарағайҙай төҙ.
– Юҡ, производствола эшләйем. Хәрәкәттә – бәрәкәт, тип, электән спорт, туризм менән мауығам... Йәш саҡта усаҡ янында ултырырға урын ҡалмай торғайны, хәҙер иптәшкә кеше тапмаҫһың, тип бойоғоп ултыра инем, ҡалай һәйбәт иттегеҙ әле ул яныма сығып. Сәй эсәһегеҙме?
– Баш тартмайым, – ҡатын көлдө. – Һыйлағанда һыуҙы ла эсәм!
Тыштағылар сәйгә әүрәп, мыштырлағанда, мин, былар кемдәр булды һуң, тип баш ватырға тотондом. Ғәҙәттә, һәр төркөм айырым урынлаша, ә был юлы һалҡын көн беҙҙе, төрлө ерҙән килгән өс төркөмдө, бер ергәрәк тупланы. Ҡунырға урынлашҡанда байтаҡ кеше йыйылып киткәйне, барыһын да танып-белеп бөтөлмәне. Ҡатындың үҙебеҙҙең милләттән икәне асыҡ, һөйләшкәндә саҡ ҡына акценты беленә, ә ир рус кешеһеме икән, әллә ситтә йәшәп урыҫлашҡан бәндәме? Үҙемдең уйҙарға әүрәп, тыштағыларҙы онота яҙғанмын. Уларҙың көлөшә-көлөшә сәй һемергәнен ишетеп, минең дә сәй эскем килде. Ҡырҙағы сәй шундай тәмле бит ул! Етмәһә, ир ҡатынды бал, печенье менән дә һыйлай, буғай. Төкөрөктө йота-йота, йоҡо тоғона нығыраҡ урандым, йылы урынымды ҡалдырып, палатканан сығырға ирендем. Уңайһыҙ булһа ла, тегеләрҙең әңгәмәһенә тағы ҡолаҡ һалдым.
– Биш йыл инде, – тип ир ниҙер һөйләй ине. – Тәүҙә ҡыйын булды, хәҙер өйрәндем.
Әллә ҡатыны үлгәнме, тип тертләнем. Ә, юҡ, айырылышҡандар икән, тип тынысландым.
– Юҡҡа ғына айырылышыуҙы кескәй үлем менән сағыштырмайҙар, ысынлап ауыр икән, – тип ир усаҡҡа утын өҫтәне шикелле, осҡондар сыртланы. – Уның менән институтҡа документтар тапшырғанда таныштыҡ. Уны тәү күреүҙән үк яраттым. Ҡурсаҡ кеүек кенә ҡупшы ҡыҙҙы күрҙем дә, бына ул – минең буласаҡ ҡатыным, тинем үҙемә. Тулҡынланыуҙан ҡалтыр-ҡолтор килеп, таныштым, йөрөп киттек. Нәҙекәй генә билле һылыуҡай күңелемә ятты ла ҡуйҙы шул, атай-әсәйемде, туғандарҙы, дуҫтарҙы онотторҙо. Барыһын да икенсе планға күсертте. Уға тиклем йәшәмәгән дә һымаҡ инем. Үҙем шарҙыуан холоҡло, эсемдәге – тышымда. Ә ул шымыҡай, ҡарашын йәшерә лә, йылмая ла ҡуя, ни уйлағанын да белеп булмай. Йөрөп киттек, тип, уны осрашыуға саҡырам да, эргәһендә күбәләк кеүек бөтөрөлөпмө-бөтөрөләм. Ә ул, әбейендә йәшәгән тәкәббер ҡыҙ, кәйефе булһа, яныма сыға, сыҡмаһа, сыҡмай ҙа ҡуя. Осрашырға ризалашһа, ҡарашын ергә төбәй ҙә, йылмайһа – йылмая, йылмаймаһа, йылмаймай, шым килә. Ауыҙынан ике-өс һүҙ ишетһәм дә бәхетлемен. Тик ул мине оҡшатамы-юҡмы, белеп булмай. Ярай, тора-бара барыбер үҙемә ҡаратам, тип ныҡышам һаман.
Имтихандарҙы уңышлы тапшырып, студенттар исемлегенә эләктем, һөйгәнем инә алманы. Исемлектә үҙенең фамилияһын тапмай, уртын сәйнәп, ҡара янған ҡыҙымды йәлләүҙән йөрәгем ярыла яҙҙы. Деканатҡа барып, уҡырға инмәйем, фәлән-фәлән исем-шәрифле ҡыҙҙы минең урынға алығыҙ, тинем. Әлбиттә, минең менән йүнләп һөйләшеп тә торманылар. Уҡырға инмәһәгеҙ, һеҙҙең урынға ҡырҡмаһа ҡырҡ кеше бар, башты ҡатырып йөрөмәгеҙ, тип кире борҙолар. Һөйгәнем менән бергә уҡымағас, институттың ҡыҙығы юҡ, тип, документымды алған да булыр инем, әсәйем юлыма арҡыры төштө: «Афғанстанға аласаҡтар бит һине! Үҙеңде уйламаһаң, мине уйлар инең!» Ҡан баҫымы күтәрелеп, хатта дауаханаға эләкте. Йәш саҡтың максимализмы: әсәйемде ҡыҙғаныуҙан бигерәк, йөрөгән ҡыҙымдың уҫал ғына итеп, уҡы, тигән һүҙе етте. Ул үҙе училищеға уҡырға инде. Икебеҙ ике ерҙә булһаҡ та, уның артынан сабауыллауымды ҡуйманым. Саҡ ҡына буш ваҡытым булдымы, училище менән ятаҡ ишеген ҡәнәфер тотоп ҡарауыллайым. Ә һөйгәнемдең йәне көйә: «Ниңә аҡса әрәм итеп, сәскә алаһың?!» Нишләп әрәм булһын, тип аҡланам: «Һинең өсөн бер ни йәл түгел!» Инде йөрөгәнгә ярты йыллап ғүмер үтте, ә ул үҙен үптереү түгел, бер тапҡыр ҡосаҡлатманы ла, тип кистәрен бер аҙ үпкәләп тә ятам. Иркен студент тормошо менән йәшәп киткән дуҫтарым уға Ҡар королеваһы тип исем тағып, үҙеңде туңдыра күрмәһен инде, тип минән көлә. Ысын, шулай һалҡын, тәкәббер ҡала бирҙе ул миңә ҡарата. Хәйер, миңә генә түгел, башҡаларға ла шулай хис-тойғоларын йәлләне. Артыҡ йылмайғанын да күрмәҫһең. Ә йөрәккә ҡушып, бойороп булмай, уны бер нәмәгә ҡарамай һөйә бирәм, Ҡар королеваһының туң йөрәген иретеремә ышанам.
– Иреттегеҙме һуң? – тип тауыш бирҙе ҡатын.
– Юҡ… Иретһәм, айырылышмаҫ инек бит, – ир ауыр һуланы, буғай. – Яңы йылда түҙмәнем, өйләнешергә тәҡдим яһаным. Ул миңә ҡарата бер тойғоһон да белдермәгәс, баш тартыр тип уйлағайным, ә ул риза булды ла ҡуйҙы. Тамам аптыратты, ярай, тигән ҡыҫҡа ғына һүҙе менән. Дуҫтарым, ашыҡмайһыңмы, ул бит һине яратмай, тигәс, минең һөйөүем икебеҙгә лә етерлек, тип ышаныслы яуапланым. Мине атлатып түгел, осортоп йөрөткән, һәр көнөмә мәғәнә өҫтәгән, мине илһамландырған, тормошомдо йәмләгән мөхәббәтем хатта ташты ла иретерлек көскә эйә кеүек ине. Ташты, бәлки, иретер ҙә ине, тик минең королевамдың йөрәгенә генә көсө етмәне.
– Яратыуығыҙға яуап ҡайтарманымы?
– Юҡ. Туйҙан һуң асыҡланыуынса, уның бер генә мөхәббәте бар ине, тик кешегә ҡарата түгел, ә аҡсаға ҡарата. Шул тиклем аҡсаға ҡаныҡҡан, байлыҡ, тип иҫе киткән кешене күргәнем юҡ ине… Аҡса, тиһәң, аҫылыныр… Бик ҡаты, уҫал булып сыҡты. Курсташтар, студент туйын да үткәрегеҙ, тип ҡыҙыҡтырғайны, шунда уның тәүге тапҡыр күп итеп һөйләгәнен ишеттем. Һөйләүе, тип, ирешеүе булды. Йыйын әтрәгәләмдәргә генә аҡса әрәм итмәгәнем ҡалғайны, һинең дуҫтарың эсеү-типтереүҙән башҡа нимә белә, тип башланы ла, һиңә кейәүгә сығып яңылыштым, тип тамамланы тирадаһын. Дуҫтарыма тел тейҙереүе оҡшаманы. Уларҙың һиңә ни зыяны тейгән, тигәйнем, йә мин, йә улар, тип ҡырт киҫте. Әйткәндәй, дуҫтарым – яҡшы кешеләр, барыһы ла тормошта үҙ урынын тапты, береһе лә эскегә һабышманы. Ләкин улар менән дуҫлыҡҡа нөктә ҡуйырға тура килде (әле яңыраҡ ҡына яңынан аралаша башланыҡ, шулар менән Ирәмәлгә килдек). Шул әлеге ыҙғыш мәлендә, ә нишләп кейәүгә сыҡтың һуң, тип һораным. Мин һеҙҙе байҙыр, фатирығыҙҙа артыҡ әйбер күренмәгәс, аҡсағыҙ иҫәптә яталыр, тип уйланым, ти. Бер аҙ нығынғас, атай-әсәйемде йәшәргә өйрәтергә тотондо (әсәйемә күберәк эләкте). Йәнәһе лә, улар йәшәй белмәй: китап йыйғансы, фарфор сервиздар йыйырға кәрәк булған; походтарға сабауыллағансы икенсе фатирға аҡса һалып барырға һ.б., һ.б. Минең интеллигент атай-әсәйем был һүҙҙәрҙән шаңҡып, ни әйтергә лә белмәй, тораташтай ҡата торғайны. Ә бит кәләшем үҙе лә ябай ғаиләнән, атай-әсәһе ғүмер буйы колхозда бил бөккән ябай колхозсылар. Ҡайҙан унда был аҡсаға ҡанығыу килеп сыҡҡандыр, этем генә белһен. Һәр хәлдә, уның, аҡса, аҡса, тип йәшәүе миңә лә, үҙенә лә, балаларға ла бәхет килтермәне. Бер тамсы күңел йылыһын йәлләне… Мине түгел, балаларҙы һис бер ҡасан һөйөп, иркәләмәне.
– Нисә балағыҙ бар?
– Икәү. Икеһе лә бәхетһеҙ булып үҫте. Балаларға иң тәү сиратта әсә йылыһы, әсә мөхәббәте талап ителә икән, бер минең генә йылым аҙ булды, тормоштарын йылытырға ул етмәне. Һүҙ ҙә юҡ, ҡатыным бар нәмәне өйгә ташыны, фатир алғас, уны ялтлатып ҡуйҙы. Тик шул ялтырауыҡ бүлмәләрҙә беҙгә урын булманы. Теймә, ҡағылма, бысратма, сыйып ҡуйма… Бер көн шулай, 30 декабрь көнө, ҡатын менән киске ашҡа ултырҙыҡ. Биш йәшлек өлкән улыбыҙ яныбыҙға килде лә, серле йылмайып, ә беҙ һеҙгә бүләк эшләнек, әйҙәгеҙ, күрһәтәм, тип, беҙҙең йоҡо бүлмәһенә саҡырҙы. Артынан эйәрҙек. Унда кесе улыбыҙ еҙ батмустай балҡып тора. Йоҡо бүлмәбеҙгә килеп ингәс, ике балабыҙ ҙа шундай оло ғорурлыҡ, эске бер тантана менән ҡулдарын йәйеп, бына ҡарағыҙ, был һеҙгә Яңы йылға бүләк, тип стенаға күрһәтте. Әйткәндәй, ҡатын ҡырҡмаһа ҡырҡ белеше аша көс-хәлгә бик ҡиммәтле обойҙы ҡулына төшөрөп, уларҙы яңы ғына йәбештергәйнек. Шул обойға балалар шыршы, ҡар бөртөктәре, дүрт кеше һынын яһағайны – улар етәкләшкәйне. Мин һүрәтте күрҙем дә, күҙҙәремдән йәштәр бәреп сыҡты, йөрәгемә йылы йүгерҙе, бәләкәстәребеҙҙең беҙҙе ҡыуандырырға тырышҡанына инде лә ихлас ҡыуандым. Ә ҡатыным беҙгә эскерһеҙ йылмайып, маҡтау, хуплау көтөп, ҡояштай балҡып ҡарап торған улдарыбыҙҙың икеһен ике яҡҡа бәреп осормаһынмы?! Барыһы ла аңғармаҫтан булды, балаларҙың һағына баҫып өлгөрмәнем, шуға һаманғаса улар алдында үҙемде ғәйепле тоям... Балалар «шар-р» итеп ҡалды. Туҙынған, һаман балаларға ынтылған бисәне ситкә этеп, улдарыбыҙҙы ҡосаҡҡа алдым. Бәләкәсебеҙ үкһеп илай ине, ә өлкәнебеҙ ҡурҡышынан ҡатҡайны. Ул шунан һуң тотлоғоп ҡалды, аҫтына ярау итә башланы. Ҡатыным үҙенең хатаһын аңланы ла бит, әммә һуң ине шул. Миңә оҡшап, бик хисле булған улыбыҙ ҡурҡыу сиренән арынманы. Һуңынан рәтләнер, һауығыр, тип уйланыҡ, әммә ул тора-бара бөтөнләй эсенә бикләнде, тотлоғоуы арҡаһында уҡыуы ла алама булды. Этеп-төртөп туғыҙҙы бөттө лә, уҡырға ситкә китеп, юғалды.
– Нисек юғалды? – ҡатындың тауышында ҡурҡыу яңғыраны.
– Шулай, араларҙы бөтөнләй өҙҙө. Эҙләтеп тә ҡарағайныҡ, тапманыҡ.
– Күрәһең, исем-фамилияһын алмаштырғандыр.
– Әллә инде… Бәлки, сит илгә сығып киткәндер, тип өмөтләнгән булабыҙ.
– Ә бәләкәсегеҙ?
– Ул минең менән йәшәй. Беҙ айырылышҡас, әсәһе менән ҡалырға теләмәне. Бер ҙә өйләнергә ашыҡмай, эшен дә, ҡыҙҙарҙы ла бер туҡтауһыҙ алмаштыра ла алмаштыра. Уйын автоматтары менән ныҡ мауығып, тәҡәтте күп ҡоротҡайны. Бурыстарын түләр өсөн әллә күпме тапҡыр кредит алырға тура килде. Хәҙер көнө буйы компьютерҙа уйнай. Айыуҙай егет көндәр, төндәр буйы уйнаһын әле, йәнең көймәҫ ерҙән көйөр…
– Шуға Ирәмәлгә сығып киттегеҙме әллә?
– Шулай тиһәң дә була. Өйҙә ултырып, толҡа тапмайым.
– Ә ниңә өйләнмәйһегеҙ? Яңғыҙ ҡатындар күп бит, – ҡатын ошо һүҙҙәрҙе уйынсалап әйтте, бәлки, ҡаш та һикерткәндер. Ләкин ҡараңғыла уны кем күрһен?
– Күп тә бит… Тик мин ҡатынымды ғына яратам, – әйтәм бит, ирҙә бисә-сәсә ҡайғыһы юҡ.
– Улай ҙа буламы ни?
– Була икән шул… Йөрәгемдә тик бер генә мөхәббәткә урын булған.
– Ә ҡатынығыҙ? Ул кейәүгә сыҡтымы?
– Уны кем алһын?! – ир ирмәк кенә көлөп ҡуйҙы. – Хәйер, сығам, тиһә, алыусылар булыр ине, һылыу ҡатын бит ул. Әммә ул бер кемде лә яратмай, бар бәлә шунда. Уға был тойғо бөтөнләй ят.
– Һеҙ ҙә тапҡанһығыҙ бит кемде яратырға…
– Яҙмыш… Әйҙәгеҙ, сәйегеҙҙе яңыртам! Өшөмәнегеҙме? Миндә плед бар, хәҙер сығарам.
– Ҡуй, бимазаламағыҙ үҙегеҙҙе! – ҡатындың тауышы үтә лә иркә, яғымлы яңғыраны.
– Ниндәй бимаза ти ул?! Һеҙҙең хаҡта хәстәрлек күреү миңә ифрат оҡшай. Ҡатын-ҡыҙҙың ҡайһы яғынан торорға ла онотолған, берәй хилафлыҡ ҡылһам, ғәфү итерһегеҙ.
Ир кеше тороп китте. Ҡатын усаҡ янында яңғыҙы ҡалды. Ә мин кешелек тарихында тәүге доллар миллиардеры Рокфеллерҙың балалары хаҡында иҫләп, уйға баттым. Сереп байыған ирле-ҡатынлы Рокфеллерҙар, баптистар булараҡ, үҙҙәренә лә артыҡ бер ни рөхсәт итмәгән, ул-ҡыҙҙарын да бик ныҡ ҡаты тотҡан, гел ауыр эш менән баҫҡан. Һөҙөмтәлә Чикаго университетын асҡан, мохтаждарға пенсиялар, талантлыларға стипендиялар түләгән, дауаханалар тотҡан Джон Рокфеллерҙың өлкән ҡыҙы Бесси хатта аҡылдан яҙған. Нефть магнаты Рокфеллер улы Джонниҙың да ихтыярын һындырған... Ғүмер буйы һөйөүгә сарсап, мөхәббәткә мохтаж булып, теләгәнен ала алмай, аҡсаны уңға-һулға осорған ҡатын булараҡ тарихҡа ингән ҡыҙҙары Эдит, аҡылға еңеләйеп, ғүмер көҙөн яңғыҙы ҡаршылаған: ире, балалары унан баш тартҡан. Аҡса, байлыҡ ҡына кешене бәхетле итһәсе…
Инде йоҡлап киткән саҡта, усаҡ янында кемдәр булды икән, тигән уй ҡайҙандыр өҫтән елеп үтте: «Хәйер, барыбер түгелме… Ике яңғыҙлыҡ осрашҡандыр. Ә мин ирекһеҙҙән шуның шаһиты булдым».
Баныу ҠАҺАРМАНОВА.