RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Һыу килә, һаҡ булығыҙ!

11.04.2014 Һыу килә, һаҡ булығыҙ!

Һыу килә, һаҡ булығыҙ!Аҙна башында республикала климат яҙы башланды – был осорҙа урта тәүлек температураһының климатик нормаһы 0 градустан юғары күтәрелә. Тимәк, беҙҙе йылы һауа температураһы йышыраҡ ҡыуандырасаҡ.

Яҙҙың тәүге хәбәрсеһе булған ташҡындар ҙа үҙен көттөрмәҫ. Быйыл ташҡын көслө булмаҫ, тиҙәр. Әммә республикала һәм Рәсәйҙә уҙған йылдың август һабаҡтары һис тә онотолмаған. Ул саҡта ҡойма ямғырҙар һөҙөмтәһендә айырым өлкәләрҙе, райондарҙы һыу баҫты, шуға күрә ташҡын хәүефһеҙлеге темаһына айырым иғтибар бүленер, тип ышанғы килә.
Быйылғы ташҡын ваҡытында Башҡортостандың төп йылғаларының иң юғары кимәле уртаса сиктә көтөлә, тип хәбәр итте Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы буйынса идаралығы начальнигы Вилора Горохольская. Белгестәр «Ташҡын – 2014» осорона прогноздар төҙөгән – тупраҡтың көҙгө дымлылығы был миҙгелдә норманан 25 процентҡа күберәк, туңыуы норманан 30 – 35 сантиметрға түбәнерәк. Был фактор, моғайын, һыуҙың әкренләп йә тиҙ китеүенә тәьҫир итәсәк. Йыш ҡына юғары һыу кимәле ерҙең тәрән туңыуы арҡаһында оҙаҡ һаҡлана. Апрелдә Башҡортостанда һауа температураһының норманан ике градусҡа юғарыраҡ һәм яуым-төшөмдөң норманан 10 – 20 процентҡа күберәк булыуы көтөлә. Гидрологтарҙың анализына ярашлы, быйылғы ташҡындың «тәүге мәғлүмәттәре» 1992 һәм 1998 йылдар­ҙың яҙына тап килә. «1992 йылда Өфөлә Ағиҙелдең кимәле 614 см тәшкил итте, 1998 йылда – 707. Ташҡындың барышы күп шарттарҙан тора, айырыу­са температураның ҡапыл артыуы һыу кимәленең кинәт күтәрелеүенә килтерәсәк», – ти синоптиктар.
Ағиҙел йылғаһы бассейнында ҡар һаҡламы норманан 10 – 50 процентҡа артығыраҡ. Баштағы прогноздарға ярашлы, Өфөлә Ағиҙелдең кимәле 670 – 770 см сиктәрендә булыуы көтөлә, ул норманан 10 сантиметрға әҙерәк. Баш ҡаланың түбән участкаларын 720 см кимәлендә һыу баҫасаҡ.
Стәрлетамаҡта Ағиҙелдең кимәле яҡынса 390 – 490 см тәшкил итәсәк – норманан 50 сантиметрға түбәнерәк. Шуға ҡарамаҫтан, Стәрле һәм Ашҡаҙар йылғалары ярҙарынан сыҡҡан осраҡта, ҡаланы һыу баҫыуы ихтимал. Бөрөлә Ағиҙел 680 – 770 см кимәленә тиклем күтәреләсәк, ул норманан 10 санти­метр­ға юғарыраҡ. Былай, Бөрөнө һыу баҫмаясаҡ. Бөтә факторҙарҙы иҫәпкә алғанда, йылғаларҙа боҙ тығындары хәүефе бар. Ташҡын эҙемтәләрен иҫкәртеү буйынса эш системалы алып барыла – тығындарҙың урындары Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренә яҡшы билдәле, алдан раҫланған план да бар. Республика биләмәһендә 8 боҙ тығыны булыуы күҙаллана, Белорет районында – 3, Бөрйәндә – 2, Архангел, Саҡмағош, Ҡариҙелдә – 1-шәр. Тығындарҙы юҡҡа сығарыу өсөн ете шартлатыу командаһы йәлеп ителәсәк – 40 ҡотҡарыусы, 14 берәмек техника һәм 12 мең тонна шартлатҡыс матдә.
Ведомствола белдереүҙәренсә, таш­ҡын зонаһына быйыл 10 производство объекты, 41 муниципалитеттағы 58 тораҡ пункт инә. Был 80 меңдән ашыу кеше йәшәгән 20 мең йорт тигән һүҙ.
Республиканың гидроҡоролмалары ла яҙғы ташҡынға әҙер булыр өсөн һыу ташланы. Мәҫәлән, Ҡарман һыу һаҡлағысы 18 миллион кубометр һыу ташланы һәм апрель-май айҙарында Беүә йылғаһын ауыҙлыҡларға тулыһынса әҙер.

Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар

Йылға, күл, быуаларҙағы боҙ өҫтөнән йөрөүҙән тыйылырға кәрәк. Ныҡ йоҡарған боҙ бик ҙур хәүеф тыуҙыра. Рөхсәт ителгән юлдарҙан ғына йөрөгөҙ, йылғаларға яҡын барырға ярамай, яңылыш ҡына яһал­ған бер аҙымдан да һыу эсендә ҡалыуығыҙ бар. Емерелгән яр буйында тороу ҙа хәүефле. Бигерәк тә балаларҙы йылғаға яҡын ебәреү үтә лә ҡурҡыныс. Уларға һыу ятҡылыҡтарына яҡын урындарҙа уйнарға рөхсәт итмәгеҙ.
Ә шулай ҙа, һыуға төшә ҡалһағыҙ, бар көсөгөҙҙө туплап, боҙ өҫтөнә түшегеҙ менән ятырға тырышығыҙ һәм ярҙамға саҡырығыҙ. Ҡотҡарыу­сыларға иһә, аяҡ-ҡулдарҙы киң йәйеп, батыусыға табан әкрен генә шыуышырға һәм уға бау, арҡан, ҡайыш йәиһә таҡта ташларға кәңәш ителә.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: бәлә-ҡаза эҙемтәләрен бөтөрөүгә ҡарағанда уны иҫкәртеү күпкә еңелерәк.

Ә һеҙ ташҡынға әҙерме?


Илдар ҺАҘЫЕВ,
БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры (Кама бассейны һыу идаралығының бассейн советы ултырышындағы сығышынан):
– Башҡортостанда һыу хужалығы комплексын үҫтереү өсөн финанс һалыу күләме йылдан-йыл арта. 2009 йыл менән сағыштырғанда, был өлкәгә бүленгән сумма 2013 йылдың аҙағына 20 тапҡырға артҡан һәм 730 миллион һумдан ашыу тәшкил итте. Яҙғы һыу ташыуға ҡаршы, ғәҙәттә, барлыҡ сумманың 70 проценты тотонола.
Һыу менән тәьмин итеү, ташҡындан һаҡланыу һәм республикала ағымды көйләү мәсьәләләрен хәл итеү өсөн барлығы 520 быуа, һыу һаҡлағыстар төҙөлгән һәм файҙаланыла. Бөгөн уларҙың 132-һе хәүеф тыуҙыра, 42-һе капиталь ремонт йәки реконструкция талап итә.
2012 йылда “2013 – 2020 йылдарҙа Башҡортостанда һыу хужалығы комлексын үҫтереү” республика маҡсатлы программаһы ҡабул ителде, уның заказсыһы – БР Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығы. Программа­ның төп маҡсаттары – һыу ресурстарын һаҡлау һәм тергеҙеү, халыҡты һәм иҡтисади объекттарҙы һыуҙың кире йоғонтоһонан һаҡлау. Программа саралары Һыу ресурстары федераль агентлығы, республика һәм муниципаль ҡаҙна иҫәбенән финанслана. Мәҫәлән, былтыр төбәктәге 8 гидротехник ҡоролманы капиталь ремонтлауға 40,64 миллион һум аҡса йүнәлтелде. Ауырғазы районындағы объектта эштәр тамамланды, уны ҡабул итеү актына быйылғы һыу ташыуҙы үткәргәс кенә ҡул ҡуйыласаҡ. Хәйбулла һәм Баймаҡ райондарындағы объекттар төҙөлөшө былтыр август айындағы аномаль ямғырҙар һөҙөмтәһендәге ташҡын арҡаһында тамамланмай ҡалды. Төҙөлөп бөтмәгән ҡоролмалар һиҙелерлек ҡаҡшағайны, улар өҫтәмә эш талап итте.
һыу хужалығын үҫтереү буйынса республиканың маҡсатлы программаһы “Башҡортостан­дың экологияһы һәм тәбиғәт ресурстары” дәүләт программаһына тулыһынса күсте. 2020 йылға тиклем уны финанслауға 37 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлеү ҡаралған, ә һыу хужалығына 15,7 миллиард һум йүнәлтеләсәк, был сумманың 4,8 миллиард һумы республика ҡаҙнаһынан бүленәсәк.

Илдар САФИН,
Әбйәлил районының Ишҡол ауылы:
– Былтырғы август ямғырҙары арҡаһында ауылдағы Ҡыҙыл йылғаһы аша һалынған күпер урынынан шылды, ярҙары йыуылып ашалды, терәүестәре ҡаҡшаны. Тирә-яғынан ҡом түшәгән булһалар ҙа, күпер хәүеф тыуҙыра. Ә алда – яҙ. Тағы ташҡын була ҡалһа, нимә эшләргә? Ташҡындан һуң ауыл халҡына яңы күпер вәғәҙә иткәйнеләр-итеүен, тик был хаҡта оноттолар, буғай.
Халыҡ оло һыуҙан биҙрәп бөткән, сөнки һәр йорт-ҡура тиерлек ҡойма ямғырҙарҙан зыян күрҙе, ҡышҡылыҡҡа картуфһыҙ, бесәнһеҙ, йәшелсәһеҙ, ҡайһы берәүҙәр хатта мал-тыуарһыҙ тороп ҡалды. Был хаҡта тыныс ҡына хәтерләп булмай.

Бер йыл элек 9 апрель төнөндә Белорет районының Ғәбдүк ауылы халҡы керпек ҡаҡманы – ауылды күҙ асып йомғансы көслө ташҡын баҫты. Һанаулы ғына минут эсендә 50-гә яҡын йорт ҙур-ҙур боҙҙар һәм һыу аҫтында ҡалды. Көслө тулҡын мал-тыуарҙы, бураларҙы, еңел машиналарҙы ағыҙып алып китте, ҡыйыҡтар, ҡоймалар емерелде, йорттар оло зыян күрҙе. Был фажиғәгә Инйәр йылғаһындағы ҙур боҙ тығыны сәбәпсе булды.

Был шаңҡыуҙан арынып та өлгөрмәгән ғәбдүктәр алдына яңы һынау килеп баҫты – быйыл яҙғы ташҡын осорон нисек үткәреп ебәрергә? Былтыр һыу биргән һабаҡтан оло фәһем алған ауыл халҡы үҙенсә хәүефһеҙлек сараларын күҙәтергә тырыша.

Сәүиә ЗАКИРОВА:
– Быйыл һәр йортҡа иҫкәртеү ҡағыҙҙарын таратып сыҡтылар, мәктәптә балаларға инструктаж үткәрәләр. Ауылыбыҙҙа түшәктә ятҡан сирле инәй бар, уны туғандарына күсерҙеләр. Тағы бер 90 йәшлек әбейҙе лә, ул-был хәл була ҡалһа тип, хәүефһеҙ ергә урынлаштырҙылар.
Былтырғы кеүек фажиғә ҡабатланмаҫ, тип ышанғы килә. Шулай ҙа баҙҙан бәрәңгене сығарып, тоҡтарҙы өҫкәрәк урынлаштырҙыҡ, ҡорттарҙы ла хәүефһеҙ ергә ҡуйҙыҡ. Йөрәктә шом ҡалғас, шөрләтә, һаҡланыу саралары хаҡында һис кенә оноторға ярамай.
Быйыл ауыл тирәһендә ҡар ныҡ күп яуҙы, ҡапыл иретә ҡалһа, ни эшләрбеҙ, тип борсолоп бөттөк. Шөкөр, ҡар яйлап ирей, шунда уҡ ергә һеңеп тора. Йылғалағы боҙ ҙа былтырғыға ҡарағанда йоҡараҡ.

Хәлисә ҒӘЛЛӘМОВА:
– Ашарға тәғәйенләнгән бәрәңгене лә, орлоҡҡа тигәнен дә үрҙә йәшәгән Данир улымдың баҙына алып барып һалдыҡ. Көн торошон күҙәтеп кенә торабыҙ. Ваҡ-төйәк әйбер күптән йыйналған, йорт алдында кәмәләр әҙер. Былтыр биш баш малымды юғалтҡас, ныҡ ауырға тура килде. Шуға күрә улымдың кәртәһендә малға урын әҙерләп ҡуйғанбыҙ, һыу килә башлау менән ҡыуып алып китәсәкбеҙ. Тауыҡтарҙы йыйып булһа, һарай башына ташларбыҙ, ә ҡаҙ, индоутка йөҙәсәк. Шулай уҡ сарлаҡҡа әйбер­ҙәрҙе ҡуясаҡбыҙ.
Бындай хәлде бер ҡасан да күргәнебеҙ юҡ ине, уның эҙемтәләре һаман да үҙен һиҙҙерә. Боҙло һыу кисеп йөрөп, күптәребеҙ һыуыҡ алдырҙы, һаман да ауырыу йонсота, быйылғы ташҡынды имен-һау үткәреп ебәрергә яҙһын инде, тибеҙ.

Әйсәрә МӨХӘМӘТЙӘНОВА:
– Былтыр бер ниндәй документтарһыҙ тороп ҡалдым һәм йыл буйына уларҙы тергеҙҙем. Шунлыҡтан, иң беренсе эләктереп алырға документтар күптән әҙер килеш ята. Былай ауыл биләмәһе башлығы, вәкилдәре даими рәүештә ауылды килеп ҡарап, тикшереп тора. Ғәҙәттән тыш хәл тыуа ҡалһа, әҙерлек бар.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»