18.07.2014 Һеҙҙә эш бармы?
Бөгөн кемдән генә һорама, туғанымы, балаһы йә ире-ҡатынымы ситтә йөрөп эшләй. Себер, Мәскәү, Питер – башлыса ошо төбәктәр телгә алына. Сит илгә сығып китеүселәр ҙә әҙәймәй. Яңы ғына һөнәр алыусылар йә эшһеҙ ҡалыусыларҙы бер генә һорау борсой – ҡайҙан эш табырға? Ысынлап та, ҡайҙан һәм нисек? Вуз тамамлап та, һайлаған һөнәрең ҡапыл кәрәкһеҙгә әйләнһә, хеҙмәтең түбән баһаланһа, икенсе һөнәргә уҡыуға ваҡыт әрәм бит, әллә кәрәкле “ҡағыҙ”ҙы һатып ҡына алырғамы? Эш тип, ер аяғы, ер башына киткәнсе, өйҙә генә ятырғамы? Әллә түбән хаҡҡа ғына “ҡара эш”кә ялланырғамы?
Фирүзә РӘЖӘПОВА:
– Беҙҙең иң ауыртҡан ер инде ул эш мәсьәләһе. Районымды күрһәтергә теләмәйем, әммә шуны әйтә алам: беҙҙә ниндәй генә тармаҡты алма, ҡыҫҡартыуҙар бара. Ҡатын-ҡыҙ, ярай, ваҡ-төйәк эш табып ала, ә ир-атҡа ҡыйынға тура килә. Улар бит ғорур, мәҫәлән, 10 мең һумдан да кәм түләгән ергә барып та тормайҙар. Шулай ситкә китәләр инде. Ҡарап торғаныбыҙ – мал. Уныһынан да килем тәбиғәткә һәм уңайлы осраҡҡа бәйле – бесән уңырға, мал юғалмай ғына йөрөп ҡураға инергә тейеш. Баҡса үҫтереү менән дә шул уҡ хәл. Был миҙгелдә йоҡо өс-дүрт сәғәт кенә була. Шунда ла ауыл кешеһе бирешмәҫкә тырыша. Ситкә китеү, тип әйтеүе генә еңел. Китеүселәр үҙҙәре белә. Үҙем күберәк ҡул эштәре менән ултырам, бәйләнгән кейем тиҙ үтә. иремдең даими эше бар ҙа барлыҡҡа, биш кешенән торған ғаиләгә саҡ-саҡ етеп ҡала. Балалар уҡытыу ҙа арзан түгел бит. Кеше үҙ көнөн үҙе күрмәһә, эше бармаясаҡ.
Ғәлиә НАСИРОВА, һөнәре буйынса юрист:
– Ниндәйҙер сит илдә йөрөп ҡайтырға тәҡдим итһәләр, бер һүҙһеҙ китер инем. Ситтә тәжрибә туплау файҙаға ғыналыр, тип уйлайым. Әле эшем бар, әммә шул тиклем ришүәтселек таралған, бер минут та сыҙап булырлыҡ түгел. Күҙгә мөлдөрәп ҡарап, усҡа аҡса һуҙырға әҙер генә тороусыларҙан ныҡ ялҡтым. Бер яҡтан, атай-әсәйем оло, уларҙы ташлап китеүе ҡыйыныраҡ, әлегә шул ғына тотоп тора.
Радик ШӘРИПОВ, водитель, Өфө ҡалаһы:
– Һәр береһе эш артынан ситкә китә башлаһа, үҙебеҙҙә кем ҡала? Гастарбайтерҙармы? Былай ҙа баҫып алдылар. Берәү ҙә китмәҫ ине, етәкселек хәстәрлек күрһә. Көтәбеҙ, өмөт итәбеҙ, ышанабыҙ инде. Хәйер, бынауындай хаҡтар менән оҙаҡ сыҙап булырмы? Бензинға тағы хаҡ күтәрелде. Уның артынса бөтә нәмәгә арттырырға әҙер торалар. Үҙемә килгәндә, ярай әле, баш эшләп, бәләкәйерәк булһа ла, йөк машинаһы алып ҡалғанмын. Шул “аҫрай” хәҙер. Заказдар күп. Бында бер аҙ әрһеҙлек кәрәк, клиенттарҙы үҙең эҙләйһең. Ә иҫерткес эсемлектәр менән дуҫ булһаң, бер ерҙә лә эшең уңмаясаҡ.
Зарема ВОЛОДИНА, белеме буйынса педагог, сауҙа өлкәһендә эшләй, Дәүләкән районы:
– Иң яҡшыһы, өйөңә яҡын урында эшләү. Минең таныштарым араһынан төрлө һөнәр эйәләре төркөмләп-төркөмләп ситтә эшләп ҡайтты. Барыбер ҡайттылар. Беренсенән, оҙаҡ ваҡыт ғаиләңдән айырылып йөрөү мөмкин түгел, балаларың мәктәп уҡыусыһы булһа, бигерәк тә. Китһәң, ғаиләңде алып кит, тинем алыҫҡа йыйынған ҡустыма ла. Бала әгәр тулы ғаиләлә үҫә икән, атаһы ла, әсәһе лә янында булырға тейеш. Миңә күптәр ҡаршы килер, ә лайыҡлы эш урыны булмаһа, нишләргә, тип. Ауылда эшһеҙ йөрөүсене күреп хайран ҡалырға ғына була. Бар ундайҙар. Мал аҫрағыҙ, тиһәң, нисек бесән еткерәйек, тип һорайҙар. Баҡса сәсегеҙ, тиһәң, уңыш мул булмай, тиҙәр. Аҡланыу һәр саҡ табыла. Балаларҙы университетта уҡый башлағанда уҡ, эшләп уҡығыҙ, тип өйрәттек. Икмәклек булһа ла, аҡса табалар, ҡәҙерен беләләр. Бер күршебеҙ, иртә таңдан тороп, ун биш баш эре малын ҡарай, икенсеһе, төнө буйы телевизор ҡарап ятып, төшкә генә тороп, ҡапҡа алдына сығып, тәмәке тоҡандыра. Айырма бармы? Бына шулай шул. Ҡайһыһы бай йәшәй инде?
А. ИШЕМҒОЛОВА яҙып алды.