RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Атайҙың ниндәй булғанын да белмәнек

21.03.2014 Атайҙың ниндәй булғанын да белмәнек

Мин 1942 йылда Бөрйән районының Әтек ауылында атайым һуғышҡа алынып, биш ай үткәс тыуғанмын. Тыуған илде дошмандан һаҡлау өсөн бер ғаиләнән аталы-уллы ике кеше һуғышҡа алынып, икеһе лә әйләнеп ҡайта алмай, яуҙа баш һала. Әсәйем ҡарамағында атайымдың әсәһе һәм дүрт бала була. Оҙайлы һуғыш, аслыҡ үҙенең ауыр эҙемтәләрен күрһәтә. Ҡәҙерле кешебеҙҙең беҙҙе үлтермәҫ өсөн ялан яҡтарында эҙләнеп, ауылдан-ауылға йөрөп, 5 – 6 көн ҡайта алмаған саҡтары күп булған, ә һыуыҡ өйҙә беҙ көтөп ултырғанбыҙ. Аслыҡ шатлыҡ түгел. Атайымдың һарыҡ тиреһенән тегелгән толобон ваҡлап ҡырҡып, утта өтөп, шуны кимереп-сәйнәп ҡарай торғайныҡ. Электән йөрөгән ҡом көршәкте утҡа ултыртып, тышын ялап ҡарайбыҙ. Һанай китһәң, күп ыҙа күрелде инде.
Һуғыштан һуң да тормош тиҙ генә яҡшырып китмәне. Һуғышта һәләк булған атайым өсөн ҡараусыһыҙ ҡалған бәләкәй ике балаға 13 һум, һуңыраҡ 17 һум күләмендә пособие бирҙеләр. Заманына күрә был да ҙур ярҙам ине. Ваҡыт үтеү менән һуғыш осоро балаларының иҫәндәре олоғайып бөттө. Улар бөгөн бик әҙ ҡалып бара. Иң йәнде әрнеткәне – һуғыш осоро балалары хөкүмәттең иғтибарынан ситтә ҡала. Быға бер нисә миҫал килтереп китәм.
ҙур тырышлыҡ менән Башҡорт дәүләт университетының география факультетын тамамлап, юғары белем алдым. 1960 йылдан хеҙмәт юлым башланды. Һаулығым насар булыу сәбәпле, армияға алынманым. Бөтә ғүмерем мәктәп менән бәйле. Пенсия йәше еткәс, барлығы 1726 һум пенсия тәғәйенләнеләр, хеҙмәт стажым – 47 йыл. Пенсия үтә аҙ булғас, бик әҙ генә сәғәттәр биреү сәбәпле, биш йыл эшләнем. Йәнәһе, 2002 йылдан иҡтисади көрсөк, пенсияны арттырыу өсөн аҡса юҡ. Һуғыш осоро балаларының пенсияға сығыуын көткәндәрме икән? Һүҙ юҡ, йылдар үтеү менән әҙләп булһа ла беҙҙең дә пенсия арта. Шулай ҙа ғәҙеллек ҡайҙа? Репрессияға эләгеүселәрҙең балаларына күпләп аҡсалата ярҙам иттеләр. Беҙҙең атайҙар, репрессия ҡорбандары булмаһа ла, һуғыш ҡорбандары бит. Яуҙан иҫән-һау ҡайтып, төрлө ваҡытта донъя ҡуйған ветерандарҙың иҫән булған тол ҡатындарына күпме аҡсалата ярҙам күрһәтәләр, ә һуғыш осоро балаларын иҫкә алыусы юҡ.
Һуғыштан әйләнеп ҡайтҡан яугирҙар үҙ балаларына атай йылыһы биреп, ашатып, кейендереп йәшәне, ә беҙ, бахырҙар, атай нисек була, кем кеүек икән, тип хыяллана инек. Һуғыш осоро балаларын да бер ҡалыпҡа һалып булмай. Беҙҙең организм үҫер саҡта тамаҡ ашҡа туймағас, хәҙер һаулыҡ яғы бик самалы. Ошоларҙы иҫкә алып, даими рәүештә һуғыш балаларына шифаханаларға бушлай путевкалар биреү урынлы булыр ине. Һуғыш осоро балаларына махсус статус булдырып, ошо статусты яҡлаусы закон кәрәк. Пенсияларға билдәле бер күләмдә өҫтәмәләр булдырғанда тағы ла яҡшыраҡ булыр ине. Былар өсөн илдең мөмкинлеге бар. Көн һайын чиновниктарҙың миллиардлап урлауын һанау ғәҙәти күренешкә инде бит. Шуға ла Рәсәй – урлашыуҙар буйынса донъя лидеры.
РФ Дәүләт Думаһына беҙ күп өмөт бағлап һайлаған депутаттарыбыҙ атайҙары Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙарҙың балаларын социаль яҡлау тураһында закон ҡабул итһә, беҙҙең кеүек үгәйһетелгән быуын вәкилдәренең хөкүмәткә үпкәһе ҡалмаҫ ине.

Фәйзулла АБДРАХМАНОВ.
Бөрйән районы,
Әтек ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»