RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Башҡа таксиға ултырмаҫҡа ант иттем

17.05.2014 Башҡа таксиға ултырмаҫҡа ант иттем

Өфө – Сибай таксийының водителдәре нимә ҡыланһа ла, пассажирҙар теш ҡыҫып түҙә.

Башҡа таксиға ултырмаҫҡа ант иттем«Йәшлек»тең 15-се һанында «Таксиҙа елдереү хәүефлеме?» тигән мәҡәләне уҡығас: «Ни­һайәт, был мәсьәләгә лә сират етте», – тип ҡыуанып ҡуйҙым.
Миңә таксиҙа йыш йөрөргә тура килмәй. Шулай ҙа йылына 1 – 2 тап­ҡыр Өфө – Баймаҡ, йә Өфө – Сибай таксийы менән Баймаҡ районына атай-әсәйем эргәһенә ҡайтырға тура килә. Һирәк йөрөһәм дә, был маршрут таксистарына дәғүәм күп.

Февраль айы. Көн ныҡ һыуыҡ. Таксиҙы көндөҙгө сәғәт икегә һөйләшкәйнем. «Үҙәк баҙар» туҡталышындағы супермаркет эргәһендә 2-се яртыла тора инем инде. Шоферға шылтыратам. «Хәҙер, ярты сәғәттән килеп етәм», – ти. Ярай, көтәм. Сәғәт ике тулды, такси юҡ, 3-сө ярты – такси юҡ. Аптырап, тағы шылтыратам. «Киләм, киләм, тиҙҙән килеп етәм», – ти. Өс тулды – такси юҡ, 4-се ярты. Түҙемлек бөттө, тағы шылтыратам. «Килеп еттем», – ти. Дүрт тула 15 минуттан тигәндә килеп етте был. Туҡтап, машинанан кешеләрҙе төшөрә башланы. Мин, сәғәт дүрт тула, 2-лә ҡуҙғалырға тейеш инек бит, тип, дәғүәмде белдерәм. Ә шофер миңә: «Һинең арҡала пассажирҙар­ҙы кәрәкле адрестар буйынса алып бара алманым, ошонда ҡалдырам», – тип ҡаршы ирешә.
Баҡһаң, ул әле генә Баймаҡтан килеп еткән һәм шунда уҡ кире ҡайтыр юлға сыға. Ҡышҡы юл, ҡараңғы иртә төшә.

Ултырып, сәғәт 5-се киткәс, көскә ҡуҙғалдыҡ. Өфөнө сығып та өлгөрмәнек, тәгәрмәс тишелде. Шино­монтажға туҡтап, алмаштырыпмы, йәбештерепме алды. Сәғәт 5-се ярты, беҙ салонда өс пассажир. Тағы бер пассажирҙы аэропорт эргәһендәге ауылдан инеп алырға кәрәк. Киттек шул адрес буйынса. Саҡ табып, ҡуҙғалғанда сәғәт алты тула ине инде. Беҙҙең ауылға тиклем биш сәғәтлек юл.

Шофер йоҡламаҫ өсөн бер туҡтау­һыҙ тәмәке тарта, ауыр рок музыкаһын аҡырта, тәҙрәһен ҡыҫып асып ҡуйҙы. Салон һыуыҡ, музыка ҡысҡыра, тәмәке еҫе, сәсең үрә торор!

Ҡырмыҫҡалы районындағы тәүге заправкаға етеү менән шофер беҙҙән һөйләшкәнгә ҡарағанда 100-әр һумға күберәк аҡса һораны. Беҙҙең дәғүәгә ул: «Мин шунда уҡ боролдом, бының өсөн хаҡ арта (!), ышанмаһағыҙ, диспетчерға шылтыратығыҙ», – ти. Бер йәш ҡыҙ шылтыратҡайны, теге яҡтан: «Ҡайтҡығыҙ килмәһә, ҡайтмағыҙ, 100-әр һум аҡсағыҙ йәлме ни, һеҙ тип, шофер ялһыҙ юлға сыҡты!» – тип екерҙеләр.
Килә торғас, теге ҡыҙ: «Бәлки, музыканы әҙерәк кәметерһегеҙ», – тип һораны. Шофер быға иҫе китмәй генә: «Ә йоҡлап китһәм?» – тип яуапланы. Шулай ҙа музыканың тауышын кәметте.

Ҡайтып еткәнсе йөрәкте уста тотоп, башҡа таксиға ултырмайым, тип ант итеп ҡайттым. Иң тәүгеләр­ҙән булып мин төшөп ҡалдым. Бүтәндәр Баймаҡ ҡалаһына тиклем нисек кенә барып еткәндер, белмәйем.

Ә икенсе тапҡыр көҙ көнө ҡайтыр­ға тура килде. Ноябрь айы, ҡараңғы иртә төшә. Ваҡытында ҡуҙғалһаҡ та, Өфө буйлап бер адресты белмәй, урамдарҙы бутап, бер сәғәт тирәһе пассажирҙы эҙләп йөрөнөк. Ярты юлға еткәс, тешем һыҙлай башланы. Тәүҙәрәк түҙеп килдем дә, шоферҙан: «Аптечкағыҙҙа берәй ауыртыуҙы баҫа торған дарыу юҡмы?» – тип һораным. Ә ул миңә, иҫе лә китмәй: «Минең аптечкам юҡ та ул», – тимәһенме!

Ә байрам ваҡыттарында хаҡты ике тапҡырға арттырыуҙары бөтөнләй башҡа һыймай. Юл бит шул уҡ, сервис та һәйбәтләнмәй – ә хаҡ ике тапҡырға арта. Студенттар күберәк байрам ваҡытында ҡайта. Уларҙы талап, кеҫә ҡалынайтырға тырыша намыҫһыҙ әҙәмдәр. Водитель нимә ҡыланһа ла, руль артындағы кешене асыуландырмайым, минең ғүмерем уның ҡулында бит, тип, пассажирға теш ҡыҫып түҙергә тура килә, тегеләре бының менән үҙ мәнфәғәтендә бик оҫта файҙалана.

Такси системаһы кисекмәҫтән үҙгәртеп ҡороуҙы талап итә. Бәлки, берәй эшҡыуар ошо эште үҙ ҡулына алып, машиналарҙың төҙөклөгөн тәьмин итеп (көнө-төнө аҡса тип сабыусыларҙың машиналарын ҡарарға ла ваҡыты юҡ), тәжрибәле, тәртипле шоферҙарҙы эшкә йәлеп итеп, Өфөлә һәм Баймаҡта шофер­ҙарға ял итеү урыны ойошторор? Шул саҡта таксиға ҡурҡмай ултырырға булыр ине.

Венера КӘРИМОВА.
Иглин районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»