RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Исемең мансур булмаһа…»

25.04.2014 «Исемең мансур булмаһа…»

«Исемең мансур булмаһа…»Кемгә нисектер, ә мин юлда йөрөргә яратам. Был юлы ҡалала йәшәгән туғандарымдан ҡайтып бара инем. Барғанда һеңлем менән бергә барҙыҡ, һөйләшә-көлөшә килә торғас, юлдың оҙонлоғо ла әллә ни һиҙелмәне. Уның ҡалала эштәре бөтмәү сәбәпле, яңғыҙыма ғына ҡайтырға тура килде. Бер аҙ кәйеф ҡырылды, әлбиттә, Әммә бер уйымдан кире ҡайта торған кеше түгелмен, шуға киске автобусҡа билет алып, юлға сығырға булдым.
Автобуста үҙ урыныма инем ултыр­ҙым, инде ҡуҙғалдыҡ ҡына тигәндә, ҡабаланып ҡына бер апай килеп инде лә, йәһәтләп эргәмә килеп ултырҙы. Күршем урта йәштәрҙә, ҡара бөҙрә сәсле, мөләйем йөҙлө апай ине. Бер аҙҙан беҙ уның менән һөйләшеп киттек. Исеме Миләүшә, һеңлеһенә ҡунаҡҡа китеп бара икән. Бик һүҙсән генә апай булып сыҡты ул. Шулай күңелле генә китеп барабыҙ. Бер аҙҙан ул минең телефоныма әленән-әле килеп торған SMS-хәбәрҙәргә ымлап:
– Кейәүҙәр шулай яҙамы әллә? – ти, мут йылмайып.
– Юҡ, әхирәттәрем мине һағынып өлгөргән, – тип яуаплайым.
– Ай-һай, хәтәр бит ул хәҙер йәштәр. Ә беҙ, бер-беребеҙгә хаттар яҙып, аҙаҡ бер булып яуап көтә инек. Булды инде барыһы ла… – ти күршем, бер аҙ уйланып ултырғас.
Һәм ҡапыл йылмайып ебәрҙе;
– Бына, йәшлек тигәндәй, бер ваҡиғаны хәтеремә төшөрҙөм әле.
– Ниндәй? – тип ҡыҙыҡһынам.
– Бер башлағас һөйләйем әле, – тине Миләүшә апай.
Уның был ниәтен хуплап, ҙур иғтибар менән тыңларға әҙерләнәм. Шулай итеп, Миләүшә апай үҙенең бала саҡ хәтирәләренә төшөп китте. Уны тыңлап, оҙон юл да һиҙелмәне. Бер ауылға яҡыная башлағас, күршем йыйына башланы һәм һүҙен йомғаҡлап:
– Төрлө гәзиттәрҙән мөхәббәт тарихтарын уҡыйым да, уйланып ҡуям. Минең тарих та гәзиттә баҫылһа, йәштәргә әҙме-күпме фәһем булыр ине, – тип ҡуйҙы.
Беҙ уның менән хушлаштыҡ та, ул автобустан төшөп ҡалды. Ә автобус әллә күпме кешене тейәп, юлын дауам итте. Ләкин, Миләүшә апай төшөп киткәс, миңә нисектер моңһоу, күңелһеҙ булып китте. Гүйә, күптәнге яҡын дуҫым менән хушлаштыммы ни. Эйе, була шундай кешеләр. Улар менән күп йылдар күрешмәйһең, хатта бер-береңде белмәй­һең дә, әммә үҙҙәре менән һөйләшкәс, күңелде төрлө уйҙар солғап ала. Шундай тәьҫораттар солғанышында мин дә ҡайтып еттем. Ә Миләүшә апай һөйләгән был ваҡиғаны һеҙгә хикәйә рәүешендә тәҡдим итмәксемен.
Бәлки, Миләүшә апай был хикәйәне уҡығас, үҙен дә таныр, үҙе тарихта ҡалған былтырғы йәйҙә бергә ҡайтҡан юлдашын иҫенә төшөрөп, йылмайып ҡуйыр.
“Ҡыҙым”, – тип яғымлы ғына өндәшеүгә уянып киттем, әсәйем икән. Өйрәнеп бөткәнмен инде, ул көн дә мине һыйырҙарҙы көтөүгә ҡыуыр өсөн уята. Һикереп тороп, кейендем дә, һыйырҙарҙы көтөүгә алып киттем. Был эште мин ҡушыуҙары буйынса түгел, ә үҙ теләгем менән башҡарам. Сөнки таң менән ҡояш ҡаршылау, уның беренсе нурҙарына ҡойоноу күңелемә бөтмәҫ кинәнес бирә ине. Был көндө лә шулай булды. Уңышлы башлан­ған көнөмә ҡыуанып өйгә ҡайтам. Атайым, әсәйем, ағайҙарым, апайым урманға бесәнлеккә китте. Мин, һеңлем, ҡустыларым һәм әсәйемдең әсәһе – өләсәйем менән өйҙә ҡалабыҙ. Миңә тиҙҙән һигеҙ йәш тула инде. Әммә йорттағы байтаҡ эште эшләй беләм. Бөгөн икмәк бешерәм, һыу ташып мунса ла яғырға кәрәк. Бесәндән ҡайтыусыларға, әсәйем өйрәткәнсә, аш бешереп ҡуясаҡмын.
Быҙауҙар тауышына йүгереп тышҡа сығам. Ҡараһам, ҡапҡа аҫтынан өс быҙау ҡарап тора. Әсәйем миңә, быҙау­ҙар көтөүҙән ҡайтһа, кире ҡыуырһың, тигәйне. Өләсәйем дә, һеңле-ҡустыларым да йоҡлай. Ә мин быҙауҙарҙы кире урманға алып киттем. Ҡайтып етеп килһәм, күршеләрҙәге эскәмйәлә 40 йәштәр тирәһе ир менән ҡатын ултыра, әйберҙәре лә бар, ҡайҙандыр ҡайтып килеүселәрҙер, моғайын, тип ҡапҡаға инеүем булды, “дыңҡ” тигән тауыш ишетелеп ҡалды. Ниндәй сәйер тауыш булды был? Һиҫкәнеп, ҡапҡа ярығынан юлсыларҙы күҙәтә башланым. Ир кеше мығырлап ниҙер һөйләй, шул ваҡытта үҙе ҡаты йоҙроғо менән ҡатындың битенә тондорҙо. Ҡатындың башы “дыңҡ” итеп солан таҡтаһына бәрелде, тағы һуҡты, тағы ла шул хәл ҡабатланды. Ҡатын башын тотоп ултыра бирҙе, үҙе бер туҡтауһыҙ; “Мансур, һуҡма, зинһар, һуҡма, бөтәһе лә яҡшы булыр, бына күреп тор”, – тип ялбара. Тик был һүҙҙәрҙе әйтеп бөтөүенә тағы ла ҙур йоҙроҡ ҡатындың башына килеп бәрелә.
Мин ҡурҡышымдан ҡапҡаны эстән бикләп ҡуйҙым. Үҙем ҡурҡам, ләкин һаман да ярыҡтан был сәйер кешеләр­ҙе күҙәтеүҙе дауам итәм. Ҡатындың ялбарыуына ир кешенең иҫе лә китмәне. “Нишләп ултырғыстың икенсе осона күсеп ултырмай, тороп китмәй икән”, – тип уйлайым үҙем. Исмаһам, атайым йә ағай­ҙарым да өйҙә юҡ бит. Улар был апайҙы йәберләргә бирмәҫ ине.
Мансур мығырлап ултыра бирҙе. Ҡапыл тороп баҫты ла, етеҙ хәрәкәттәр менән апай­ға тағы ла һуғып ебәрҙе. Ҡатынының танау-ауыҙынан ҡан китте, ул башындағы яулығын сисеп, битен ҡапланы. Апайҙы йәлләүҙән күҙҙәремдән сөбөрләп йәштәр аға ине. Йүгереп сығып, Мансур ағайға, һуҡма, тип ҡысҡырғым килде. Ләкин урынымдан да ҡыбырлай алманым. Ярыҡ­тан апай­ға ныҡлабыраҡ ҡарайым. Битен һөрткән аҡ яулығы ҡанға батҡан, йөҙө кеше ҡарағыһыҙ итеп йәмһеҙләнгәйне. Шул ваҡытта улар эргәһенә йөк машинаһы килеп туҡтаны. Улар әйберҙәрен алып, ҡуҙғалып китте.
Улар киткәндән һуң урамға йүгереп сыҡтым. Йөрәгем сығырҙай булып әрнене. Мансур ағайға булған нәфрәт менән машина күҙҙән юғалғансы ҡарап торҙом.
Йылдар үтте, мәктәпте тамам­лап, үҙем теләгән һөнәрҙе үҙләштереп, үҙебеҙҙең районға эшкә ҡайттым. Шәмбе көндө әхирәттәрем Нәсимә, Рәйлә менән ауылға ҡайтып килергә булдыҡ. Туҡталышта оҙаҡ торор­ға тура килмәне, бер йөк машинаһы килеп туҡтаны. Шофер егет беҙҙе ултыртып алды.
Кабинала оло ғына ике апай, бер аҙҙан ауыл эргәһендә улар төшөп ҡалғас, беҙ шофер эргәһенә инеп ултырҙыҡ. Ул алға юлды ҡарап та өлгөрә, шул уҡ ваҡытта үҙе беҙгә:
– Йә, ҡыҙҙар, танышып алайыҡ, минең исемем Мансур, – ти.
Шулай итеп танышып киттек.
– Уҡыйһығыҙмы, әллә эшләп йөрөйһөгөҙмө, ҡыҙҙар? – тип Мансур беҙгә һорауҙар бирә. Беҙҙең телгә оҫта Рәйләбеҙ бөтәһен дә – ҡайҙа эшләгәнебеҙҙе лә, дөйөм ятаҡта бергә йәшәгәнебеҙҙе лә тулыһынса һөйләп бирҙе. Бер аҙҙан ул минең күрше ауылдыҡы икәнлегемде лә асыҡланы. Рәйлә менән Нәсимә йәшәгән ауылға барып еткәс, мин дә төшөп ҡалдым. Мансур миңә:
– Әйҙә, Миләүшә, ауылыңа тиклем алып барам, – тине, ләкин мин ризалашманым.
– Юҡ, рәхмәт, мине хәҙер ағайым килеп алып ҡайта, – тип яуапланым.
Мансур ҡуҙғалып китте. Мин дә әхирәттәрем менән хушлаштым да, ауылым яғына ҡарай атланым. Бер аҙҙан ауылдашымдың машинаһына ултырып ҡайтып еттем.
Дүшәмбе. Эштәмен. Минең менән бергә эшләүсе Мәҙинә апай яныма килде лә:
– Миләүшә, һине саҡыралар, – ти. Залға сыҡһам, Мансур баҫып тора.
– Һаумы, Миләүшә, – ти йылмайып.
Көтөлмәгән осрашыуға ҡапыл баҙап ҡалдым һәм уңайһыҙланып ҡына:
– Һаумыһығыҙ, – тинем.
– Үткәндә өсөгөҙҙөң береһе машинамда асҡысығыҙҙы онотоп ҡалдыр­ған. Шуны һеҙгә тапшырайым тип килдем, – ти.
– Мин ҡалдырманым, Нәсимә менән Рәйләгә әйтермен улай булғас, – тип боролоп инеп китергә теләгәйнем, Мансур ҡулымдан ипләп кенә тотоп алды ла:
– Миләүшә, һинең менән һөйләшә торған һүҙ бар ине, – ти. Мин уға ҡараным, беҙҙең ҡараштар осрашты.
– Бер сәғәттән беҙҙең төшкө ял, шунда һөйләшербеҙ, – тип инеп киттем.
Мин эштән сығыуға Мансур тышта көтөп тора ине инде. Беҙҙең тағы ҡараштарыбыҙ осрашты.
Уның сая ла, яғымлы ла ҡарашы, уң яҡҡа ҡыйып таралған бөҙрә ҡара сәсе, ҡап-ҡара ҡыйғас ҡаштары миңә шундай яҡын булып күренде.
– Миләүшә, әйҙә Ағиҙел буйына. Шунда һөйләшербеҙ, – тигән һүҙгә айнып киткәндәй булдым.
Ағиҙел мин эшләгән ойошманың артында ғына. Унда аҫтараҡ сыр-сыу килеп балалар һыу инә, ҡоштар һайрай. Ошо күренештәргә һоҡланып, яр буйына килеп тә еткәнбеҙ. Мансур минән күҙен алмай. Ошоға тиклем бындай хистәрҙе тоймағанғамы, миңә ҡыйын булып китте.
– Миләүшә, мин һиңә тәү күреүҙән ғашиҡ булдым. Һин – хыялымдағы ҡыҙ, миңә бик оҡшайһың, – тип ҡулдарымдан тотоп алды.
Ә мин, Мансурға ҡараған килеш, бер һүҙ ҙә әйтә алмайым. Әлбиттә мин дә ғашиҡмын. Минең дә алдымда хыялымдағы егет баҫып тора. Ошо күрешеүҙән һуң беҙ осраша башланыҡ.
Тик миңә ниҙер булды. Бала сағымда күргән ҡанлы күренеш күҙ алдыма баҫа. Мансур исемле ағайҙың ҡатынын йыртҡыстарса туҡмауы йөрәгемде әрнетә. Ошо хәлдән һуң минең өсөн Мансур исемле ир-ат гел кире образ кеүек күренә ине. Ләкин нимә эшләргә? Бала саҡтың хәтирәһен оноторға ла тырышып ҡарайым, тик килеп сыҡмай. Ашауҙан яҙҙым, эшем дә бик һүлпән бара башланы. Рәйлә миңә бер көн:
– Миләүшә, һиңә нимә булды ул? Осоп-ҡунып бик шат йөрөй инең бит. Ә хәҙер бойоҡ ҡына күренәһең, – ти.
– Ауырып торам әле, – тип кенә әйтә алдым. Сөнки был хәлдәрҙе барыһы ла асыҡланмайынса бер кемгә лә һөйләмәҫкә, тип уйлағайным. Шулай әхирәттәремә белдермәй генә, осрашыуға китәм.
Бына беҙ тағы осраштыҡ. Мансурҙың бөркөттәй үткер ҡарашы, йылмайып миңә өндәшеүе мине тағы ла ғашиҡ итте. Шулай итеп, Мансурға булған һөйөүем ғазаплы мөхәббәткә әйләнде. Беҙ бер-беребеҙҙе өҙөлөп яратабыҙ, тик минең хистәрем йән өҙгөләнеүенән генә ғибәрәт...
Үҙем Мансур менән осрашыу сәғәттәрен көтөп алам. Ләкин йөрәгемде өшөткән ҡанлы күренеш күҙ алдынан китмәй. “Ни эшләп һинең исемең тап Мансур икән?” – тип бар донъяға ҡысҡырғым килә.
Шулай бер көн Мансур миңә:
– Миләүшә, миңә бер тапҡыр ҙа исемем менән өндәшмәнең. Әллә минең исемем оҡшамаймы? – тип һораны.
Был көтөлмәгән һорауға аптырап ҡалдым. Юҡ, былай булмай, ғазапланып күпме йөрөргә була. Әйтергә лә, оноторға кәрәк, бүтән сара ҡалмағас, алдашырға тура килде.
– Һин мине, зинһар, ғәфү ит, минең армияға оҙатҡан егетем бар. Ул тиҙҙән ҡайтасаҡ. тәүҙә үк әйтмәгәнгә ғәфү ит. Үпкәләмә, башҡа осрашмайыҡ, йәме, ғәфү ит мине, М... – тип көскә әйтә алдым һәм “Хуш”, тинем дә йүгерҙем.
Ә Мансур минең артымдан йүгерҙе:
– Миләүшә, Миләүшә, ни эшләттең һин мине... – ә башҡа һүҙҙәрен мин ишетмәнем.
Бер аҙнаға туғандарыма бесән эшләшергә ҡайтып киттем. Ауылдан килгәс, Рәйлә миңә ҡағыҙ киҫәге тотторҙо.
– Һиңә Мансур ҡалдырҙы, ул бик кәйефһеҙ ине, – тине.
Ҡурҡып ҡына хатты алдым. Унда ошо юлдар яҙылғайны: “Хуш, Миләүшә! Бәхетле бул! Һине мәңге яратып, Мансур”.
...Беҙ Мансур менән башҡа бер ҡасан да күрешмәнек. Ә ул, төбәккә эшкә киткәйне...”
Миләүшә апайҙың был тарихын ишеткәс, уйға ҡалдым. Ысынлап та, бәхет тә, мөхәббәт тә исемгә бәйләнмәгән, тик барыhы ла кешенең үҙенән тора. Бала саҡта күргән Мансур ҙа hәр ваҡыт шулай насар булмағандыр бит. Тормошта, әлбиттә, барыhы ла була, ләкин яратҡан кешеләребеҙгә ҡарата, ниндәй генә хәлдәр булhа ла, яҡшы мөнәсәбәтте, ихтирам, иғтибарыбыҙҙы юғалтмаhаҡ ине. Онотмайыҡ, ғүмер бит бер генә…

Нурзилә УСМАНОВА.
Бөрйән районы,
Әбделмәмбәт ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»