RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Күңелендә – яҙ ҡояшы

10.10.2014 Күңелендә – яҙ ҡояшы

Күңелендә – яҙ ҡояшыБер күреүҙән, бик аҙ ғына аралашыуҙан да күңелгә инеп ҡалған кешеләр була. Улар эргәлә бул­ғанда рәхәт, төшөнкөлөккә бирелгәндә кү­ңелеңде күтәрәләр, шат­лыҡ-ҡыуаныс­тарыңды беренсе бу­лып уртаҡлашалар. Йө­ҙө­нән йылмайыу китмәгән, һәр ваҡыт мәктәп, ауыл мәшәҡәттәре ме­нән янып йәшәгән, ошо көндәр­ҙә ғүмеренең иң сағыу мәлен – 45 йәшен билдәләгән Фирзиә Сабит ҡыҙы Ғәниева шундайҙарҙың береһе.

Салауат районының йәмле Йүрүҙән буйында урынлашҡан Иҙелбай ауылында Мәмдүҙә һәм Сабит Хисаметдиновтарҙың ишле татыу, өлгөлө ғаиләһендә тыуған ҡыҙ илгәҙәк, отҡор, йыр-моңға ғашиҡ күңелле булып үҫә. Мәктәп тормошонда ҡайнап йәшәй, тырышып уҡый, оҫта бейей, матур йырлай.

Мәктәпте тамамлағас, Фирзиә һис икеләнмәйенсә, Мәсәғүт педагогия училищеһына уҡырға инә. Башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәренә эйә булған ҡыҙҙы Салауат районының Күҫәләр ауылына эшкә ебәрәләр. Унда бер йыл эшләгәндән һуң эшен Иҙрис ауылында дауам итә. Шул уҡ ваҡытта ситтән тороп Стәрлетамаҡ педагогия институтында белем ала.

Эшкә уңған сибәркәйгә тәү күреүҙән ғашиҡ булған Рауфан оҙаҡҡа һуҙмай, ҡыҙға тәҡдим яһай. Бына улар егерме дүрт йыл гөрләтеп донъя көтә. Шул дәүерҙә йорт һалып инергә, ике ул үҫтерергә өлгөргәндәр. Уңған ғаиләнең ихатаһы тулы – ҡош-ҡорт, мал-тыуар, техника. Донъялары түңәрәк, сәскәгә күмелгән күркәм йорттары әллә ҡайҙан балҡып ултыра. Сөнки Рауфан да, ата-әсәһе Рәмил ағай менән Райфа апайға оҡшап, сәмсел, эшһөйәр бу­лып үҫкән. Ул инде егерме биш йыл руль артынан төшмәй, элек колхозда эшләһә, хәҙер Себер тарафтарында йөрөй.

Фирзиә Сабит ҡыҙы 25 йыл Иҙрис башланғыс мәктәбен етәкләй, балаларға төплө белем бирә. Уҡыусылары өлкән кластарҙа ла һынатмай. Иҙристә башланғыс клас­тарҙы тамамлағандан һуң Әлкә урта мәктәбендә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеүҙәрендә тәүге уҡытыусылары Фирзиә Сабит ҡыҙының өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Талапсан, ғәҙел уҡытыусыны балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә ихтирам итә. Ауыл халҡы араһында абруйлы. Сөнки ул ябай уҡытыусы ғына түгел, Әлкә ауыл советы биләмәһендә уҙғарылған бөтә сараларҙа әүҙем ҡатнашыусы йәмәғәт эшмәкәре лә.

Мәктәбендә ул – ысын хужа. Белем усағының тирә-яғын төҙөкләндереү, йәй етһә, гөл-сәскәгә күмеү, уҡыусыларына төплө белем һәм тәрбиә биреүҙә ең һыҙғанып эшләй Фирзиә Сабит ҡыҙы. Шуға күрә Иҙрис мәктәбе йыл йомғаҡтары буйынса бер нисә йыл рәттән башланғыс мәктәптәр араһында алдын­ғылыҡты бирмәй килде. Бихисап маҡтау ҡағыҙы, Рәхмәт хаты – уҡытыусының тынғыһыҙ эшенә оло баһа.

Гөлнур Ханова.
Салауат районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»