«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Һәр сабый үҙ өлөшө менән тыуа. Ҡатындар, бала табыуҙан ҡурҡмағыҙ



17.10.2014 Һәр сабый үҙ өлөшө менән тыуа. Ҡатындар, бала табыуҙан ҡурҡмағыҙ

Шулай ти 11 бала тәрбиәләп үҫтергән Герой-әсә Нәзифә Хөснөтдинова.

Һәр сабый үҙ өлөшө менән тыуа.  Ҡатындар, бала табыуҙан ҡурҡмағыҙХәҙерге әсәләрҙән: «Өсөнсөгә бәпәй табырға уйламайһығыҙмы?» – тип һорауың була, уларҙың күбеһенән кире яуап алаһың. «Нишләп ярлылыҡты арттырыр­ға», – тип ебәреүселәр ҙә бар. Хәҙерге заманда өс балалы ғаилә күп балалы тип иҫәпләнә, төрлө ташламалар менән файҙалана, ә инде биш һәм унан күберәк балалыларға дәүләт ярҙамы тағы ла ҙурыраҡ. Беҙ үҫкән заманда өс балалы ғаилә бәләкәй ғаилә тип һаналды, биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләү ғәҙәти күренеш ине. Ауылыбыҙҙа ун һәм унан да күберәк бала тәрбиәләп үҫтереп, аяҡҡа баҫтырған дан ғаиләләр бар. Был мәҡәләмдә шундай ғаиләләрҙең береһе тураһында бәйән итмәксемен. Һүҙем Баймаҡ районының Күсей ауылында йәшәүсе 11 бала әсәһе Нәзифә Әхмәҙиә ҡыҙы Хөснөтдинова хаҡында.



Хәҙерге йәштәргә әйтер һүҙҙәре лә бар Герой-әсәнең: «Һәр бала үҙ өлөшө менән тыуа. Күп бала табыуҙан ҡурҡырға ярамай. Ишле ғаиләлә үҫкән балалар тәртипле була. Бер туғандар бер-береһенә терәк булып, ярҙам итешеп йәшәй. Хөкүмәт тә күп балалы ғаиләләр­ҙе ҡайғырта: льготалар бар, «әсәлек капиталы» алалар.


Нәзифә апай 1936 йылда Баймаҡ райо­нының Туҡтағол ауылында донъяға килә. Атаһы 1942 йылда фронтҡа китә һәм әйләнеп ҡайтмай. Әсәһе Хәйерниса биш бала менән тороп ҡала. Нәзифә апайға һуғыш афәтенең бөтә ауырлығын татырға тура килә.

– Атайым, балаларҙы үлтермә инде, тип хат яҙа торғайны. Беҙҙе асыҡтырмаҫ өсөн әсәй өйҙәге һатырҙай нәмәне һатып бөттө, өләсәй­ҙән ҡалған ҡомартҡы – бер селтәр менән толоп ҡына ҡалды. Әсәйем мине үҙе менән эйәртеп, колхоз эшенә алып китә, Мөрит ағайым, бала ғына көйө, өйҙә бәләкәстәр менән ҡала. Эш араһында башаҡ йыябыҙ, тик ҡайтып килгәндә, Йәшелдә (кисеү исеме – авт.) 2 – 3 һыбайлы көтөп тороп, бөртөкләп кенә йыйған нәмәбеҙҙе түктереп ала. Илап ҡайтып китәбеҙ.

Икмәкте лә норма менән генә бирәләр: колхозсыларға наҡыҫ ҡына бүленә, ә старателдәрҙең ғаиләһенә мул ғына өлөш тейә. Асыҡҡан кеше күп булды. Ер асылыу менән Ирәндектән ҡайтманыҡ: ҡымыҙлыҡ, әтлек, балтырған, һарына, әсе йыуаны яулыҡ-яулыҡ йыйып алып ҡайтып ашайбыҙ. Киндер ыуалап, шуны ла ашай торғайныҡ. Бер һыйыр тоттоҡ. Күк һөтө беҙгә – балаларға, ә майын бер бот итеп йыйып, фронт өсөн тип, хөкүмәткә тапшырабыҙ. Яҙ быҙаулаған һыйырҙың башмағын да көҙ етеү менән алып сығып китәләр. Кис етһә, әсәйҙәр һуҡыр шәм яҡтыһында (кәрәсине лә наҡыҫ бит әле) бирсәткә, ойоҡбаш бәйләй.
Колхоз эшендә – ҡатын-ҡыҙ ҙа бала саға. Өлкән апайҙарҙы Белоретҡа ағас ҡырҡырға алып китеп бөттөләр.

Һуғыштан һуң да еңел булманы, ил күргәнде күрҙек. Атайһыҙ ҡалғас, бөтә эш әсәйҙең иңенә төштө. Беҙ ҙә бала ғына көйө колхоз эшенә егелдек. 16 йәшемдә әхирәтем Нәсихә менән прицепщик булып эшләнек. Трак­торҙың артына ултырып алып, һабанға тығылған үлән, кәҫте таяҡ менән этеп төшөрәбеҙ. Бишенсе кластан һуң, әсәйгә ярҙам итергә кәрәк тип, уҡыманым. Өс ҡыҙ менән колхозға башмаҡ ҡарарға эшкә сыҡтыҡ. Һәр беребеҙгә – 70-әр башмаҡ. Шунан фермаға һауынсы итеп күсерҙеләр. Ҡул менән 20-шәр һыйыр һауабыҙ ҙа, арбаға үгеҙ егеп, һөтөн Хәлил ауылына алып барабыҙ. Айыртылған һөттө кире алып ҡайтып, сусҡа фермаһына тапшырабыҙ. Алдынғы булып, премиялар алып эшләнем. Эш ауыр булһа ла, йәшлек үҙенекен иткәндер инде, алты саҡрымдан йәйәүләп, Күсей клубына уйынға йөрөнөк. Шул осорҙа әсәйемә ҡусты тейеш Батыр Вәлид беҙгә йыш ҡына килә торғайны. Ул һуғыштан тома һуҡыр булып ҡайтты, шуға беҙ уны етәкләп клуб­ҡа ауыл халҡы менән осрашыуға алып бара инек, – тип хәтер йомғағын һүтте Нәзифә апай.

1956 йылда Нәзифә апай әрменән ҡайт­ҡан Күсей ауыл егете Рафиҡ Хөснөтдиновҡа тормошҡа сыға. Ире бүлексә идараһында хисапсы булып эшләй. Улар бер-бер артлы 11 балаға ғүмер бүләк итә.

«Ауыр булғандыр инде 11 баланы кеше итеүе», – тиеүемә Нәзифә апай былай тип яуап бирҙе: «Хәҙерге кеүек иҫәпкә тороу, декретта ултырыу тигән нәмә булманы. Ярай әле, ауылда кендек әбейҙәре күп ине. Шуларҙың һәм ауыл фельдшер­ҙары – Зәкиә, Ләләнең ярҙамы менән таптым инде балаларҙы. Эшемде ташламаным, балалар бер-береһен ҡараны. Биш һыйыр аҫраныҡ. Таңғы сәғәт биштән тороп һауып, һөтөн эш итәм. Иртәнсәк сөсөләй, кис әсетеп икмәк бешерәм. Эш өсөн иген бирҙеләр, шуны Хәлил тирмәненә алып барып һалдырабыҙ. Күп итеп картуф сәсәбеҙ. Малайҙарҙың ҡулынан салғы, һәнәк, көрәк төшмәне. Аталарынан эшкә өйрәнеп үҫтеләр. Ҡыҙҙар минең тирәлә уралып, өй, ҡул эштәренә өйрәнде. Ун бер бала өҫтөнә тағы фалиж һуҡҡан ҡәйнәмде лә ҡарап, ризалығын алдым».

Тормош гел генә һин теләгәнсә бармай бит. Ғаилә башлығы Рафиҡ ағай был яҡты донъянан бик иртә китеп барҙы. Нәзифә апай итәк тулы бала менән яңғыҙы тороп ҡалды. Әммә әсә кеше, бер кемдән дә ярҙам өмөт итмәй, 11 балаһын аяҡҡа баҫтырыу өсөн барыһын да эшләй. Ул бәләкәстәрен үҫтерешергә ярҙам иткән өлкән улдары Нафиҡ менән Шафиҡҡа рәхмәтле. Иң өлкәндәре Нафиҡ: «Ҡусты-һеңлеләремде үҫтерешеп, уҡытып, эйәле-башлы иткәс кенә үҙем өйләнәм», – ти һәм шулай итә лә.

– Балалар үҫә торҙо, бер-бер артлы мәктәпкә бара башланы. Йыл да бер баш малды тотоноп, уҡыуға кейем һатып алам. Балаларымдың бөтәһе лә яҡшы уҡыны. Ата-әсәләр йыйылышынан ҡыуанып ҡайта торғайным.

Һуғыш осоронда ла, һуғыштан һуң да беҙгә Магниттың (Магнитогорск – авт.) файҙаһы ҙур булды. Сейә йыябыҙ ҙа таңғы сәғәт өстән ат менән Әлмөхәмәт стансаһына сығып китәбеҙ. Сейәне һатып, аҡсаһына балаларҙың өҫ-башына алып, ауылға төндә генә ҡайтып етәбеҙ, – тип хәтерләй Нәзифә апай.
Мәктәпте бөткән һәр балаһына һөнәр алыр­ға ярҙам итергә тырыша әсә кеше. Бөгөн улар араһында таусылар ҙа, ауыл хужалығы эшсәндәре лә, педагогтар ҙа, бухгалтерҙар ҙа бар. Сибайҙағы «Аҡ­буҙат» балалар баҡсаһында эшләгән Мәүлиҙә «Башҡортос­тан Республика­һының мәғариф алдынғыһы» маҡтаулы исемен йөрөтә. Үкенескә күрә, Нәзифә апайға бала ҡайғыһы кисерергә лә тура килә: әрменән ҡайтҡан улы Тимерйән фажиғәле һәләк була.

Әлеге ваҡытта ул ата йорто нигеҙен һыуытмай, кесе улы Илшаттың ғаиләһе менән йәшәй. Бер туғандар тыуған йорттары юлына саң ҡундырмай, йыш ҡайтып тора. Бергә йыйылыуҙары иһә һабантуй­ҙы хәтерләтә.

1974 йылда Нәзифә апайға «Герой-әсә» тигән исем бирелә. 55 йәше тулғансы эшләп хаҡлы ялға сыға ул. «Республика етәкселегенә рәхмәт, Әсә йылында «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһына путевка бүләк итте. Унда 300 Герой-әсә ун көн ял иттек», – ти.

Балаларының эше, йәшәр урыны булыуына, аҡыллы, эшһөйәр, тәүфиҡлы булып үҫеүҙәренә ҡыуана: «Килен-кейәүҙәремдән дә уңдым, үҙ балаларымдай күрәм. 18 ейән-ейәнсәрем, дүрт бүлә-бүләсәрем бар. Ейәнсәрем Юлиә Харисова Сибай телевидениеһында эшләй. Күреп тораһығыҙҙыр», – тип, ғорурланыуын йәшермәй өләсәй кеше.

– Бөгөн, мәктәптәр ябыла, тип саң ҡағалар. Элегерәк беҙҙең бәләкәй генә урамдан бер мәктәп асырлыҡ бала йыйылыр ине. Хәҙерге йәштәр бала табырға тырышмай. Яландай өйҙә бер бөртөк бала. Ә беҙҙең бәләкәй генә өй тулы бала, – ти Нәзифә апай.

Хәҙерге йәштәргә әйтер һүҙҙәре лә бар Герой-әсәнең: «Һәр бала үҙ өлөшө менән тыуа. Күп бала табыуҙан ҡурҡырға ярамай. Ишле ғаиләлә үҫкән балалар тәртипле була. Бер туғандар бер-береһенә терәк булып, ярҙам итешеп йәшәй. Хөкүмәт тә күп балалы ғаиләләр­ҙе ҡайғырта: льготалар бар, «әсәлек капиталы» алалар. Шулай ҙа яңы ғаилә ҡорған йәштәргә йәшәп китеүе еңел түгел. Боронғолар: «Ятып инер өйөң булһын, ярыҡ ҡаҙаның булһын», – тип хаҡ әйткән. Йәш ғаиләләргә ер участкаһын өс балалы булғас ҡына бирәләр. Ә шуға тиклем улар ҡайҙа йәшәргә тейеш була һуң? Эшләп алған аҡсаларының күп өлөшөн фатир өсөн түләйҙәр. Ҡайһы берәүҙәр туйға төшкән аҡсаһына банкынан ссуда алып ҡушып, ер участкаһы һатып ала ла, шуны түләп аҙаплана. Өй һалыу уйын эш түгел – уныһына аҡса еткерә алмай. Ярай әле, минекеләр күп булғас, бер-береһенә өй һалып биреште. Ә ярҙам итер кешең булмаһа, өйҙө өй итер өсөн кәмендә 5 – 10 йыл кәрәк. Өйҙө төҙөп бөткәс, табырмын әле, тип кисектерә торғас, бала таба торған ваҡыттары үтеп тә китә, һуң була.

Тағы ла мине борсоған бер нәмә тураһында әйтәйем әле. Ниңә насар йәшәгән ғаиләләрҙәге балаларҙы әсәләренән айыралар икән? Мин быға ҡырҡа ҡаршымын. Яҡшымы, яманмы, һәр балаға ла үҙ әсәһе кәрәк. Кем тапҡан, шул ҡараһын. Әсәһе эсә икән, эскән кешегә ҡарата ҡаты сара күрһендәр, бала­лар­ҙы үҙ ояһынан туҙҙырмаһындар ине. Бала уйынсыҡ түгел бит тартып алыр­ға. Ошолар тураһында уйлаһам, уйылып китәм…»

Бына шулай тормоштағы хәл-ваҡиғаларға ҡарата үҙ фекерен белдереп, фәһемле кәңәштәрен биреп, әүҙем тормош менән йәшәй Нәзифә апай. Тормоштан артта ҡалмай, донъя яңылыҡтары менән ҡыҙыҡһына, «Йәшлек», «Атайсал» гәзиттәрен алдыра, дини китаптар уҡый.

Ағай вафат булғас, бер үҙе 11 баланы аяҡҡа баҫтырған йәтеш кенә кәүҙәле, теремек, гел йылмайып, мәрәкәләп һөйләшкән, рух күтәренкелеген юғалтмаған апайға ҡарап: «Ысынлап та, Герой әсә, уның тормошо – ҡаһарманлыҡ өлгөһө. Бындай дан әсәгә һәйкәл ҡуйғанда ла аҙ булыр», – тип уйланым.

Сәғиҙә БАЙНАЗАРОВА.
Сибай ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға