RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » ЯРАМҺАҠЛАНМАҒЫҘ – был файҙаһыҙ

01.08.2014 ЯРАМҺАҠЛАНМАҒЫҘ – был файҙаһыҙ

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренең психологик алымдары.

Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: юл хәрәкәте ҡағиҙәләрендә лә, башҡа документтарҙа ла, водитель ниндәй ҡағиҙә боҙоуын әйтергә тейеш, тип яҙылмаған. Шуға ла шартлатып: “Юҡ, ни өсөн туҡтатҡанығыҙҙы аңлай алмайым”, – тип яуап бирергә кәрәк. Хәйләкәр инспек­тор­ҙар был һорауҙы юҡҡа ғына бирмәй, моғайын, улар үҙҙәре лә ниндәй ҙә булһа ҡағиҙә боҙолоу-боҙолмауын аныҡ ҡына белмәй, йә күреп өлгөрмәгән, йә инде башҡа мәсьәлә бар. Ҡыҫҡаһы, һеҙгә ғәйеп “ташланмайынса”, үҙегеҙҙең ғәйепһеҙ икәнлегегеҙҙе иҫбат итергә тырышмағыҙ.


Ҡайһы бер водителдәр юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ин­спек­торҙарынан шул тиклем ҡурҡа, хатта улар машинаны туҡтата ҡалһа, һөйләшеүҙе мөмкин тиклем ҡыҫҡа тотоп, тиҙерәк “тайыу” яғын ҡарай. Характерҙарыбыҙ төрлө бит: берәүҙәр үҙенең ҡурҡҡанлығын – ярамһаҡланып, икенселәр – артыҡ эре һөйләшкән булып, ә инде өсөнсөләр бөтөнләй ҡалтыраңҡырап күр­һәтә. Инспекторҙар үҙҙәре лә әйтеүенсә, улар менән тып-тыныс ҡына һөйләшкән водителдәр бик һирәк, машиналар­ҙы туҡтатыуҙы тыныс, адекват баһалаусылар юҡ тиерлек. Һәр кем тиерлек инспекторҙарҙы юлға “аҡса эшләү”, “тиктәҫкә бәйләнеү” өсөн сыҡҡан кеүек ҡабул итә. Нимә генә тимәһендәр, ҡабул ителгән ҡағиҙәләр­ҙән һәм закондарҙан ҡасып булмаясаҡ, шуға ла ЮХХДИ инспекторҙары менән дөрөҫ һөйләшергә өйрәнергә кәрәк.

Юл барыһына ла өйрәтә...

ЯРАМҺАҠЛАНМАҒЫҘ – был файҙаһыҙИң тәүҙә шуны билдәләү мөһим: инспекторҙар ҙа кеше һәм һөнәр­ҙәре итеп ошо эште һайлағас, улар тора-тора яҡшы психологҡа ла әйләнә. Кемдең кем икәнлеге тәүге минуттарҙа уҡ аңлашыла, ти юл һаҡсылары. Инспекторҙар әй­теүенсә, “йәнде көйҙөргән” водителдәр – “эре” ҡыланыусылар, уларҙы мотлаҡ рәүештә урындарына ултыртҡы килә башлай. Был күренеш юлдар­ҙа ғына түгел, тотош көнитмешебеҙҙә лә шулай, танауын күккә сөйөп йөрөгәндәргә урынын күрһәтке килә. Һөй­ләшкәндә водителдәрҙең тауышы етди һәм эшлекле булырға тейеш. Үҙ-үҙенә ышанған кеше тап шулай һөйләшә, инспекторға ярамһаҡланырға ла кәрәкмәй. Үҙен ышаныслы тотҡан һәм эшлекле һөйләшкән водителдәр шундуҡ хөрмәт уята, улар әллә ни мөһим булмаған ҡағиҙәне боҙған саҡта иҫкәртеү менән генә лә ҡотола ала.
Ҡайһы саҡ оҫта ғына итеп шаяртып алырға ла мөмкин, юлда кешеләр менән әрләшергә мәжбүр булып, арып-талып торған инспекторҙар юморҙы мотлаҡ баһалаясаҡ. Улар водителгә бер-ике һорау биреп аласаҡ, артабан һөйләшеү шул яуаптар һөҙөмтәһендә барасаҡ. Йәғни һеҙҙең ниндәй кеше булыуығыҙҙы асыҡлайҙар. Инспектор: “Ниндәй ҡа­ғиҙә боҙоуығыҙҙы үҙегеҙ әйтә ала­һығыҙмы?” – тигән һорауҙы биргәс, күптәр, башын тырнап, һәр секундты иҫләргә тырыша башлай. Икенселәр, енләнеп, инспектор менән әрләшергә лә оҙаҡ уйлап тормай. Бындай водителдәр мотлаҡ штраф түләйәсәк, сөнки ер йөҙөндә берәү ҙә үҙенең эшен хөрмәт итмәгәндәрҙе йәки үҙ-үҙенә ышанмаусыларҙы яратмай. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: юл хәрәкәте ҡағиҙәләрендә лә, башҡа документтарҙа ла, водитель ниндәй ҡағиҙә боҙоуын әйтергә тейеш, тип яҙылмаған. Шуға ла шартлатып: “Юҡ, ни өсөн туҡтатҡаны­ғыҙҙы аңлай алмайым”, – тип яуап бирергә кәрәк. Хәйләкәр инспектор был һорауҙы юҡҡа ғына бирмәй, моғайын, улар үҙҙәре лә ниндәй ҙә булһа ҡағиҙә боҙолоу-боҙолмауын аныҡ ҡына белмәй, йә күреп өлгөрмәгән, йә инде башҡа мәсьәлә бар. Ҡыҫҡаһы, һеҙгә ғәйеп “ташланмайынса”, үҙегеҙҙең ғә­йеп­һеҙ икәнлегегеҙҙе иҫбат итергә тырышмағыҙ. Мә­ҫәлән, юлда барғанда тәгәрмәстең тыны сыҡты һәм һеҙгә ярамаған урында беренсе рәткә күсеп, туҡтарға тура килде, ти. Юл ситендә тәгәрмәс менән булыш­ҡан ваҡытта инспектор килеп, ҡағиҙә боҙоуығыҙ тураһында хәбәр итәсәк. Иғтибар итегеҙ: ул һеҙгә факттар тураһында ғына һөйләй һәм бер ниндәй яза бирергә лә йыйынмай. Әгәр ЮХХДИ хеҙмәткәре менән һөйләшкән саҡта, ғәфү үтенә башлайһығыҙ икән, һис шикһеҙ, штраф түләйәсәкһегеҙ. Ғәйе­бегеҙҙе танып, разметка булған осраҡта ла беренсе полосаға күсеүегеҙҙең мәжбүри рәүештә килеп сығыуын тыныс ҡына аңлатырға кәрәк. Етмәһә, был ҡағиҙә буйынса ла шулай ҡаралған. Шул саҡ инспектор һеҙгә оҙаҡ бәйләнеп тормаясаҡ, хәйерле юл теләп, китеп тә барасаҡ. Артыҡ күп һөйләгән, “командир”, “начальник” кеүек һүҙҙәрҙе ҡулланған водителдәр күптән ялҡытҡан. Был һүҙҙәрҙе лексикондан алып ташларға кәрәк.

Һағыҙ ярҙам итмәҫ

Кисә спиртлы эсемлектәр эсеп, бөгөн рулгә ултырған водителдәр еҫ сыҡмаһын өсөн “антиполицай” йәки көслө еҫле һағыҙ ҡулланырға ярата. Дөрөҫөн генә әйткәндә, был мотлаҡ рәүештә шик уята торған файҙаһыҙ бер нәмә. Һағыҙ еҫе ныҡ сыҡҡанлығын тойған инспектор шикләнә башлай һәм, моғайын, һеҙгә алкотестер үтергә тура килер. Һарымһаҡ, шоколад, ҡәһүә, һуған еҫе менән дә шул уҡ хәл. Сама кәрәк, сама. Эсмәһәгеҙ ҙә була инде, һәр хәлдә, кисә генә спиртлы эсемлектәр менән мауыҡҡан әҙәмдең бөгөн юлда үҙен 100 процент яҡшы тоясағы һәм машина менән оҫта идара итәсәге шикләндерә.
Машина эсенән сыҡмайынса тәҙрә аша документтарын һуҙыу­сы водителдәр ҙә инспекторҙарға оҡшамай. Эйе, бында ҡағиҙә боҙоу юҡ, ләкин кешелеклелек бер ваҡытта ла зарарға түгел. Етмәһә, ҡағиҙә буйынса, ЮХХДИ хеҙмәткәре водителгә машинанан сығырға тәҡдим итә ала. Бының аныҡ сәбәптәре лә бар: водитель иҫерек кеүек тойолһа, машинаһының техник етешһеҙлектәре күренһә, машинаны йәки йөктө өҫтәмә тикшерергә кәрәк булһа. Шулай уҡ документтар тултырыу өсөн башҡа машина йәки бина эсенә инергә кәрәк булған осраҡтарҙа автомобилдән сығырға һорауҙары ихтимал. Ҡыйын түгел бит – сығып һөйләшеп инегеҙ, үҙегеҙҙең дә, башҡаларҙың да ваҡытын, аҡса­һын экономияларһығыҙ. Әммә хәл ҡатмарлана башлаһа, мәҫәлән, инспекторҙар һеҙгә ҡарата агрессия күрһәтһә, йә юҡҡа бәйләнергә тырышыуҙарын һиҙгән осраҡта, машинағыҙға ултырып, ишекте бикләгеҙ, тәҙрәне яртылаш ҡына асып һөйләшеү хәйерлерәк булыр.
Әйткәндәй, ЮХХДИ хеҙмәткәр­ҙәренең эш машинаһы асыҡ, күренгән урында торорға тейеш. Ҡайҙалыр ҡыуаҡлыҡ араһына йәшереп ҡуйылған машина инспекторҙың ҡағиҙәне боҙоуына ишара. Бындай хәл бигерәк тә ауыл ерендә йыш күҙәтелә һәм, водителдәрҙә видеорегистратор кеүек ҡорамалдар булһа ла, бер ҙә кәмемәй. Шулай уҡ ЮХХДИ машиналарының махсус сигналдары янмаған осраҡта улар юлда башҡалар менән тиң һанала һәм юл биреү талап ителмәй.

Диктофондар һәм видеорегистраторҙар

Был ҡорамалдар менән мотлаҡ ҡулланырға кәңәш итәбеҙ. Тик диктофон ҡулланыу тураһында хәбәр итеп, был бәләкәс кенә ҡорамалды полиция вәкиленең танау төбөндә һелкетеп ҡысҡы­рын­ғансы, түш кеҫәһендә генә тотоу күпкә һөҙөмтәлерәк. Бер ваҡытта ла онотмағыҙ, диктофон һеҙгә инспекторҙарҙан ҡалҡан түгел, проблемалар килеп сыҡҡан ваҡытта бәләкәй генә страховка.
Полиция автомобилде тик торғандан туҡтата алмай. Мотлаҡ берәй сәбәп булырға тейеш. Шуға ла һеҙҙең юлды бүлгән полиция вәкилдәренән ни өсөн туҡтатыу­ҙарын һорашығыҙ. Тыныс ҡына, әлбиттә. Бер ваҡытта ла инспек­тор­ҙарҙың танытмаһын ҡулығыҙға алырға тырышмағыҙ. Улар документтарын һеҙҙең ҡулға бирергә түгел, күрһәтергә генә бурыслы.

Багажниктар

Багажникты асыу өсөн етди сәбәп булыуы мотлаҡ. Шаһиттар ҙа кәрәк. Инспекторҙар тик торғандан багажникты асып күрһәтеүҙе үтенә генә ала, мәжбүр итеү тураһында һүҙ ҙә юҡ.
Уларҙың бөтә һорауҙарына ла яуап биреү мотлаҡ түгел. Мәҫәлән, ҡайҙа, ни өсөн китеп барыуығыҙҙа уларҙың ни эше бар? Шулай уҡ иҫтә тоторға кәрәк – документтарҙы айырым-айырым бирергә һәм кире алғанда ныҡлы иғтибар менән йыйырға кәрәк. Быны һиҙҙермәй генә эшләгеҙ, әлбиттә, инспекторҙар дошмандарыбыҙ түгел, ләкин документтарҙы кире теүәл килеш ҡайтармау осраҡтары ла бар.
Ҡыҫҡаһы, үҙ-үҙенә ышанған, үҙен башҡаларҙан өҫтөн ҡуймаған һәм шул уҡ ваҡытта ярамһаҡланмаған кешеләр бер ваҡытта ла юғалып ҡалмай. Тыныс йәшәгеҙ, донъяны яратығыҙ!

Лилиә СИРАЕВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»