RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » "Маҡсатым – көн һайын үҫеү"

15.08.2014 "Маҡсатым – көн һайын үҫеү"

РИНАТ БИКТУҒАНОВ

Йәшәгән урыны: Конгсберг ҡалаһы, Норвегия.
Тыуған урыны: Ҡырмыҫҡалы районы, Сәхәй ауылы.
Йәше: 23 йәш.
Белеме: Санкт-Петербург дәүләт политехник университеты, бакалавр; Кюменлааксо өҫтәмә фәндәр университеты (Университет прикладных наук Кюменлааксо), Финляндия, бакалавр; әлеге көндә Санкт-Петербург дәүләт политехник университеты магистратураһы студенты.
Яратҡан китабы: «Граф Монте-Кристо», Александр Дюма.
Ял өсөн иң яҡшы урын: Ҡырмыҫҡалы райо­ны, Сәхәй ауылы.
Тормош ҡағиҙәһе: «Уҡы, ҡыбырла, тормош­ҡа ҡыуан!»



"Маҡсатым –  көн һайын үҫеү"Әлеге көндә Норвегияла йәшәүсе Ринатты күптән беләм. Ул һәр саҡ асыҡ йөҙлө, мөләйем, изге күңелле егет. Ринат тырыш һәм маҡсатына ирешеүсән, бер урында тормай – эшләргә лә, уҡырға ла өлгөрә, белемен һәр саҡ камиллаштыра. Беҙҙең геройыбыҙ үҙенең киләсәген дә яҡшы күҙаллап, уға табан ҡыйыу аҙымдар менән бара. Ринат тормошонда тағы ла бер мөһим аҙым яһарға – 16 августа һөйгәне Лилиә менән законлы никахҡа инергә йыйына. Шундай тулҡынландыр­ғыс мәл алдынан Ринат беҙгә Норве­гиялағы тормошо, хыялдары тураһында һөйләне, сит илдә уҡырға йәки стажировкаға барыр­ға теләүселәргә кәңәштәрен бирҙе.

Bashkort 2.0. Ринат, һин әлеге ваҡытта нимә менән шөғөлләнәһең?
Ринат. Стажировка үтәм – Норвегияла инженер-конструктор булып эшләп йөрөйөм. Шул уҡ ваҡытта Санкт-Петербург дәүләт политехник университеты магистратураһының 2-се курсында белем алам.

Bashkort 2.0. Норвегияла ҡасандан бирле йәшәйһең? Ни өсөн унда барырға булдың?
Ринат: Норвегияла 2014 йылдың февраленән бирлемен. Сит илгә күсеүемдең сәбәбе – Норвегия-Америка нефть-газ компанияһының Санкт-Петербургтағы филиалына эшкә урынлашып, был компанияның Норвегияға бер йыллыҡ стажировкаға ебәреүе.

Bashkort 2.0. Норвегиянан беренсе тәьҫораттарың ниндәй ине?
Ринат. Бында бигерәк ныҡ тыныс һәм матур.

Bashkort 2.0. Сит илдә ниндәй ауырлыҡтар менән осрашырға тура килә? Һин нисек уларҙы еңеп сығаһың?
Ринат. Ҡарабойҙай таба алмайым һәм рәхәтләнеп үҙебеҙсә тәмле аш ашап булмай. Тағы ла норвег теле менән ҡыйынлыҡтар. Сөнки өлкәндәрҙең күбеһе бында инглиз телендә һөйләшмәй. Йыш ҡына магазинда инглизсә һораһаң да, улар үҙ телендә яуап бирә. Шулай итеп, яйлап норвег телен дә өйрәнеп киләм.

"Маҡсатым –  көн һайын үҫеү"Bashkort 2.0. Сит илгә сығып киткәс, күңелеңдә үҙгәрештәр булдымы?
Ринат. Ҡәтғи үҙгәрештәр булманы. Бәлки, быға тиклем Европаның башҡа ҡалаларында йәшәп алғанғалыр. Бында үҙемде тынысыраҡ һәм уңайлыраҡ тоям.

Bashkort 2.0. Ринат, Норвегиялағы йәшәү кимәле тураһында бер аҙ һөйләп китһәңсе?
Ринат. Норвегия – 5 миллион халҡы булған бәләкәй ил. Йәшәү кимәле буйынса иң яҡшы илдәр исемлегенә инә, бәлки, беренсе урында тора, тип тә әйтергә мөмкин. Уртаса эш хаҡы – 5 000 евро, уның өстән бер өлөшө һалым булып инә. Һалым бында юғары. Әгәр кеше 10 000 евронан ашыу килем ала икән, тимәк, шуның 55 процентын һалым итеп түләргә тейеш. Иң юғары һалым кимәле – 80%. Һалым ни тиклем юғары булмаһын, уны түләргә йәл түгел, сөнки бында ул барыбер яҡшы медицина, мәғариф, юл рәүешендә халыҡҡа кире ҡайта. Халыҡ ҡатламдар­ға бүленмәй: байҙар ҙа, ярлылар ҙа юҡ, тик урта хәллеләр генә. Һәр ғаиләнең (әгәр ҙә ир ҙә, ҡатын да эшләй икән) өй, автомобиль һатып алырға мөмкинлеге бар. Ғәҙәттә, ике бала тәрбиәләйҙәр. Күптәрҙең ҙур булмаған яхтаһы, кәмәһе, йәиһә тау араһында йәки фьорд эргәһендә коттеджы бар. Балаларын үҙ аллы итеп, пенсияға сыҡҡас (67 йәштә), бындағы халыҡ Испаниянан торлаҡ һатып алып, көҙгөһөн шунда барып ял итә.

Bashkort 2.0. Норвегия халҡы рәсәйҙәрҙән, башҡорттарҙан нимәһе менән айырыла?
Ринат. Норвегтар бер ҡасан да йөҙөңә ҡарап, һинең турала нимә уйлағанын әйтмәй. Был тормоштоң бөтә өлкәһенә лә ҡағыла: эштә булһынмы, йә таныштар, дуҫтар йыйылышҡанда ла. Норвегияла декрет ялына ҡатындың түгел, ә ир-егеттең китеүе ғәҙәти күренеш һанала.

Bashkort 2.0. Ринат, донъяның тағы ла ниндәй илдәрендә ниндәй маҡсаттар менән булғаның бар?
Ринат. Финляндияла туғыҙ ай икенсе диплом программаһы буйынса уҡыным, АҠШ-та өс ай булдым, ун көнгә Германияға тел өйрәнеү курсына барып ҡайттым. Шулай уҡ турист булып Финляндия, Норвегия, Литва, Латвия, Бөйөк Британия, Төркиә, Эстония, Швецияла булғаным бар.

Bashkort 2.0. Нисек уйлайһың, уңышҡа өлгәшер өсөн диплом алыу мөһимме?
Ринат. Минең фекеремсә, ниндәй булһа ла белем, шул уҡ ваҡытта юғары белем алыу һәр саҡ мөһим, бында тәрән мәғәнә бар. Әммә диплом алыу һәм белем алыу тигән төшөнсәләрҙе бутарға ярамай. Норвегияла эш хаҡы һинең дипломыңа ҡарап билдәләнә – бакалаврҙыҡымы, әллә магистрҙыҡымы.
Шуға ҡарамаҫтан, уңышҡа өлгәшеү өсөн диплом менән бергә тырышлыҡ та кәрәк.

Bashkort 2.0. Ринат, яҡындарыңды, тыуған йортоңдо, илеңде һағынаһыңмы?
Ринат. Әлбиттә, бик ныҡ һағынам.

Bashkort 2.0. Башҡортостанға йыш ҡайтаһыңмы?
Ринат: Башҡортостанға йылына өс тапҡыр­ ҡайтырға тырышам.

Bashkort 2.0. Нисек уйлайһың, сит илдә йәшәү өсөн ниндәй һыҙаттарға эйә булырға кәрәк?
Ринат. Хәҙерге ваҡытта “толерантлыҡ” тигән төшөнсә популяр булып китте. Минең өсөн ул икенсе халыҡтың мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәтен, тормош рәүешен хөрмәт итеү, үҙеңдең мәҙәниәтеңде көсләп тағып, уларҙыҡын ситкә типмәү тигәнде аңлата.

Bashkort 2.0. Ниндәй телдәрҙе беләһең?
Ринат. Башҡорт, татар, рус, инглиз, төрөк телдәрен беләм.

Bashkort 2.0. Кемдән өлгө алаһың, һинең өсөн кем герой?
Ринат. Минең геройым – ул тормоштоң төрлө этабында мине уратып алған, минән көслө кеше.

Bashkort 2.0. Сит илдә уҡырға, стажировка үтергә теләгән егет-ҡыҙҙарға ниндәй кәңәштәр бирер инең?
Ринат: Уҡығыҙ. Белемһеҙ һеҙ сит илдә бер кемгә лә кәрәк түгелһегеҙ. Ҡыҙыҡһыныусан булығыҙ, сит ил компаниялары тураһында белешеп тороғоҙ. Иң мөһиме – теләк.

Bashkort 2.0. Ринат, киләсәктә үҙеңде ниндәй илдә күрергә теләр инең?
Ринат. Киләсәгемде өс этапҡа бүлер инем:
1. Йәшлек йылдары – ул үҙ ғаиләм тыуғандан алып балаларымдың мәктәп йылдарына тиклем. Был осор­ҙо һөнәрем буйынса бик төплө тәжрибә алыр һәм башҡа мәҙәниәт менән байыр өсөн сит илдә үткәрер инем, мәҫәлән, Норвегияла. Ни өсөн балаларымдың мәктәп йылдарына тиклемге осор тиһегеҙме? Сөнки уларҙың Рәсәйҙә уҡып, үҙ тарихын һәм мәҙәниәтен белеп үҫеүҙәрен теләйем.
2. Ғаиләле кеше, ултыраҡ тормош – был осорҙо Рәсәйҙә, Санкт-Петербургта үткәрергә теләр инем. Илебеҙҙең башҡа ҡалаларынан айырылып торған был ҡала миңә бик оҡшай.
3. Әүҙем пенсионер – был осорҙа Сәхәй ауылында йәшәп, донъяның теләһә ниндәй мөйөшөнә барыу мөмкинлегенә эйә булыу.

Bashkort 2.0. Үҙеңдең ғаиләң тураһында һөйләп үтһәңсе?
Ринат. Атайым, әсәйем, апайым, ҡустым һәм кәләшем. Асыҡлаңҡырап әйткәндә, атай-әсәйем Әнүзә һәм Нәзим 2007 йылдан Өфө ҡалаһында йәшәйҙәр, быға тиклем 20 йыл Ҡырмыҫҡалы районының Сәхәй ауылында тормош көттөләр. Атайым инженер-электрик булып эшләй, әсәйем декрет ялында. Апайым Ғәлиә минән дүрт йәшкә оло, ҡустым Динар 21 йәшкә кесе. Кәләшем Лилиә Өфө ҡалаһының Дим райо­нынан, уның менән биш йыл элек Санкт-Петербургта таныштыҡ.

Bashkort 2.0. Яратҡан шөғөлдәрең?
Ринат. Спорт, бигерәк тә тау саңғыһы, футбол һәм баскетбол. Кәләшем тағы ла бер бик шәп шөғөлгә – сәйәхәт итеүгә ғашиҡ иттерҙе.

Bashkort 2.0. Ринат, төп маҡсатың ниндәй?
Ринат. Үҫешергә, тик яҡшы яҡҡа үҙгәрергә, бер урында тапанмаҫҡа. Был тормошомдоң һәр өлкәһенә лә ҡағыла.

Bashkort 2.0. Нимә тураһында хыялланаһың?
Ринат: Яҡындарым теләгән ваҡытта донъяның ниндәй булһа ла мөйөшөнә бара алһын өсөн финанс, физик һәм әхлаҡи яҡтан мөмкинлектәр булдырыу. Һәм, әлбиттә, киләсәк хыялдарымды тормошҡа ашырыу.

Bashkort 2.0. Ринат менән Лилиәне тормоштарындағы иң бәхетле мәлдәренең береһе – законлы никахтары менән ҡотлайым. Был көндөң онотолмаҫлыҡ хәтирәләргә бай булыуын теләйем. Бер-берегеҙҙе яратып, хөрмәт итеп, бәхетле йәшәгеҙ! Ышанам: Ринат үҙенең ҡуйған маҡсаттарына ирешәсәк. Сөнки уның янында ҡанатландырып, дәртләндереп тороусы Лилиәһе бар.

Эльвира МОТАЛОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»