RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Гәлсәр түгел, ҡорос ул

07.03.2014 Гәлсәр түгел, ҡорос ул

Гәлсәр түгел, ҡорос улБалапан егете Юлай Аҙнабаев, физик мөмкинлеге сикләнһә лә, ҡайһы бер сәләмәт кешеләрҙән рухи яҡтан күпкә байыраҡ, мәғәнәле тормошта йәшәй
“Бөтә нәмә кешенең үҙенән тора”. Был һүҙҙәрҙе беҙҙең бөтәбеҙҙең дә ишеткәне, йә булмаһа, ҡулланғаны бар. Тик алдыбыҙға ниндәйҙер проблема йә һынау килһә, ғәйепте сит кешенән эҙләй башлайбыҙ, мәсьәләне хәл итеү күп осраҡта үҙебеҙҙән тороуын онотабыҙ. Шул уҡ ваҡытта эргәбеҙҙә тормош тарафынан оло һынау алдына ҡуйылған кешеләр зарланмай-һыҡтанмай, улай ғына түгел, ә оло оптимизм менән ауырлыҡ­тар­ҙы еңә-еңә алға атлай.

Әбйәлил районының Иҫке Балапан ауылынан Раҡия Аҙнабаева улының республика, төбәк-ара, район кимәлендәге төрлө спорт ярыштарында, ижади конкурстарҙа алған диплом-грамоталарын, миҙалдарын ҡәҙерләп йыйып бара. Юлай уларҙы еңел атлетика, пневматик винтовканан атыу, йә шиғыр һөйләү буйынса алған. Барыһы ла призлы урындар. Һәм барыһы ла физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр араһында үткәрелгән ярыштарҙа бирелгән. Сөнки Юлай Аҙнабаев – беренсе төркөм инвалиды.
Бер нисә йыл элек спорт менән ныҡлап шөғөлләнергә теләгән үҫмер атаһынан турник эшләп биреүен һорай. Унда бер тапҡыр күтәрелеүе була – ҡулы мырт итеп һынып та ҡуя. Фәрит ағай турникты шунда уҡ ботарлап ырғыта. Ә бәләкәйерәк сағында Юлай менән бындай бәхетһеҙлектәр йылына бер нисә тапҡыр ҡабатлана. “Минең һынмаған ерем юҡ”, – ти ул. Сөнки һирәк осрай торған диагноз менән тыуа – камил булмаған остеогенез (несовершенный остеогенез). Халыҡта ундай­ҙарҙы “гәлсәр балалар” тип йөрөтәләр. Уларҙың тиктомалдан ғына ла һөйәктәре һынып бара. Шуға Раҡия Мөхәммәт ҡыҙына тыуғанда уҡ имгәнгән балаһын алмаҫҡа ҡушалар, ғүмер буйы яфаланасағын иҫкәртәләр. Әммә ул йәненең тере киҫәген яҙмыш ҡосағына ташлап китә алмай…
Йәше еткәс, Юлай ҙа, һәр сабый һымаҡ, тороп атлап китергә ынтыла, әммә һәр аҙымы аяғы һыныу менән тамамланғас, ауыртыныуҙарҙан тамам биҙрәп, ултыраҡ тормошона күнә. Дүртенсе класҡа тиклем коляскала мәктәпкә йөрөп белем ала, аҙаҡ уҡытыусылар өйөнә үҙҙәре килә. Үҫә төшкәс, ун йыл сиратта тороп, “Ока” машинаһын ала һәм коляскала Байымға йөрөп, танытмаға уҡый. Бөгөн Юлай әсәһен бөтә йомош-юлына үҙе алып йөрөй. Ә бына автомобилдән төшәм тиһә, йыш ҡына үҙе әсәһенең ярҙамына мохтаж. Шуға улар һәр ваҡыт бергә.
Аҙнабаевтарҙы тәүге тапҡыр былтыр район китапханаһында Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан инвалидтар ойошмаһы ағзалары араһында үткән конкурста күрҙем. Юлай унда Мостай Кәримдең шиғырҙарын бик хисле итеп уҡыны. Быға тиклем уны район гәзите аша физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр араһында ойошторолған спартакиадаларҙағы еңеүҙәре тураһында даими баҫылып торған яңылыҡтарҙы уҡып ҡына белә инем. Юлайҙы олораҡ, етдиерәк, кәүҙәлерәк итеп күҙ алдына килтергәйнем. Ләкин ул йәш сырайлы, һөймәлекле, шаян, бәләкәй булһа ла, бик сос һәм башлы егет икән. Кеше менән ихлас итеп, ауыҙына ҡаратып һөйләшә белә. Шулай ҙа мине аптыратҡаны Юлайҙың үҙенән бигерәк әсәһе булды.
Раҡия апай, үҙем белгән инвалид-балалар ҡарап йонсоған ҡатындарҙан айырмалы, гел йылмайып торған алсаҡ йөҙлө, яҡты күңелле, тормошо менән ҡәнәғәт ханым булып сыҡты. Әсәнең улы менән ғорурланыуы ла, уны ҙур теләк менән оҙатып йөрөүе лә төҫөнә сығып тора ине. Яҙмышына тамсы ла зарланмай, улын ҡарау арҡаһында бер ҡайҙа эшләй алмағанлыҡтан, хаҡлы ялға минималь пенсия менән сығарһалар ҙа, артыҡ борсолмай. Иң мөһиме, улы иҫән, һәм ул уңыштары менән ҡыуандырып тора. Юлай 2013 йылда йыл йомғаҡтары һәм һөнәре буйынса иң яҡшылар иҫәбендә инвалидтар араһында еңеүсе тип табылды һәм район хакимиәтенең Почет грамотаһына лайыҡ булды. Ул күп һанлы ярыштар­ҙа еңеүсе булғаны өсөн бүләкләнде. Әле күп әсә иҫән-һау балаларының бындай ҡаҙаныштары менән маҡтана алмай.
Раҡия һәм Фәрит Аҙнабаевтарҙың улдарын тормош һөйөүсән, әүҙем, аралашыусан итеп тәрбиәләй алыуҙарын да билдәләге килә. Юлайҙың Иҫке Балапанда ғына түгел, тирә-яҡ ауылдарҙа ла дуҫтары бик күп. “Бәйләнештә” сайтында биш йөҙгә яҡын кеше менән дуҫлаша. Егет үҙен кәм тойоп, һөмһөрө ҡойолоп, кешеләрҙән ситләшеп, ата-әсәһенә үпкәләп йәшәмәй. Уның һөйәктәре “гәлсәр” булһа ла, рухы, ихтыяры ҡорос кеүек ныҡ. Күптәргә ауырлыҡтарҙы етерлек күреп тә, йөҙ һытмаған, киреһенсә, тулы ҡанлы тормош алып барған был кешеләрҙән үрнәк алырға ине.

Рәхимә МУСИНА.

Әбйәлил районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»