05.09.2014 ФлешмобҠа һеҙ ҙә ҡушылығыҙ!
Беҙҙең быуын кәртәләрҙе юҡҡа сығарған, аралашыуҙы сикһеҙ иткән мәғлүмәт заманаһында йәшәүе менән бәхетле тиһәк тә була. Бөтә донъя ваҡиғаларын күҙ асып йомғансы белеү, улар тураһында хәбәрләшеү ата-бабаларыбыҙҙың төшөнә лә инмәгәндер. Сит илдәрҙә барлыҡҡа килгән акцияларҙың тиҙ арала тормошобоҙға инеүе лә быны асыҡ дәлилләй.
Йәштәр араһында флешмоб тигән күренеш бик популяр. Ҙур ҡалаларҙа унһыҙ бер ниндәй ҙә сара үтмәй. Август башында донъяла ALS Ice Bucket Challenge тигән флешмоб ғәйәт популяр булып китте. Уны Бостон колледжының бейсболсыһы Пит Фрейтс (Pete Frates) уйлап сығарған. 2012 йылда, уға 27 йәш булғанда, унда бер яҡлы амиотрофик склероз ауырыуын тапҡандар.
Был бик ҡурҡыныс сир. Кешенең күҙәнәктәре генетик яҡтан үҙгәрә һәм фалиж һуғыу менән тамамлана. Пит Фрейтс үҙ аллы хәрәкәтләнә, ашай һәм һөйләшә алмай башлаған. Егет донъялағы үҙе кеүек ауырыуҙарға ярҙам итеү маҡсатында интернет селтәрен ҡыҙыра һәм сағыу акция кәрәклегенә инана. 31 июлдә ул социаль селтәрҙә айырым марафондың ҡағиҙәләрен яҙған һәм уға бер командала уйнаусы иптәштәре ҡушылған.
Акция бер яҡлы амиотрофик склероз тигән нервы системаһы ауырыуы тураһында кешеләргә хәбәр итеүҙе маҡсат итә. Флешмоб мәлендә ҡатнашыусы өҫтөнә бер күнәк боҙло һыу ҡоя, был туралағы видеоны интернетҡа һала һәм махсус иҫәпкә 10 доллар аҡса күсерә. Аҙаҡтан эстафета өс кешегә тапшырыла. Кем боҙло һалҡын һыуҙан ҡурҡа, шул 100 доллар күсерергә тейеш.
Флешмобҡа тәүҙә билдәле спортсылар, актерҙар, музыканттар һәм сәйәсмәндәр ҡушылды. Рәсәйҙә Федор Бондарчук, Данила Козловский, Константин Хабенский, Филипп Киркоров, Ксения Собчак, Михаил һәм Елизавета Боярскийҙар, «Зенит» футбол клубы ағзалары һыу менән ҡойондо. Флешмоб мәлендә Михаил Боярский данлыҡлы эшләпәһен һалып торманы. Ә бына «Майкрософт» компанияһын булдырыусы Билл Гейтс үҙен ысын инженер һымаҡ күрһәткән. Ул махсус механизм уйлап сығарып, уны эшләп, өҫтөнә һыу ҡойған.
ЛДПР фракцияһы рәйесе Владимир Жириновский һәм Виталий Милонов та акцияла ҡатнашты.
Август аҙағында Санкт-Петербург ҡалаһында һыу ҡойошоу бик популяр булып китте.
Етди ауырыу барлығын иҫкәрткән һәм ауырыуҙарға ярҙам итеүҙе маҡсат иткән популяр флешмобты өнәмәүселәр ҙә бар. Африка илдәре, Калифорния эсәр һыуға ҡытлыҡ кисергән мәлдә һыуҙы бушҡа әрәм итәһегеҙ тип, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы белгестәре ҡәнәғәтһеҙлек белдергән.
Башҡортостан Республикаһының Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хеҙмәткәрҙәре лә I-ce Bucket Challenge флешмобына ҡушылды. Улар БР Профсоюздар федерацияһының тәҡдимен ҡабул итте һәм акцияны Рәсәй Пенсия фондының БР буйынса бүлегенә, «Газпромтрансгаз Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә һәм “БР Эш биреүселәр союзы” төбәк ойошмаһына тапшырҙы.
27 августа РФ Дәүләт Думаһы депутаты, 13 мәртәбә Паралимпия чемпионы Рима Баталова, БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванютаның саҡырыуын ҡабул итеп, өҫтөнә бер күнәк һалҡын һыу ҡойҙо. Рима Аҡбирҙе ҡыҙы үҙ сиратында эстафетаны билдәле йырсы Айҙар Ғәлимовҡа һәм саңғысы Ирек Зариповҡа һәм «Спутник FM» радиостанцияһы коллективына тапшырҙы.
Боҙло һыу флешмобында тағы кемдәр ҡатнашыр икән?
Айбулат ИШНАЗАРОВ.