30.04.2011 Илдә бензин дефицитын кем тыуҙырған?
Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәт (ФАС), Рәсәйҙең ҡайһы бер ҡалаларында бензин дефициты барлыҡҡа килеүендә нефть компанияларының законһыҙ эш итеүе ғәйепле, тип иҫәпләй.
«Бының картель һөйләшеп килешеүҙәрҙең бер төрө булыуы ихтимал – монополияға ҡаршы закон тарафынан бындай закон боҙоуҙарға ҡарата яуаплылыҡ ҡаты, хатта енәйәт эше асылыуы мөмкин», – тип белдерҙе ФАС башлығы Игорь Артемьев Рәсәй яғыулыҡ союзы (РТС) вәкилдәре менән уҙғарылған кәңәшмәлә.
Бензин дефицитын иң тәүҙә Алтай крайында йәшәүселәр кисерә – апрелдә был төбәккә бензин поставкалаусы «Роснефть» – «Алтайнефтепродукт» һәм «Газпромнефть – Алтай» нефть компаниялары автозаправкалау станциялары хужаларына, сәбәбен аңлатып тормайынса, яғыулыҡ һатыуҙы сикләгән. Һөҙөмтәлә заправкалау станцияларында оҙон сираттар барлыҡҡа килгән. ФАС-тың Алтайҙағы идаралығы иһә нефть продукттары баҙары операторҙарын тикшерә башлаған.
РТС президенты Евгений Аркуша ФАС-тағы кәңәшмәлә бындай хәлдең тағы ла Санкт-Петербургта, Воронежда, Новосибирскиҙа, Сахалинда күҙәтелеүе тураһында һөйләне. Бынан алда Аи–92 һәм Аи–95 маркалы бензиндың Брянск өлкәһе заправкаларынан да юҡҡа сығыуы тураһында хәбәр булған.
РТС вәкилдәре фекеренсә, яғыулыҡ дефициты тулайым һәм ваҡлап һатыу сегменттарында хаҡтарҙың ныҡ түбәнәйеүе арҡаһында барлыҡҡа килеүенә бәйле. «Роснефть», «Газпромнефть» кеүек һәм башҡа ҙур компаниялар бензинды ваҡлап һатыу хаҡын 5 һумға кәметһә, яғыулыҡты тулайым һатып алғанда уның хаҡы 1–2 һумға арзаная. Ә бәләкәй компаниялар өсөн был үтә лә отошһоҙ», – тип белдерҙе Алтай яғыулыҡ союзы президенты Юрий Матвейко.
«Кортес» эксперттары, властарҙың Рәсәйҙә хаҡтарҙы кәметергә тигән талабынан һуң нефтселәрҙең экспорт поставкаларын арттырыуы дефицит тыуҙырҙы ла инде, тип билдәләй.
ФАС нефть компаниялары етәкселәренә эске нефть продукттары баҙарындағы хәл-торошто тотороҡландырыу кәрәклеге тураһында иҫкәрмә ебәрҙе. Шул уҡ ваҡытта уларҙан яғыулыҡ дефициты барлыҡҡа килеү сәбәптәрен аңлатыуҙарын талап итте. Ә нефть компаниялары етәкселәре яғыулыҡ көрсөгөнә ҡыҫылыштары булмауы һәм Алтайҙағы хәл-торошто тотороҡландырыу өсөн ашығыс саралар күрелеүе тураһында хәбәр итте. «Роснефть» компанияһынан белдереүҙәренсә, улар йыл башынан бензинды экспортлау хаҡын, былтырғы йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, ике тапҡырға тип әйтерлек кәметкән. Был компания вәкилдәренең аңлатыуынса, яғыулыҡ дефициты башҡаларҙың поставкалауҙы ҡырҡа кәметеүе, шулай уҡ бойондороҡһоҙ трейдерҙарҙың, «Роснефть»тең яғыулыҡҡа хаҡтар кәметеүенән файҙаланып, нефть продукттарын бик күпләп һатып алыуы арҡаһында барлыҡҡа килгән.
Р. ЙӘНСУРИНА.