RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ваҡытлы “ғүмер юлы”

28.03.2014 Ваҡытлы “ғүмер юлы”

Ваҡытлы “ғүмер юлы”йәки Төпкөлдәге ауыл тормошо
Белорет районының Мөхәмәт ауылы – төпкөл ауылдарҙың береһе. Шунда барырға йыйынып, былтырғы Ғәбдүк “эпопея”һын иҫләнем. Ғәбдүккә лә анһат ҡына барып етеп булмай: әйтерһең дә, махсус рәүештә, дошмандар үтеп инмәһен өсөн, ауылға йүнле юл һалырға ашыҡмайҙар. Әгәр ҙә дошмандар, бер нәмәгә ҡарамаҫтан, ауылға барырға маташасаҡ икән – үҙ баштарына, сөнки булған юл (уны юл тип әйтеүе лә ауыр) машина һәм кеше ныҡлығына, сабырлыҡҡа оло һынау. Дошмандарҙың көнө поезға ҡалһа иһә, түҙемлектәре ысынлап шартлаясаҡ – уныһы һирәк йөрөй! Шуға ғәбдүктәргә ҡайнар сәләм: бер дошман ауылығыҙға үтеп инә алмаясаҡ, рәхәтләнеп үҙ ҡаҙанығыҙҙа үҙегеҙ генә ҡайнап ятаһығыҙ инде әүәлгесә. Ә мин – Мөхәмәткә, һеҙҙең яҙмышташығыҙға!
Инереңдән алда сығырыңды уйла, тиҙәр, шуға ла был ауылға барып еткәнсе, кинәт көн йылытып, Кесе Ҡыҙыл йылғаһы ташып китһә, нисек ҡайтырмын, тип, спутник карталарынан “сигенеү” юлдарын да ҡараштырҙым. Варианттар күп түгел: көнсығышҡа табан барһаң – тау-таш артылып, әллә күпме шишмә-йылға кисеп, ҡуйы урмандар аша Әбйәлил районының Салауат ауылына барып сығырға мөмкин, йәки көньяҡ-көнбайышҡараҡ йүнәлеш тотһаң – аҙашмаһаң, бүре-айыуҙан ашалмаһаң, Үҙән­башҡа йә Хөсәйенгә килеп етеүең ихтимал. Карталарҙы ентекләп өйрәнгәс, был варианттарҙың йәйге көнгә генә ярауын аңлап ҡалдым, ҡышын Мөхәмәттән сыҡмай ятыуың хәйерле шикелле.
Ярай, ни булһа ла булыр, тип төпкөл ауылға юлландым. Абҙаҡҡа килеп еткәс, тәүге осраған ҡатындарҙан ауыл­ға юлды белештем. Машинағыҙҙы йәлләмәй, унда ни эҙләп китеп бараһығыҙ, тине береһе: “Унда күпер емерелгән дә ул. Яңыраҡ утын ҡырҡырға китеп барған “ГАЗель” ҡолап төшөп, әллә нисә кеше имгәнгән!”. Икенсеһе, әллә йөпләп, әллә асыҡлап: “Теге бирге күпер ҙә ышаныс тыуҙырмай, тиҙәр ҙәһә”, – тине. Ә унда йәшәүсе халыҡ ул ағас күперҙәрҙән нисек йөрөй һуң, тип аптырауыма, иңбаштарын һикерттеләр: “Сараһыҙҙан йөрөйҙәр, Хоҙайға тапшыралар ҙа. Ҡайҙа барһындар... Түрәләр, тимер-бетондан күперҙәр төҙөлгән, тип, өҫтәгеләргә отчет биргәндәр ҙә, хәҙер үҙҙәре лә нишләргә белмәй, тиҙәр бит”. Бына һиңә “мә”! Тик беҙҙең илдә генә эшләнмәгәнде эшләнде тип күҙ буяйҙар, файҙаланыуға тапшырылды, тип объектты тантаналы асалар ҙа, аҙаҡ ике-өс йыл шуны еренә еткерергә маташалар, буғай. Шул рәүешле кемгә ярарға тырышыуҙары билдәле – өҫтәге түрәләргә. Ләкин бынан кемгә рәхәт? Бер кемгә лә.
Ошо хаҡта уйлана-уйлана, машинабыҙҙы күрәләтә хәүеф аҫтына ҡуйырға теләмәй, Абҙаҡ белем усағына йүнәлдем. Мөхәмәттән мәктәпкә ике уҡытыусы килгән, бәлки, уларҙы килеп алырҙар, мин дә бер ыңғай эләгеп барырмын, тип өмөтләнеүем инде. Әммә педсоветҡа килгән башланғыс синыф уҡытыусылары Зөлфиә Таһирова менән Дилә Мәүлитшина, юлға сығып баҫабыҙ ҙа, беҙҙең яҡҡа барған техниканы көтәбеҙ, тип өмөттө өҙҙө. Нишләйһең, сығып торҙоҡ юл буйына. Йәйәү ҙә атлар инек, тик бигерәк алыҫ шул – ике тиҫтә саҡрым! Көтөп тороп аяҡ өшөгәс, ни булһа ла булыр, тип инде үҙебеҙҙең машинала барырға ниәтләгәс, эргәбеҙҙә еңел автомобиль туҡтаны. Шулай Абҙаҡ ауыл хакимиәте башлығы Байрас Фазылов менән юлды дауам иттек. Былтырғы ҡойма ямғырҙарҙан һуң ташып-шашҡан Кесе Ҡыҙыл йылғаһы күперҙе ботарлап ташлағас, әлеге ваҡытта уның тирә-яғын нығытыу маҡсатында таш ташыйҙар, шуны ҡарап тикшерергә китеп барыуы икән. Мөхәмәткә барып еткәнсе Урҙы, Тумса, Һуҡмағушты, Үткәл, Кесе Ҡыҙыл йылғалары аша үттек (исемдәрен яңылыш яҙһам, ғәфү үтенәм). Ысынлап та, Үткәлдәге ағас күпер, ана емереләм, бына үләм, тип беҙҙең ауырлыҡтан ыңғырашып ятып ҡалды, ә Кесе Ҡыҙыл аша һалынған ҡулайлама буйлап икенсе ярға сыҡҡансы, үҙемдең васыятнамә яҙмауымды хәтерләп, үкенеп ҡуйҙым. Баҡтиһәң, оло донъя менән тоташтырып торған берҙән-бер ҡулайламаны халыҡ өмәгә сығып, хәлдәренән килгәнсә үҙҙәре йүнәтеп ҡуйған.
Ваҡытлы “ғүмер юлы”– Юҡҡа йүнәткәндәр, йүнәтмәһәләр, власть тиҙерәк ҡыбырлар ине, моғайын, ә былай яуаплы кешеләр, күпер бар, тип тейешле урындарға доклад яһап, тынысланғандарҙыр ҙа әле, – тип үҙемдең шиктәрем менән бүлешәм.
– Хаталанаһығыҙ, проблеманы хәл итеү өҫтөндә эшләйбеҙ, – тип яуапланы Байрас Буранбай улы. – Әлеге ваҡытта, мәҫәлән, ауыл хакимиәте бюджетынан аҡса бүлеп, ярҙарҙы нығытыу өсөн таш ташытабыҙ. Белорет районы хакимиәте үҙ иҫәбенә күпер проектын эшләтте. Хәҙер тимер күпер төҙөү өсөн 12 миллион һум аҡса талап ителә. Хакимиәт Башҡортостан Республи­ка­һының Транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитетына ғариза биргән, ләкин әлегә ҡарар ҡабул ителмәгән. Шулай ҙа гәзиттәрҙең береһе аша комитет рәйесе, кәрәк тип табылһа, комитет өҫтәмә рәүештә 12 миллион һум аҡса бүлергә әҙер, тип әйтте.
Ярҙа ауҙарылған таш өйөмдәрен күреп, Байрас Фазылов машинаһынан һикереп төштө, водителдәргә өндәште: “Нишләп ваҡ таш ташыйһығыҙ? Ундай ташты үҙебеҙ ҙә бушлай таба ала инек! Быны ни йылға хәҙер үк йыуып алып китә лә һуң?! Беҙгә ҙур таштар кәрәк!”. Водителдәр, беҙгә нимә тейәйҙәр, шуны алып киләбеҙ, тип баш тырнаны. Ниндәй аҡыллы баш ярҙы нығытырға ҡырсынташ тейәтәлер унда – белмәйем, әммә ул айҙан төшкән кеүек күренде, юғиһә ябай ғына мәсьәләне хәл итергә башы етер ине.
– Мин дә иртән таш ташыусыларға барып, дәғүә белдерҙем, – тине ауыл старостаһы Рафаил Хәлитов. – Тик улар, беҙҙең эшебеҙ ташыу ғына, тип яуапланы...
Рафаил Рафиҡ улы ғүмер буйы балаларға белем биргән, әле пенсияла. Хаҡлы ялдағы уҡытыусының йөрәге нимә өсөн әрней тиһегеҙме? Әлбиттә, тәү сиратта ауылда туғыҙ йыллыҡ мәктәптең ябылыуы өсөн! Ауылды юҡҡа сығарыр өсөн күп аҡыл кәрәкмәй: тотаһың да белем усағының тәҙрә-ишектәрен таҡта менән арҡыс-торҡос ҡағып сығаһың, балаларҙы автобусҡа ултыртып, берәй күрше ауылға ебәрәһең. Балалары юлға сыҡҡан һайын йөрәктәрен усына тотоп тороп ҡалған (юлдары юлмы ла, ниндәй генә водителдәр осрамаҫ!) ата-әсәләр нимә эшләй? Сараһыҙҙан район үҙәгенә, ҙур ауылға күсеү форсатын эҙләй башлай. Мөхәмәттәр ҙә шулайта – мөмкинлек булыу менән тыуған нигеҙҙән ҡуптарылып сығып китә.
– Балаларҙың береһе – Абҙаҡҡа, икенсеһе Белоретҡа күсте, – тип әсенде Истамғол Исмәғилев та. – Һанай башлаһаң, байтаҡ кеше күсенде. Күсәм тиһәң дә, ситтә ер алыуы анһатмы һуң?!
Анһат түгел, хакимиәт башлығының һүҙе буйынса, Абҙаҡта, мәҫәлән, буш ер юҡ. Күп балалы, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә көс-хәлгә табалар урын. Ә ер алырға сиратта – туҡһандан ашыу ғаилә...
– Йорт һалыу, кәрәк-яраҡ өсөн ағас алыуы ла мең бәлә ул хәҙер, – тип фекерен дауам итте Истамғол Исрафил улы. – Беренсенән, ағас алам тиһәң, кәрәкле документтар йыйып, артынан ҡырҡмаһа ҡырҡ тапҡыр йөрөргә кәрәк, икенсенән, ныҡ алыҫтан бирәләр, өсөнсөнән, ағасты йығыр, алып килер өсөн техника юҡ, дүртенсенән, техника тапһаң да, яғыулыҡҡа хаҡтар тешләшә... Осраған кәртәләрҙе һанай башлаһаң да күп, ә тормошта уларҙы йырып сығыуы, ай-һай... Барыһы ла халыҡҡа ҡаршы эшләнгән кеүек.
“Ағасты алһаң, һатып булмай – ярамай”, – тип һүҙен йомғаҡлаған ауыл кешеһенең хәлен күҙ алдына килтереп, уның ыңғайына үҙем дә ауыр көрһөнөп ҡуйҙым. Закондар өҫтөндә эшләүсе депутаттар аҙаҡ үҙҙәре лә, ысынбарлыҡта халыҡҡа ниндәй проблемалар өҫтәүен күреп, Черномырдин кеүек: “Яҡшыраҡ булһын, тип теләгәйнек, һәр ваҡыттағыса килде лә сыҡты”, – тип ҡулдарын йәйәме икән?
– Ниндәй ауыр ваҡыттарҙа, һуғыш йылдарында (!) япмағандар мәктәпте, ә әле оптимизация тигән булып ауылдарҙы бөтөрәләр, – тип ауыл старостаһы ла ҡәнәғәтһеҙлек белдер­ҙе. – Бер яҡтан, күберәк бала табығыҙ, тип өндәйҙәр, ә икенсе яҡтан, мәктәпте ябып, бәкәлгә һуғалар. Был сәйәсәтте нисек аңлар­ға? Һәр кемдең үҙ телендә белем алырға хоҡуғы бар, ти төп закон, ә ысынында иһә ҙур мәктәпкә барған балаларыбыҙ башҡортса түгел, русса уҡырға мәжбүр. Хөкүмәт бер үк тырмаға баҫмаймы икән: элек тә, перспективаһыҙ тигән булып, бәләкәй ауылдарҙы бөтөр­ҙөләр, райондарҙы ҡушып, эреләттеләр, һуңынан бының хата булыуын танынылар. Ябыуы анһат ул, кире тергеҙеүе ауыр.
Ошо яҡын-тирәлә генә перспективаһыҙ мөһөрө менән картанан мәңгегә Йәҙгәр менән Аҡташ ауылдары юғалған. Мөхәмәткә лә хәҙер шул хәүеф янай, буғай. Уйлап ҡараһаң, йүнле юл да булмаған Мөхәмәттә мәктәпте ябалармы инде?! Унда хатта автобус та ике аҙнаға бер генә тапҡыр йөрөй! Үҙебеҙҙе утрауҙа йәшәгән кеүек хис итәбеҙ, тип күңелһеҙ шаяртҡан мөхәмәттәр, ташҡын мәлендә юл өҙөлөп, серегән ут бағаналары ла ауһа – бөлдөрә инде, тип өҫтәйҙәр. Әйткәндәй, юл ғына түгел, ут бағаналарын алмаштырыу мәсьәләһе лә ҡырҡыу тора ауылда. Ләкин хәл итер урынға, ошо мөхәмәттәр ялҡытты үҙҙәренең проблемалары менән, тип йөҙ бора түрә-ғаралар. Бер кемдән дә кәм булмағандарын, башҡалар һымаҡ уҡ ҡаҙнаға һалым түләгәндәрен, шуға ла һәр кем кеүек ябай йәшәү шарттарына хоҡуҡтары барлығын оноталар, ахыры. Хәйер, һайлауҙар осоро етһә, иҫтәренә төшә торған, ул саҡта һәр йәһәттән вәғәҙәләр күп була.
Мөхәмәттәрҙе гел зарланыуҙан бушамай, телефон-интернетһыҙ бахыр ғына йәшәп яталар икән, тип уйлап ҡуймағыҙ! Төпкөлдәге ауылға килеп инеү менән һоҡланыуҙан телһеҙ ҡалаһың – һәр йорт бөгөндән күргәҙмәгә сығарырлыҡ матур, күркәм, биҙәкле. Һәр ихатала тиерлек – еңел автомашина. Хатта мәсет тә бар. Уны Гөлнара һәм Илшат Мансуровтар төҙөткән (Белореттан аҙнаһына бер тапҡыр Сәйфулла мулла килә). Интернет булмауҙың бер ыңғай яғы бар – бар бала-саға урамда шау-гөр килеп уйнай. Халыҡ китапханаға оло теләк менән йөрөй. Дәртле, әүҙем кешеләр беҙ барғанда Флорид Бүләковтың “Әбейҙәргә ни етмәй?” исемле пьесаһын ҡуйырға әҙерләнә ине (клуб мөдире Гөлниса Бәхтиева). Әйткәндәй, тырыш, сәмле, матурлыҡҡа ынтылған мөхәмәттәрҙе мәктәптән генә түгел, клубтан да яҙҙырыуҙары бар, тиҙәр әле ул! Авария хәлендәге клуб бинаһын емерергә, тигән ҡарар ҡабул иткәндәр, ике клуб хеҙмәткәре ярты ставкаға мәктәп бинаһында эшләп йөрөй. Уларҙы ҡыҫҡартыу­ҙары ла мөмкин икән. Электр бағаналары ауһа, мәҙәниәт усағынан мәхрүм итһәләр, милләттәштәребеҙ дөм ҡараңғылыҡ эсендә ҡала ла ҡуя... Юл юҡ, телефон бәйләнеше ҡайһы берәүҙәрҙә генә (“Сотел” ғына тота, уны Өфөлә юллап алырға кәрәк) – төпкөлдәге ауылдарҙың тормошо шулай бер-береһенә оҡшаған. Ләкин ни генә тимә, алтмыш ете хужалыҡ – алты-ете хужалыҡтан торған утар түгел, ә тотош ауыл! Ауыл бар икән, уны һаҡлап ҡалыу зарур. Бер нәмәгә ҡарамаҫтан, ауылда төпләнеп, ошонда ҡалырға теләүселәр ҙә бихисап, уларҙың мәнфәғәтен яҡлау кәрәк.
Алда мөхәмәттәрҙе оло һынау көтә – ташҡын. Ауылды уратып алған тауҙарҙан ҡар иреп, һыуы Кесе Ҡыҙылға ағып төшәсәк, ә ул үҙенең холоҡһоҙлоғон былтыр күрһәтте инде. Ауылдыҡылар аҙыҡ-түлек алып ҡалырға тырыша, билдәрен биштән быуырға әҙерләнә. Иң мөһиме, “ғүмер юлы” өҙөлгәндә бер кем дә кинәт ауырып китмәһен, янғын-фәлән сыға күрмәһен, балалар бәләгә тарымаһын...
Баныу ҠАҺАРМАНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»