14.03.2014 Йыһан аппараттарынан – 20 миллиард һум юғалтыу
Һуңғы дүрт йылда Рәсәй 100 ракета осорған. Шуларҙың алтауһы “уңышһыҙ” йә ”һәләкәтле” тип табылған. Етмәһә, тап ошо алтау араһынан бишәүһе страховкаланмаған булған. 2010 йылдан алып дәүләт өсөн юғалтыу суммаһы 20 миллиард һумдан ашып китә.
Хәҙер йыһанға ебәрелгән транспортты страховкалау тураһында закон проекты әҙерләнә.
Һәләкәткә тарыған осоу аппараттарын һанап киткәндә лә, 2010 йылдың декабрендә бер юлы өс “ГЛОНАСС – М” юлдашы ҡолай, унан һуң ике ай үткәс, орбитаға хәрби тәғәйенләнешле геодезия аппаратын сығара алмайҙар. 2011 йылда бер-бер артлы тағы ла бер юлдаш, йөк карабы, Марсҡа юлланасаҡ планета-ара станция уңышһыҙлыҡҡа тарый, “Меридиан – 5” элемтә юлдашы юҡҡа сыға. 2012 йылда ла ике юлдашты осора алмай интегәләр, былтыр иһә өс “ГЛОНАСС” ҡуйылған ”Протон – М” ракетаһы старттан һуң 30 секунд үткәс тә шартлай.
Ысынлап та, страховка менән булһа ла, ҡотҡарырға инде был ракеталарҙы. Закон кәрәк.
“Ведомости” гәзитенән Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.