RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ул Әле лә беҙгә маяҡ

25.04.2014 Ул Әле лә беҙгә маяҡ

Ул Әле лә беҙгә маяҡ Ағастарҙа, ана, бөрө бүртә,
Һыуҙар тама урғып йылғала.
Бына шундай яҙғы матур көндә
Мәрйәмебеҙ тыуған донъяға.
Аллаһы Тәғәлә ысын ҡатын-ҡыҙ сифаттарын бар тулылығында биргән уға – сибәр ҙә, гүзәл дә, нәзәкәтле лә, һөйкөмлө лә, уңған да. Ә толомдары… Аяҡ бөгәренән дә үтеп торған оҙон матур сәсенә бер ваҡытта ла ҡайсы тейҙермәне.
Был алиһә ҡыҙҙы беҙ 1969 йылда Сибай педагогия училищеһына уҡырға ингән 1 «б» төркөмө студенттары старостабыҙ итеп һайлағайныҡ, яңылышмағанбыҙ, был вазифала ул инде 45 йыл. Бер-беребеҙҙе белеп, аралашып йәшәгән ошо ғүмер арауығында Мәрйәм Хизбулла ҡыҙы Дәүләт­баева төркөмдәштәребеҙҙең бер ғаиләләй тупланып йәшәүен тәьмин иткән ойоштороусы. Күңел торошо, холоҡ-фиғеле тышҡы матурлығы менән үрелеп йәшәгән шәхес ул.
Педучилищела уҡыуы ла өлгөлө булды, БДУ-ла юғары белемгә эйә булып, 30 йылдан ашыу ғүмерен Баймаҡ район-ҡала хакимиәте мәғариф идаралығының кадрҙар бүлегендә әйҙәүсе белгес сифатында уҡытыусыларҙың уҡытыу­сыһы эшенә бағышланы. Бергә эшләгән коллегалары ла Мәрйәм Хизбулла ҡыҙының мәғариф өлкәһендә эшләгән барлыҡ етәксе, уҡытыусыларҙы исем-шәрифе менән белеп, һәр мәктәптең хәл-торошо тураһында хәбәрҙар булып, ниндәй йомош менән мөрәжәғәт итһәләр ҙә, ярҙамһыҙ, иғтибарһыҙ ҡалдырмауын айырым бер йылылыҡ менән телгә ала. Мәғариф өлкәһендә башҡарған йәмәғәт эштәре менән бер рәттән, ҡала һәм район тормошонда ла әүҙем ҡайнап йәшәгән төркөмөбөҙҙөң элекке старостаһы «Башҡортостандың халыҡ мәғарифы отличнигы», «Рәсәйҙең мәғариф отличнигы», тыуған Абдрахман ауылының почетлы гражданы исемдәренә лайыҡ булды.
Хаҡлы ялда ла әүҙем тормош менән йәшәүсе хөрмәтле төркөмдәшебеҙ педучилищены тамамлауыбыҙға 40 йыл тулыуға арналған осрашыу кисәһенә тағы ла бер хөрмәтлеләрҙән-хөрмәтле, арҙаҡлы төркөмдәшебеҙ, Сибай институты директорының социаль, тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Семен Николаевич Чернов менән бергәләп училище тарихын, һәр төркөмдәштең хеҙмәт уңыштарын, тормош юлын сағылдырған «Википедия 4 «б» группы 40 лет спустя» тип аталған китап баҫтырып сығарҙы.
Тормош юлдашы Миңлехан Рамаҙан улынан да бик уңды Мәрйәмебеҙ. ғүмер юлынан 30 йылға яҡын бергә атлаусы хәләле лә уның эштәрендә ихлас ярҙам итеп, төркөмөбөҙҙөң активисына әүерелде. Сикһеҙ рәхмәтлебеҙ уға. Иңгә-иң терәшеп, тормош йөгөн бергәләп тартҡанға ла тауҙай эштәр атҡарып, гөрләтеп матур донъя көтөп йәшәй улар. Бына тигән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙеләр.
Көндөң яҡтылығы – ҡояшта,
Күктең матурлығы –
йондоҙҙарҙа.
Ер йөҙөнөң гүзәллеге Мәрйәм Хизбулла ҡыҙы кеүек ҡатын-ҡыҙҙар­ҙалыр, тим.
Уларҙың ғаиләһенә һаулыҡ, бәрәкәтле оҙон ғүмер теләйбеҙ.

Зөлфирә ӘМИНЕВА.
Өфө ҡалаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»