31.01.2014 Ете миллиардты Ер шары күтәрә алмай?!
Баҡһаң, планеталағы кеше һанын кәметергә тигән маҡсат ҡуйылған!
Бынан бер нисә йыл элек “Алтын миллиард” тигән төшөнсә килеп сығып, күптәрҙе ҡыҙыҡһындырғайны. Ҡайһы берәүҙәргә ул Ер шарының бер миллиард халҡы тураһында һүҙ барыуын ғына аңлатһа, ғалим кеүек “аҡыллы баш”тарға оҙаҡ йылдар тикшеренергә, эҙләнергә, ниндәйҙер һығымталарға килергә сәбәп булды.
“Алтын...” иҫәбенә, әҙерәк төшөнә торғанһығыҙҙыр, үҫешкән илдәрҙең халҡы инә. Һанап киткәндә, АҠШ (314 миллион кешеле), Канада (34,3 млн), Австралия (22,5 млн), Евросоюз илдәре (28 дәүләт, 500 млн), Япония (127,4 млн), шулай уҡ Израиль (8 млн) һәм Көньяҡ Корея (49 млн). Рәсәй, һәр ваҡыттағыса, был исемлектә юҡ.
Бөгөнгө технологияларға таянып, теоретик яҡтан ҡарағанда, Ер планетаһы 8 – 12 миллиард кешене туйҙыра алырлыҡ. Әммә бында ла баланс кәрәк, йәғни донъялағы барлыҡ кешеләр ҙә берҙәй эшләргә, ишәйергә һәм үҙҙәрен сикләй белергә тейеш. Был хәлдең булыуы мөмкинме? Планета халҡын осон осҡа ялғап йәшәүселәр ҡатламына күсерергәме, әллә бөтәһен дә Роман Абрамович итергәме? Ғәҙәти тигеҙлек яһап маташҡан совет өлгөһөнә таянырғамы? Әлбиттә, планета үҙ байлығы менән өҙлөкһөҙ тәьмин итә алмаҫ, бер мәл запас бөтөр. Ә кешелек тәбиғәт ресурстарына алмашҡа килерлек башҡа запастар уйлап сығарырлыҡ аҡыл туплармы? Әллә халыҡты ҡырҡа кәметеү еңел вариантмы?
Бер миллиардҡа урын етә, бүтәндәр – артыҡ
“Алтын миллиард” төшөнсәһе халыҡ теленә 1990 йылдарҙа Рәсәй журналисы һәм иҡтисадсыһы А. Цикунов булышлығы менән инеп китә. Тора-бара, публицист Сергей Ҡара-Мырҙа тарафынан нығыраҡ таратыла.
Планеталағы ресурстарҙың иң күбен файҙаланған “алтын”дар, концепция булараҡ, үҙҙәренә йәмғиәт менән идара итергә, өҫтөнлөк алырға, тигән маҡсат ҡуйған.
Донъя хөкүмәте – ФРС – кеше иҫәбен кәметеү буйынса тәҡдимдәрен еткерә. Улар, башлыса, сәбәп итеп алына. Беренсенән, сирҙәр. Икенсенән, техноген һәләкәттәр, уларҙың эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн аҡса етмәү. Өсөнсөнән, революциялар. Дүртенсенән, һуғыштар. Барыһы ла аңлашылалыр. Ана шул һуңғы сәбәпкә дүрт ил эләгә. АҠШ, Иран, Рәсәй һәм Ҡытай – буласағы ихтимал булған һуғыштың шулай уҡ ихтимал булған уйынсылары. Тик шул һорауға ғына яуапты теүәл беләһе бар – кем беренсе?
Үткән быуаттың 90-сы йылдарында Американың элекке разведчигының “Комитет 300” (теүәлерәге – Баш разведка идаралығы) тураһындағы китабы руссаға тәржемә ителгән. Был ойошма 30 йыл буйы донъя менән идара итеүҙең йәшерен механизмдарын өйрәнгән һәм шундай һығымтаға килгән: баҡһаң, ерҙәге иң глобаль процестар менән 300 иң бай ғаилә кланы идара итә, имеш. Комитет 70-се йылдарҙа ҙур ғилми корпорацияға тәбиғәт ресурстары запасын яҡшылап өйрәнергә ҡушҡан. Һөҙөмтәләр планетала ресурстарҙың самалы ҡалыуын күрһәткән. Шунан һуң баяғы “Алтын миллиард” уйлап сығарылған да. Әгәр ҙә мәгәр ерҙә уңайлы шарттарҙа йәшәргә теләһәгеҙ, бары тик был бер миллиард кешегә генә мөмкин икән. Бүтәндәр – артыҡ. Уйлап ҡараһаң, тығылып-бытҡылышып, ете миллиардлап йәшәгәнсе, әҙ кешегә, ысынлап та, уңайлыраҡтыр ул. Әммә беҙ инде ете миллиардҡа еткәнбеҙ, хәҙер булған кешене юҡ итеү мәғәнәһеҙлек. Шулай тип уйлар ябай кешеләр. Ә ябай булмағандар, йәғни “донъя менән идара итеүсе хөкүмәт” бөтөнләй башҡа фекерҙә. Улар өсөн мөмкин булмаған нәмә юҡ.
Кәметеү тарҡатыуҙан башлана...
Ысынмылыр-бушмылыр, 1985 йылда СССР-ға ҡарата программа-минимум раҫланған. Ул 2020 йылғаса халыҡ һанын ике тапҡырға кәметеүҙе күҙ уңында тотҡан. Нисек кәметергә һуң? Һуғыш менән генә түгел, ә өлкән быуынды – фәҡирлек, йәштәрҙе алкоголь, наркотик, тәмәке, башҡа әшәкелек менән дә. Ошонан һуң “Алтын миллиард” уйҙырма тип кем әйтер?
Заманында Англияның Премьер-министры, “тимер туташ” Маргарет Тэтчер ҙа бер сығышында Рәсәй халҡын 15 миллион ғына итеп күрергә теләүен белдергән. “Донъя берләшмәһе баһалауынса, Рәсәй (СССР) биләмәһендә 15 миллион халыҡ йәшәүе иҡтисади яҡтан дөрөҫөрәк”, – тигәнен ап-асыҡ ишеткәндәр. Хатта тәржемәсе 15-те яңылыш 50 тигәс, Тэтчер уны төҙәткән дә әле. Был һүҙҙәр әйтелгәндә, СССР-ҙа 150 миллион кеше йәшәгән. АҠШ-тың Дәүләт секретары булып эшләгән сағында (1997 – 2001 йылдар) Мадлен Олбрайт та Тэтчерҙың 15 миллион тураһында һүҙен иҫләп һөйләп йөрөгән (Олбрайт бит Себер тураһында ла үҙ фекерен белдергән булған, йәнәһе, Себер шул тиклем ҙур, ул бер генә илдеке булырға тейеш түгел). Хәҙер беҙ 144 миллион. Әҙәйгәнбеҙме? Шулай шул.
15 миллион тигәс тә, ул ғына халыҡты ҡайҙа ҡалдырырға уйланылар икән? Яуап та табылды. Ике миллионы “Транссебер” магистрален (Япониянан һәм Көньяҡ-Көнсығыш Азиянан Европаға иң ҡыҫҡа юл) хеҙмәтләндерергә, 13 миллионы – иң бысраҡ металлургия һәм химия производстволарында эшләргә тейеш. Шулай итеп, “Алтын миллиард”ҡа беҙҙең илдең киң биләмәләре һәм ресурстары ғына кәрәк.
Тағы тарихтан бер мәғлүмәт: 1985 йылдың ҡышында, Генераль секретарь Черненконың үләсәге билдәле булғас, “Иң ҙур етәү” илдәре АҠШ-ҡа йыйыла ла, СССР-ҙы тарҡатырға, тигән фекергә килә. Улай ғына ла түгел, ә союздаш республикаларын 52 бәләкәй дәүләткә бүлергә лә, бер-береһе менән һуғыштырырға. Тарҡатыу процесына бер нисә йөҙ миллиард доллар тотонолған. Артабан дауам итеп тороуҙың да кәрәге юҡ.
Билл Гейтстың тыуымды сикләүсе вакциналары
Беҙгә билдәле бай әфәнде Билл Гейтс Ер халҡын кәметеү проблемаһы менән үҙе шөғөлләнә. “Майкрософт”ты уйлап табыусы был кеше бынан бер нисә генә йыл элек Калифорниялағы ябыҡ конференциялағы сығышында халыҡ һанының артыуы тураһында һүҙ йөрөтөп тора ла, һаулыҡ һаҡлау, яңы вакциналар, репродуктив сәләмәтлек темаһына күсеп, “...хәҙер беҙ был тармаҡта ысынлап та ҙур эштәр башҡарасаҡбыҙ... 10 йә 15 процентҡа кәметербеҙ (кеше иҫәбен, әлбиттә), моғайын”, – тип ҡуя. Бынан нимә аңларға була? Йәғни Билл әфәнде халыҡты үрсетмәй торған вакциналар тураһында һөйләй. 2010 йылда Давостағы иҡтисади форумда белдереүенсә, Гейтстың фонды алдағы ун йылда үҫешеүсе илдәрҙәге балаларға ҡаҙай торған вакциналар алырға 10 миллиард доллар бүләсәк. Ул бигерәк тә Африка илдәрен күҙ уңында тота. Шулай ҙа вакциналарҙың беҙҙең яҡтарға килеп сығыуы ла ихтимал. Бушлай эшләйбеҙ, тиһәләр, беҙҙекеләр ни, теҙелә лә тора инде.
Һигеҙ телдә яҙылған “Яңы ун бурыс”
Был яҙыу, дөрөҫөрәге, яҙыуға һәйкәл, АҠШ-тың Джорджия штатындағы Элберт ҡалаһында тора. Һигеҙ заманса, дүрт бөткән телдә, шул иҫәптән русса ла яҙылған был бурыстар шундай һүҙҙәр менән башлана:
1. Кешелек иҫәбен 500 миллиондан да кәмерәккә тап килтерергә һәм тәбиғәт менән даими баланс билдәләргә.
2. Репродукция йәһәтенән һаҡ идара итергә, сәләмәтлекте яҡшыртырға.
3. Кешелекте яңы берҙәм тел менән берләштерергә.
4. Бөтә нәмә менән дә сабыр, ғәҙел, аҡыллы рәүештә идара итергә...
10-сы бурыс тәбиғәткә урын ҡалдырыу хаҡында.
Һүҙ юҡ, дөйөм алғанда, беренсе пункттан башҡа бурыстар насар түгел. Тәүгеһе кеше һаны 500 миллионға етеп килгәндә бурыс итеп ҡуйылһа, һәйбәт булыр ине. Хәҙер миллиардлап иҫәпләнгәндә, мәғәнәһеҙ һәм ҡанһыҙ бурыс кеүек.
һандар һәм факттар
Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының 2009 йылдың мартындағы донъя халыҡтары һанына ҡағылышлы ултырышын йомғаҡлауҙа шундай һорау ҡуйылған: “Әҙерәк үҫешкән илдәрҙә тыуымды кәметеүҙе тиҙләтеү өсөн нимәләр эшләргә?”
Испанияла йәшәүгә, ғаиләгә, никахлашыуға ҡаршы 17 закон бар икән. Быны Алькалы-де-Энарес епискобы Хуан Антонио Рейг Пла асыҡлаған. Ул шулай уҡ университеттарҙы, партия һәм профсоюздарҙы, БМО, ЮНЕСКО, коммерция булмаған ойошмаларҙы халыҡ һанын ҡыҫҡартыуға йүнәлтелгән проекттарға булышлыҡ иткәне өсөн ғәйепләй.
Ер планетаһында 2013 йылдың июленә ҡарата 7 миллиард 95 миллион 217 мең 980 кеше иҫәпләнә.
1800 йылда донъя халҡы бер миллиардҡа етә. 2050 йылға – 9 миллиардҡа, 2100 йылға 10 миллиардҡа етеү күҙаллана.
Иң күп халыҡ Ҡытайҙа – 1 354 790 000. Икенсе урында Һиндостан – 1 227 150 000. Өсөнсө урындағы ил был икәүҙән бик күпкә ҡалыша: АҠШ-та 314 миллион кеше көн итә.
Фекер
Түбәндәге фекерҙәр ябыҡ глобаль сәйәси клубтарҙа яңғыраған.
Джон Пи ХОЛДРЕН, Барак Обаманың фән буйынса кәңәшсеһе:
– Ирҙәрҙе стерилләүгә ҡарағанда икенсе йә өсөнсө балаһын тапҡандан һуң ҡатын-ҡыҙҙарҙы стерилләү программаһын бойомға ашырыу еңелерәк булыр ине. Оҙайлы стерилләү капсулаһын уйлап табырға кәрәк. Уны енси өлгөрөү мәлендә ҡуйырға ла, артабан рәсми рөхсәт менән генә алырға, яңынан ҡуйырға мөмкин булыр ине.
Тед ТЁРНЕР, «Си-Эн-Эн» мәғлүмәт агентлығын булдырыусы:
– Бөтә халыҡ һаны 250 – 300 миллион кеше – һәм етте. Әлеге һанды 95 процентҡа тиклем ҡыҫҡартһаҡ, идеаль буласаҡ.
Дэйв ФОРМАН, «Земля прежде всего!» тип аталған ойошманы төҙөүсе:
– Мин төп маҡсатымды шундай итеп күҙ алдына килтерәм: донъяла бөтәһе 100 миллион кеше, сәнәғәт инфраструктураһы тотош емерелгән һәм алда – үҙенең тулы төрҙәре менән сүллек.
Питер СИНГЕР, Принстон университеты философы:
– Ниңә беҙгә Ерҙәге иң һуңғы быуын булмаҫҡа? Әгәр ҙә барыбыҙ ҙа стерилләүгә риза булһаҡ, бер ниндәй ҙә ҡорбандар кәрәкмәҫ, ә үҙебеҙ «һуңғы юлыбыҙ»ҙы байрам итә башлар инек.
Сэм КИН, доктор, 1996 йылда Сан-Францискола Михаил Горбачёв ҡатнашҡан «түңәрәк өҫтәл»дә әйткәне:
– Беҙ енси тормош, контрацепция, аборттар, тыуымды көйләү тураһында асығыраҡ һөйләргә тейешбеҙ. Сөнки экология көрсөгө – демографик көрсөк ул. Ҡыҫҡаһы, халыҡ һанын 90 процентҡа кәметергә һәм экологик һәләкәт яһар өсөн кеше һаны етмәйәсәк.