RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Хыялдағы лагерь

11.07.2014 Хыялдағы лагерь

Балаларҙың күңелендә иң яҡты хәтирәләр ҡалдырған “Артек” Бөтә Союз балалар пионер лагеры элекке йолаларын һаҡлармы?

Хыялдағы  лагерьХыялдағы  лагерьБеҙҙең заман балаларынан кем генә “Артек”та ял итеү тураһында хыялланманы икән. Бәләкәй генә төпкөл ауылда йәшәгән һәр балаға тиклем был лагерь хаҡында ишетеп белә һәм унда ял итеү теләге менән яна ине. Дөрөҫ, ул ваҡытта һәр районда, ауылда тиерлек пионер лагерҙары гөрләп эшләп торҙо. Уларҙа балалар­ҙың йәйге ялын күңелле һәм онотолмаҫлыҡ итеп ойоштороу өсөн ба­рыһы ла эшләнде. Әммә, һис һүҙһеҙ, диңгеҙ буйында урынлашҡан Бөтә Союз лагеры, яҡты бер маяҡ кеүек, һәр кемде үҙенә тартып торҙо. Һәр баланың бала саҡтағы иң яҡты, иң матур хыялы булды ул. Әммә “иң-иң”дәргә унда ял итеү бәхете йылмая ине.

“Артек” лагерының тарихына күҙ һалһаҡ, үҙенең тәүге ял итеүселәрен ул 1925 йылдың 16 июнендә ҡабул итә. Тәүге сменала 80-дән ашыу бала ял итә, ә йәй буйы барлығы 300-ҙән ашыу үҫмер бында сәләмәтлеген нығыта. Ул ваҡытта ҡыҙҙар һәм ма­лай­ҙар палаткаларҙа ғына йәшәй, ашхана ла тент менән ҡапланған асыҡ һауала урынлашҡан була. Яйлап палаткаларҙы йорттар алмаштыра, йә­шәү, ял итеү шарттары ла яҡшыра. Тора-бара уны йыл әйләнәһенә эшләүсе ял үҙәгенә әйләндереү ихтыяжы тыуа. Лагерҙың гөрләп эшләп торған иң шәп сағы, моғайын, 80-се йылдарға тура килгәндер. Был ваҡытта инде Советтар Союзы­ның төр­лө төбәктәренән килгән уҡыусыларҙы ҡатлы-ҡатлы матур корпустарға урынлаштыралар. Улар өсөн Ҡара диңгеҙ буйында урынлашҡан ҡалалар буйлап экскурсиялар, бөтә донъяға билдәле шәхестәр менән осрашыуҙар ойошторола, төрлө конкурстар, ярыштар, күңелле уйындар лагерь тормошоноң сағыу мәлдәре булып уларҙың хәтеренә уйыла бара.

Киләһе йылда лагерь үҙенең 90 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк. 90 йыл эсендә уға төрлө үҙгәрештәр кисерергә, һынауҙар аша үтергә тура килә. Һуғыш йылдары михнәттәрен дә, Советтар Союзы тарҡалған ҡатмарлы осорҙо ла үткәрә ул. Әммә ошо оло юбилей алдынан уның йәнә Рәсәйгә әйләнеп ҡайтыуы – үҙе бер ҡыуаныс. Әлбиттә, һорау­ҙар ҙа күп: кемдәр унда ял итә алыр, элекке кеүек “иң-иң”дәргә бушлай ял итеү мөмкинлеге биреүсе матур традиция һаҡланырмы, әллә бөгөнгө баҙар шарттарында ял тулыһынса түләүлегә әүерелерме?.. Бары­һын да ваҡыт күрһәтер. Ә әлегә һүҙҙе ҡасандыр был лагерҙа ял итеп ҡайтҡан бәхетлеләргә бирәйек.

Рәшиҙә МӘҺӘҘИЕВА,
Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге хөкүмәт премияһы лауреаты, филология фәндәре кандидаты:


– Мин Артекта 1979 йылда ял иттем. 7-се класта уҡып йөрөй инем. Бер көндө мәктәп директоры Рәхмәтулла Зиннәт улы Fөбәйҙуллин дәрескә килеп инде лә: “Һөйөнсө, Рәшиҙәгә путевка бар, “Артек”ка”, – тине. Бөтә Союз пионер лагерында йәш хәбәрселәр сменаһы уҙғарыла икән. Һәм “Башҡортостан пионеры” гәзите, йәш хәбәрсе булараҡ, мине путевка менән бүләкләгән.

Үҙем өсөн генә түгел, бөтә ауылыбыҙ өсөн ҙур яңылыҡ булды был. Сөнки эргә-тирәнән бер кем барған-күргән ер түгел. Шулай елкенеп тә, бер аҙ ҡурҡа биреп тә алыҫ юлға йыйына башланым.

Март аҙағы ине. Ҡырымға барып төшөү менән мине хайран иткәне сағыу ҡояш һәм күккә олғашҡан кипаристар булды.
Беҙгә ике төрлө форма таратып бирҙеләр, берәүһе – көндәлек, икенсеһе – байрамдарҙа кейә торған. Башҡортостандан барған 20 бала Тау лагерының “Алмас” дружинаһына эләктек, артабан отрядтарға бүлендек. Бала саҡ хәтирәләре сағыу була, тигәндәре шулдыр инде, 35 йыл ғүмер үтһә лә, шунда бергә ял иткән ҡайһы бер балаларҙың исемдәре һаман онотолмай. Бик дуҫ булып, матур ғына йәшәнек шул. Тәртип тә һәйбәт ҡуйылғайны, үҙебеҙ ҙә ипле булғанбыҙҙыр.

Аҙнаһына биш көн “Артек” мәктәбенә дәрескә йөрөнөк, өйгә эш бирмәнеләр. Ауылда саф баш­ҡортса уҡып килгән кеше булараҡ, математика, химия кеүек фәндәрҙе русса нисек уҡырмын, тип борсолғайным, артыҡ ауырлығы булманы. Хәйер, ундағы уҡыу бер кемгә лә артыҡ ауырлыҡ һалманы, уҡытыусылар нисектер сабыр ғына барыбыҙҙы ла тигеҙ генә итеп тартырға тырышты.

Ғөмүмән, “Артек”тағы тәрбиә, балаларҙы тигеҙ итеп ҡарап, һәр береһенә үҙенең һәләтен асырға мөмкинлек биреүгә йүнәлтелгәйне. Быны шунан сығып әйтәм. Һәр көн кис отрядта йыйылыш була. Үткән көнгә йомғаҡ яһайбыҙ: кем ниндәй ярышта ҡатнашҡан, кем ниндәй диплом алған. Бер ваҡытта ла бер үк кешеләр алдынғы булманы. Нисектер бөтәбеҙ ҙә үҙ шөғөлөбөҙҙө таба, призлы урындар яулай инек. Күрәһең, вожа­тый­ҙар сит ерҙә тыуған яғын һағынып йөрөгән балаларҙың психологияһын яҡшы белгән. Шуға ла беҙҙе әүрәтә лә алғандар, дәртләндереү сараһын да күргәндәр. Минең, мәҫәлән, шах­мат-шашка ярыштарында, төр­лө интеллектуаль уйындарҙа ҡатнашып, дипломдар алып ҡайтыуым үҙем өсөн дә көтөлмәгән хәл булды.

Сәйәхәттәргә күп йөрөнөк. Герой-ҡала Севастополгә, Ялта ҡалаһына, Ҡара диңгеҙ буйындағы боронғо ҡәлғәләргә барҙыҡ, Аю-даг тауына мендек. Унда теләк ташы бар ине. Шунда бик ихлас итеп бер теләк теләгәйнем, тормошҡа ашты, Аллаға шөкөр. Шуларҙы нисек онотаһың инде!

Матур, дәртле йырҙары күп ине “Артек”тың. Лагерь тураһында, бала саҡ, хыялдар хаҡында. Интернет заманы тыуып, шул йырҙарҙы яңынан тыңлау мөмкинлеге барлыҡҡа килеү ҙур шатлыҡ булды минең өсөн.

…Былтыр тағы ла Ҡырымда булырға тура килгәйне. Ул ваҡытта ярымутрау әле сит дәүләттеке ине. “Артек” тураһында һорашмай булдыра алманым, сөнки мин ҡатнашҡан халыҡ-ара фестивалдән “Артек”та үткәреләсәк сараға машина китергә тейеш ине. “Ар­тек” элекке түгел инде”, – тинеләр. Хәйер, бының шулай икәнен үҙем дә аңлай инем, шуға ла унда барманым.

“Артек” күңелемдә сағыу ҡояшлы мәңге йәшел бәхет утрауы булып һаҡлана. Уның яңынан илебеҙгә ҡайтыуы бик һәйбәт. Әммә был ғына аҙ. Заманында донъяла абруйы ҙур ине был лагер­ҙың. Советтар Союзын ин­ҡар иткән дәүләттәр ҙә “Артек”ты һанланы һәм ҙурланы. Шул кимәлгә күтәрергә ине уны. Бигерәк тә рухи һәм мәҙәни йәһәттән.

Илзирә ҒАРИФУЛЛИНА,
Өфө ҡалаһы Дим районының 75-се башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе:


1990 йылдың октябрь айында ауылға, Бөтә Союз балалар пионер лагеры “Артек”ка путевка менән бүләкләнгәнһең, тигән хәбәр килеп төштө. Баҡтиһәң, “Башҡортостан пионеры” гәзитенең йәш хәбәрсеһе булараҡ, миңә ошондай оло бүләк бирелгән икән. Донъя күреп, бөтә илебеҙҙән йыйылған тиҫтер­ҙәрем менән аралашып ҡайтырға мөмкинлек биргәндәре өсөн редакция коллективына әле лә ҙур рәхмәтлемен.

Алыҫ юл, сит яҡ тип торманым, йыйынып юлға сыҡтым. Баш­ҡортостандан бөтәһе 24 ҡыҙ һәм малай инек. Ял итер өсөн генә түгел, ә Бөтә Союз балалар матбуғаты фестивалендә ҡатнашырға тип барҙыҡ. Һәр кем үҙе, тыуған ере, милләте, шөғөлө тураһында башҡаларға тулыраҡ мәғлүмәт бирергә тырышты. Бергәләшеп гәзиттәр сығарҙыҡ, фекерҙәр менән уртаҡлаштыҡ.

Беҙҙең ял итеү осоро октябрь – ноябрь айҙарына тура килгәс, һәр көн мәктәпкә уҡырға йөрөргә лә өлгөрҙөк. Дәрестәр бик ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс үтә торғайны. Ә төштән һуң төрлө саралар – уйындар, ярыштар ойошторолдо. Бер ай ваҡыт үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Айырылышыу бик яманһыу булды, бер туғандарҙай бер-беребеҙгә өйрәнеп киткәнбеҙ икән. Вожатыйыбыҙ Ҡайрат Бей­секеновтың һәр беребеҙгә теләгән теләктәре, изге һүҙҙәре, 23 йыл ваҡыт уҙһа ла, һаман да ҡолаҡта яңғырап тора. Ә кистәрен гитара ҡылдарын сиртеп йырлашып ултырыуҙар, бергәләшеп күңел асыуҙар онотолмаҫ хәтирәләр булып күңелдә һаҡлана.

Бөтә Союз балалар пионер лагеры “Артек”та булып ҡайтыу үҙемә ышанысымды көсәйтте, уҡырға дәрт өҫтәне, тиҫтерҙәрем менән еңел аралашырға, тормош һынау­ҙарына бирешмәҫкә өйрәтте. 5-се синыфтан журналист булырға хыялланһам да, ошо фестивалдә ҡатнашыу, унда алған тәьҫораттар миңә журналистика факультетына уҡырға инергә тағы ла көслөрәк этәргес биргәндер, тип уйлайым.

Күпме ваҡыт үтһә лә, йыш ҡына бергәләшеп төшкән фотоларҙы ҡарайым, дуҫтарым үҙ ҡулдары менән яҙған иҫтәлектәрҙе уҡыйым һәм бала саҡта бары тик бер ай эсендә сит мөхиттә, төрлө милләт балалары менән уҙғарған көндәр бөгөнгөләй күҙ алдына килеп баҫа.

Ошондай оло тарихлы, нисә быуын балаларын берләштергән, дуҫлаштырған, осраштырған, тәрбиәләгән, ә бәлки, оло донъяға юл күрһәткән лагерҙар ябылмаһын, үҙ эшмәкәрлеген дауам итһен, төрлө милләт халҡының дуҫлығын нығытыуға булышлыҡ итһен ине.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»