15.08.2014 «Алтыным, Отеллонан ҡас!»
йәки Үҙенә ҡул күтәргән ирен йәлләгән әхирәт тураһында.
▼
Тәүҙә, өйләнешкән генә мәлдә, уның мине ҡыҙғаныуы ҡыҙыҡ тойолдо, хатта оҡшай ҙа ине, йәнәһе лә, ҡалай мине ныҡ ярата. Тора-бара көнсөллөгө йәнде көйҙөрҙө, хәҙер бөтөнләй ҡаҡшата. Мин бит артыҡ буянмайым да, шунда күҙгә – тушь, иренгә бер аҙ ҡыҙыл яҡҡан булам. Ә ул шуны ла күтәрә алмай. Помада тотоп көҙгө ҡаршыһына баҫыуым була, ул шунда уҡ, нимә, һөйәреңә оҡшарға тырышып биҙәнәһеңме, тип ҡашын емерә. Магазинда матур кейем күреп һоҡланһам, әллә һөйәрең, һиңә шул кейем килешә, тинеме, тип бәйләнә. Эштән арып ҡайтһам, нимә кәйефең юҡ, һөйәреңде осратмағанға танауың төштөмө, ти. Киреһенсә, яҡшы кәйефтә килеп инһәм, йөрөп, туйып ҡайттыңмы, тип йөҙҙө йырта. Шулайтып ҡыҙғана торғас, эштән сығартты, өйҙә бикләп тигәндәй ултыртып ҡуйҙы. Унһыҙ бер үҙем урамға ла сыҡмайым.
Тәүҙә, өйләнешкән генә мәлдә, уның мине ҡыҙғаныуы ҡыҙыҡ тойолдо, хатта оҡшай ҙа ине, йәнәһе лә, ҡалай мине ныҡ ярата. Тора-бара көнсөллөгө йәнде көйҙөрҙө, хәҙер бөтөнләй ҡаҡшата. Мин бит артыҡ буянмайым да, шунда күҙгә – тушь, иренгә бер аҙ ҡыҙыл яҡҡан булам. Ә ул шуны ла күтәрә алмай. Помада тотоп көҙгө ҡаршыһына баҫыуым була, ул шунда уҡ, нимә, һөйәреңә оҡшарға тырышып биҙәнәһеңме, тип ҡашын емерә. Магазинда матур кейем күреп һоҡланһам, әллә һөйәрең, һиңә шул кейем килешә, тинеме, тип бәйләнә. Эштән арып ҡайтһам, нимә кәйефең юҡ, һөйәреңде осратмағанға танауың төштөмө, ти. Киреһенсә, яҡшы кәйефтә килеп инһәм, йөрөп, туйып ҡайттыңмы, тип йөҙҙө йырта. Шулайтып ҡыҙғана торғас, эштән сығартты, өйҙә бикләп тигәндәй ултыртып ҡуйҙы. Унһыҙ бер үҙем урамға ла сыҡмайым.
– Уй, хәҙер һин гәзиткә яҙаһың инде ул! – һаулыҡ һорашыр урынға Гөлнара йәһәт кенә ҡулымдағы аҙыҡ-түлек тулы ҡапсыҡтарҙы ҡармап эләктереп, мине фатиры эсенә һөйрәп тигәндәй индерҙе лә, артымса ишекте шапылдатып япты.
– Күрше әбейҙең ҡыҫылмаған ере юҡ, хәҙер күрһә, бөтә урамды ләстит менән тултырыр, – минән ҡапсыҡтарҙы алып, иҙәнгә ҡуйғас, һорағанды ла көтмәй, йәш ҡатын ҡыланышын аңлатырға ашыҡты. – Артыҡ эше юҡ бит уның, көнө-төнө кешеләрҙең ишек төбөн ҡарауыллауҙан бушамай. Үҙ тормошо ла юҡ – кейәүгә лә сыҡмай ҡартайған ҡарт ҡыҙ, асыуым да килмәһә. Ҡыҙыҡһыныусан Варвара, ғәйбәт тоғо бушағандай, инеп сығырға ҡат-ҡат уҡталды ла инде, тик мин ишекте асманым.
– Нимәне күрһә?– пулеметтан атҡандай тәтелдәй-тәтелдәй миңә арты менән тороп көҙгөһөн һөрткән Гөлнараны саҡ бүлдерҙем – шул тиклем ҡыҙғайны!
– Нисек, нимәне? Бына ошоно! – ул утты ҡабыҙҙы. Һүрән ут яҡтыһында Гөлнараның күҙ төбөндәге елле “фонар”ҙы күреп, бер мәлгә телһеҙ ҡалдым. Шунан “Йәшлек”тең сисадмины Илфаттың аптырағанда әйтелгән һүҙе телдән осоп сыҡты: “Ыста!” Гөлнараның күгәргән ерен яҡшыраҡ күрергә теләп, уға табан эйелдем дә, “фонар”ҙың буяу түгел, ысын икәнлегенә инанып, тағы бер: “Ыстағәфирулла”, – тинем. Башҡа һүҙҙәр баштан сығып ҡасты, ахыры, тороп-тороп хәтәр ғәжәпләнеүемде өсөнсөһөнә төрләндерелгән: “Әстәғәфирулла”, – менән белдерҙем. Әле генә енләнеүҙән көҙгөнө үтәнән-үтәләй тишерҙәй итеп тызыған Гөлнара, минең торошто мәрәкә күреп, түҙмәй шарҡылдап көлөп ебәрҙе:
– Ана шул-шул, “әстәғәфирулла”!
Уның көлөүе миңә бер аҙ йән өрҙө:
– Кем һине былай “матурланы”, Гөлнара? Кемдең эше был?
– Кемдеке булһын, Айҙарҙың эше!
Быны ишеткәс, ултыра төштөм. Айҙар тигәне – уның ире. Бәләкәй генә, ҡаҡса буйлы, ҡарпыш ҡолаҡлы бер ир йораты, тиер инем, үҙе һәләк булдыҡлы, аҡсаны көрәп үк эшләмәһә лә, етерлек таба. Шуны иҫәпкә алып, ир уҙаманы, тип ҙурлаған булайым үҙен. Ә Гөлнара – өлкән караптай елле: буйға ла, киңлеккә лә, алға ла, артҡа ла тигәндәй, бер тигеҙ. Еҙнәһе уны, шаяртып, тулы приводлы, дүрткә дүрт, тип йөрөтә. Хатта, минең дә бер еҙнә тейешле ифрат абруйлы, сыҙам кеше, Гөлнараны күргәс, дүрткел эйәген иҙәнгә тиклем һәлендереп, һеләгәйен ағыҙғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Гөлнара тулы янбаштарын талғын ғына һелкетеп уйнатып, йомшаҡ ҡына баҫып эргәһенән йөҙөп үтеп киткәс, ул ике ҡулы менән ҡатын-ҡыҙҙың бил, янбаштарын һауала һүрәтләп, шул ыңғайы төкөрөгөн ыңҡылдатып йотоп, баш бармаҡтарын өҫкә күтәрҙе: “Во!”. Янында торған таҡта кеүек ҡатыны уның тырпайған мыйыҡтарын шул мәлдә саҡ бороп өҙөп алманы. Атлаған һайын эргә-тирәһендәге ирҙәрҙе лә, уларҙың хәләл ефеттәрен дә шулай диңгеҙ тулҡындары һымаҡ төрлөсә тулҡынланырға мәжбүр иткән карап-Гөлнараның ҡаршыһына Айҙарҙы баҫтырһаң, ирҙең йәлпәк кенә танауы тап ҡатынының ҡарбуздай түштәренә терәлер ине, моғайын. “Моғайын”, тим, сөнки уларҙы бер-береһенә терәп кем үлсәп ҡараһын, ҡара-ҡаршы торғандары ла күҙгә салынманы. Айҙар кеше алдында махсус рәүештә Гөлнаранан алыҫыраҡ йөрөргә тырыша, буғай, һәр хәлдә, ҡатыны ултырһа ғына уның янына бара. Ун алты йәшендә үк һимеҙ инә ҡаҙҙай булған Гөлнараның утыҙ йәшкә ҡәҙәр сафлығын һаҡлап йөрөп, утыҙ өс йәшендә лә бәпкә һымаҡ ҡына күренгән Айҙарға кейәүгә сығыуына бөтә халыҡ аптыраны. Туйҙа кәйефләнеп алған берәү, йәш кәләш кейәүҙе иҙмәһә ярар ине, тип ауыҙ йырғас, Гөлнараның әсәһе Нина Александровна (әйткәндәй, үҙе лә дәү ханым), кейәүҙең башы икәү булмаһа, ҡатыны аҫтына инеп ятмаҫ, тип уның ауыҙын япҡан, тип һөйләйҙәр. Гөлнараның атаһы Сабир ағай ҙа кипкән тараҡан ише түгел – айыу! Урал айыуы ғынамы, Американың ҡап-ҡара гризлиһы! Шуға, әлбиттә, ҡыҙҙары ла башҡорт генофондын бер башҡа, хәйер, бер башҡа ғына түгел, бер башҡа һәм ике ҡоласҡа үҫтерерлек “орлоҡ”тар. Шул “орлоҡ”тарҙың кесеһенең күрер күҙгә күрмәлекһеҙ генә ир менән тормош ҡороуына мин дә аптырағайным. Гөлнара иһә минең кеүек аптыраусыларға, буйҙамы ни эш, тип серле генә йылмая ла ҡуя торғайны. Әле килеп шул бәндә (алтындай ҡатынына ҡул күтәргән кешене башҡаса нисек атайһың?!) Гөлнараның күҙ төбөнә күк ултыртҡан. Ҡартайышып, бер-беренән ялҡышып бөткәндәр ҙә, шуға һуғышҡандар, тиер инең, өйләнешкәндәренә лә бер нисә генә йыл бит әле. Эсеп, шау-шыу ҡуптарғандар, тиер инең, икеһе лә заман йәштәре менән йәнәш атлай – айыҡ тормош яҡлылар. Шуға ла Гөлнараға берҙән-бер дөрөҫ күренгән вариантты “тәҡдим” иттем:
– Яңылыш ҡулы аҫтына эләккәнһеңдер ул?
– Уй, һин һорама, мин әйтмәйем, – Гөлнара гел шулай юҡ ҡына нәмәне лә оло сер һандығына әйләндерергә ярата. Бер әйтә башлағас, әйт тә ҡуй бит инде, юҡ, ул әйләнә-тулғана, ҡойроғон болғай башлай. Уның шулай инәлттерә торған холҡон белгәс, ныҡышмай, үҙенең асылғанын көттөм – сер һандығы тулғанға оҡшай, юҡҡа ғына, смс-тағы исемлек буйынса аҙыҡ-түлек һатып алыуымды үтенеп, саҡырып алмағандыр ҙа инде. Мин өндәшмәй ишек төбөндәге пуфикта ултыра биргәс, Гөлнара, тәртәне ҡырҡа ҡайырып, ҡайтып китер, тип ҡурҡты, ахыры, әле генә көҙгөнө ышҡыған сепрәге менән битен ҡаплап, илап ебәрҙе. Ул үҙе шулай нескә күңелле, илаҡ ҡына. Көҙгө быҫҡаҡ ямғыр һымаҡ түгел, ә ләйсән ямғыры кеүек хәҙер генә илап та ебәрә, шунда уҡ бушанып, тынысланып, йылмайып-көлөп, хәбәрен дә тетергә тотона (әйтәм бит, торғаны менән алтын ҡатын!). Бына әле лә бер-ике тапҡыр һыңҡылдағас, шул саң һөрткөс сепрәгенә (уны ҡулъяулыҡ урынына файҙалана) шатырлатып маңҡаһын һемгереп, күҙ йәштәрен һөрттө лә, ҡапсыҡты онотоп, мине залға әйҙәне.
– Уй, Айҙарҙы, уның менән нисек йәшәгәнде һин белмәйһең инде ул, – мине диванға ултыртып ҡуйғас, журнал өҫтәлен алдыма шыуҙырҙы. – Айҙар бит ул тыштан ҡарағанда ғына шулай шым, тыныс, ә эсендә йомарланған аждаһа ята. Ул аждаһаның исеме – көнсөллөк! Шул көнсөллөгө менән хәлде ала ла ул, миңә көн күрһәтмәй.
– Бына һиңә “мә”... Йыуаштан йыуан сыға...
– Әйтмә лә инде, – Гөлнара, күҙемде ҡыҙҙырып, өҫтәлгә үҙе бешергән, әҙерләгән тәм-томдарын ҡуйҙы. Ул үҫмер сағынан шулай тел йоторлоҡ пирожный, торт, кәнфиттәр әҙерләй.
– Әйтмә, тимә, әйтер ҙә инем, әгәр үпкәләмәһәң, – шаярттым да, түҙмәнем, ҡаптым “Ҡош һөтө” исемле шоколадты. Уныһы шунда уҡ ауыҙҙа ирене – үәт, исмаһам, оҫтабикә был Гөлнара! Уның кеүек оҫта кулинар, кондитер булһам, биллаһи, үҙ эшемде асыр инем! Ә ул бер ирҙең тамағын хәстәрләй. Асыҡланыуынса, йүнһеҙ ирҙе хандай итеп ашатып-эсерә.
– Ярай, әйт, үпкәләмәм, – Гөлнара сәйен әҙерләп бөткәс, диванға артын терәне. Ул ултырған ыңғайы мин, кескәй кәмә кеүек, ихтыярһыҙҙан уның яғына янтайҙым. Арыраҡ шыуып, арҡаны төҙәйткәс кенә, мөлдөрәмә тулы сынаяҡты ҡулыма алдым:
– Гөлнара, бер йор һүҙле еҙнәм үҙенә төбәп әйткәнде һиңә ҡарата йәтешләгәндә, һинең янда хатта эт тә бит туҡтап, ботон күтәрмәй, кемдән нимәңде көнләшә ул Айҙар, ә?!
Миңә табан боролоп, йүнле һүҙ көткән Гөлнараның ауыҙына уртланған сәйе бар тәм-томға, сәйемә, битемә сәсрәне. Ул хәле бөтөп көлөүҙән туҡтағас, бая тырышып көҙгөнө таҙартҡан сепрәкте миңә һөртөнөргә бирмәҫ борон тип, ҡул һырты менән йәһәт кенә ауыҙ-морономдо һыпырҙым да, һис бер ни булмағандай, сәйҙе һемерҙем:
– Һин дезинфекцияланғанһыңдыр ул, Гөлнара?! Юҡ икән, тимәк, ошо мәлдә һинең микробтарың минекеләр менән таныша.
Күҙенән йәштәр сыҡҡансы ихахайлаған Гөлнара эсен тотоп дивандан торҙо:
– Уй, Аллам, эсмә ул сәйеңде, хәҙер яңыны яһайым, ҡалай уңайһыҙ булды...
– Ярай инде, була торған хәл, – һыр бирмәнем.
Гөлнара әлеге лә баяғы тауар киҫәге менән (уныһының да тик ҡул аҫтында ғына ятыуын әйт әле!) өҫтәлде һөрткәс, ваннаға барып әйләнде. Шөкөр, ҡулында теге сепрәге күренмәне. Ай-вайыма ҡарамай, сәйҙе лә, тәмлекәстәрҙе лә алмаштырғас, Гөлнара үҙ алдына көлөп ҡуйҙы:
– Уй, әйтһәң – әйтәһең инде ул һин, бер нәмә лә һорамауың хәйерле... – тотош пирожныйҙы бүлгеләп тормайынса, тереләй – тотош килеш – йотҡас, ирен иҫенә төшөрҙө лә кәйефе төштө. – Мин дә шулай тим бит уға – миңә эт тә ҡарамай! Ирҙәр ҡарарлыҡ булһам, утыҙ йәшкә тиклем ҡурсаҡ ҡосаҡлап йоҡлап ятмаҫ инем. Тәүҙә, өйләнешкән генә мәлдә, уның мине ҡыҙғаныуы ҡыҙыҡ тойолдо, хатта оҡшай ҙа ине, йәнәһе лә, ҡалай мине ныҡ ярата. Тора-бара көнсөллөгө йәнде көйҙөрҙө, хәҙер бөтөнләй ҡаҡшата. Мин бит артыҡ буянмайым да, шунда күҙгә – тушь, иренгә бер аҙ ҡыҙыл яҡҡан булам. Ә ул шуны ла күтәрә алмай. Помада тотоп көҙгө ҡаршыһына баҫыуым була, ул шунда уҡ, нимә, һөйәреңә оҡшарға тырышып биҙәнәһеңме, тип ҡашын емерә. Магазинда матур кейем күреп һоҡланһам, әллә һөйәрең, һиңә шул кейем килешә, тинеме, тип бәйләнә. Эштән арып ҡайтһам, нимә кәйефең юҡ, һөйәреңде осратмағанға танауың төштөмө, ти. Киреһенсә, яҡшы кәйефтә килеп инһәм, йөрөп, туйып ҡайттыңмы, тип йөҙҙө йырта. Шулайтып ҡыҙғана торғас, эштән сығартты, өйҙә бикләп тигәндәй ултыртып ҡуйҙы. Унһыҙ бер үҙем урамға ла сыҡмайым. Ләкин икәү йөрөгәндә лә миңә тынғы юҡ. Машинала китеп барғанда, анауы ир ниңә һиңә ҡараны, танышыңмы, тип төпсөнөргә тотона. Ул миңә түгел, һиңә ҡараны, тип шаяртыуға ла бороп ҡарайым, оторо ҡарайып китә: “Миңә мөгөҙ ҡуйып ҡына ҡара, үлтерәм!” Бер көн кеҫә телефоныма смс-хәбәр килде, йәнәһе лә, һеҙҙең менән егеттәр танышырға теләй, ошо номерға яуап ебәрегеҙ. Уҡыным да, аптыраным, юйып торманым. Ә ул, баҡтиһәң, минән йәшереп кеҫә телефонымды ла тикшерә, имеш. Кисен янъял ҡупмаһынмы! Ул төндө иреш-талаштан арып, буҫлығып илап үткәрҙем. Икенсе көндө элемтә офисына уның менән бергә барып, операторҙар хәлде аңлатып биргәс кенә тынысланды Айҙар. Хәҙер ул өйҙә саҡта телефон шылтыраһа ла тертләп китәм, смс-тар килһә лә, урлашып тотолған бур һымаҡ, ҡыҙарына-бүртенә башлайым, әйтерһең дә, ысынлап “һөйәрем”дән хәбәрҙәр алам. Ғүмеремдә бер генә ирҙе татығанмын, ул да булһа шул Айҙар, нишләп мине эт булып ҡыҙғаналыр – белмәйем... Ә кисә телевизор ҡарап ултыра инек, өй телефоны шылтырағас, Айҙар трубканы алды ла, алло, тине. Үҙе миңә тишеп ҡарай, күҙ сите менән шуны күрәм. Миңә шулай шикле ҡарағас, ерле-юҡтан ҡыҙара башланым. Айҙар трубканы айырата тыныс ҡына урынына һалып, яныма килеп етте лә, ана, һөйәрең шылтыратты, мин алғайным, өндәшмәй трубканы кире һалды, тип, ирендәрен ҡымтып, битемә йоҙроҡлап һуғып ебәрмәһенме! Ауыртыныуҙан тыным ҡыҫылып, шаңҡып, ярға ырғытылған балыҡ кеүек ятҡанымда, телефон тағы шылтыраны. Айҙар пуля кеүек атылып барып, телефондың тауышын асты ла, трубкаға, алло, йә, һөйләгеҙ, һөйрәлсегегеҙ һеҙҙе ятып тороп тыңлай, тип екерҙе. Унан әсәйемдең аптыраулы тауышы ишетелде: “Кейәү, ниндәй һөйрәлсек?! Был мин, Нина Александровна... Беҙҙең телефондың әллә нимәһе боҙолған шикелле, бәйләнеш өҙөлә лә ҡуя. Бына әле лә һеҙгә бер-ике минут элек шылтыратҡайным, өҙөлдө лә ҡуйҙы. Килеп, ҡарап китмәҫһеңме икән?”. Айҙар бер ағарҙы, бер күгәрҙе, ыҡ-мыҡ итте, бәлки, зарядкаһы бөткәндер, тигән булды, үҙе күҙ алдымда шиңеп, миңә үтенесле ҡараны. Шунда ғына тын ала башланым да, иланым инде. Ул әсәйемә иртәгә эштән һуң барырға вәғәҙә иткәс, алдыма тубыҡланып тороп, ҡулдарымды үпкән булды, ғәфү үтенде, был башҡаса һис бер ҡасан ҡабатланмаҫ, тип анттар итте. Ләкин мин шул тиклем туйғайным уның көнсөллөк шоуҙарынан, бер һүҙ әйтмәй, әйберҙәрен йыйҙым да, тупһаға күрһәттем: “Дүрт яғың ҡибла”. Башын эйеп, сығып китте, ләкин көн дә сәскәләр тотоп килә, шылтырата, смс-тар яҙа, йәнәһе лә, яратам, һинһеҙ йәшәй алмайым. Мине бит атай-әсәйем, тырнаҡ менән дә сиртмәй, иркәләп-һөйөп кенә үҫтерҙе, ә ул, күрәһеңме, нимә эшләне – фингал ултыртты! Үҙемә көҙгөгә ҡарай алмайым, әйтерһең дә, мин эсеп-туҙып йөрөгән алкаш ҡатын. Кеше күҙенә күренерлек түгел, атай-әсәй алдында бигерәк оят! Атайым уның был ҡылығын белеп ҡалып, йоҙроғо менән бер генә тондорһа ла, ялпайта һуға ла ҡуя бит үҙен. Шуға яҡындарымды алдарға тура килде. Әлеге мәлдә улар өсөн Тоҙ Илек батҡағында саптырлап, ҡояшта ҡыҙынып ятам. Магазинға сығып булмай, шуға ла һинән аҙыҡ-түлек алдырттым, бер ҙә астан үлге килмәй. Уй, әттәгенәһе, ҡапсыҡтарҙы бушатырға оноттом даһа!
Гөлнара еңел генә һикереп тороп, түр яҡҡа туйтаңланы. Сынаяҡтарҙы тотоп, аш бүлмәһенә сыҡҡанда, ул ирегән тауыҡты бүлеп маташа ине.
– Хәҙер һиңә бер яңы рецепт буйынса тауыҡ итен ҡыҙҙырып ашатам, – тип йылмайҙы зыян күреүсе. – Ашыҡмайһыңдыр ҙа инде?
– Айҙар менән ни эшләргә уйлайһың? – мине тауыҡтан бигерәк, ир мәсьәләһе ҡыҙыҡһындырҙы.
– Белмәйем, – Гөлнара артыҡ аптырамай ғына тулы иңбаштарын һикертте. – Айырылышыр инем, үҙен яратам да һымаҡ... Ғәфү итермен, ахыры. Ул хәстрүш минән башҡа тағы кемгә кәрәк?
Гөлнара мөмкин булғанса башын артҡа ташлап көлдө лә өҫтәп ҡуйҙы:
– Мин дә унан башҡа бер кемгә лә кәрәк түгел. Алманың бер яртыһы – ул, икенсе яртыһы – мин.
– Тик уның көнсөллөгө менән мотлаҡ берәй нәмә эшләргә кәрәк, Гөлнара, – тәгәрмәсле журнал өҫтәлен аш бүлмәһенә шыуҙырып килтереп, уны йыйыштырҙым. – Мәҫәлән, икәүләп психологҡа йөрөп алығыҙ. Көнсөллөк – бик ҡурҡыныс ул, көнләшеп, үҙеңде ғәрипләп ҡуймаһын, Аллам һаҡлаһын. Ул үҙ-үҙен башҡаларҙан кәм тоялыр, саф мөхәббәткә, тоғролоҡҡа хаҡлымындыр, тип башына ла индермәйҙер, шунлыҡтан көнләшеп, үҙ тормошон да, һинекен дә ағыулай.
– Шулай, ахыры, – Гөлнара күңелһеҙләнде.
– Гөлнара, Айҙарың тағы һиңә ҡул күтәрерҙәй итһә, үҙең уны ергә һеңдергәнсе һуҡ та ҡуй! Атаңдың балаһымы һин, әллә түгелме?! Анауындай көс-ҡөҙрәтте туплап та – кәүҙәһенә ымланым, – үҙеңде яҡлар өсөн ҡулланмағас, унан ни файҙа?!
– Эйе шул, биле биртенеп ятһасы, – Гөлнараның йөҙө яңынан йылмайыуҙан яҡтырҙы. Үҙенә һуҡҡан ирен йәлләй әле ул!
– Ятһа – ятһын, рәхәтләндереп ашатырһың, үҙең саҡлы үҫтереп!
– Уй, ошоно, – ул, ҡулдарын һөртөргә лә онотоп, мине ҡыҫып ҡосаҡланы. Минең ҡабырғалар шатыр-шотор итеп ҡалды. Милләте башҡорт булһа ла, хас та әсәһенең ҡыланыштары – битемдән өс тапҡыр “суп” та “суп” үпте.
– Ух! Ана бит, һиндәге ҡеүәт! – уны саҡ эттем. – Ҡуй, ебәр, иреңде үберһең, мәрйә!
Гөлнара менән көлөшә-көлөшә, яңы рецепт буйынса тауыҡ әҙерләп ашаныҡ. “Уй, минең трагедияны фарсҡа әйләндергәнең өсөн рәхмәт”, – тип йылмайып, яҡшы кәйефтә хушлашты Гөлнара. Ә минең, артымда ишек бикләнгәс тә, йөҙөмдән йылмайыу юйылды. “Гөлнараҡайым, алтыным, ҡас һин ул Отеллонан!” – тип шыбырлап, баҫҡыстан төшөп киттем. Көнсөл Айҙар менән уның тормошо ошолай аҫҡа төшөү һымаҡ тойолдо.
Баныу ҠАҺАРМАНОВА.
*Исемдәр үҙгәртеп алынды.