07.11.2014 «Яҙмышым тик үҙемдеке»
Әбйәлил районының Таҡһыр ауылында йәшәүсе Мәүлиха Өмөтҡужина мәғариф алдынғыһы ғына түгел, абруй яулаған әүҙем йәмәғәтсе лә
Оло йәштә лә матурлығын юймаған, һәр кем менән уртаҡ тел таба белгән, зауыҡ менән кейенгән ҡупшы кәүҙәле, мөләйем йөҙлө Мәүлиха Өмөтҡужина мәғариф алдынғыһы ғына түгел, әүҙем йәмәғәтсе лә. Һәр эште булдыра алыуы, иҫ киткес матур холҡо, уңғанлығы менән Таҡһырҙа ғына түгел, районда ла танылған шәхес.
Мәүлиха апай Иҙәш Ҡусҡары ауылында тыуып, Тәпәндә үҫеп буй еткереп, Ишҡол мәктәбендә урта белем алып, артабан Сибай педучилищеһын уңышлы тамамлай. Йүнәлтмә буйынса Таҡһырҙа башланғыс кластар уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай. Үҙ яҙмышын да ошонда таба ул. Уңғанлығы, егәрлелеге, ышаныслы булыуы менән Фәйзрахман Абдрахман улы оло терәк була. Тик үкенес, 30 йылға яҡын татыу, матур ғүмер кисергәс, Фәйзрахман ағай 52 йәшендә генә ҡаты ауырыуҙан гүр эйәһе була. Ярай күңел йыуанысы булған улы Фидан әсәһенең өмөтөн аҡлай. Мәктәпте уңышлы тамамлап, ике юғары белемгә эйә. Ул Өфө дәүләт авиация техник университетын һәм магистратураны тамамлай. Мәүлиха Ғибат ҡыҙы ауылда тәүгеләрҙән булып айыҡ туй үткәреп, улын өйләндерә. Йәштәр әле Магнитогорск ҡалаһына төпләнгән – Фидан – инженер-конструктор, Гөлназ ҡаланың пенсия фонды идаралығында эшләй.
Ун туғыҙ йәшенән килен булып төшкән еренә таш кеүек батып, инде Таҡһырҙа 44 йыл ғүмер кисереп, оло абруй яулаған Мәүлиха Ғибат ҡыҙы, мәктәп эше булһынмы, йәмәғәт эшеме, бар күңелен һалып атҡарып сығыуы менән уңыштарға ирешә. Ауылда үткәрелгән бөтә мәҙәни сараларҙың сценарийын яҙыусы ла, төрлө спектаклдәрҙе сәхнәгә ҡуйыусы режиссер ҙа, дүрт мәртәбә ойошторолған «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» осрашыуының оҫта алып барыусыһы ла. Таҡһыр ауылының барлыҡҡа килеү тарихын өйрәнеүҙе лә, ауыл халҡының нәҫел-нәсәбе шәжәрәһен төҙөүҙе лә Мәүлиха апайға ышанып тапшыралар. Таҡһырҙарҙың рәттән дүрт саҡырылышҡа ауыл советы депутаты итеп Мәүлиха Өмөтҡужинаны һайлауы ла уның булдыҡлылығы, вәғәҙәһен эше менән бойомға ашырыуы тураһында һөйләй. Бер аҙға мәктәп эшен ҡалдырып, клуб мөдире булып эшләү дәүерендә лә, йәштәр менән бергәләп «Уңыш» исемле агитбригада ойоштороп, «Заветы Ильича» колхозының һәр станында игенселәрҙең күңелен күтәреп сығыш яһайҙар. Мәүлиха апай дәртле һәм эшһөйәр булыуы арҡаһында үҙ донъяһын көтөргә лә, йәмәғәтселек эшенә лә өлгөрә. Һабантуй һәм башҡа күләмле сараларҙың уртаһында ҡайнап, республика кимәлендә райондың данын күтәреүгә үҙ өлөшөн индерә. Шул ваҡытта ойошторолған «Теләнсе» фольклор ансамбле әле лә уңышлы эшләп килә. Тырыш ҡатындың хеҙмәте юғары баһалана – ул СССР Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнә. Бынан тыш, «Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы» исеменә лә фиҙакәр хеҙмәте аша лайыҡ була. Уның йәмәғәтселек эшендәге тырышлығын баһалаған Маҡтау ҡағыҙҙары бихисап.
– Балалар уҡытыуҙан тыш, депутатлыҡ бурысымды үтәп, ҡатын-ҡыҙҙар советын да етәкләп, төрлө сараларҙың уртаһында ҡайнап, ғүмер көҙөнә килеп еткәнемде лә һиҙмәй ҡалғанмын. Тормош юлымда әллә күпме ҡыйынлыҡ, һынау осраны. Аллаһы Тәғәлә ярҙамында бар осраҡтан да имен сығыу юлдарын насип итте. Яҙмышым тик үҙемдеке. Оло тормош башлаған еремдең халҡына мәңге рәхмәтлемен, кешеләрҙең эскерһеҙлеген, ихтирамын тойоп йәшәүем менән бәхетлемен, – тине үткәненән ҡәнәғәтлек кисергән Мәүлиха апай Өмөтҡужина.
Күптән түгел илле биш йәштән өлкән, үҙ халҡының яҡты киләсәге, рухи ныҡлығы хаҡына йәмәғәт эшен ең һыҙғанып алып барған, халыҡ араһында ихтирам яулаған ҡатын-ҡыҙҙар араһында ойошторолған «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» исемле беренсе республика конкурсына абруйлы ханымдар менән бергә Мәүлиха Өмөтҡужина ла Өфөгә саҡырыла. Өфөнән ул йәшәүгә көс алып, дәртләнеп ҡайта.
Хаҡлы ялда булһа ла, өйҙә ятып тынғылыҡ тапмаған Мәүлиха апай әле ауылдың ветерандар советын етәкләй. Мәҙәни сараларҙа ҡатнашыу, ауылдаштарының хәстәрлеген тойоу, дини сараларҙың уртаһында ҡайнап йәшәүҙе тормошоноң мәғәнәһе, асылы итеп күрә. Бала сағынан Тәпән ауылында Ғүмәр олатаһы сәскән дин һабаҡтарын күңеленә һеңдереп үҫкәнгәлер, аят-сүрәләрҙе ятлау уға еңел бирелә.
Ҡапҡаһында «Иң абруйлы кеше» табличкаһы эленеп тороуы Мәүлиха Ғибат ҡыҙының донъяһының да күрекле, бөхтә булыуын, халҡы араһында булмышы менән ихтирам яулауын күрһәтә. Бындай баһаға һоҡланғыс ауылдашым ысынлап та лайыҡ.
Зөлфиә ЗАҺИТОВА.
Әбйәлил районы.