29.08.2014 Алмашҡа йәштәр килһен!
Бала-саға былтыр ташып ҡотто алған, быйыл һис бер ни булмағандай аҡҡан Мунсыҡ исемле йылғала зыҡ ҡубып шаптырлағанда, өлкәндәр тиргә батып ҡырҙа бесән эшләгәндә, беҙ, “Йәшлек” гәзите вәкилдәре, Әбйәлил районының Таштимер ауылына, аныҡлабыраҡ әйткәндә, Коммунистар урамына геүләтеп килеп индек. Багажник тулы бүләк, ҡыуаныс – кәйеф шкалаһы 60 – 70 билдәһе тирәһендә, сөнки хәтәр мөһим бурыс менән Таштимергә килгәнбеҙ – тоғро дуҫтарыбыҙҙы бүләкләргә! Ысын, тормош юлында осраҡлы рәүештә генә, ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа осраған арлы-бирле кешеләр түгел улар, йылдар дауамында, бер нигә ҡарамаҫтан, гәзитебеҙ менән дуҫлыҡты өҙмәгән, беҙгә терәк булған, ярҙам күрһәткән бик ҡәҙерле заттар. Ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, һәр яҡтан килгән Гөлшат Йәркәева йәһәт кенә үҙҙәрен осрашыуға йыйып алды. Клуб алдындағы эскәмйәләргә күгәрсендәр кеүек теҙелешкән дуҫтарыбыҙҙы күргәс, кәйеф үҙенән-үҙе бер тиҫтә бүлемгә өҫкә күтәрелде – уларҙы тап шундай матур, асыҡ йөҙлө итеп күҙаллай инек тә.
– “Тотош урам менән – “Йәшлек”кә!” конкурсында еңеүселәрҙе бүләкләүҙе бәрәкәтле Әбйәлил районынан башланыҡ, сөнки төп яҙылыусыларыбыҙ ошонда, – тип тәбрикләне дуҫтарҙы “Йәшлек” гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков. – Бик күп дуҫыбыҙ йәшәгән Баймаҡ менән Әбйәлил гел дә ярышып яҙыла. Был юлы әбйәлилдәр уҙып китте. Былтыр – тәбиғәт тарафынан оло зыян күреүгә, быйыл баҫмаларға ҡырҡа хаҡтар артыуға ҡарамаҫтан, беҙҙең менән бергә ҡалғанығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә! Йәшәһен, әбйәлилдәр!
Конкурстың шартына килтереп, мөхәррир еңеүселәребеҙгә сәй сервиздарын тапшырҙы. Бер уйлаһаң, бүләктең әллә ниндәй ҙуры ла түгел һымаҡ, ә шулай ҙа һәр кем уны оло итеп ҡабул итте, хатта тулҡынланыуҙан күңелдәре тулышты.
– “Йәшлек”те “Ленинсы” заманынан алып уҡыйбыҙ, ә бүләкте беренсегә алып торабыҙ, инде лә ҡыуандырҙығыҙ! – тип йылмайышты ауылдың йәме Әҡлимә Хызырова, Флүрә Юлдашева, Зөһрә Йәрмөхәмәтова, Ейән Иғдисамова. – Беренсеһе булһа ла, һуңғыһы булмаһын! Хәйер, гәзиттең һәр һаны беҙгә бүләк кеүек!
Мөхәрриребеҙ әйтмешләй, хәлдән килһә, беҙ һәр гәзит уҡыусыбыҙға иҫтәлекле бүләктәрҙе йыл һайын биреп торор инек. Шулай ҙа, беҙҙе ихлас маҡтап, хуплап торғас, “Йәшлек”тең һәр һаны беҙҙән гәзит уҡыусыбыҙға артабан да бүләк кеүек тойолһон өсөн көстө, һәләтте йәлләмәҫкә тырышасаҡбыҙ. Сираттағы һан яңылыштан ғына берәйһенең ҡулына эләгеп, ул беҙгә ғүмерлеккә ғашиҡ та булыуы мөмкин бит әле.
– Элек башҡа баҫманы алдырҙым, шунан бер заман, ҡайҙа “Йәшлек”кә яҙылып ҡарайым әле, тип почтаға барҙым. Яҙылғайным, башҡаса айырыла алманым да ҡуйҙым! – ти, ана, Мәфтүха Ишмырҙина ла. – Гәзитте шундай яратам, киләсәктә лә араларҙы өҙмәйәсәкмен!
– Беҙ ҙә яҙыласаҡбыҙ! – тип йөпләне ниәтен Зифа Юлдашева. – “Йәшлек” һуңғы йылдарҙа бик уҡымлы гәзиткә әйләнде. Ҡайһы бер мәҡәләне уҡып, йә бала саҡҡа, йә йәшлеккә ҡайтып, хәтирәләрҙе яңыртабыҙ, икенсеһен уҡып, элек ошолай ине, хәҙер былай икән, тип ғәжәпләнәбеҙ...
Ике-өс һөйләм менән дә беҙҙең гәзиткә йөкмәткеле генә байҡау яһап, ыңғай яҡтарын юғары баһаланы яҙылыусыларыбыҙ. Баҡтиһәң, уларҙың күҙ уңынан бер нимә лә ситтә ҡалмай икән: яңылыҡтар, мәҡәләләр, хужабикәләргә кәңәштәр, сканвордтар – энәһенән ебенәсә уҡыла “Йәшлек”! Хатта кескәй хәрефтәр менән бирелгән көн торошона ла иғтибар бүленә.
Был татлы көндө маҡтау түрендә, әлбиттә, беҙ булһаҡ та, ошо кескәй генә байрамды ойошторған почтальон Йәмилә Сабитова адресына ла бик күп рәхмәт һүҙҙәре әйтелде:
– Почтальоныбыҙ егәрле, эшен ярата, ҡайһы бер ауылда, гәзит-журналды аҙна буйына ала алмайбыҙ, тиһәләр, беҙ аптырайбыҙ, сөнки Йәмилә баҫмалар килеү менән тарата һала.
Яҙылыу кампанияһы башланһа, Йәмилә Йәүҙәт ҡыҙы хатта бурысҡа яҙылыусылар өсөн үҙ кеҫәһенән аҡса сығарып түләп тора.
– Нисек кеше хәленә инмәйһең инде, барыбер аҙаҡ аҡсаһын түләй, ә ваҡытында яҙылмаһаң, яратҡан баҫмаңдан тороп ҡалаһың, – тип аңлата почтальон. – Хәҙер бурысҡа яҙҙырыуҙы бөтөнләй туҡтаттылар, өҫтән ҡушмайҙар, шуға ла тираж кәмене. Элеккесә бурысҡа яҙылыу булһа, хаҡына ҡарамай, кеше барыбер яҙылыр ине. Ә бит ошоғаса Таштимерҙән утыҙ-ҡырҡ йортҡа “Йәшлек” килде...
Йәмилә апайҙың почтала эшләүенә ун биш йыл. Уға электән тормош иптәше Вәкил Мөхәмәтбалапан улы почта таратырға ярҙам итә – биләмә ҙур, сумка ауыр. Сабитовтарҙың йорто тулы наҙ инде: гөлдәй өс ҡыҙ нурлай өйҙәрен. Инде үҙе әсәй булырға өлгөргән Гөлназ менән уртансы ҡыҙ Гөлнур БДУ-ның Сибай институтында белем ала, кинйә бала Гүзәлиә бишенсе синыфҡа бара. “Йәшлек”тең киләсәге тап улар быуыны ҡулында. Бүләкләүгә килеүселәр ҙә, яҙылыуҙы ойошторорбоҙ, айырыуса йәштәрҙе өгөтләрбеҙ, тип хушлашты:
– Беҙгә алмашҡа йәштәр килһен!
Күсемдәрҙә –
көс-ҡеүәт!
Ҡыуанысыбыҙ кәйеф шкалаһында йөҙ билдәһенә етеп, Таштимерҙән Күсемгә, йәғни тотош ауыл менән гәзитебеҙгә яҙылған төп еңеүселәребеҙгә юлландыҡ. Ат менгәндәй шатланып, Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимовтың ауылына барып инһәк, унда беҙҙе милли кейемдәге һыбайлылар ҡаршы алып тора! Алдыбыҙҙа ҡапҡаларҙы шар асып ебәрҙеләрме ни – офоҡтар киңәйеп, донъя иркенәйеп китте! Һуң, шулай булмай әллә, тәүге аҙымдан уҡ көтөп алынған ҡәҙерле ҡунаҡ икәнебеҙҙе һиҙҙерҙеләр ҙә баһа!
Башҡаларҙы һанлап, үҙен ихтирам иткән ауылдарҙың һәр береһендә музей бар, Күсем дә улар рәтендә. Ауылдаштарының ғорурлығы булған Таһир Күсимовтың йорт-музейы экспонаттары, төрлө ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән беҙҙе ауыл депутаты Исмәғил Билалов таныштырҙы. Тиҫтәләрсә йыл баҫылып йәшәп, һуңғы ваҡытта ғына ҡалҡып киткән Күсемдең тамыры элек көслө, ҡеүәтле булған, әммә ике тапҡыр төптән киҫелгән. Тәүге ҡырау утыҙынсы йылдарҙа ауылды “көйҙөргән”: бик күп алдынғы, аҡыллы, егәрле кеше репрессия тирмәненә эләгеп, әрәм булған, дәүер ҡорбанына әйләнгән. Ҡырауҙың икенсеһе Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килгән: илһөйәрҙәр төбәге Күсемдән халҡыбыҙҙың йөҙөк ҡашындай ир-азаматтары ылау-ылау булып фронтҡа киткән һәм күптәре кире әйләнеп ҡайтмаған... Ошо затлы кешеләрҙән ҡалған осҡон бөгөн килеп Күсемдә яңынан ҡабынды, яҡты нуры районды ғына түгел, тотош республиканы яҡтыртырлыҡ! Һәр хәлдә, беҙҙең, “Йәшлек”тәрҙең, күңелен йылытты, байытты, рухландырҙы был осҡон.
Ауылды быҫҡып, ойоп ятыуҙан уятып ебәргән шағирә Зөлфирә Ҡарағужинаға мең рәхмәтте әйтһәң дә аҙ булыр кеүек. Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡара, шулай ҙа, үкенескә күрә, уны кеҫәгә һалып булмай. Кеҫәгә һалырлыҡ булмаһа ла, ҡулда тотоп, ҡағыҙ һалып йөрөтөрлөк сумканы дуҫыбыҙ Зөлфирәкәйгә ихлас күңелдән бүләк иттек. “Беҙҙең ауылда” рубрикаһына даими рәүештә хәбәрҙәр ебәреп торған Әлимә Ғабдуллинаға, тоғро уҡыусыларыбыҙ Нәсимә һәм Ислам Ҡарағужиндар, Розалия һәм Әхтәм Хафизовтар, Ғәли Иҙрисов, Радик Лоҡманов, Фәниә Ҡарағужина, Венера Усмановаға иһә дипломдар тапшырҙыҡ. Концерт башланыр алдынан гәзитебеҙгә яҙылған өс тиҫтәнән ашыу кеше араһында беренсе булып квитанция тултырған Тәслимә Вәлитоваға махсус приз эләкте. Бындай сюрпризды көтмәгән оло кеше тулҡынланыуҙан бер килке юғалып ҡалды: “Миңәме?! Нимә өсөн был бүләк?”. Янында ултырыусылар: “Һиңә, һиңә, “Йәшлек”тән иҫтәлеккә!” – тип, уны ултырғыстан көскә өгөтләп торғоҙоп, сәхнә яғына ебәрҙе. Бынан тыш, тағы бер нисә яҙылыусыбыҙға төрлө бүләктәр тәтене. Ә инде Башҡортостандың халыҡ артисы Римма Амангилдина, республиканың атҡаҙанған артисы Алмас Ғафаров, МС Баш, һәүәҫкәр йырсылар – Хәйбулла районынан Рәсимә Динисламова, Әбйәлилдең йәш таланттары Лиана Иҙрисова, Нәркәс Мөхәммәтова һәм Магнитогорск ҡалаһынан Айнур Хәлилов ҡатнашҡан төп бүләк – концерт барыһының да күңеленә хуш килде. Сөнки көслө алҡыштарҙан хатта яуырға тип тулышҡан болоттар таралып, күк йөҙө асылды.
Беҙҙең менән осрашыуға айҙан ашыу әҙерләнеп, күп көс түккән ауыл активистары Мәзмүрә Ҡужина, Миләүшә Хәйбуллина, Лира Шаһимәрҙәнова, Әғниә Бикмырҙина, Шәүрә һәм Таһир Фәизовтар, Нурания Хафизова, Әлимә Ғабдуллина, Сәбилә Зәйнуллина, Фәнилә Билалова, Гөлсәсәк Фәизова, Нәзирә Хәйруллина, Рәфил Ғабдуллин, Тимур Хәйруллин, Венер Зәйнетдинов, Салауат Хәйбуллин, Рифат Шаһимәрҙәнов, Биктимер Ҡарағужин, Зөбәржәт Бикмырҙина, Илмира Ғәҙелшина, Венера Фәтхуллина, Ғамир Хафизов, Нәзилә Мәхийәноваға, шулай уҡ Яна Усмановаға һәм башҡа дуҫтарыбыҙға гәзит аша рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Ошондай әүҙем, тырыш кешеләр йәшәгән, даны көндән-көн артҡан Күсемгә хайран ҡалып, вәғәҙә ителгән концерттан тыш, ауылға елле гармун да бүләк итеп ташланыҡ. Эшҡыуар Риф Ҡарағужин уны шул арала көйләй һалып, уйнап, йырлап та ишеттерҙе. Тамашанан рухланған Сәбилә Зәйнуллина:
– Ғүмерҙә бер генә була торған байрам бит был! – тип барыһының да тойғоларын сағылдырҙы, буғай. – Был турала ейән-ейәнсәрҙәргә ғорурланып һөйләрлек!
Әлбиттә, бындай һүҙҙәрҙән кәйеф тулҡын ише күтәрелеп, башты күккә тейгеҙҙе. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы шул: үҙегеҙҙе лә, беҙҙе лә шатлыҡ-ҡыуаныс даръяһына башкөлләй сумдырырға теләйһегеҙ икән – яҙылығыҙ ауыл менән “Йәшлек”кә! Күсемдәрҙән алығыҙ өлгө!