RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Йәр бирмәк – йән бирмәк”

28.02.2014 “Йәр бирмәк – йән бирмәк”

“Йәр бирмәк – йән бирмәк”Халҡыбыҙҙың аҡылына, зирәклегенә, тапҡырлығына һоҡланып туйғыһыҙ: һәр һөйләме нәфис һүҙҙәргә бай, мәҡәл, әйтемгә торошло һәм отҡор кеше аңларлыҡ, уйландырырлыҡ, кинәйәләп әйтелгән тәрән мәғәнәле һүҙҙәр менән тулы. Әле бына мәҡәләгә исем биргән “Йәр бирмәк – йән бирмәк”те генә алып ҡараһаҡ та, мәғәнәһенең тәрәнлегенә иҫең китер (ҡайһы берәүҙәр, уны үҙгәртеберәк, ир бирмәк, тип ебәрһә лә, сығышы уның тап йәр бирмәк). Хәйер, алыҫҡараҡ киттем.
Был уйланыуҙарыма мине уратып алған таныштарымдың, дөйөмләштереберәк әйткәндә, хәҙерге ғаиләләрҙең тормошо, яҙмышы, яңылышыуҙары сәбәпсе булды. Беребеҙ ҙә фәрештә түгел-түгеллеккә, һәммәбеҙҙең дә хата аҙым яһағаны, аҙаҡтан үкенгәне барҙыр. Шулай ҙа, бәхеткә күрә, терһәкте тешләрҙәй булып ҡайғырған, яңылыш аҙымы өсөн ғүмер буйы ғазап кисергән, йәшәүенең мәғәнәһен юғалтҡан кешеләр һирәгерәк. Бына шундай көнгә ҡалған кешеләрҙең һөйләгәндәрен ҡағыҙға теркәргә йөрьәт иттем. Үҙҙәренең ризалығы менән, башҡаларға фәһем булһын өсөн, яҙырға кәрәктер, тип ышанам.
Әхлаҡи ҡанундарға ярашлы, исемдәр, әлбиттә, үҙгәртелде.

Беренсе тарих : “Хыянатты кисерә алмайым...”

Дамира

Был тарих, бәхеткә күрә, фажиғәле түгел, ләкин геройҙарға күп йоҡоһоҙ төн үткәрергә, бихисап рухи көс сарыф итергә тура килгән. Билдәле булыуынса, хәҙер күп ир-егет сит тарафтарға китеп аҡса эшләй. Дамираның хәләл ефете Марат та Себер яғына сығып китә. Бығаса ситкә йөрөп эшләмәгән, аҡсаһы аҙ булһа ла, ауылда бер ойошмала ҡарауылсы булып йөрөгән. Дүрт бала үҫкән ғаиләлә олоһо институтҡа уҡыр­ға ингәс, матди ауырлыҡ, аҡса етмәү үҙен һиҙҙертә башлай. Балалар эргәлә булғанда бигүк беленмәһә лә, ҡала аҡсаны һура торған урын шул. Малайҙарының әленән-әле аҡса һорауы Маратты ҡырға китеп эшләргә тигән уйға килтерә. Ҡатыны ла риза була, матур итеп әҙерләп, хәләлен Себергә оҙата. Тәүге вахтала яҡшы ғына эшләп ҡайтһа ла, аҡсаны бары икенсе вахта аҙағына ғына түләйәсәктәр икән. Ял итеп, хәл йыйып, йорт-ҡураны ҡараштырып, Марат икенсе вахтаға йүнәлә һәм ... оҙаҡҡа юғала. Тәүҙә һирәк-һаяҡ ҡына телефон аша һөйләшеп торһалар, һуңғараҡ бөтөнләй шылтыратмай башлай. Дамираның шылтыратыуын йә алмай, йә трубканы ташлай. Аҙаҡ бөтөнләй юғала. “Абонент не доступен”. Дүрт бала өсөн тапҡан-таянғанын еткерә алмаған Дамира аҡылдан яҙыр сиккә етә: Маратты үлтергәндәрҙер, тип уйлай. Хатта Рәсәй телевидениеһына “Эҙләйем һине” тапшырыуына хат яҙа. Шунан ғына иренән, бөтөнләй ят номерҙан, шылтыратыу килә. Маратының тауышын ишетеп, шатланырға ла өлгөрмәгән ҡатынды тәүге һүҙ үк боҙло һыуға сумдыра. “Башҡа эҙләп, шылтыратып йонсотма. Мин икенсе ҡатын менән йәшәйем”, – ти ире һәм трубканы ташлай.
Ул саҡтағы хәлен, халәтен әле лә аңлата, һөйләй алмай Дамира. “Көнө-төнө иланым, психҡа әйләндем, ғүмерҙә балаларға тауыш күтәрмәгән кеше, уларҙы әрләү генә түгел, ҡул күтәрә башланым. Әйтерһең, аталарының алйотлоғонда, хыянатында улар ғәйепле. Берәү менән дә матурлап һөйләшә алмайым, берәүҙең дә кәңәшен тыңламайым. Шул саҡта Мараттан йәнә шылтыратыу: айырылышыу тәҡдим итә. Үлә яҙҙым! Бер ҡасан да алама һүҙ әйтмәгән кеше, әллә ниндәй йәмһеҙ һүгенеү һүҙҙәрен беләм, имеш. Шуларҙы әйтһәм, нисектер рәхәт булып ҡала, еңеләйеп китәм. Юҡ, айырылышыуға ризалашманым. Бала­ларыңды үҫтер, тинем. Әллә нисә шылтыраттылар, үҙе лә, теге бисәһе лә. Матурлап әйтеп тә ҡарайҙар, әрләп тә, ҡурҡытып та. Юҡ, ныҡ торам, ризалыҡ бирмәйем. Ике йыл дауам итте ошо тамуҡ. Ошо ике йылда егерме йылға ҡартайҙым, сәстәрем ағарҙы, тештәрем төштө. Йылмайыу, көлөү тигән нәмәне оноттом. Бына нисек була икән, ирең хыянат итһә, һине икенсегә алмаштыр­һа! Кинола ҡарауы ғына рәхәт икән: йөрәктең һыҙлауын, ысын физик һыҙланыуҙы үҙең кисермәй тороп аңлап та, аңлатып та булмай. Ике йылдан ҡайтты был. Бөтөнләйгә. Тегеһенән төңөлгән, күңеле ҡайтҡан. Халыҡ: “Уйнаш уттан ҡыҙыу, б... тан һаҫыҡ”, – тигән бит. Ҡыҙыуы һәм ҡыҙығы бөткән, һаҫығы ғына тороп ҡалған. Нисек шул алйот бисәгә әүрәүен, нисек уның әрпешлеген, яманлығын, яуызлығын күрмәүен һөйләп, үҙе аптырай. Моғайын, сихырлағандыр, шуға күҙемә бер нәмә лә салынмағандыр, ти. Марат ҡайтып ингәс, тәүҙә шул хәтлем ҡыуандым, еңеүемә тантана иттем, йәнәһе, барыбер минеңсә булды. Тик был эйфория үткәйне, иремде күрә алмай башланым. Эргәмә яҡынлатҡым килмәй, һыуынғанмын. Ерәнәм. Теге бисәһен күҙ алдыма килтерәм дә, ытырғанып, ҡоҫҡом килә башлай. Хәҙер инде минең Марат менән йәшәгем килмәй, айырылышҡым килә. Тик Марат риза түгел. Ул киткәс, илаған көндәремә, йоҡоһоҙ төндәремә аптырайым: рәхәтләнеп үҙем өсөн йәшәргә, тыныс күңел менән ял итергә, балаларымды ҡосаҡлап ҡына ултырырға кәрәк булған. Хәҙер яңғыҙлыҡтан ҡурҡмайым, бөгөн сығып китһә лә ризамын. Ғаиләмде һаҡлап ҡалыуҙы ла кәрәкле һанамайым, күрә алмаған, йәнең дә, тәнең дә тартмаған кеше менән йәшәү – үҙе ғазап. Ғаиләм емерелә икән, ул ғәйепле – ул емер­ҙе, үҙенә ышанысты юғалтты”.
Ошоларҙы һөйләгән һылыу, әммә, ысынлап та, ике йылда нисектер өлкәнәйеп киткән Дамираға ҡарап, төрлө уйҙарға сумам. Бәлки, тәүҙә үк Марат сығып китмәй, Дамира уны ҡыуып сығарһа, шунда уҡ айырылышҡан булырҙар ине, моғайын. Яратыу түгел, был осраҡта ғорурлыҡ, кеше алдында бахыр булып күренергә теләмәү тойғоһо көслөрәктер, күрәһең. Ташланы түгел, мин ташланым, китте түгел, мин ҡыуҙым. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас тәкәбберлек, мин-минлек. Яҡшы сифатмы был, насармы? Әммә һүҙ әлегә ул турала түгел, ә “Йәр бирмәк – йән бирмәк”тең ысын асылы хаҡында. Артабан нисек булыр, кисерерме Дамира хәләл ефетен, әллә яңғыҙлыҡты һайлармы? Балалар ни әйтер? Һуң булмаҫ элек, бәлки, төптән уйлап, яңылыш аҙымдан һаҡланырға кәрәктер?..

Икенсе тарих: “Яңғыҙлыҡ бер Хоҙайға ғына килешә...”

Рәмилә


Ғәҙәттә, ғаиләлә тауыш-ғауға ҡупһа, ҡатын, иренә үпкәләп, тыуған йортона ҡайтып китә. Быға күнегеп тә бөткәнбеҙ: асыуы бөтһә, кире ҡайта, йә ире барып ала. Ә был ғаиләлә, киреһенсә, йыш ҡына ир кеше сығып китә икән. Рәмилә саҡ ҡына тауыш күтәрә башлаһа, ире өйҙән сығып тая. Тәүҙә ҡатын ирен эҙләп, эсеп ҡолап ятҡан еренән һөйрәкләп алып ҡайта торған булған. Тик аҙаҡ ялҡа, эҙләмәй башлай. Эсеп туйғас, аслы-туҡлы йөрөп, хәлдән тайғас, үҙе ҡайтып йығыла. Бөткән кеше лә түгел, ти ҡатын уны, ваҡытында абруйлы ғына эштә эшләне, юғары белемле ине. Хәҙер күптән инде хаҡлы ялда, халыҡ әйтмешләй, “кем олоһо, кем кесеһе” булып, һаҡаллы бабай булып, аҡыл өйрәтеп ултырыр йәшкә еткән. Тик үҙенә аҡыл ултырмаған булып сыҡҡан: бер көн үсегеп сығып киткән дә, икенсе ҡатынға йәшәргә ингән. Юҡ, үҙ ауылында түгел-түгеллеккә, хатта Рәмиләнән йәшерәккә лә түгел, байтаҡҡа өлкән, хаҡлы ялдағы ҡатын­ға. “Әбейҙең нимәһенә ҡыҙыҡты икән?” – тип аптырай танышым. Бәлки, үҙегеҙҙең өйөгөҙҙә булмаған тыныслыҡты, көңгөр-ҡаңғыр килеп, аңлашып йәшәүҙе танһыҡлағандыр, көн дә булып торған ыҙғыш ялҡыт­ҡандыр, тим. Юҡ, Рәмилә үҙен улай уҡ ғауғасыл да, ваҡсыл да тип һанамай, әммә уҫалыраҡ булыуын инҡар итмәй. Үҙе башламаһа, мин уны әрләмәйем, ти бит ана. Нисек кенә яратмаһа ла, иренең икенсе ҡатынға йәшәргә инеүе бәғерен телә Рәмиләнең. “Ярай инде минән йәш, һылыу бер ҡатынға эйәләшһә, аңлар инем, ғашиҡ булғандыр, тиер инем. Был әбей уға нимәгә кәрәктер?” – тип өҙгөләнә. Етмәһә, бабайының пенсияһы ла арыу ғына, ә Рәмиләгә ҡыҙын уҡытырға кәрәк. Бер үҙенең бәләкәй генә пенсияһы утын-бесән, телефон, свет-газдан үтмәй икән. Студент кешенең аҡсаға ҡытлыҡ кисереүе барыбыҙға ла мәғлүм, шуға күрә ҡыҙының башҡалар араһында алама кейемдә, кәм-хур булып йөрөмәүен дә теләйҙер әсәй кеше.
– Нисек итһәм, иттем, барыбер ҡайтартып алдым иремде. Шылтыратып үҙен дә, теге бисәһен дә әрләнем. Ярай, ҡайтып инде ир тигәнем. Шулай ҙа бер осор матур итеп йәшәп ала ла, киреһе әйләнеп китһә, уйламаған ерҙән сығып китергә әҙер тора. Бигерәк тә мин берәй ергә юлланһам, дауаханағамы, баҙарғамы, ҡыҙым уҡыған ергәме – был сығып китә. Теге бисәһенә бармаһа ла, икенсе ир-егеттәр йыйылып эсә торған притондарға барып эйәләшә. Шундай шағараҡ ҡорған ерҙәрҙе туҙҙырып, кешеләрен йә тыйып, йә ауылдан ҡыуып, бик булмаһа, төрмәгә ултыртып бөтөргә кәрәк ине, – ти Рәмилә, йәне әсеүенә түҙә алмай. – Айҙар буйы эсеп, әҙәм рәтенән сығып, ҡарар ере ҡалмай, һаҫып ҡайтып йығыла. Шуны ҡырып-йыуындырып, кеше ҡиәфәтенә индереп алам. Ни хәл итәһең, бала бар. Уны уҡытып, кейәүгә биреп, урынлаштыра алһам, бәлки, ир йоратының кәрәге лә ҡалмаҫ.
– Балаң барлығы, йәғни аҡса етмәүе генә иреңде ҡайтарырға мәжбүр итәме ни? Йән йылылығы юҡмы ни? Һөйләшер кеше, әңгәмәсе, уртаҡ тормош көтөр ир кәрәк булған өсөн түгелме? – тип һорайым.
Рәмилә оҙаҡ уйлап тормай:
– Белмәйем. Эсмәгәндә ул бик аҡыллы, ни генә тимә, вуз бөткән кеше бит инде. Бик грамотный. Берәй документ тултырырға кәрәк булһа, ул һә тигәнсе эшләп бирә. Аң даирәһе лә, донъяға ҡарашы ла киң, матбуғатты күп уҡый, гел үҙәк гәзит-журналдарын алдыра. Уның менән һөйләшеүе лә ҡыҙыҡ. Һинең һүҙҙәреңә генә ҡушылып ултырмай, һәр нәмәгә үҙенең генә ҡарашы бар. Тик ул мине ташлап, теге бисәгә барып ингәс, шул хәтлем ғәрләндем! Илап, сәсем ағарҙы! Үҙем ҡыуып сығарған булһам, бәлки, еңелерәк булыр ине... Кеше алдында ташланған, яңғыҙ ҡатын булыуы ауыр икән. Үҙемде етем кеүек тойҙом. Хәҙер яңғыҙ ҡатындарҙың, тол ҡалыусылар­ҙың халәтен аҙ булһа ла аңлайым: улар ҙа үҙҙәрен бер кемгә лә кәрәкмәгән, артыҡ, кәм, етем итеп тоялыр. Бер кем дә уларға кәмһетеп ҡарамаһа ла, үҙеңде шулай тойоуы ныҡ ҡыйын. Алама ғына ир булһа ла, арҡалы булаһың икән ул. Хоҙай юҡҡа ғына ир менән ҡатынды шулай итеп, бергә йәшәһен, тормош көтһөн тип, бер бөтөн итеп яралтмағандыр. Яңғыҙлыҡ бер Хоҙайға ғына килешә. Башҡаса ундай кәмһенеүҙе күрһәтмәһен!

(Дауамы бар).










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»