RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йөҙйәшәр атайыбыҙ

14.03.2014 Йөҙйәшәр атайыбыҙ

Йөҙйәшәр атайыбыҙМин һеҙгә атай-әсәйебеҙ тура­һында яҙып, “Мөхәббәт ҡартаймай” тигән фотоконкурста ҡатнашырға булдым. Атайыбыҙ Әбделғәлим Ғибәҙәт улы Ғибәҙәтов 1914 йылда Әбйәлил районының Асҡар ауылында тыуған һәм бөгөн дә ошонда йәшәй. Әсәйебеҙ Нәзиға Хә­жиәкбәр ҡыҙы 1923 йылда Таш­тимер ауылында донъяға килгән. Икеһенең дә бала сағы ауыр хеҙмәттә үткән. Атайыбыҙ – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Ул һуғыштың башынан аҙағына тиклем ут эсендә булған һәм орден-миҙалдар менән бүләкләнгән. Әсәйебеҙ ҙә колхоздың төрлө ауыр эштәрендә эшләгән, тыл ветераны. Һуғыш тамамланғас, 1946 йылдың октябрендә Әбделғәлим менән Нәзиға татыу ғаилә ҡорған. 67 йыл бергә татыу йәшәү дәүерендә өс ҡыҙға һәм биш малайға ғүмер биргәндәр. Беҙҙә, балаларында, бәләкәйҙән эшһөйәрлек, белемгә ынтылыш, тырышлыҡ, үҙаллылыҡ тәрбиәләнеләр. Хәҙер һәр беребеҙ үҙ аллы гөрләтеп донъя көтәбеҙ. Тик апайыбыҙ һәм ҡустыбыҙ ауыр сирҙән мәрхүм булып ҡалды. Әсәйебеҙ ошо ауыр ҡайғыны күтәрә алманы. 2013 йылдың майында баҡыйлыҡҡа күсте, ауыр тупрағы еңел булһын. Шулай ҙа уның рухы һәр саҡ яныбыҙҙа. Атай-әсәйебеҙ 21 ейән-ейәнсәргә, 24 бүлә-бүләсәргә ҡә­ҙерле олатай-өләсәй. Беҙ бала саҡтан даими рәүештә район, республика гәзит-журналдарына яҙыл­дылар. Ғаиләбеҙҙә һәр кем матбуғат менән дуҫ.
100 йәшкә етеп барһа ла атайыбыҙ гәзит уҡырға ярата, тик ҡолағы ғына ишетмәй. Әсәйебеҙ тәмле итеп буҙа ҡоя торғайны. Хәҙер ҙә туғандар, таныштар уның буҙаһын иҫкә алып һөйләй. Ҙур ғаиләнең оло тотҡаһы булып, һәр кешегә яҡтылыҡ, изгелек теләп, хөрмәт тойоп йәшәгән атай-әсәйебеҙ бары­быҙға ла өлгө һәм үрнәк булып тора.

Шәүрә ҒАТАУЛЛИНА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»