27.06.2014 Яңылышмағыҙ тормош юлдарында
«Йәшлек» гәзитен йыл да алдырып уҡып барабыҙ. Бигерәк тә «Тормош юлдары ҡатмарлы», «Икәү генә белер серҙәр бар» рубрикалары тормош, донъя тураһындағы хикәйәләрҙең береһен дә ҡалдырмай уҡыйбыҙ. Үҙемдең тормошомдо ла яҙырға булдым.
ЗАГС-ҡа йәшебеҙ етмәһә лә, яратып йөрөгән егетем менән бер-беребеҙҙе юғалтыуҙан ҡурҡып, өйләнештек. Үгәй ҡәйнәм тормош иптәшем менән ҡайным өйҙә саҡта мине маҡтап бөтә алмаһа (улар комбайнда эшләй, иртүк китеп, һуң ҡайталар), улар ҡайтҡансы әрләп туя алмай ине. Түҙмәй, ҡайтып китергә тура килде. Тормош иптәшемә, көн оҙоно әрләй, тип әйтмәнем. Мин килгәс кенә аралары боҙолмаһын, тип уйланым. Уны хәрби хеҙмәткә алдылар. Ирем китеү менән мине оҡшатып йөрөгән егет көн дә яусылап килә башланы. Уның менән хатта йүнләп һөйләшмәй ҙә торғайным. Инәһе, ағаһы, апаһы менән һоратып килделәр. Бармайым тиһәм дә, әсәйем уға кейәүгә биреп ебәрҙе. Ирем үҙ һүҙен һүҙ итә торған, бик ҡыҙыу кеше булып сыҡты. Һигеҙ ай ҡәйнә, уртансы улы менән бергә йәшәнек. Ҡәйнәм октябрь айында бәпесләргә торғанда бәләкәй улы менән мине айырым йәшәргә сығарып ебәрҙе. Ҡайҙа буш өй табабыҙ, шунда торҙоҡ. Әбейҙәр, ҡыш булһа, балаларына китә лә, яҙғыһын ҡайта, беҙ тағы йортһоҙ ҡалабыҙ. Өс бала менән өйҙәш тороп йорт һалдыҡ. Ирем өмәселәр менән ултырып ашай ҙа, улар менән урам буйына сыға ла китә. Иҫерек ирҙәрҙе лә, балаларҙы ла, мал-тыуарҙы ла миңә ҡарарға ҡала. Ҡайтып китәм тиһәм, һинһеҙ йәшәй алмайым, бер кешем юҡ бит тип илап, ышандырырға тотона. Шулай итеп йәшәй торғас, балаларыбыҙ дүртәү булып китте. Ыҙаланып һалған йортто ла ташлап китке килмәне. Икешәр көн ҡайтмай йөрөүҙәр башланды. Бер ирле ҡатын менән йөрөй ине. Ул ҡатынды өйгә лә алып ҡайтҡыланы. Ғаиләлә тауыш, талаш китте. Ире менән икәүләп киләләр. Ул иргә, икәүһен бергә тотҡас, ниңә килеп йөрөйһөгөҙ, тигәнгә: «Кеше ышанмаһын, һеҙҙе лә ышанмаһын, донъяғыҙ буталмаһын, тип килеп йөрөйөм. Айырып ебәрһәм, балаларымды йәлләйем», – тине. Шундай ҙа аҡыллы ирҙәр була икән. Хәҙер ул мәрхүм инде. Әле иремә, ниңә элекке һөйәркәңә бармайһың, яңғыҙ бит, тип әйтеп ҡарайым, бармай.
Хәҙер 80-де ҡыуабыҙ. Ҡартайғас, ирем аҡылға ултырырмы тиһәм, юҡ шул, тағы ла нығыраҡ холоҡһоҙға әйләнде. Үҙ һүҙле, ҡыҙыу, ҡайҙа китһә лә әйтеп тормай, сыға ла китә. Дүрт балабыҙ ҙа башлы-күҙле булып балалар үҫтереп йәшәп ята. Ҡыҙҙарым кейәүҙәр менән һүҙгә килешһә, береһенә лә ҡыҫылмайым. Хәҙер үҙем ҡәйнә, береһенә лә ауыр һүҙ әйткем килмәй. «Ҡыйын саҡтарың күп булды, балам. Миңә рәнйемә», – тип әсәйем үҙе лә үкенде.
Мөхәббәт – иң көслө, бик юғары тойғо, ул мәңгелек булырға тейеш. Яҡшы, татыу йәшәү өсөн мөхәббәт кенә ярҙам итә ала. Ғаилә именлеге яҙмышыңа бәйле. Берәүҙәр уңғанда, икенселәрҙең туңыуы ла бар. Туңырға теләмәй, ғаиләһен һаҡлап, балалар өсөн генә йәшәү ҙә бәхет түгел. Беҙҙә мөхәббәт тигән нәмә булманы. Сөнки мине яратмаған кешегә кейәүгә бирҙеләр. Ул да, яратмаһа ла, һүҙен һүҙ итәйем, тип алғандыр. Тәүге ирем менән һуғышырға бара торғайны. Мине уның менән һөйләштермәне. Ҡәйнәләрҙең шулай булырын белһәм, оҡшатып барған кешемдән һис китмәҫ инем. Йәштәргә әйтер һүҙем шул: әгәр ҙә яратып кейәүгә барғанһығыҙ икән, тормош әҙерләгән һынауҙарҙы, сабырлыҡты юғалтмай үтә белегеҙ, юлда аҙашмай, үҙегеҙ булып ҡалығыҙ.
Яңылыштарым яҙмышҡа әйләнде. Ҡартайғас, үткәндәрҙе уйлап үкендерә. Минең хатаны ҡабатламағыҙ.
Хәжәр.
Ғафури районы.
Дуҫтар, яңылыҡтарығыҙ һәм фекерҙәрегеҙ менән www.ye02.ru сайтында йәки vk.com социаль селтәрендәге “Йәшлек” гәзите төркөмөндә (http://vk.com/blog.ye02) уртаҡлаша алаһығыҙ.