21.03.2014 КАРТУФ-КАРТУФ, СЕРЕҢ БАРМЫ?
Бер уйлап ҡараһаң, картуф үҫтереүҙән дә еңел эш юҡ кеүек: яҙын сығарып сәстең, сүбен утаның, күмдең, ҡортон йыйҙың да – ҡаҙып та алдың. Өҫтәмә рәүештә һыу һибеп тороу, ашлау, гөлдәр кеүек ҡарап, һәр төбөн яратып һыйпап йөрөү юҡ. Әммә батша Петр Беренсе Рәсәй халҡын картуф ашарға өйрәтеүгә нисәмә йыл үтһә лә, “икенсе икмәгебеҙ”ҙе даими рәүештә уңдырып үҫтерергә өйрәнә алған юҡ әле. Проблема ямғыр яуыу-яумау кеүек тәбиғәт нескәлектәрендә генә түгел, үҙебеҙҙең тырышлыҡҡа ла бәйләнгән.
Тиҙҙән картуфты шыттырыуға ҡуя башлаясаҡбыҙ. Орлоҡ өсөн бөтә төр ҙә ярамай. Дөрөҫөн генә әйткәндә, орлоҡто көҙҙән үк хәстәрләп ҡуйыу яҡшы, бөртөкләп, иң яҡшы уңыш биргән төптән йыялар. Был эш менән шөғөлләнмәһәгеҙ, яҙғыһын булһа ла яҡшырағын һайларға тырышығыҙ. Сәсеү өсөн уртаса ҙурлығындағы бүлбеләрҙе алырға күнегелгән. Ләкин был дөрөҫ түгел, тип аңлата белгестәр – иң эреләрен сәсергә кәңәш итәбеҙ. Яҡшынан – яҡшы, насарҙан насар тыуа икәнлеген онотмайыҡ. Бик эре булмаһа ла, тауыҡ йомортҡаһынан да вағырағын һайламағыҙ.
Ҡайһы бер баҡсасылар картуфтың шытымын ғына ла сәсә. Шулай уҡ ҡырҡылған, имгәнгән картуфты ла файҙаланалар. Эйе, бындай орлоҡ һәйбәт уңыш бирә ала, әммә бөтә шарттарҙа ла түгел. Сәсеү менән ҡоро һәм һалҡын көндәр башланһа, хәл ҡатмарлашасаҡ. Шытым харап була, йә бик зәғиф кенә үҫентеләр бирә. Шуға ла орлоҡ һайлағанда киләсәк көндәрҙең нисек фаразланыуына ныҡлы иғтибар итергә тура килә.
Картуфты шыттырырға сәсерҙән 20 – 30 көн алдан ҡуялар. Ул йәшелләнергә тейеш, тик шулай ҙа ҡояш нурҙарының туранан-тура төшөп тороуы насар һөҙөмтәләргә килтерә. Ышығыраҡ урын кәрәк. Картуфты теҙгәндә бер-береһенең өҫтөнә ҡуйыу яҡшы түгел. Артыҡ ҡараңғы урында тотолған картуфтың шытымы сибек була, сәскән ваҡытта өҙөлөп бөтә. Шуға ла, бәләһенән баш-аяҡ, өҙөлгән шытымды түгел, картуфтың үҙен сәсеү дөрөҫөрәк. Орлоҡто даими рәүештә дымландырып торалар, һыуҙы төрлө яҡлап һибергә кәрәк. Дымландырыу өсөн ҡулланған һыуға көл, минераль ашлама ҡушырға була. Был орлоҡ һәйбәт шытһын һәм ауырымаһын өсөн эшләнә. Йылытылған теплицаларҙан да ҡулайыраҡ урын тапмаҫһың – унда тотолған картуфты сәсеү яҡшы уңыш бирә.
Колорадо ҡуңыҙын бөтөрөү
Былары картуфты сәсер алдынан эшләнергә тейешле эштәргә яҡынса күҙ һалыу ғына булды. Йәшелсәне нисек, ҡасан һәм ҡайҙа сәсергә кәрәклеген киләһе һандарҙа өйрәнерһегеҙ. Колорадо ҡуңыҙы хаҡында яҙып үтке килә. Был йән эйәһен тулыһынса бөтөрөү мөмкин булмаған эш. Сөнки ул шул тиклем хәйләкәр һәм өсәр йыл буйы ер аҫтында йоҡлап ята ала. Уларға ҡаршы препараттарҙы һиптереп, үҙҙәрен тулыһынса еңдек тигәндә, тағы ла беҙҙең баҡсаларҙы баҫа башлайҙар. Шулай ҙа, ятып ҡалғансы атып ҡалып, картуфты сәсер алдынан уҡ төрлө химикаттар йәки башҡа препараттар менән эшкәртеп ҡарарға мөмкин.
Баҡсасылар магазиндан “Престиж” тип аталған препарат һатып алып, уның менән орлоҡ картуфын алдан эшкәртә. Билдәләүҙәренсә, ярайһы ғына һөҙөмтә бар. Был препарат популяр һәм бөгөн уны теләгән бер баҡсасылар магазинында табырға була. Ул үҫентеләрҙе колорадо ҡуңыҙынан ғына түгел, ағас ҡорто кеүек башҡа бөжәктәрҙән дә һаҡлай. Алып ҡарағыҙ – файҙаһы булырға тейеш.
Бынан тыш, картуфҡа ағас көлө һалып сәсергә кәрәклеген бер ҙә иҫтән сығарырға ярамай. Унда бор, марганец, кобальт кеүек матдәләр бар. Әйткәндәй, шулай эшләгәндә буласаҡ уңыштың составындағы крахмалы арта. Картуф сәскән ваҡытта төбөнә һуған ҡабығы һалырға ла була. Рәттәр араһында календула сәсеү ҙә яҡшы һөҙөмтәләргә килтерә, тип һанаусылар бар. Колорадо ҡуңыҙын бөтөнләй бөтөрөп булмаһа ла, кәметергә мөмкин.