02.05.2014 Кемдәр улар – онотолғандар?
йәки Дәүләтебеҙ атайһыҙ үҫкән быуын хаҡында ла онотмаһын ине
Тиҙҙән матур май айы ла етер. Илебеҙ халҡы, шатлыҡҡа күмелеп, Еңеү байрамын билдәләр. Күп тә үтмәй, Хәтер көнө лә етер. Ошо көндәр ҡайһы бер оло кешеләрҙе шомға һалып, һағышландырып, күңел бушлығына, болоҡһоу кеүек ауыр хистәргә тарыта. Улар – Тыуған ил, халҡы, ғаиләһе өсөн ғүмерҙәрен ҡорбан иткәндәрҙең балалары. Бөрйән районының Әтек ауылынан Фәйзулла Абдрахмановтың «Йәшлек» гәзитендә сыҡҡан «Атайҙың ниндәй булғанын да белмәнек» тигән мәҡәләһен уҡып, уны хуплап, үҙ фекерҙәремде еткергем килде. Күпме һыу аҡты, һуғыш ауырлығын кисергән күпме шаһит арабыҙҙан китте. Ирҙәрен көтөп ала алмаған тол ҡатындар ҙа тауҙай аһ-зарҙары менән күптән мәрхүмә булды. «Үлеләрҙең ҡәберен бел, тереләрҙең ҡәҙерен бел», – тиҙәр беҙҙең халыҡта. Инәйҙәрҙе үҙҙәре иҫән саҡта дәүләт «Ҡабат иргә сыҡҡан йә ҡабат иргә сыҡмаған…» тигән аңлайышһыҙ закондары менән рәнйетте. Балаларын астан үлтермәй әҙәм иткән көслө заттар ине бит улар. Шулай «сорт»тарға айырыу күпме наһырҙарын ҡырҡты. Ул ваҡытта шул инәйҙәр өсөн йөрәк һыҙланы. Иргә сыҡмағандарына ла пенсияһына күпме генә өҫтәмә түләгәндәрҙер инде.
Ете тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, бер тапҡыр ҙа «атай» тигән ҡәҙерле һүҙҙе әйтмәгән, етемлектә ыҙа сигеп үҫкән ағай-апайҙар быуынын иҫкә алып китеүсе ил башлығын, түбәнерәк инстанция етәкселәрен белмәйем. Бөтәһенән дә әсерәк яҙмышҡа дусар булған ошо балаҡайҙар һуғыш башынан алып бөгөнгәсә онотолғандар, хатта Хоҙай тарафынан да. Юғиһә ул, исмаһам, һаулыҡты йәлләмәй бирер ине. Тормош йөгө баҫҡан ошо етемдәр бөгөн кеше көнлө инвалид. Һыу аға ла таш ҡала, тигәндәй, ошо атайһыҙ үҫкәндәрҙе лә иҫкә алып, ҡош телендәй ҡотлау ебәрһәләр ҙә, бер аҙ матди ярҙам күрһәтһәләр ҙә, йәки атайҙарының төҫө итеп һис юғында ҡытайҙың арзанлы ҡул сәғәтен бүләк итһәләр ҙә, күңелдәре булыр ине. Бер йылы һүҙ ҙә китек күңелдәрен иретеп ебәрер ине. Ана шул бер йылы һүҙҙе лә ишетә алмай, етәкселәрҙең хәстәрлегенә мохтаж булып, күптәре фани донъянан китеп тә барҙы инде. Ауылда үткәргән сараларҙа беҙ уларҙы айырып телгә алабыҙ, әммә был юғарыла ултырған түрәләр иғтибарына бәрәбәр түгел. Бөйөк Еңеүҙең сираттағы юбилейын билдәләгәндә Асҡарҙа йәшәүсе Ғәлиә исемле апайыбыҙҙың трибунанан әйткән әрнеүле һүҙҙәре, йөрәк һыҙлатып, ҡысҡырып-ҡысҡырып илауы әле лә хәтерҙә. «Беҙҙе, биш баланы ҡалдырып, атайым һуғыштан ҡайтманы. Иң өлкәне булһам да, үҙем дә бала ғына инем. Бер ҡайғыһыҙ иркәләнеп үҫер саҡта сәңгелдәктә ятҡан ҡустымды, ҡалған бәләкәстәрҙе астан үлтермәҫ өсөн күргән ыҙаларым икһеҙ-сикһеҙ булды. Атайлы балалар аҙмы-күпме терәкле булды, беҙгә ундай бәхет тәтемәне», – тип илағайны. Үҙе күптән мәрхүмә инде. Ошо һүҙҙәр дәүләткә тура ғына ҡағылмаһа ла, үпкә ауаздары һиҙелеп ҡалғайны. Беҙҙең Әбйәлил районының Тал Ҡусҡары ауылында атайһыҙ ҡалған ете, күрше Иҙәш ауылында биш оло кеше бар. Инде улар ҙа саҡырылған сараларға бөтәһе лә килерлек хәлдә түгел. Иҫән саҡтарында күңелдәрен күреп, иғтибар бүлеү бик тә кәрәкле, тип уйлайым. Юҡһа һуң булыуы, үкендереүе ихтимал. Йәш етәкселәр, моғайын, был хаҡта уйланыр, берәй ҡарарға килер. Атайһыҙ үҫкәндәрҙең кемеһен генә алып ҡарама, барыһы ла өлгөлө, ауылдың иң ихтирамлы шәхестәре булып йәшәне. Колхоздың йөк аты ла, ойоштороусы лидеры ла, тәрбиәсе-уҡытыусыһы ла улар булды. Бөгөн дә абруйлы аҡһаҡал, ағинәй улар. Үҙҙәре етем үҫкәнгә, балалары атай хәстәре күрһен өсөн бар көстәрен һалдылар. Күптән инде Тыуған ил өсөн ғүмерҙәрен биргән яугирҙарҙың исемдәрен мәңгеләштереүсе обелискылар, «Хәтер», «Улар Еңеү менән ҡайтты», «Фиҙакәр хеҙмәт өсөн» китаптарын сығарыу ҙа барыбыҙҙың күңелендә ҙур ҡәнәғәтлек, ризалыҡ тойғоһо уятты. Тағы һуғыштан иҫән ҡайтҡан ветерандарға, мәрхүмдәрҙең тол ҡатындарына торлаҡҡа сертификат бирә башлауҙары үҙе үк оло ҡыуаныс. Дәүләттең оло хәстәре, битараф булмауы тураһында һөйләй. Беҙ быны хуплайбыҙ һәм юғары баһалайбыҙ. Әммә был сертификаттар күбеһенсә йәш быуындың арымаған-талсыҡмағандар өлөшөнә эләгә түгелме һуң?.. Матбуғат биттәрендә киләсәктә атайҙарын һуғышта юғалтҡандарҙы ла социаль яҡлау тураһында закондар сығасағы хаҡында йылы һүҙҙәр уҡығайным. Ҡасан буласаҡ һуң әле ул? Атай терәген татып үҫмәһәләр ҙә, кешенән кәм-хур йәшәмәнеләр, матур, ҙур йорттар һалдылар. Бәләкәй генә «дәүләт» булған ғаиләһенә «ил башлығы» булған атайһыҙ үҫкән атайҙар «бюджет дефициты» булғанда ла, «сертификат» бүлеп, улдарына йорт күтәрергә ярҙам итте. Заманалар еңел тиһәк тә, уның ауырлығын күптәр аңламай. «Өй» тигән нәмә өсөн эшһеҙлек заманында нисек өйөргә лә өйөргә мөмкин булһын?!. Ә бына Нурмөхәмәт Ихсанов ағай бөтәһе – һигеҙ, мәрхүм булып ҡалған Рәшит Муллаянов ете йорт тергеҙҙе. Терәлер арҡалары ла булманы, ярҙам көтөр бер кеме лә булмаһа ла, хәләл көстәре менән донъя ҡороп, барына шөкөр итеп, иҫәндәре йәшәп ята. Ҡартайҙы инде улар. Атайһыҙ ҡанаттары ҡайырылған ҡош һымаҡ ғүмер кисереүҙәр, кеше аталарына тилмерешеп ҡарап, әсәләренең йөрәктәрен һыҙлатыуҙары онотолған да төҫлө. Ә шулай ҙа яҙ һайын күңелдәге юҡһыныуҙар эсте бошора. Күңел төптәрендәге әсе бер әрнеү олоғайған һайын нығыраҡ тынғы бирмәй. Еңеү байрамы етһә, ошо әрнеү бәғерҙәрҙе үтә лә телә, йөрәккә ҡаты таш булып ята, тамаҡҡа төйөр булып тығыла. Күпме өмөтләнеп көтһәләр ҙә, атайҙары ҡайтманы ла ҡайтманы… Ә үҙҙәре йәмәғәтселек тарафынан мәңгелеккә онотолдо. Бар ғаләмгә: «Беҙ ҙә бар әле был донъяла, яу яланында ятып ҡалған атайҙарыбыҙҙы иҫкә алғанда, етем үҫкән балаларын да иҫкә алһын ине Тыуған ил!» – тип оран һалғы килә. Ләкин ғорурлыҡ һәм намыҫ тойғоһо баш эйергә, түбәнселеккә төшөргә ирек бирмәй шул. Ә шулай ҙа, ә шулай ҙа?..
Мөнирә КИРӘЕВА,
педагогик хеҙмәт ветераны, РФ-ның мәғариф алдынғыһы.
Әбйәлил районы,
Тал Ҡусҡары ауылы.