RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ат арҡаһында атталар

11.04.2014 Ат арҡаһында атталар

Ат арҡаһында атталарКөйөргәҙе районының «Ватан» крәҫтиән-фермер хужалығында 500 баштан ашыу йылҡы аҫрала
Йылҡысылыҡтың башҡорт хал­ҡы­ның тарихында, йәшәйешендә мөһим урын биләп торғанын берәү ҙә инҡар итмәҫ. Аттар яу яландарында ла, көндәлек тормошта ла кешеләргә терәк, ярҙамсы, ышаныслы юлдаш та булған. Күп кенә күңел асыу сараһын, шул иҫәптән һабан­туй­ҙарҙы ошо хайуанһыҙ күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Хәҙерге цивилизация, механизация заманында ауыл хужалығының ошо тармағы тәү ҡараш­ҡа әллә ни ҙур әһәмиәткә эйә лә түгел һымаҡ. Ә төптәнерәк уйлаһаң, бындай фекер дөрөҫ тә түгел. Сөнки яғыулыҡ-майлау материалдарына хаҡ­тар­ҙың тиҙ күтәрелеүе, йылҡы итенә, ҡымыҙға ихтыяждың артыуы, ат спорты төрҙәренең тормошҡа киңерәк инә барыуы малсылыҡтың шул төрө менән ныҡлап шөғөлләнеүҙе талап итә.
Көйөргәҙе районының «Ватан» ауыл хужалығы кооперативы етәкселеге ошо тормош хәҡиҡәтен аңлап эш итә, тип әйтергә мөмкин. Бынан 13 йыл элек барлыҡҡа килгән хужалыҡ тәүҙәрәк баҫыусылыҡ менән генә көн итһә, һуңғы йылдар­ҙа бында халҡыбыҙҙың боронғо шөғөлөн – йылҡысылыҡты үҫтереүгә мөһим иғтибар бүленә. Әлеге ваҡытта районда 1081 йылҡы малы иҫәпләнһә, шуның 503-ө «Ватан» КФХ-һында аҫрала.
– Йылҡысылыҡ – хәҙерге заман шарттарына ҡарап та, отошло малсылыҡ тармағы. Беҙ уны үҫтереүгә әле лә етди иғтибар бирәбеҙ, киләсәктә лә шулай булыр тип уйлайбыҙ, – ти коллектив етәксеһе Ғәйнетдин Мөхәммәтов.
Предприятиела ошо күҙаллау бойомға ашһын өсөн махсус төҙөлгән программа нигеҙендә саралар даими бойомға ашырыла. Йылҡы малы уңайлы, йылы ҡураларҙа тотола, ә йылы ваҡытта иркен ялан кәртәләргә сығарыла. Аттар, йәш төркөмдәренә бүленеп, махсус мул аҙыҡ рационы менән тәьмин ителгән. Айғырҙарға көнөнә – 7, бейәләргә – 5, ә ҡолондарға 3-әр кг һоло бирелә, ә бесәнгә сикләү юҡ тип әйтергә була. Йылҡылар алдында һәр саҡ таҙа һыу бар. Әлбиттә, малсылыҡты уңышлы үҫтереүҙә мал аҙығы базаһы мөһим роль уйнай. Кооперативта, ошо хәҡиҡәтте аң­лап, йыл да һәр шартлы баш йылҡы малына 35 – 37 центнер аҙыҡ берәмеге әҙерләйҙәр. Быйылғы ҡышлау осоронан да икенсеһенә байтаҡ мал аҙығы артып ҡаласаҡ, тип көтөлә.
«Ашаған малда өмөт бар» тигәндәй, бында бөтә төр төркөмдәге аттарҙың көрлөгө күҙгә ташлана. «Ватан»да, тоҡомһоҙ малдан яҡшы табыш алып булмауҙы күҙ уңында тотоп, һуңғы йылдарҙа ошо зооветеринария тәғлимәтенә етди иғтибар бирәләр. Әлеге ваҡытта кооперативта яҡшы тоҡомло ун айғыр бар. Улар Мәләүез ҡалаһында урын­лашҡан «Толпар» ипподромы селекционерҙарынан, Стәрлетамаҡ ҡулланыусылар йәмғиәтенән, Ишем­­­бай районындағы йылҡысылыҡ буйынса махсуслашҡан билдәле крәҫтиән-фермер хужалығынан һатып алынған. Ә хужалыҡта 2014 йылдың символы итеп 5 йәшлек бейек, йылҡылдап торған кәүҙәле, һыбай йөрөүгә тәғәйенләнгән таҙа ҡанлы инглиз тоҡомло айғыр ҡабул ителгән. Бында ауыр йөк аттарын аҫрауға ла йүнәлеш алғандар. Әле ошо тоҡом айғырҙарын урындағы башҡорт аттары менән ҡушыу буйынса ла эш алып барыла. Шул алым менән донъяға килгән бейәләрҙән мулыраҡ һөт һауырға мөмкин икән. Ауыр йөк ташырға һәләтле йылҡы малын фермаларҙа, башҡа транспорт эштәрендә файҙаланыу ҙа отошло. Йылдан-йыл һауын бейәләрҙең көтөүе ишәйеп, улар­ҙың 80 баштан артыуы киләсәктә ҡымыҙ етештереүҙе лә арттырыуға өмөт уята. Бына күп кенә йылдар предприятиеның ҡымыҙ оҫталары район, Күмертау ҡалаһы халҡын батырҙар эсемлеге менән тәьмин итә, ул бер нисә сауҙа нөктәһендә һатыуға сығарыла. Ҡыуанысҡа, халҡыбыҙҙың милли эсемлеген етештереү күләме арта бара. Мәҫәлән, 2012 йылда ул 150 центнер­ға етһә, былтыр 180 центнерға тиңләшкән. 2011 йылда кооператив ҡымыҙ яһауға арналған республика конкурсында 3-сө урынды алыуға өлгәшкән. Элекке йылдарҙа ҡымыҙ етештереүгә Башҡортостан хөкүмәте дотация бүлгән, ул 2011 йылда бер литрға 24 һум тәшкил иткән. Ғ. Мөхәммәтов әйтеүенсә, был ярҙам бер литр эсемлек хаҡының өстән бер өлөшөн ҡапларға еткән. Ләкин ни өсөндөр артабан был ярҙамды күрһәтеү туҡтатылған. 2012 йылда, ил хөкүмәтенең өйөр йылҡысылығын үҫтереүгә арналған программаһына ярашлы, бер ат башы иҫәбенә Рәсәй хөкүмәте – 200, ә республика етәкселеге 580 һум дотация түләгән. Ә былтыр шул ярҙам 150 һәм 23 һум тәшкил иткән, тимәк, субсидия бүлеү 4,5 тапҡырға кәмегән. Быйыл ошондай булышлыҡ булырмы, билдәһеҙ. Шулай булһа ла, коллективта, ҡымыҙ бешеү, йылҡы ите етештереү кәмемәҫ, ә арта ғына барыр, тип ышандырҙылар. Предприятиела күптән түгел Ырымбур өлкәһендәге бейә һөтө етештереүгә махсуслашҡан хужалыҡтан ҙур күләмдә продукция бирергә һәләтле ете бейә һәм өс айғыр ҡайтарылған. Кооператив етәксеһе әйтеүенсә, улар һатыуға тик юғары сифатлы, әле генә етештерелгән аҙыҡ-түлек сығарыуға бик тә яуаплы ҡарарға тырыша, баҙар шарттарындағы конкуренция ла ошоно талап итә.
Һатыу тигәндәй, Ғәйнетдин Ғәзиз улы әйтеүенсә, әле уларҙың эшләгән магазиндарына Күмертауҙа, Ермолаевта тағы ла берәр, шулай уҡ Мәләүездә, Көйөргәҙе районының Иҫке Отрада ауылында асыласаҡтары ҡушыласаҡ. Сөнки АКХ-ла күп кенә йылдар уңышлы эшләгән, продукцияның төрөн даими ишәйтеүсе ит эшкәртеү цехы, бәләкәй тирмән, ашлыҡ ваҡлаусы ҡорамал булыуы сауҙа урындарын күбәйтеүҙе талап итә. Ит эшкәртеү цехы шулай уҡ халыҡҡа ит ыҫлау, сало эшләү кеүек хеҙмәттәр ҙә күрһәтә. Әйткәндәй, кооперативтың ҡаҙыһы, йылҡы ите һатып алыу­сыларҙа ҙур һорау менән файҙалана.
«Ватан»да йылҡысылыҡтың спорт­­­­ҡа ҡағылышлы өлкәһен дә үҫтерергә ынтылалар. Бында быға тиклем дә сабыш, юртаҡ аттарҙы әҙерләп, район һабантуйҙарында уҙғарылған бәйгеләрҙә призлы урындарҙы йыш алдылар. Киләсәк­тә лә өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙән сигенмәүҙе, ә алға барыуҙы күҙаллайҙар.
«Эшенә күрә – ашы» тигәндәй, 35 кешенән торған коллективта уртаса айлыҡ хеҙмәт хаҡы 11,8 мең һум тәшкил итә, ул ваҡытында түләнә. Ашханаларында хеҙмәткәрҙәр бушлай туҡлана. Бер эш көнө өсөн 5 кг бойҙай бүленә һәм уға ла түләү кәрәкмәй. Кооператив ағзаларын мал аҙығы менән тәьмин итеүҙә лә льготалар ҡаралған. Йыл һайын предприятие иҫәбенә 5 – 6 кеше санаторийҙарға, ял йорттарына бара, урындағы гәзиттәргә яҙҙырыла, тыуған көндәрен билдәләүселәргә берәр мең һум аҡса бирелә, эшселәр, хеҙмәт ветерандары ла байрам көндәрендә бүләкһеҙ ҡалмай (ошо йолаларҙан тайпылмай, Ғәйнетдин Мөхәммәтов киләһе ярты йыллыҡҡа һәр кооператив ағзаһына «Йәшлек» гәзитен яҙҙырасаҡмын, тине. Афарин! шундай уҙамандарыбыҙ күберәк булһын ине).
Дөйөмләштереп әйткәндә, кооператив коллективы баҙар иҡтисады шарттарында, уның ҡанундарын ҡулланып ырамлы эшләй, баҫыусылыҡта ла, йылҡысылыҡта ла әүҙем эш менән уңыштарға өлгәшә, ныҡлы аҙымдар менән алға бара, ауырлыҡтарҙы еңеү юлдарын эҙләй һәм таба.
«Ул атта ултыра » тигән әйтемдәге фекер тулыһынса ауыл хужалығы предприятиеһындағы хәлде аңлата. Киләсәктә лә шулай булыр, иншалла.

Урал ҠӘЙҮПОВ.

Көйөргәҙе районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»