26.09.2014 «Эшләп ҡарарға кәрәк, ҡурҡырға түгел!»
Усман ЮНЫСОВ
Йәшәү урыны: Мәскәү ҡалаһы.
Тыуған урыны: Хәйбулла районының Һаҡмар-Наҙарғол ауылы.
Нисә йәш: 21.
Яратҡан китаптары: Селинджер, «Над пропастью во ржи», Р. Бикбаев, «Минең Рәми».
Яратҡан фильмдары: «Боевой Конь», «Форест Гамп», «В погоне за счастьем», «Еңмеш».
Девиз: «Эшләп ҡарағыҙ, эшләп ҡарарға кәрәк, ҡурҡырға түгел!» (Касперский).
– Усман, Мәскәүҙә белем алыуың бала саҡ хыялымы, әллә шулай килеп сыҡтымы?
– Ысынын әйткәндә, мәктәптә уҡығанда Өфөләге авиация техник университетына барырға ниәтләнә инем. Ул ваҡытта Мәскәүҙә уҡыу тормошҡа ашмаҫлыҡ хыял һымаҡ күренә торғайны. Әммә яҙмыш ҡушыуы буйынса 2011 йылдың йәйендә Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларында белем алыусы Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы активистары менән танышырға насип булды. Улар миңә Мәскәү тормошо тураһында ентекле итеп аңлатып бирҙе. Баш ҡалала йәшәүҙең беҙ күҙ алдына килтергәнсә ныҡ ҡиммәт һәм ауыр түгел икәнен аңланым. Өфөләге вузға уҡырға инергә балдарым етә ине, әммә тәүәккәлләнем. Һайлауым тураһында һис үкенмәйем – Мәскәү миңә өр-яңы донъя асты.
– Һин наноинженерға уҡыйһың – беҙҙең ил өсөн ят өлкә...
– Ысынлап та, Рәсәйҙә был өлкә сит илдәрҙәге кеүек яҡшы үҫешмәгән. Ҡағиҙә булараҡ, беҙҙең ил әҙер технологияларҙы үҙләштерә. Шуға күрә яҡшы наноинженер булыу өсөн инглиз телен белеү мотлаҡ. Бөгөн был мәсьәлә минең өсөн иң тәүге урынды биләй.
– Йәмәғәт эшмәкәрлегең тураһында ла һөйләп үтһәң ине.
– Беҙҙең ассоциация үткәргән барлыҡ сараларҙа ла әүҙем ҡатнашып киләм. Был миңә дуҫтар һәм фекерҙәштәр табырға ярҙам итә. Ҙур һәм дуҫ команданың ағзаһы булыу – минең өсөн ҙур бәхет.
Бала саҡтан ҡурайҙа уйнайым. Мәскәүгә килгәс, был һөнәр башҡаса кәрәкмәҫ, тип борсолғайным. Әммә баш ҡалала минең кеүек ҡурайҙы үҙ итеүселәр күп булып сыҡты. Ниндәйҙер бер мәҙәни сарала бергәләп сығыш яһарға баҙнат иттек, һәм сығышыбыҙ бик уңышлы килеп сыҡты. Артабан «Саптар» тип аталған ансамбль булдырҙыҡ. Әлеге көндә үҙебеҙ үткәргән генә түгел, ә Мәскәү кимәлендә уҙғарылған сараларҙа ла башҡорт халҡы исеменән әүҙем ҡатнашып киләбеҙ.
Әлеге ваҡытта ул Циолковский исемендәге Мәскәү авиация техник университетының IV курсында белем ала, баш ҡалалағы башҡорт студенттары берләшмәһе активисы, интернетта үҙ проекттары өҫтөндә эшләй һәм графика дизайнын үҙ аллы үҙләштерә.
– Интернет селтәрендәге эшмәкәрлегең тураһында ла бәйән итһәңсе.
– Мине компьютер йә информацион технологиялар менән бәйле барлыҡ нәмәләр ҡыҙыҡһындыра. Бына өсөнсө йыл махсус программаларҙа музыка ижад итәм. Бихисап башҡорт рэпперы йырҙарына минустарҙы тап минән яҙҙырталар.
Күптән түгел график дизайн менән ҡыҙыҡһына башланым. Был темаға арналған төрлө әҙәбиәт уҡыйым, профессионалдар менән кәңәшләшәм. Хатта үҙенсәлекле практика ла башланым – төрлө саралар өсөн афишалар эшләйем.
Шулай уҡ «Бәйләнештә» селтәрендә уңышлы эшләп килгән бер нисә башҡорт төркөмөнөң администраторы булып торам. Уларҙы үҙенсәлекле контент менән тултырырға тырышам. Беренсеһе «Башҡортса рэп» төркөмө булды. Әлеге ваҡытта ул башҡорт рэпперҙарының аралашыу майҙанына әүерелде.
Иң уңышлы проект тип «Музыка, һүнмә»не билдәләп үтер инем. Ул былтыр «Йәшлек-шоу – 2013» конкурсында «Иң яҡшы төркөм» номинацияһында еңеү яуланы.
– Белеүемсә, интернет-проекттар һиңә килем килтермәй. Бындай шарттарҙа һиңә нимә этәргес булып тора?
– Әлегә килтермәй, әммә киләсәктә был хәл үҙгәрер тип өмөтләнәм. Ә әлегә бының менән оҡшаған өсөн шөғөлләнәм.
– Интернетта яңы технологияларҙы нисек итеп үҙләштерәһең?
– Интернет – йәнең теләгән мәғлүмәтте табыу өсөн уникаль майҙан. Уның менән дөрөҫ итеп файҙалана белергә генә кәрәк. Үҙемә килгәндә видео-дәрестәр ҡарайым, төрлө материалдарын уҡыйым, социаль селтәрҙәрҙә был өлкәлә уңышҡа өлгәшкән кешеләр менән аралашам.
– Ҡыҙыҡһыныуҙарың?
– Күңелем һәр саҡ музыкаға тартыла. Әлеге көндә гитараны үҙләштерәм. Каникулда, өйҙә булғанда атайымдың гармунында уйнарға өйрәнәм. Шулай уҡ китап уҡырға яратам.
Бала саҡтан ҡурайҙа уйнайым. Мәскәүгә килгәс, был һөнәр башҡаса кәрәкмәҫ, тип борсолғайным. Әммә баш ҡалала минең кеүек ҡурайҙы үҙ итеүселәр күп булып сыҡты. Ниндәйҙер бер мәҙәни сарала бергәләп сығыш яһарға баҙнат иттек, һәм сығышыбыҙ бик уңышлы килеп сыҡты. Артабан «Саптар» тип аталған ансамбль булдырҙыҡ.
– Әйткәндәй, әле нимә уҡыйһың?
– Әле дуҫымдың кәңәше буйынса йәмәғәт эшмәкәре Николай Стариковтың «Национализация рубля» исемле китабын уҡыйым. Иҫ киткес китап, үҙем өсөн күп яңы мәғлүмәт таптым. Шулай уҡ Говард Шульцтың Старбакс кофейняһының барлыҡҡа килеүе тураһындағы китабын да уҡый башланым. Ғөмүмән, бизнес тураһындағы әҙәбиәт бик оҡшай.
Шулай уҡ башҡорт классиктарының әҫәрҙәрен үҙ итәм. Әммә беҙҙең яҙыусыларҙың китаптарын республиканан ситтә табыуы еңел түгел, ә электрон вариантта улар юҡ тиерлек.
– Әгәр көтмәгәндә ҙур байлыҡҡа юлыҡһаң, уны нисек тотонор инең?
– Ҙур өлөшөн атай-әсәйемдең һаулығын нығытыуға, сәйәхәт итеүҙәренә бүлер, ә ҡалған аҡсаға үҙемдең бизнесымды асыр инем. Әйткәндәй, быларҙы ҙур байлыҡ тапмаған осраҡта эшләргә йыйынам.
– Ниндәй ҡалала йәшәргә теләр инең?
– Бөтә донъяны урап сығығыҙ, әммә тыуған ерҙән дә яҡыныраҡ ерҙе тапмаҫһығыҙ. Тап шуға ла киләсәктә Өфөлә йәшәргә теләйем.
– Идеаль ҡыҙ ниндәй булырға тейеш?
– Идеаль кеше булмай – кем һине нисек барһың, шулай итеп яратҡан, шуның ҡәҙерен белергә кәрәк.
– 20 йылдан үҙеңде ниндәй итеп күрәһең?
– Яратҡан һөнәре булған, бөтә яҡтан да азат, уңышлы ир, бәхетле атай тип күҙ алдыма килтерәм.
– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт!
Фаягөл ЮНЫСОВА,