RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ялдың иң шәбе – “Йәйләү”ҙә!

18.07.2014 Ялдың иң шәбе – “Йәйләү”ҙә!

Ялдың иң шәбе – “Йәйләү”ҙә! Ялдың иң шәбе – “Йәйләү”ҙә! Милли үҙенсәлектәргә өҫтөнлөк бирелгән лагерь ун етенсе тапҡыр ойошторолдо.
Республика үҫмерҙәренең “Йәй­­ләү” лагеры быйыл Бәлә­бәй ҡалаһы янындағы “Аҡсар­лаҡ” лагеры базаһында урынлашты. Бында Баш­ҡортос­тан­дың төрлө ауыл-ҡалаларынан, Татарстандан, Ырым­бур һәм Ҡурған өлкәләренән йөҙҙән ашыу бала йыйылған. Улар республика бюджеты иҫәбенән 21 көн бушлай ял итәсәк.
Сменалағы балалар, ғәҙәттәгесә, ырыу­ҙарға бүленгән. Иң ҙурҙар отряды лагерь урынлашҡан ер хужалары атамаһын йөрөтә – меңдәр. Иң бәләкәстәр – үҫәргәндәр. Тағы ла бөрйәндәр һәм юрматылар бар. Беҙ килгәндә, балалар шаулап-гөрләп “Музыка ҡоралдарында уйнау байрамы”на әҙерләнә ине. Донъяның виртоуз ҡумыҙсылары Роберт Заһретдинов, Миңлеғәфүр Зәйнетдинов призына ҡумыҙсылар ярышы уҙғарыласаҡ, ҡурайсылар һәм думбырасыларҙың сығышы буласаҡ икән. Сығыштарҙы баһалар­ға, оҫталыҡ дәресе күрһәтергә Миңлеғәфүр Зәйнетдинов үҙе лә килмәксе. Үҫәргәндәр әйҙәүсе-вожатый ағайҙары Шәфҡәт Собханғолов ярҙамында ҡурайҙы яҡшылап үҙләштерә башлаған, байрамға үҙҙәренең ансамблен сығарырға теләй.

“Йәйләү”ҙә һәр көн үҙенсәлекле итеп ойошторолған, ғәҙәти йәйге лагерҙарҙан ныҡ айырылып тора. Беренсенән, бында ябай балалар йыйылмаған. Уларҙың һәр береһе уҡыуҙа ҙур уңыштар күрһәткән, төрлө ярыш-конкурстарҙа алдынғылыҡты яулаған. Республика Мәғариф министрлығы тарафынан һәр район-ҡалаға бер нисә генә урын бүленә, шунлыҡтан һайлау аша үтеп эләгеүе еңел түгел. Икенсенән, “Йәйләү” – башҡортлоҡто, милли үҙаңды үҫтереүсе, нығытыусы урын. Сменаның программаһы мәктәптәрҙә уҡытылған “Тормош һабаҡтары” дәреслектәре авторы, яҙыусы Мәрйәм Бура­ҡаеваның махсус программаһына яраҡлаштырып төҙөлгән. Отряд­тарға башҡорт ырыуҙарының исемен ҡушыу, уларҙың атрибуттарын өйрәнеү менән башлана ул. Һәр көн ниндәйҙер ҡыҙыҡлы темаға арнала. Мәҫәлән, балалар беренсе профессиональ башҡорт рәссамы Ҡасим Дәүләткилдиевҡа арналған ижади кисә үткәргән. Был көндө ял итеүселәр араһында һүрәт төшөрөү буйынса ярыштар ойошторолған, дизайнерҙар көс һынаш­ҡан. Йәш йырсылар көнө лә барыһына ла оҡшаған. Мәғәфүр Хисмәтуллин, Мәғәфүрә Сәли­ғәскәрова кеүек данлыҡлы йырсылар призына йыр ярышы ла булған. Артабан улар Салауат Юлаев, йәш бейеүселәр, йәш журналистар, йәш сәсәндәр, ғашиҡтар көндәре үткәрергә уйлай. Шулай уҡ “Йәйләү”ҙең иң һылыу ҡыҙы, иң батыр егете асыҡланасаҡ.

Смена аҙағына ҡарай һәр ырыу үҙ көнөн ойоштора – был көндө тәғәйен отряд барыһы өсөн яуаплы, матур концерт ойоштороу ҙа улар иңендә. Бынан тыш, бейеүсе Рәшиҙә Туйсина, тарихсы Әхәт Сәлихов, 112-се Башҡорт атлы дивизияһы музейы етәксеһе Илүзә Ғәйнуллина кеүек билдәле ағай-апайҙары осрашыуға киләсәк. Балаларҙың үтенесе буйынса ошо арала Өфөнән йәш йырсыларҙы саҡырырға уйлайҙар. Һәр көн “Ритайым”, “Күләгә”, “Таҡмаҡ әйтешеү” кеүек күңелле флешмоб менән тамамлана. Әүҙем ҡатнаш­ҡан һәр балаға мәрәйҙәр бирелә, улар ярҙамында “Йәйләү”ҙең һуңғы көнөндә үткәрелгән йәрминкәлә төрлө тәм-том, иҫтәлекле бүләктәр алып була.

– Бер бала ла сараларҙа ҡатнашмайынса ситтә тороп ҡалмай, һәр береһен йырлатабыҙ, бейетәбеҙ, – ти смена етәксеһе Нәйлә Буранғолова. – Бөтә сараларыбыҙ ҙа тик башҡорт телендә генә үтә. Рус мәктәптәрендә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ ҡына өйрәнгән уҡыусыларға, сит өлкәләрҙән килеп ял иткән балаларға телде яҡшылап үҙләштерергә ярҙам итәбеҙ. Улар башҡа тиңдәштәренән ҡалмаҫҡа тырышып өйрәнә, һүҙҙәрҙе ҡабатлай, йырлайҙар.
Нәйлә Дамир ҡыҙы әйҙәүсе-вожатыйҙарҙың эшенән бик ҡә­нәғәт. Шулай булмай ни, яҡшы вожатый тарҡау отрядты ла берләштерә ала. Уларҙы элек “Йәйләү”ҙә ял иткәндәр араһынан, төрлө һөнәргә маһирлығына ҡа­рап, һайлап алғандар. Бөрйән ырыуы әйҙәүсеһе Инсаф Йәмилев – Башҡорт дәүләт университеты студенты. Уны яҡшы ойоштороусы, флеш­мобтар әҙерләүсе, тип маҡтай Нәйлә апай­ҙары. Алмас Ишмөхәмәтов – Өфө дәүләт сәнғәт училищеһы студенты, ул Юрматы ырыуын етәкләй. Музыка ҡоралдарында уйнарға маһир булғас, балалар уның эргәһенән өҙөлмәй тиерлек, әле быныһына, әле икенсеһенә инструменттарҙың серҙәрен төшөндөрә. Бөтә Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа еңгән, Рәсәй Президенты грантына лайыҡ булған, ҡумыҙҙа, гитарала, ҡурайҙа оҫта уйнаған Ләйсән Зәйнетдинова ла, әле XI синыфты ғына тамамлауына ҡарамаҫтан, Мең ырыуының әйҙәүсеһе итеп саҡырылған.

Ялдың иң шәбе – “Йәйләү”ҙә! Ялдың иң шәбе – “Йәйләү”ҙә! Ялдың иң шәбе – “Йәйләү”ҙә! – Былтыр ял итеүсе сифатында килгәйнем, ойоштороусы һәләтемде юғары баһалап, быйыл әйҙәүсе итеп ҡуйҙылар. Вожатый булыуы миңә нығыраҡ оҡшай. Үҙемә иң бәләкәстәр төркөмөн һайлап алдым, сөнки улар менән ҡыҙығыраҡ кеүек. Тәүге өс көн иң ҡыйыны булды – йоҡонан иртә тороп, яңы режимға яраҡлашырға кәрәк. Бәләкәстәр араһында ата-әсәләрен һағынып илағандар бар, улар менән әңгәмәләшеп, әүрәтергә өйрәндем. Ҡайһы саҡ борсолоп шылтыратҡан ата-әсәләрен, уҡытыусыларын да тынысландырырға тура килә, – тип йылмая Республика иҡтисад лицей-интернатының X синыфын тамамлаған Шәфҡәт Собханғолов.

Ырыуҙар базалағы айырым бер корпусты биләй. Һәр ырыу айырым ҡатта урынлашҡан. Бина балалар­ҙың шат тауышынан шау-гөр килеп тора. Мең ырыуы ғына, лагерь урынлашҡан ерҙең хужалары һәм йәшкә олораҡ булыуҙарын тойопмо икән, үҙҙәрен тынысыраҡ тота. Вожатый-әйҙәүселәрҙән тыш, һәр отрядта педагог-тәрбиәсе эшләй. Меңдәрҙе ҡурсалаусы Сәриә Ишкинина Өфө ҡалаһындағы 119-сы мәктәптә башланғыс синыфтарҙы уҡыта.
– Балалар тыңлаусан һәм ипле. Ниндәй ҙә булһа сараға әҙерләнгәндә дәртләнеп эшләйҙәр. Беҙ уларға йүнәлеш кенә бирәбеҙ, ә ҡалған бөтә эште үҙҙәре башҡарып сыға. Ашнаҡсыларыбыҙ ҙа бик оҫта, тәмле аштары менән көнөнә алты тапҡыр һыйлайҙар, – ти Сәриә Фазулла ҡыҙы. – Көндәр йылына төшһә, бассейнға йөрөй башлаясаҡбыҙ.

Әйткәндәй, тәрбиәселәр ара­һында Ейәнсура районының Иҫәнғол мәктәбенән башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса “Йыл уҡытыу­сыһы – 2014” исемен алған Гөлбаныу Исмәғилева ла бар.

– Быйыл тәүге тапҡыр бында тәрбиәсе булып килгәс, мәктәп менән лагерь эшенең ныҡ айырылыуын аңланым. Мәктәптә барыһы ла күпмелер дәрәжәлә ҡалыпҡа һалын­ған, теге йәки был осраҡта нимә эшләргә кәрәклеге аңлашыла. Ә бында балаларҙың иркен сикләргә, мәжбүр итергә ярамай, сөнки улар ял итергә килгән, – ти ул.

Проект авторы Мәрйәм Бураҡаева быйыл инде ун етенсе тапҡыр балалар менән бергә ял итә. Унан тәүге йылдарҙа үткән “Йәйләү” менән һуңғы йылдарҙағыларының айырмаһы тураһында һораштым.

– Айырма, үкенескә күрә, бар һәм ул яҡшынан түгел. Элек балалар башҡорт телендә иркенерәк һөйләшә, мәҙәниәтте яҡшыраҡ белә ине. Мәктәптә музыка дәрестәренең ҡыҫҡарылыуы ла һиҙелә – балалар йырҙарҙы аҙ өйрәнә, уйындарҙы белмәй, – ти ул. – Программаны йыл һайын байыта барабыҙ, заманаға яраҡлаштырып, яңы темалар өҫтәйбеҙ. Элек бында ял иткән студенттарҙы әйҙәүсе итеп алғас, эш еңелерәк бара. “Йәйләү” – йыл буйы “Тормош һабаҡтары” дәреслеге буйынса өйрәнгән белемде ғәмәлгә ашырыу. Бер генә смена булыуы ҡыйын, сөнки лагерға килергә теләүселәр бик күп. Шуға күрә быйыл өҫтәмә лагерь ойоштор­ҙоҡ, ул “Арғымаҡ” тип атала, “Йәйләү”ҙең программаһы менән эшләй.

Үҙенсәлекле ял итеү урынына хеҙмәткәрҙәр стандарт ҡалып буйынса йыйыла. Беҙгә музыкант, бейеү һалыусы кәрәк, әммә үҙебеҙҙең базабыҙ булмау сәбәпле, урындағы ҡағиҙәләрҙе ҡабул итеп, хеҙмәткәрҙәр йыйырға мәжбүрбеҙ. Әгәр ҙә үҙебеҙҙең базабыҙ барлыҡҡа килһә, был мәсьәлә генә түгел, башҡа күп ҡыйынлыҡтарыбыҙ хәл ителер ине. Мәҫәлән, балалар­ға милли аштар бешерер, уларҙың файҙаһын, шифаһын аңлатыр, һыбай йөрөтөү, ҡымыҙ менән дауалау ойошторор инек. Бер нисә сменала ял итеп рәхәтләнер ине улар. Рухи яҡтан бай ярҙам итеүселәребеҙ бар, матди яҡтан бай ярҙам итеүселәр эҙләйбеҙ.
– Мин Нефтекама ҡалаһынан килдем, – ти “Үҫәргәндәр” отрядынан Айҙар Шәрипов. – Бында бик оҡшай. Сөнки барыһы ла музыка ҡоралдарын, йыр-моң, бейеү ярата. Ә мин гитарала уйнайым.

Ейәнсура районы Иҫәнғол мәктәбенең VIII синыфын тамамлаған Фидалиә Исмәғилева “Йәйләү”ҙә беренсе йыл ял итә. Шиғырҙар ижад иткән ҡыҙ төрлө конкурстарҙа, ярыштарҙа дәртләнеп ҡатнаша. Мәҫәлән, йырсылар бәйгеһендә “Тәгәрәй йөҙөк” йырын башҡарған. Ырыуҙаштары – меңдәр араһында иң күп мәрәйҙе лә ул йыйған – 17. “Йәйләү”гә килер өсөн киләһе йылда ла тырышып уҡыясаҡмын!” – тип вәғәҙә итте Фидалиә.

Лагерь июль аҙаҡтарына тиклем эшләйәсәк, ти уның етәксеһе Нәйлә Дамир ҡыҙы. Балалар хәҙерҙән үк киләһе йылда үтәсәк сменаға килергә хыяллана, бының өсөн тырышып уҡырға, “Тормош һабаҡтары”н яҡшылап өйрәнергә тип маҡсат ҡуйғандар.

Миңзәлә АСҠАРОВА.

Юлай КӘРИМОВ фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»